Гараж артында ни бар?

25-07-2017, 01:50 // Экология // Баҫып сығарырға
Гараж артында ни бар?Әгәр элек гараж майҙансыҡтары насар уйҙарын бойомға ашырыу­сы әҙәм аҡтыҡтарының засада урыны һаналһа, бөгөн был ерҙе берәҙәктәр төйәк иткән.

Кемгә нисектер, миңә ҡалһа, бәләкәй саҡта уның уртаһында ҡайнап йәшәгән, шаһит булған ваҡиғалар айырыуса иҫтә ҡалыусан, һәр береһе кино таҫмаһылай күҙ алдынан үтә. Шуларҙың сағыуын кисәгеләй хәтерләйем. Бер көн таҡтаға оҡшаш нәмәнән әтмәләнгән иҫке гаражды боҙоп, яңыһын төҙөү тураһында һүҙ ҡуҙғатты атайым. Был мәшәҡәтле эшкә беҙҙе, улдарын, йәлеп итмәй буламы! Әлбиттә, өлкәндәр тураһында һүҙ ҙә юҡ, улар тау күсерергә әҙер. Шулар араһында 1-се класты бөткән төпсөк балаһының, йәғни минең, шатланыуымды күреп, арҡамдан яратҡас, тағы дәртләнеп киттем, иңдәремә ҡанат үҫкәндәй тойҙом. “Күмәкләгән – яу ҡайтарған” тигәндәй, бурысты тиҙ арала атҡарып та ҡуйҙыҡ. Бүрәнәләрҙе бер урынға, таҡталарҙы уның янына рәтләп һалып ҡуйҙыҡ – мунсаға яғырлыҡтары былары. Селек һепертке менән һепереү миңә йөкмәтелде, абзыйҙарым сүп-сарын тейәп түгеп тә килде. Төшкө аштан һуң был урынға ҡайтанан килеп, үҙебеҙгә үҙебеҙ ышанмай торҙоҡ хатта. Ысынлап та, ҡасандыр бында гараж ишараты булғанмы?
Гаражға бәйле мәшәҡәттәр бер ауылда ғына тормошҡа ашырылмай. Өфө ҡалаһында ла быға шаһитбыҙ. Тимер гараждарҙан ҡотолоу – ҡала етәкселегенең мөҡәддәс бурыстарының береһе. Киске һиллекте ҡасан һуңғы тапҡыр тыңланығыҙ? Иҫләйһегеҙме? Эйе, ошондай күркәм тыныслыҡты йорттар янына тырым-тырағай теҙелеп киткән гараждарҙы һүтеүселәр һис тартынмай боҙа. Ҡеүәтле техника “һә” тигәнсә” килеп етә лә үҙенең эшенә тотона – ауыр “тимер ҡумта”ны күтәрә, йәтешләп ултырта һәм, әлбиттә, ҡала ситенә юллана.
Гараж тигәндән, элек төштән һуң, бигерәк тә эңер алдынан ихата бала-саға тауышынан гөрләп торор ине. Кескәйҙәр һабантуйынан һис тә кәм түгел. Шуҡ малайҙарҙың бер-береһен уҙҙырып маймылдай ағасҡа үрмәләүен һәм һис икеләнмәйенсә бейектән һикереп төшөүен, улай ғына ла түгел, тай юртҡан үҙенсәлекле тауыш сығарып, ауыш гараждар өҫтөнән сабыуын, ырғыуын, ат башындай йоҙаҡты баҫҡыс итеп бик оҫта файҙаланыуын һәм башҡа шаян ҡылыҡтарын ҡарап тороу үҙе бер тамаша. Сәмле уйын күҙ бәйләнгәнсе дауам итә. Ҡыҙыҡ, ауылда уйын бүтән ерҙә бара. Кем әйтмешләй, заманалар булған бит, рәхәтләнеп шаярҙыҡ, уҡыуҙа ла һынатманыҡ. Психолог Искәндәр Ғәйнуллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, тәүәккәллеккә ҡоролған бындай күмәк уйындар үҫмер күңелендә лидер сифаттарын тәрбиәләй, үҙаллылыҡҡа өйрәтә, рухи көстө нығыта. Заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, әле ҡалала гараж өҫтөндә уйнаған тәүәккәл үҫмерҙе күрмәҫһең. Ҡайҙа булып бөткәндәр? Компьютер янындалыр улар, спорт майҙансыҡтарында һәм күнекмә залдарында һаулығын нығыталарҙыр.
Тормош ошоноң ише гел ыңғай ғына барһа икән дә! Төрлө боҙоҡлоҡтарҙың нәҡ ошо гараждар майҙансығында ҡылыныуы йөрәкте әрнетә. Эйе, талау, көсләү, үлтереү кеүек енәйәттәр – шуға асыҡ миҫал. Әйткәндәй, былтыр 11 йәшлек сәскәләй ҡыҙҙы гараждар араһында, тимәк, аулаҡ урында, көсләү һәм үлтереүҙән һуң гараждарҙан ҡотолоу сараһын күрә башланылар. Уйлап ҡараһаң, бала көн дә ошо юлдан белем усағына барып ҡайтҡан. Мәктәп бына ғына күренеп тора! Насар уйлы бәндә өсөн яҡынлыҡ йәки алыҫлыҡ төшөнсәләре юҡтыр, күрәһең.
