“Беҙҙең Бөрйән – ҡуйы урман” тип йырлайбыҙ ҙа ул…”

28-03-2017, 18:33 // Экология // Баҫып сығарырға
Әлфиә ЮЛСУРИНА, Башҡортостандың халыҡ артисы:

Тәбиғәт – ул әсәй кеүек. Барыһын да беҙгә, йәғни балаларына, бирә. Юҡҡа ғына Ер-Әсә тимәйҙәр бит. Ошо изгелеккә, мәрхәмәткә кешеләр нимә менән яуап ҡайтара һуң? Урманына инеп, саф һауаһын һулағанда, ҡоштар моңон тыңлап кинәнгәндә, һалҡын шишмә һыуын эсеп, һыуһын ҡандырғанда, йылғаларында ҡолас ташлап йөҙгәндә, ялан емештәрен йыйғанда, шифалы үләндәренән сихәт тапҡанда шул хаҡта уйлайбыҙмы икән?
Башҡортостандың халыҡ артисы, яратҡан йырсыбыҙ Әлфиә ЮЛСУРИНА менән әңгәмәбеҙҙә ошо һорауҙарға яуап табырға тырыштыҡ.



– Башҡортостандың иң гүзәл төбәктәренең береһе Бөрйәндә тыуып үҫкән кеше булараҡ, һеҙҙең өсөн нимә ул тәбиғәт?
– Илаһи бер күренеш. Серле лә, мөһабәт тә, көслө лә, шомло ла, изге лә. Бөтә нәмәһен – йылыһын, шифаһын, емешен, дауаһын кешеләргә бирә. Шул уҡ ваҡытта үҙе яҡлауға мохтаж. Тәбиғәттең ниндәйҙер сихри тартыу көсө бар. Бигерәк тә ижад кешеләре өсөн илһам сығанағы ул.
Элек ауылда хәҙерге шикелле урамдарҙа колонка юҡ ине. Ҡатын-ҡыҙ көйәнтәләп һыуға Иҙелгә йөрөнө. Әсәйем Фатима: “Һыуға барған саҡта ҡаяларға ҡарап бейеү ижад итә торғайным, хәрәкәттәрен уйлай инем”, – тип иҫләй. Ул Силәбелә мәҙәниәт институтын тамамлаған, күмәк кеше ҡатнаша торған тамашаларҙы ҡуйыу буйынса режиссер һөнәрен алып сыҡҡан.
Беҙҙең яҡтар бигерәк матур. Минең дә мәктәптә уҡыған йылдарҙан алып ҡая таштар араһында яңғыҙ ғына ҡалып уйланып, хыялдарға бирелеп ултыра торған урыным бар. Аҫта шишмә аға. Уның йырын тыңлап, тирә-яҡҡа һоҡланып, күпме ултырғаныңды ла онотаһың. Бөтә серҙәремде белә ул ҡая таш. Бер кемгә һөйләмәй торған ҡыуаныстарымды ла, һағыштарымды ла һаҡлай был урын. Тыуған яҡҡа ҡайтҡан һайын әле лә барам унда, бала сағым, йәшлегем менән осрашам. Тәбиғәт һатмай, барыһын да сер итеп һаҡлай.
– Быйыл иғлан ителгән Экология йылында республикабыҙҙа нимәләр эшләнергә тейеш тип уйлайһың?
– Һуңлап иғлан ителде был махсус йыл, тип уйлайым. Тәбиғәт ҡанһыраған сиккә етте. Нисәмә йыл буйына: “Эй, кешеләр, нимә эшләйһегеҙ һеҙ?” – тигән кеүек ҡарай ул беҙгә.
Проблемалар иҫ киткес күп. Күҙ буяу өсөн генә булмаһын ине был йыл. Һөнәребеҙ буйынса беҙ, артистар, Башҡортостанды иңләп-буйлап күп йөрөйбөҙ. Төрлө райондарҙа булабыҙ. Һәр урында халыҡтың тәбиғәткә ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә булыуын күрәбеҙ. Мәҫәлән, Әбйәлил яҡтарында һәр аҙнаның кесе йомаһында экологик өмәләр үткәрелә икән. Уның һөҙөмтәһе оло юлдан барғанда уҡ күренеп тора. Урмандар ҡороған, ауған ағастарҙан таҙартылған, бер ергә өйөп ҡуйылған.
