Дала менән тауҙар ҡауышҡан ерҙә

12-09-2017, 01:05 // Экология, Спорт һәм туризм // Баҫып сығарырға
Дала менән тауҙар ҡауышҡан ерҙәКүптәр, Хәйбулла районын аҡ ҡылғанлы дала булараҡ күҙ алдына килтереп, тәрән яңылыша. Хәйер, ҡасандыр мин үҙем дә тап шулай уйлай инем. Йәмле Һаҡмар буйын яҡындан күрмәһәм, Шайтантау тауҙар теҙмәһен гиҙмәһәм, кем белә, бәлки, ошоғаса төбәк тик дала булараҡ ҡына ҡабул ителер ине. Күптән түгел райондың урман зонаһына ингән Әбеш ауыл биләмәһенә ҡараған биләмәлә “Шайтантау махсус һаҡланған зоологик дәүләт ҡурсаулығы”на сәйәхәт ҡылдым. Беҙҙе ҡурсаулыҡтың яуаплы инспекторы Миңлейәр Хужахмәтов менән егерь Илгиз Әбделмәнов оҙатып йөрөнө.


Борма-борма юлдарҙан

Тәбиғәттең иң матур сағына тура килеүгә ҡарамаҫтан, сәйәхәтебеҙ үҙенә күрә бер “экстрим”ды хәтерләтте тиһәк, дөрөҫ булыр. “Нива”ның тәгәрмәстәре ана ысҡына, бына осоп китә тигән уйҙар менән Миңлейәр Мөхәмәтғәни улы “Йәшәү юлы” тип исем биргән бормалы, ҡаялы, юлһыҙ урындарҙан үтәбеҙ. Ҡайһы саҡта ҡулдар үҙенән-үҙе ишек тотҡаһына үрелеп, ышыҡ урын эҙләгәндәй, машинаны туҡтатырға теләгәндәй, бар көсөнә матҡып тотоп та ала. Ҡаршыға осраған бесән тейәгән йөк машинаһында ҡырын ятҡан ауыл кешеһен күреү күңелгә ниндәйҙер рәхәтлек өҫтәгәндәй. Тимәк, улар үткән юлдан беҙҙең “Нива” ҡурҡмайынса елдерәсәк.
Юлдаштарыбыҙ, шөрләүебеҙҙе күреп, йылмайып: “Беҙ ошо юлдан көн дә тиерлек үтәбеҙ, өйрәнелгән, ҡурҡмағыҙ”, — тигәс, хәүеф тойғоһо бер аҙ юғалғандай булды. Тәҙрә аша тәбиғәттең тулышҡан мәлен күҙәтә-күҙәтә, Миңлейәр Хужахмәтовтың һәр урынды тәфсирләп таныштырып барыуы тәүҙәрәк ярһыған күңелде бер аҙ баҫһа, ахыр ҡурҡыу тойғоһон алып ташланы. Артабан инде Шайтантауҙың сихри күренеше тотошлайы менән үҙенә әсир итте.

Ҡурсаулыҡҡа килгәндә

Дала менән тауҙар ҡауышҡан ерҙәҠурсаулыҡта тәбиғәтте һаҡлау маҡсатында һунар итеү, ағас ҡырҡыу тыйылған. “Шайтантау” ҡурсаулығы – имәнлек һәм урман-дала менән ҡапланған комплекс, Һаҡмар йылғаһы киҫеп үткән Шайтантау тауҙар теҙмәһенә инә. Заказник 1971 йылда рәсми теркәлгән, уның майҙаны 30 мең 500 гектар тәшкил итә, Ейәнсура районы һәм Ырымбур өлкәһе менән сиктәш.
Әйткәндәй, ҡурсаулыҡтан алыҫ түгел Ырымбур өлкәһенә ҡараған “Шайтантау” заповеднигы урынлашҡан. Тау имәнлек­тәре төньяҡ һәм көнсығыш битләүҙә үҫә, көньяҡ һәм көнбайыш битләү ташлы даланан тора, урыны менән ҡыуаҡлыҡтарға алмашына. Дала туғайлыҡтары йылға киртләстәрен биләй, туғайҙа ерек, муйыл, күк тирәк үҫә. Ҡурсаулыҡта һирәк осрай торған хайуандар һәм үҫемлектәр һаҡлана. Мәҫәлән, мышы, йәтсә, ҡабан сусҡалары, һеләүһен, аҡ ҡуян, ҡор, сел, шәшке, һары шәшке, һыуһар, йылға ҡондоҙо, ҡурпынсыҡ, дала ҡарағошо, бөркөттәрҙе тик бында ғына осратырға мөмкин. Ҡыҙыл китапҡа ингәндәрҙән мөншөгөр (выпь), күл буғаһы, өкө (ябалаҡ), осар тейен, бағыр, бәрҙе, ҡыҙыл балыҡты телгә алырға була. Егерь Илгиз Әбделмәновтың әйтеүенсә, ҡурсаулыҡта 74 төрлө һирәк осрай торған үҫемлектәр, 40 төрлө һөтимәр, 101 төр ҡош һәм 130 төрлө күбәләк бар.
Өлкән инспектор Миңлейәр Хужах­мәтовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡурсау­лыҡты даими контролдә тотоу өсөн “Үҫәргән” урман хужалығының Хәйбулла участкаһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә эш алып барыла. 2005 йылдан заказник Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағына күсерелә. Ҡурсаулыҡ биләмәһендә ра­йондың тәбиғәт ҡомартҡылары исемлегенә ингән Мәйетбар урынлашҡан, шулай уҡ бында Ырымлы ер тип аталған урын бар.