Бынан бер нисә йыл элек балалар баҡсаһы һәм мәктәптәргә терәлеп тигәндәй урынлашҡан киосктарҙа һыра, тәмәке һатылыуына аптырай торғайныҡ. Ярай был тәңгәлдә тәртип булдырылды.
Бөтә гараждар ҙа юридик яҡтан нығытылған тиһәгеҙ, хата фекер йөрөтәһегеҙ. Әгәр ҙә тимер ҡоролма закон нигеҙендә урынлаштырылһа, урындағы хакимиәт коммуналь хужалыҡ һәм тирә-яҡты төҙөкләндереү бүлегенә тейешле документтарҙы тапшырыуҙы һорай. Был – эштәге беренсе аҙым. Унан инде ең һыҙғанып тотонаһың – мөлкәтеңде тейәү, гаражды һүтеп һалаһыңмы йәки шул көйөнсә тейәп алып китәһеңме, һинең сослоғоңа бәйле.
– Эш урыныма гел йәйәү атлап барам, 15 минутта кабинетымда ултырам, – тип һөйләй танышым. – Туранан һыпыртам, иң ҡыҙығы, ике тапҡыр гараждар араһынан үтәм. Элегерәк гараж һүҙен телгә алһам, шунда уҡ автомобиль күҙ алдына баҫты. Баҡтиһәң, улай түгел икән дә. Ғәҙәттә, уларҙың ишеге иртән түгел, ә кискәрәк асыҡ тора. Берәү кейемен, мебелен, бүтән төрлө әйберен тултырған. Әллә өйөнән алып килгән, әллә сүплектән ташыған – кем белә. Үҙе ҡыҫылып-ышҡылып төпкә үтеп йөрөй. Кәрәкмәгән нәмәне ниңә йыйырға? Киреһенсә, уларҙан арыныу – таҙалыҡҡа бер аҙым.
Бүтәндәрҙән ҙурлығы менән айырылған бер гараж алдына һыу буйы сират хасил булғанына шаһит ҡылдым. Ҡыҙыҡһыныуымды еңеп, уға яҡыныраҡ һалынған һуҡмаҡтан атланым. Тырыш егеттең тимер ҡалдыҡтарын ҡабул итеүен күреп ғәжәпләндем. Икенсе бер урында макулатура йыйыусы апайҙы осраттым. Бына һиңә, мә! Әҙәм балаһы нисек кенә кеҫә ҡалынайтмай?
Беҙҙә халыҡ ҡыҙыҡ ул. Үрмәксенән күрмәксе тигән шикелле, нисектер урын табып, ҡыҫылып булһа ла үҙенең гаражын ҡороп ҡуйыусан. Мин кемдән кәм йәки юғарыла күрмәҫтәр әле тигәндән сығыптыр инде. Бигерәк тә уларға көслө “һунар” иғлан ителгән. Ихаталағы, гараж кооперативтарындағы документһыҙҙарҙы штраф туҡталҡаларына килтереү туҡтамай, сөнки улар көткәнгә ҡарағанда ла күп.
Ярай, гаражды һүтеп алып киттеләр, ти. Аҙаҡтан нимә күрәбеҙ? Әйтерһең дә, был урынға бомба ташлағандар. Әгәр элек гараж майҙандары насар уйҙарын бойомға ашырыусы әҙәм аҡтыҡтарының засада урыны һаналһа, бөгөн был ерҙе берәҙәктәр төйәк иткән. Был бәндәләр хужа ҡалдырған ултырғыс-өҫтәлде, матрас-юрғанды үҙенә ҡулайлаштырған, кейем-һалым етерлек. Кемдер бында йәшәй ҙә шикелле.
Тәртиптең юҡлығы эсте бошора. Сәбәбе ябай: идарасы компанияларҙың бурысына һалҡын ҡарауы. Асылда улар тимер-томорҙан бушаған биләмәләр урынын, әлбиттә, шунда ғүмер итеүселәр менән килешеп, балалар уйын майҙансыҡтары эшләргә, сәскәләр үҫтерергә, машиналар өсөн эшләргә киңәйтергә тейеш.
Мәрхәбә Сабирова тигән инәй әйтеүенсә, ул йәшәгән яҡта гараждар тротуарға арҡыры һалынғас, ул магазинға урауҙан йөрөгән, 5 минут урынына 20 минут ваҡытын сарыф иткән. Әле тимер ҡоролмаларҙан ҡотолоуын-ҡотолғандар, әммә арттарынан йыйыштырмай киткәндәр. Ямғыр саманан тыш күп яуғас, күләүектәр хасил булған. Инәй гараж тирәһенең һаҙлыҡҡа әйләнеүенә әсенә, уның өсөн юлды тигеҙләп һәм ошонда эскәмйәләр ултыртып ҡуйыуҙан да уңайлыһы юҡ.
Гараждарҙы күсереү әле лә йылдам дауам итә. Тик ҡасанға хәтлем? Ә үҙеңдән һуң йыйыштырып китеү кеүек күркәм сифатҡа кемдән өйрәнергә?