Бындай санитар эштәрҙе башҡарыр өсөн юғарынан етәкселәрҙең күрһәтмәһен генә көтөп ятырға ярамай. Үҙебеҙ йәшәгән ерҙе таҙа тоторға тейешбеҙ. Балаларыбыҙҙың балалары, килер быуындар һоҡланырлыҡ хозур тәбиғәтебеҙҙе һаҡларға кәрәк. Һәр кем ошо эшкә бәләкәй генә булһа ла үҙ өлөшөн индерә ала.
Эс бошорлоҡ күренештәр бихисап. Атайымдың һеңлеһе Хәҙисә апай, ғүмер буйы Бөрйәндә йәшәгән кеше булараҡ: “Бынау тау битләүҙәрендә ҡайынлыҡ ине, хәҙер юҡ”, – тип тәбиғәткә сыҡҡан һайын әрнеп телгә ала. Ысынлап та, бер быуын кеше ғүмерендә лә әллә күпме үҙгәреш күҙгә ташлана. Алаҡуян тигән йылғала, мәҫәлән, элек беҙ һыу инә инек. Апайҙар, еңгәләр кер сайҡай торғайны. Әле тар ғына булып ағып ята. Ағиҙел дә ярҙан ярға ташып аҡты. Хәҙер ҡайһы бер ерҙә тауыҡ кисерлек урындары ла бар.
Мин эколог та, биолог та түгелмен. Әммә шул йылғаларға ҡарап ҡына ла тәбиғәттең ниндәй фажиғә алдында торғанын күрәм. Көнө-төнө Бөрйән ағасын ҡырҡып ситкә ташыу хәҙер шундай һөҙөмтә бирә.
Шүлгәнташҡа китеп барған ерҙә һул яҡта йәмһеҙ булып ятҡан сүп өйөмөн күреп эс боша. Ағиҙел буйындағы быс­раҡлыҡты күреп йән әрней. Урмандарға инһәң дә, кеше артынан ҡалған ҡый өйөмдәренә тап булаһың.
Бөрйән тәбиғәтенә һоҡланырға, ҡарарға тип ситтән туристар күп килә. Шундай урындарҙа махсус сүп-сар һауыттары ҡуйырға, бәҙрәфтәр урынлаштырырға кәрәк. Унан һуң һәр кемдең үҙ артынан йыйыштырып китергә тейешлеген аңлауы мөһим. Әбйәлилдәр өлгөһө башҡа райондар өсөн дә үрнәк булырға тейеш. Улар урмандарҙы ғына түгел, шишмәләрҙе лә таҙарта, тәртипкә килтерә. Яҡтыкүлгә сит төбәктәрҙән ял итергә килгән кешеләр һоҡланып китә. Беҙҙең Шүлгәнташҡа ла ҡайҙан ғына килмәйҙәр. Йыйыштырған урында ғына түгел, ә сүпләмәгән ерҙә таҙа була тигәнде онотмаһаҡ ине.
– Бала саҡтағы Бөрйән менән хәҙергеһе араһында айырма бармы? Ул нимәлә сағыла?
– Бәләкәй саҡта ла бик күҙәтеүсән булдым. Яр буйында йәшәгән кешеләр арба менән дә, машиналап та тиреҫен, сүп-сарын Ағиҙелгә ташлай ине. Ә бит мосолман дине, ғөмүмән, кеше әҙәбе буйынса һыуға сүп түгеү түгел, төкөрөргә лә ярамай. Ул – изге төшөнсә, йәшәү сығанағы. Мин бала саҡта әле Иҙел бөтөү хәлендә түгел ине. Ташҡын мәлендә яр буйында нимәләрҙе генә күрмәйһең: иҫке кәстрүлдәр ҙә, машина тәгәрмәстәре лә, аяҡ кейемдәре лә… Күптәр үҙ ихатаһын таҙа тотоуҙы ғына хәстәрләй, ә унан ситтә нимә булыуы менән ҡыҙыҡһынмай. Мәҙәни кимәлдең түбәнлеге, балаларға кесе йәштән тәбиғәтте һаҡларға кәрәклеген өйрәтмәү арҡаһында ла килеп сығалыр был хәлдәр.
Мәктәптә уҡыусыларҙы нимәгә генә өйрәтмәйҙәр, ә экологик тәрбиәгә иғтибар юҡ. Беҙҙең заманда ла булманы ул. Әйтерһең, тәбиғәт мәңге шулай, бар һәм киләсәктә лә йәшәйәсәк. Тыуған илде яратырға кәрәк, тибеҙ. Ә шул илһөйәрлек тойғоһоноң үҙеңдең бәләкәй генә төйәгеңдән башланғанын, йыртҡыстарса таланған тәбиғәттең кешеләрҙең яҡлауына, ҡурсалауына мохтаж икәнлеген төшөндөрөү мөһим.