Андыҙ яланы, Хәйбулла ҡурайы

Тәбиғәт биҙәге булған ҡурсаулыҡта ниндәй генә сәскә-үҫемлектәрҙе осратырға тура килмәне. Районда ғына түгел, хатта республикала берҙән-бер уникаль урын — бейек андыҙ яланын күреү бәхетенә өлгәштек. Шифалы үләндең тотош баҫыу булып үҫеүе — ғәжәп күренеш. Эйе, бында фауна иҫ киткес бай, Башҡортостан һәм Рәсәй Ҡыҙыл китаптарына индерелгән, һирәк осрай торған һәм юғала башлаған үҫемлектәр менән Миңлейәр Мөхәмәтғәни улы һәм Илгиз Фәтих улы бер-бер артлы таныштыра барҙы. Уларҙың шул тиклем ихласлыҡ менән һөйләүҙәрен тыңлау — үҙе бер кинәнес. Аяҡ аҫтында үҫкән, күптәренең исем-атамаһын да белмәгән үҫемлектәрҙең ни тиклем файҙалы булыуына иҫебеҙ китте, хатта уларҙы белмәүебеҙгә бер аҙ оялып та ҡуйҙыҡ. Ҡайҙалыр сит илдәргә сәфәр ҡылабыҙ, ә үҙ яныбыҙҙағы матурлыҡты күрә бел­мәйбеҙ, шифалы үләндәребеҙҙе танымайбыҙ.
Шулай уҡ ҡурсаулыҡта энә япраҡлы һәм урал ҡәнәферҙәре, урал гөлбаҙраны, боланут үләне, меңъяпраҡ, гладиолус, Марьин тамыры йәки ҡырағай пиондар осрай. Бынан тыш, барыбыҙға таныш булған дарыу үләндәре — шиңмәҫгөл (бессмертник песчаный), татлы тамыр (солодка Коржинского), бейек андыҙ (девясил высокий) бар.
Дала менән тауҙар ҡауышҡан ерҙәШулай ҙа барыбыҙҙы таң ҡалдырған үҫемлектәрҙең береһе ҡурай булғандыр. Хәйбулла ҡурайы, Хәйбулла ҡурайсылары. Тап ошо тәбиғи ҡурайҙан Йомабай Иҫәнбаев, Ишмулла һәм Сәйфулла Дил­мөхәмәтовтар ваҡытында көй сығарған, уны данлаған. Ябай ғына көпшәнән шул тиклем илаһи моңдоң урғылыуына күптәр ышанмай ҙа, хатта уны үҫә, тип әйтһәң дә, аптыраусылар осрай. Ҡурай – ул үҫемлек, йәй уртаһында сәскә ата, август айында орлоҡҡа йомарлана, көҙ уны киҫеп, киптереп ҡуйырға мөмкин. Үҙҙәрен ысын ҡурайсы тип иҫәпләгән ҡурайсылар тәбиғи ҡурайға тишектәр яһап, уйнай белергә лә тейеш тигән инаныс та йәшәй был яҡтарҙа.