Тәбиғәтте һаҡлау өсөн һәр кем ҡулынан килгән эште башҡара ала. Халыҡты ойошторорға була. Әгәр урманды йығылып ятҡан ағастарҙан таҙартырға рөхсәт ителһә, кешеләр уны мунсаһына яғырға булһа ла ташып алыр ине. Ә былай бушҡа сереп ята, урман эсенә керерлек түгел. Ситтәре таҙартылһа ла, эстә ҡурҡыныс.
Ҡайһы бер урындарҙа яҙ, көҙ тәбиғәтте таҙартыу буйынса ниндәйҙер акциялар үткәрелә. Әммә унда ла был сара, ғәҙәттә, аҙаҡтан күңел асып табын ҡороуға әйләнеп китә. Бындай саралар күҙ буяу өсөн һирәкләп түгел, ә аҙна һайын, көн һайын башҡарылырға һәм унда һәр кем ҡатнашырға тейеш, тип уйлайым.
– Тыуған яғыңдың ниндәй урындары менән ғорурланаһың?
– Әлбиттә, һәр яҡтың үҙ матурлығы. Әлшәй, Миәкә райондарында Дим буйҙары һоҡланғыс. Дала, ялан яҡтарының да үҙ гүзәллеге. Учалының күлдәре, Ирәмәле – мөғжизәле урындар. Ә инде үҙемдең тыуған яғым Бөрйән – серле лә, ғорур ҙа, мөһабәт тә. Һарғаялағы ҡурсаулыҡ, Шүлгәнташ мәмерйәһе кемдәрҙе генә таң ҡалдырмай.
Бөтә кеше һоҡланған йәнә бер урын хаҡында әйткем килә. Бер урында Ағиҙел ат дағаһы кеүек бормаланып аға. Уртала – утрау. Ҡая башынан ҡараһаң, иҫ киткес күренеш барлыҡҡа килә. Ул ерҙе бөтә фотографтар ҙа төшөрөргә тырыша. Беҙҙең яҡтың шәп йырсыһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был донъянан иртә киткән Райман Ишбаевтың, башҡа күп кенә моң эйәләренең клиптары ошо урында төшөрөлгән. Миңә ҡалһа, был – йыһандан көс ала, Хоҙай менән һөйләшә торған ер. Тыуған яғымдың матур урындары күп. Нөгөш буйындағы Ғәлиәкбәр ауылы урманға текәлеп ултырған. Мораҙым ауылына гел һоҡланам. Тик был матурлыҡҡа һоҡланырға ғына түгел, ә һаҡларға ла кәрәклеген онотмаҫҡа тейешбеҙ.
– Һин йәйге ялыңда, бер нисә кешенән торған төркөм туплап, Ағиҙел йылғаһын таҙартыу буйынса изге эштәр башҡарғанһың. Был мөһим һәм кәрәкле эшкә тотонорға нимә этәргес булды?
– Ағиҙелдә һыу инеп йөрөгән ерҙәрҙең бысраҡ булыуын күреп йән әрнеүе ошо эшкә тотонорға сәбәпсе булды. Һыу инеп рәхәтен күрәбеҙ, ә уға рәхмәтле булырға онотабыҙ. Һыуға изге төшөнсә тип ҡараған, тыуған яғыбыҙҙы яратҡан, тәбиғәтенә битараф булмаған бер төркөм кеше йәй ике көн буйы Ағиҙелде таҙарттыҡ. Бөрйәндә йәшәгән, ауыл хужалығы идаралығында эшләгән Гөлсирә Манапова, Өфөлә йәшәп, тыуған яҡҡа ҡайтҡан эшҡыуарҙар Лена Аллабирҙина менән Яник Балдыбаев, баш ҡаланан ялға ҡайтҡан уҡытыусы Ирек Вәлиев, әхирәтем, шәфҡәт туташы булып эшләп, әле хаҡлы ялдағы Венера Ишниязова, “Таң” гәзите хәбәрсеһе Айнабат Аҡыевалар яр буйынан да, йылғала кәмә менән йөрөп тә бер йөк машинаһы сүп-сар йыйҙыҡ. Яник уны сүп өйөмөнә алып барып бушатты. Быны беҙ йөрәк ҡушыуы буйынса эшләнек. Бер кем дә күрһәтмә бирмәне. Экология йылы ла иғлан ителмәгәйне әле. Һәр кеше шуны ҡағиҙә итеп алһа, донъябыҙ матур булыр.
– Бөрйәндә туризмды үҫтереү буйынса төрлө йүнәлештәрҙә проекттар булдырыла. Был ҡырағай туризмға ла юл асып, кешеләр тәбиғәткә ҙур зыян килтерер тип уйламайһыңмы?
– Оҙаҡ йылдар буйына Бөрйәнгә юл булманы. Был бер яҡтан тәбиғәтебеҙҙе, урманды һаҡлап торҙо. Хәҙер Белорет яғынан да, Мораҡ аша ла юлдар һалынды. Тәбиғәттең ҡырылыуына юл асылды. Урманды көнө-төнө “КамАЗ”-лап ташыйҙар, ә урындағы халыҡ өй һалырға ағас һорап ала алмай. Бер тапҡыр Бөрйәнгә самолет менән ҡайтырға тура килде. Өҫтән ҡот осҡос күренеш хасил булды: урман эстән гектарлап-гектарлап ҡырылған, ағастарҙың төптәре генә һерәйеп ултырып ҡалған. “Беҙҙең Бөрйән – ҡуйы урман” тип йырлап йөрөгән булабыҙ ҙа ул… Мин, әлбиттә, сәйәсмән түгел, әммә байлығыбыҙҙы шул тиклем дә тәләфләп ситкә һатыуҙы аңламайым. Финдар, мәҫәлән, урмандары күп булһа ла, ағасты беҙҙән ала. Ә бит улар тәбиғәттәренә шул тиклем һаҡсыл ҡарай: илдәрендә 30 милли парктары бар, ҡайһы бер бәләкәй ҡалаларының урамдарында ҡуяндар ҙа, хатта боландар ҙа иркен йөрөп ята, тип яҙалар.
Әлбиттә, донъялар үҙгәрә. Элекке быуаттағы һымаҡ йәшәү мөмкин булмаған хәл. Рәсәйҙә лә “Алтын ҡулса” кеүек турист маршруттары асыла. Беҙҙең Башҡорт­останды ла, бигерәк тә Бөрйәнде килеп күрергә теләүселәр йылдан-йыл арта. Шулай булғас, туризмдың ойошҡан рәүештә үҫеүе – һәйбәт күренеш. Килгән кешеләр беҙҙең тәбиғәткә әллә ни зыян итәлер тип уйламайым. Төп халыҡта күберәк яуаплылыҡ булырға тейеш. Әгәр беҙ үҙебеҙҙе хужаларса тотоп, тәбиғә­тебеҙгә һаҡсыл ҡараһаҡ, битараф булмаһаҡ, башҡаларҙан да шуны талап итһәк, яҡшы булыр. Беҙҙең яҡта иген үҫмәй, шуға ҡортсолоҡ менән туризмдың үҫешенә ыңғай ҡарарға кәрәк.
– Өйөгөҙҙөң алдында баҡсала боланут (иван-чай) тигән шифалы сәскә үҫкәнен күреп ғәжәпкә ҡалдыҡ. Уны ҡырҙан күсереп ултырттығыҙмы, әллә электән шунда үҫәме?
– Үҙенән-үҙе үҫә. Сәйгә өҫтәһәң, шул тиклем тәмле. Элек уны сит илдәргә сығара торған булғандар. Батшалар сәйе тип йөрөтөүҙәре лә юҡҡа түгел – организм өсөн бер ниндәй ҙә зыяны юҡ. Ҡайһы бер үләндәрҙең, сәскәләрҙең нимәгәлер файҙаһы булһа, икенсе яғынан самалап, сикләп эсеү кәрәк.
Беҙҙең бәләкәй баҡсала төрлө үләндәр үҫә. Ҡайтҡан һайын йыям, киптерәм, салаттар яһап ашайым. Ҡуян тубығы, кәзә һаҡалы, юл япрағы, кесерткән, балтырған, һуҡыр кесерткән, меңъяпраҡ, туҡранбаш – нимә генә үҫмәй унда. Әлморон сәскәһе, ҡарағат япрағы, ҡайын бөрөһө, еләк сәскәләрен йыям. Үләндәр менән дауаланам. Ун көн әрем төнәтмәһе эсеп алам. Гастролдә йөрөү сәбәпле, уҙған йәй ҡайһы бер үләндәрҙе, сәскәләрҙе йыя алмай ҡалдым. Һәр ҡайһыһының – үҙ мәле, иң файҙалы сағын үткәреп ебәрмәҫкә кәрәк.