Хайуандар донъяһында

Заказниктың исеме есеменә тап булһын тигән уй менән юлдаштарыбыҙҙың күптәнге дуҫтары — тайыштабан йәки илектәр осраһа ярай ине тигән теләгебеҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормошҡа ашманы. Шулай ҙа бошонманыҡ: улар өсөн махсус яһалған аҙыҡ урындары менән таныштыҡ, тоҙ өҫтәп һалдыҡ, күптән түгел бында килгән хайуандарҙың эҙен күрҙек.
— Ҡурсаулыҡта барлығы 16 хайуан төрө өсөн аҙыҡ урыны булдырылған, тоҙ һалыу өсөн унлап махсус һауыт эшләнгән. Даими рәүештә был урындарҙы күҙәтеп, тикшереп барабыҙ. Әгәр ҙә кешеләр (ғәмәлдә браконьерҙар) был ер хаҡында белеп ҡалһа, шунда уҡ юҡ итергә тейешбеҙ, сөнки урман хайуандары был урынға тоҙ яларға йәки миндек, бесән ашарға килһә, һунарсы өсөн еңел табыш сығанағына әүерелеүен көт тә тор.
Ҡыш ҡар ҡалын булыу сәбәпле, хайуандарҙың күбеһе ҡышларға Баймаҡ, Йылайыр тарафтарына китеүсән, яҙ йәнә ошо төбәкте үҙ итә. Заказникта һунар итеү ҡәтғи тыйыла, әммә был ҡанунды һанға һуҡмаусылар ҙа бар.
“Ҡулайлаштырыу” еле беҙҙең өлкәне лә урап үтмәне, бөгөн ни бары ике кеше эшләйбеҙ, ярай әле урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре ярҙамлаша. Территория ҙур, уны ҡурсалап, үҙ яуаплығыбыҙға ҡараған майҙанды контролдә тоторға тырышабыҙ, — ти Миңлейәр Хужахмәтов.
Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре үҙ бурыстарын һәм хоҡуҡтарын яҡшы белә. Уларҙың тырышлығы һәм башланғысы менән сик буйҙарына (улар дүртәү) дөйөм мәғлүмәт таҡтаһы, юлды ҡаплап ҡуйыр өсөн бағана (һайғау) урынлаштырылған. “Һайғауҙы ташлап та, бысып та киткән осраҡтар бар, хатта белешмә таҡтаһына атып китеүселәр ҙә осрай. Әммә боҙғандарын һәр саҡ ҡайтанан йүнәтеп ҡуябыҙ”, — тине Илгиз Әбделмәнов.
“Шайтантау махсус һаҡланған зоологик дәүләт заказнигы”н арҡыры-буй гиҙеп, тулыһынса танышыу өсөн бер нисә көн кәрәк. Ә беҙ уны бер көн эсендә генә йөрөп сыҡтыҡ, шуға күрә күрелмәгән әллә күпме яңы асыштары, серҙәре ҡалғандыр. Хәйер, гәзит уҡыусыға Хәй­булла районында урынлашҡан ҡурсаулыҡ хаҡында аҙ ғына булһа ла мәғлүмәт бирә алғанбыҙҙыр, тип уйлайбыҙ.
Иң мөһиме — районда тәбиғәтте яҡлау һәм һаҡлау буйынса етди эш алып барыла, район етәкселеге тарафынан ҙур иғтибар бирелә. Йәш быуынға, киләсәгебеҙгә, ошондай иҫ киткес хозурлыҡты еткереү өсөн барыһының да күп көс түгеүе хуплауға лайыҡ.