Шифалы үләндәрҙе быҡтырып сәй ҙә яһай торғайным. Магазинда һатылған буяулы сәйҙәрең ары торһон. Ул тәме, ул дауаһы – әйтеп бөткөһөҙ. Һәр үләнде айырым һауытта тотам. Бына, мәҫәлән, уҫаҡ ҡайырыһын ағас япраҡҡа бөрөләнгән ваҡытта йыйырға кәрәк. Урманда маралдар ҙа ҡайҙа уҫаҡ үҫә, шунда кимерергә төшә. Ул көс бирә. Әлбиттә, ағасҡа зыян килтермәҫлек, үҙеңә етерлек, артыҡ ҡомһоҙланмайынса, әрәм-шәрәм итмәй генә йыйырға кәрәк. Үләндәрҙе лә тамырынан йолҡоп алмаҫҡа, йыйып бөткәс, урман, яланға рәхмәт әйтеп китеү мөһим. Үләндәр хаҡында күп һөйләй алам. Сүп тип ҡараған дегәнәктең дә япрағы ла, тамыры ла бик файҙалы. Ҡайһы берәүҙәренең ағыулы булыуын да оноторға ярамай. Самаһын белеп кенә, һаҡ ҡулланырға кәрәк.
– Ысынлап та, һинең күптән дарыу үләндәре йыйыу менән шөғөл­ләнгәнеңде беләбеҙ. Был эшкә кемдән өйрәндең, ҡасандан һәм ни сәбәпле тотондоң? Ҡышҡы һалҡындарҙа ниндәй яҡтың үлән сәйҙәре менән хушланаһың?
– Бынан егерме йыл элек оҙаҡ ҡына дауаханала яттым. Ни хәлдә керһәм, шул хәлдә сыҡтым – файҙаһы булманы. Эҙләнә, уйлана башланым. Яҙыусы, үләндәр белгесе Рим Ахмедовтың “Одолень-трава” тигән китабы минең өсөн файҙалы ҡулланмаға әйләнде. Үләндәр менән дауаландым. Шунан һуң ун өс йыл йүткереүҙең, тымау тейеүҙең ни икәнен белмәнем. Әле лә, шөкөр, ул сирҙәрҙән яфаланмайым. Үләндәрҙең иҫ киткес файҙалы икәнен үҙ тәжрибәмдә ышандым. Флүзә исемле әхирәтемдең туғаны, Салауат ҡалаһында йәшәгән үләндәр белгесе Фәриха исемле апай менән таныштым. Ул, үҙенең тыуған яғы Ишембай яландары буйлап йөрөтөп, күп үләндәр хаҡында һөйләне, шифаларын, нисек ҡулланырға кәрәклеген аңлатты. Уға утыҙ-ҡырҡ йыл элек яман шеш диагнозы ҡуялар. Үләндәр менән дауаланып, бөгөн 80-де үтеп, имен-аман йәшәп ята, бик йәш күренә. Үҙеңдең организмыңды тыңлай белергә, тойорға, өйрәнергә кәрәк. Һәр кемдең эске тойомлауы булырға тейеш. Тәбиғәтебеҙ шул тиклем мәрхәмәтле, бай. Белеп, шифаһын файҙаланып, ҡәҙерләп йәшәү зарур.
– Ҡулыңдан килһә, Бөрйәндә нимәләр эшләр инең?
– Урмандарҙы һаҡлау, таҙартыу буйынса аныҡ эштәр хаҡында уйлар, ағастарҙы аяуһыҙ киҫеүҙе контролдә тотор инем. Ағастар ултыртыуҙы ла яйға һалырға кәрәк. Элек беҙҙә сувенир цехы була торғайны, шуны яптылар. Уны кире тергеҙер инем. Ябай ғына, әллә ни ҙур ҙа түгел ағас һауыттарҙы “Ағиҙел” етештереү берекмәһе меңәр һумға һата. Ә Бөрйәндә эшләһәләр, шул сама тормаҫ ине. Ябай халыҡ алырлыҡ хаҡ ҡуйылыр ине. Бына мин еҙнәм яһап биргән ағас һауытта тоҙ һаҡлайым. Бик уңайлы, матур ҙа.
Ағас эшкәртеү цехын да асырға кәрәк тип уйлайым. Ситкә арзан хаҡҡа сеймал килеш оҙатҡансы, эшкәртеп һатһаҡ, күпкә артығыраҡ килем алыр инек. Урман эсендә ауып, ҡый булып ятҡанын да файҙа­ланырға була.
Бөрйән халҡын тағы ла бер мөһим проблема борсой. Ул да булһа – район үҙәгендә мунса юҡлығы. Бөтә кеше лә үҙ өйөндә йәшәмәй бит. Һәр кемдең үҙ мунсаһы ла юҡ. Ситтән күсеп килгән белгестәр ҙә, таш йорттарҙа йәшәгән урындағы халыҡ та шуға зарлана. Ҡулымдан килһә, бөгөндән төҙөп ҡуйыр инем. ХХI быуатта йәшәгән кешеләр башҡаларҙан мунса һорап йөрөй алмай бит инде.
Элек бар ине ул беҙҙә йыуыныу урыны. Шул ерҙе ситтән килгән эшҡыуар һатып алып, ҡунаҡхана, кафе һымаҡ уңайлыҡтар төҙөп ҡуйған. Һүҙ ҙә юҡ, бөгөн улар ҙа кәрәк. Бигерәк тә туризм үҫешкән заманда. Әммә мөһим, кәрәкле бинаны емереп, мәсьәләне икенсеһен төҙөү иҫәбенә хәл итергә ярамай. Унан һуң мунса торған ерҙәге ҡунаҡханала кешеләрҙең йоҡоһо тыныс, кафела ризыҡтары тәмле буламы икән, тип тә уйлап ҡуяһың. Ҡытайҙар, мәҫәлән, фэн-шуй энергетикаһына ҡарап, унда бындай йорттар төҙөмәҫ ине. Ярай, улар – башҡа милләт, уларҙың йәшәү рәүештәре лә, тормош ҡағиҙәләре лә, донъяға ҡараштары ла икенсе, беҙҙекенә оҡшамаған, ти. Әммә нисек кенә булһа ла, район үҙәген мунсалы итергә кәрәк.
– Кеше борон тәбиғәткә яҡын булған. Башҡортто тәбиғәт балаһы тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ҡара ер күренеп, йәшел үләнгә аяҡ баҫыу менән йәйләүгә сығып киткән, йәй буйы сәхрәлә йәшәп, тәбиғәт менән бер бөтөнгә әйләнгән. Әле ошо бәйләнеш юҡҡа сығып бара һымаҡ. Сәбәптәре техник прогреста ғынамы икән?
– Әлбиттә, донъялағы үҙгәрештәр хатта төпкөл ауылдарҙа йәшәп ятҡандарға ла ҡағылмай ҡалмай. Хәҙер, элекке шикелле, усаҡ яғып, ҡыуыш ҡороп көн итеүҙе күҙ алдына ла килтереп булмай. Тәбиғәткә ял итергә сыҡҡанда ла ике көн түҙергә мөмкин әле, өсөнсө көнөнә ялҡыта башлай. Телевизорһыҙ, Интернетһыҙ йәшәгәндәр бик һирәк хәҙер. Элек кеҫә телефонһыҙ нисек ғүмер иткәнбеҙ икән, тип аптырайбыҙ бөгөн. Шулай ҙа тәбиғәт менән бәйләнешебеҙ өҙөлгән тип әйтмәҫ инем. Һәм ул өҙөлөргә тейеш тә түгел. Беҙ бәхетлебеҙ, сөнки тыуған ауылыбыҙ бар. Ҡайтып ята, тәбиғәткә сыға алабыҙ. Ҡиммәтле юлламалар һатып алып, ҡайҙалыр сит ерҙәргә барғансы (кемдер өсөн донъя күрергә улары ла кәрәктер), тыуған яғыңда рәхәтләнеп ял итеүгә, ҡоштар моңон тыңлап илһамланыуға, еләк-емешен, үләнен йыйып хушһыныуға етәме һуң?! Уның тәбиғәте генә беҙгә йәшәүгә ҡөҙрәтле көс бирә, ләкин шул ғәзиз ер – һыуыбыҙ, урман-ҡырыбыҙ хаҡында хәстәрлек күреп, ялыбыҙҙы ла уның файҙаһына әүҙем эш менән үткәрһәк, тәбиғәт менән кешеләр араһындағы бәйләнеш тә өҙөлмәҫтер, моғайын.
– Үҙеңде ниндәй ағас, йәнлек һәм сәскә менән сағыштыраһың?