Ҡурсаулыҡ булыуы мөһим

Һуңғы осорҙа Хәйбулла ҡурсаулығы тыуған яҡты өйрәнеүселәр һәм ғалимдар араһында бәхәс тыуҙырҙы. Улар фекеренсә, биләмәне ҡурсаулыҡ итеп ҡалдырыу күпкә дөрөҫөрәк булыр ине. Күрше ырымбурҙар кеүек уның статусын “Шайтантау” ҡурсаулығы итеп үҙгәрткәндә, тәбиғәт биҙәге булған урын киләсәк быуынға бар тулылығында барып етер ине тигән фекерҙә хәйбуллалар.
— Ҡурсаулыҡ майҙанына райондың Үрнәк, Йәнтеш, Наҙарғол, Аҡъюл, Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм), Ҙур Әбеш ауылдары инә. Ауыл халҡының (күбеһенсә Вәзәм ауылы) күпселегенең сабынлыҡтары заказникта урынлашҡан. Ауылдар ултырған ерҙәрҙе һәм улар көтөүлек, сабынлыҡ итеп файҙаланған майҙанды алмайынса, урман зонаһын, Шайтантау тауҙар теҙмәһен тәшкил иткән урындарҙы ҡурсаулыҡ итеп үҙгәрткәндә отошлораҡ булыр ине тигән фекерҙәмен. Беренсенән, уны һаҡлау һәм яҡлау буйынса махсус закондар бар, унда кеше рөхсәтһеҙ керә алмай, бар биләмәлә видеокүҙәтеү урынлаштырыласаҡ. Икенсенән, хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһына бер ниндәй хәүеф тә янамаясаҡ. Кем белә, бәлки, быйыл, йәғни Рәсәйҙәге Экология һәм республикалағы Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса аныҡ ҡарарҙар ҡабул ителер, — тип уйҙары менән уртаҡлашты Миңлейәр Мөхәмәтғәни улы.
Ҡурсаулыҡта хәл итәһе мәсьәләләр ҙә байтаҡ. Алдан әйтеүемсә, бында “Нива” машинаһында ғына үтергә мөмкин. Бөгөн майҙанды тулыһынса ҡарау, уны контролдә тотоу өсөн Миңлейәр Хужахмәтов менән Илгиз Әбделмәновҡа һәр саҡ машинаның төҙөк һәм бензин багының тулы булыуы мотлаҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хәл менән маҡтанырлыҡ түгел. Ҡасандыр алынған “тимер ат” күптән иҫкергән, запас частар алыуға аҡса “һауыу”ҙан ары китмәй, айына бирелгән бензин күләме лә етерлек түгел. “Хәҙерге “текә” һунарсыларҙың маши­наһын, ҡаргиҙәрҙәрен беҙҙең транспорт менән ҡыуып етеп булмай”, — ти улар.
Күптән түгел Бөрйән районында булған ҡырағай күренеш күп халыҡты аптырашта ҡалдырҙы. Дүрт джип хужаһы, “Шүлгән­таш” ҡурсаулығы биләмәһенә рөхсәтһеҙ үтеп инеп, тәбиғәткә байтаҡ зыян килтерҙе. Һаҡланғанды һаҡлармын, ти халыҡ әйтеме лә.
Сал далалы Хәйбулла районын үҙем өсөн яңынан асһам, ҡурсаулыҡта эшләүсе ағайҙарға ҡарап, тәбиғәтте яратмай тороп, уны күңелең менән генә түгел, хатта бар булмышың менән тоймайынса был эште башҡарыу мөмкин түгел икәнлегенә инандым.
Хозур тәбиғәттә ял итергә, уны күҙә­тергә, матурлығына һоҡланырға мөмкин, әммә бар кешегә лә уны яратыу, ҡәҙерләү, һаҡлау, яҡлау кеүек сифаттар бирелмәй. Тик үҙ эшенә тоғро тәбиғәт һаҡсылары ғына был хеҙмәтте үҙ итә. Тап минең геройҙарым Миңлейәр Хужах­мәтов һәм Илгиз Әбделмәнов кеүектәр.