– Ҡыҙыҡ һорау. Был хаҡта уйланғаным юҡ ине. Ағасым, моғайын, уҫаҡтыр, сөнки мин уның нисек үҫкәнен күҙәтергә яратам. Япраҡтары елһеҙ көндә лә елберләп, елпелдәп кенә ултыра. Тағы был ағастың усаҡта шырт-шырт итеп янғанын күҙәтеүе әллә ниндәй уйҙарға һала. Үҙен ғүмер ағасы тип әйтеүҙәрендә лә бер хикмәт барҙыр. Йоҡлаған ергә лә уҫаҡ ағасы киҫәген ҡуйырға кәрәк, тынысландыра, тиҙәр.
Көслө ҡоштарҙы яратам. Бөркөт бейектә яңғыҙ ғына осоп йөрөй. Көслө лә, ғорур ҙа. Көтөүҙәре, туптары менән йөрөгән ҡоштарҙы үҙ итмәйем. Ҡош булһам, моғайын, ғорур һәм яңғыҙ бөркөт образын һайлар инем.
Беҙҙең яҡ кешеләре сәғәт сәскәһен белә. Ул урманлы ерҙә үҫә. Ялан яғында күргәнем юҡ. Бына шул сәскә оҡшай миңә. Бәлки, уның ысын атамаһы башҡалыр, әммә беҙ шулай тип йөрөттөк, сөнки биш тажлы кескәй генә сәскәләренең уртаһынан сығып торған һабаҡтары сәғәт телдәре кеүек әйләнә. Тик бының өсөн сәскәһенең төбөнән бармаҡ менән борорға кәрәк.
Күрер күҙгә бик ташланып та бармаған, әллә ҡайҙан балҡып янып та ултырмаған ошо ғәжәйеп сәғәт сәскәһе тыуған яғымдың иң матур биҙәге булып күңелемдә йәшәй.
– Бала саҡтағы тәбиғәт менән бәйле иң сағыу хәтирәләрең?
– Бала саҡта тәбиғәттең матурлығын бик аңлап та бөтмәйһеңдер. Атай, әсәй менән бергә бесәнгә йөрөй торғайныҡ. Хәҙисә апайым үҙе менән еләккә алып бара ине. Уларҙың: “Их беҙҙең Бөрйән матур бит”, – тип һоҡланыуҙарына аптырайым. Бөтә ерҙә лә шулайҙыр инде, тип уйлайым. Хәҙер үҙем тыуған яғымдың гүзәллегенә һоҡланып туймайым. Уны аңлар өсөн йылдар тәжрибәһе лә, кешенең рухи үҫеше лә кәрәктер. Хоҙай тыуҙырған был илаһи матурлыҡҡа ғәжәпләнәм. Нисек ошоларҙың барыһын да бер төбәктә булдырырға мөмкин?! Һәм уны нисек еңел генә юҡҡа сығарырға була? Иҫ киткес!
Беҙҙең бер кейәүебеҙ – ҡытай миллә­тенән. Бөрйәнгә ун йыл буйына ҡайтып йөрөй, был – ерҙәге ожмах, тип һәр ваҡыт иҫе китеп һоҡлана. Машинала барған ерҙән туҡтай ҙа, һикереп төшөп, видеоға төшөрә башлай. Шунан “ватсап”тан Ҡытайҙағы дуҫына ебәрә. Уныһы иҫе китеп һоҡланыуын белдерә. Башҡорт­останда үҙ эшен асып, республика буйлап төрлө райондарҙа йөрөгән кейәүебеҙ: “Бөрйән – тәбиғәте менән дә, балы менән дә башҡа яҡтарҙан айырылып торған мөғжизәле төбәк”, – тип һоҡланып туймай. Балды ла Ғәлиәкбәр ауылынан барып алды. Ундағы тәбиғәткә лә ғашиҡ булып ҡайтты.
– Тәбиғәттең ҡайһы миҙгеле яҡын?
– Бөтә миҙгелдәр ҙә оҡшай. Тик үҙем яҙ тыуғанғамы икән, ер ҡарҙан әрселгәс, дымлы тупраҡ еҫен бигерәк яратам.
Бер йылы яҙ бәрәңге сәсергә ауылға ҡайттым. Таңғы дүрттәр тирәһендә һандуғас тауышын ишетеп хайран ҡалдым. Уның шул тиклем дә моңло һайрағанын бер ваҡытта ла ишеткәнем юҡ ине. Ҡайҙан килә кескәй генә ҡошҡа шул сама үҙәк өҙгөс моң? Бер генә тапҡыр ҙа бер төрлө нотаһы ҡабатланмай. Йөрәктәрҙе айҡап өҙҙөрә генә. Үҙенән-үҙе күҙҙән йәш аҡты. Илаһи моң тетрәндерҙе. Киләһе йыл тап шул ваҡытта, шул көндә һандуғас тауышын тыңларға тип тағы ауылға ҡайттым, ләкин ул йылы һандуғас һайраманы. Ҡалаға эсем бошоп килдем. “Ашҡаҙар” радиоһын тыңлап ултырам. Ғалим, ҡоштар буйынса белгес Эрнест Ишбирҙин тапшырыу алып бара. Шунда уның: “Быйыл һандуғас һайраманы”, – тигәнен ишетеп хайран ҡалдым. Күрәһең, ҡоштар ҙа, йылдың нисек килеүенә, тәбиғәт шарттарының ниндәй булыуына ҡарап, үҙҙәренең тормошон яйлайҙыр. Шунан һуң тәбиғәттә барыһы ла үҙ-ара бәйләнештә, тип нисек әйтмәҫһең?!
– Тыуған яғыңа ҡайтҡанда төйәге­беҙҙең ниндәй мөйөшөндә мотлаҡ булырға тырышаһың?
– Әйтеп киттем инде. Мине тынысландыра, уйландыра торған ҡаяға йыш киләм. Ҡайтҡан һайын унда бармай ҡалғаным юҡ. Күңелем менән бала сағыма, йәшлегемә ҡайтам. Йәшәүгә көс алам.
– Ҡырҙа йөрөгәнеңдә ниндәйҙер мөғжизәле хәлдәргә тарығаның булдымы?
– Барған һайын аптырайым: Учалы еренә аяҡ баҫыуым була, ниндәйҙер ғәжәйеп көслө энергетика солғап ала. Башҡа ерҙә ундай күренеште тоймайым, хатта үҙебеҙҙең Бөрйәндә лә. Ул көс бөтә күҙәнәктәремдә һиҙелә. Ниндәйҙер мөғжизәгә эйә булған ерҙер, ахыры, был төбәк. Юҡҡа ғына Учалынан Абдулла Солтанов кеүек мәшһүр йырсы, Нәжиә Аллаярова, Абрар Ғабдрахманов, Флүрә Килдейәрова, Нәзифә Ҡадирова, Спартак Ильясов һымаҡ башҡа бик күп таланттар сыҡмағандыр.
– Бөрйән менән бәйле иң әрнеткес ваҡиға?
– Иң әрнеткәне – Ағиҙелдең күҙ алдында ҡороуы. Урманды һөйләй-һөйләй арып бөттөк инде. Яр буйындағы ағастарҙы күпләп ҡырҡыу, йылғаның таштарын, ҡомдарын машиналап ташыу арҡаһында ҙур һыулы йылғаның ҡороп барыуы – ҡот осҡос күренеш. Тәбиғәткә һаҡһыҙ ҡағылыу уны кире элекке хәленә ҡайтарып булмаҫ кимәлгә төшөрҙө. Ҡалғанын булһа ла һаҡлап ҡалыу өсөн бөгөн оран һалырға тейешбеҙ. Мотлаҡ берәй сараһын күрергә кәрәк. Был хәл башҡаларҙы ла борсомай ҡалмайҙыр бит. Кешенең ҡулынан килмәҫтәй эш юҡ табаһа.
– Тәбиғәтте һаҡлау буйынса тағы ниндәй тәҡдимдәрең булыр?
– Теләгем, тәҡдимем үтә ябай: яралы тәбиғәтебеҙгә хәлдән, ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә, шишмәләрҙе, йылғаларҙы таҙартырға, ағастар ултыртырға, йөрөгән ерҙәребеҙҙә бысраҡ сүп-сар ҡалдырмаҫҡа, ошо ябай ғына эштәргә балаларҙы өйрәтергә кәрәк. Тәбиғәт – кешелектең тереклеге. Ул яҡлауға, һаҡлауға, ҡурсалауға, йәлләүгә мохтаж. Матбуғат саралары, радио, телевидение аша был хаҡта һәүетемсә генә һөйләргә түгел, ә оран һалырға кәрәк. Глобаль эштәр ҡулдан килмәһә лә, хәлебеҙсә ябайын ғына эшләһәк тә, тәбиғәткә кешеләрҙән ҙур ярҙам булыр ине. Беҙ шуларҙы эшләргә бурыслыбыҙ, әгәр беҙ кеше икән...