Райондың үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡылары

Хәйбулла районы республикала, хатта Рәсәй кимәлендә һирәк осрай торған тәбиғәт ҡомартҡыларына бай. Бында һигеҙ тәбиғәт ҡомартҡыһы һәм ун махсус һаҡлауға мохтаж тәбиғәт объекттары иҫәпләнә. Шуларҙың бер нисәһе менән яҡындан танышайыҡ.
Ҡайын-Ҡабаҡ
Дала менән тауҙар ҡауышҡан ерҙәСтепной ауылынан биш километр алыҫлыҡта урынлашҡан Ҡайын-Ҡабаҡ — Хәйбулла районында ғына түгел, Көньяҡ Уралда ла иң ҡыҙыҡлы урындарҙың береһе. Бында мезозой эраһына ҡараған диңгеҙ ҡатламдарының уникаль өлгөләре һаҡлана. Рәсәйҙә ундай ҡатламдар Мәскәү һәм Һарытау өлкәләрендә генә бар.
Ҡайын-Ҡабаҡ – мезозой эраһына ҡараған, Ҡайын-Ҡабаҡ йылғаһы буйын­дағы тигеҙлек. Йылғаның һул яры бейек һәм текә, ә уң яры — һөҙәк. Һул ярында аҡһыл ҡомташ һәм эзбиздан һалынған һикәлтәле асыҡлыҡтар күренә. Ҡомташ һәм эзбиз ҡатламдарында 2 миллиметрҙан алып 33 миллиметрға тиклем төрлө ҙурлыҡтағы ҡабырсыҡтар, диңгеҙ терпе­ләре һәм шайтан бармағы (белемнит) табырға мөмкин. Улар күбеһенсә өҫкө тупһаларҙа һаҡланған.
Бөгөнгө көндә Ҡайын-Ҡабаҡ ете борол­манан тора, һәм уларҙың барыһы ла төрлө үҫемлектәр менән ҡаплана баш­лаған. Был – тәбиғи процесс. Ҡатламдар дүртенсеһендә генә асыҡ күренә.
Йомортҡалы күл
Тәбиғәт ҡомартҡыһы булған Йоморт­ҡалы күл Иҫәнгилде ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай өс-дүрт километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Бөгөн ул 170 гектар майҙанды биләгән, бейек ҡамыш менән ҡаймаланған һыулы-һаҙлыҡлы урын.
Ауыл ҡарттары һөйләүе буйынса, был урында ҡыр ҡаҙҙары һәм өйрәктәр оялаған. Һуғыш йылдарында, аслыҡ ваҡытында яҡын-тирәләге ауыл халҡы уларҙың йомортҡалары менән туҡланған.
Һыулы-һаҙлыҡлы комплекс ҙур экологик әһәмиәткә эйә. Унда һирәк осрай торған йәнлек-ҡоштар оя ҡора (һаҙ ташбаҡаһы, шоңҡар, көйөлдө, һоро ҡаҙ һәм башҡалар). Гидрологик профилгә эйә.
Меңйәшәр ҡарағас
Ул Юлбарыҫ ауылынан биш километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Бөгөнгө көндә ул – Көньяҡ Уралдағы иң “оло” ағастарҙың береһе. Был ҡарағас 1998 йылда Хәйбулла район советы президиумы ҡарары менән дендрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә. (Дендрология — ағас үҫемлектәрҙе (ағас һәм ҡыуаҡтар) өйрәнеүсе ботаника бүлеге). Меңйәшәр ҡарағас ҡоролоҡҡа бирешмәй торған экологик формалы һәм ҙур ғилми әһәмиәткә эйә.
Әйткәндәй, әгәр ағастың олонон һыйпап, теләк теләһәң, мотлаҡ ҡабул була тигән ырым йәшәй халыҡта.
Таштуғай тауҙары
80 гектарға яҡын майҙанды биләгән Таштуғай тауҙары, ысынлап та, комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора. Ул Таналыҡ йылғаһының ташлы һул яҡ ярын биләй һәм йылғаға текә ун ҡаяташ төкәлә. Был ерҙәрҙе дала үҫемлектәре йәмләй. Башҡа урында бындай йәшеллек һаҡланмаған. Өйәңге, ерек, айыу баланы, гөлйемеш һәм башҡаларҙың бер нисә төрө үҫә. Шулай уҡ ҙур, эре ботаҡлы тирәктәр осрай.
1979—1987 йылдарҙа был тирәне биология фәндәре докторы, профессор Евгений Кучеров өйрәнгән. Ул был тәбиғәт ҡосағында үҫемлектәр һәм реликттарҙың 120-нән ашыу төрөн асыҡлай. Улар араһында бары Уралда ғына үҫкән энәле аҡтамыр, энә япраҡлы ҡәнәфер, гөлбаҙран, кейәү үләне, елемүлән, ҡыр йыуаһы, кладония осрай.
Шулай уҡ Ҡыҙыл китапҡа индерелгән дөйә һеңере үләненең (астрагал гельма) һигеҙ төрө табылған. Тағы ла ҡылғандың өс төрө, бик һирәк осрай торған Виноградов талы, сел үләне, ирис һәм башҡаларҙы индерергә була.
Таштуғай тауҙары — һирәк осрай торған хайуандар (бәләкәй сипылдаҡ ҡош, аполлон) төйәге лә. Тау битләүҙәрендә һыуыр-байбаҡтар күплеге билдәләнгән. Ҡоштар­ҙың ниндәй генә төрө осрамай бында! Һандуғас, көйәҙ һандуғас, һарыҡас турғай, ҡамыш турғайы, кәкүк һәм башҡаларҙы ишетергә мөмкин. Кистәрен иһә тирә-яҡ бүҙәнә (бытбылдыҡ) һәм төн күгәрсен­дәренең моңона күмелә. Һирәк осрай торған ҡоштарҙан башында өлпөһө булған һөҙһөт (удод) ҡошо яр буйы ҡаяларын төйәк иткән.
Ҡаҙаҡ артышы
Дала менән тауҙар ҡауышҡан ерҙәУрыҫбай ауылы янында мәңге йәшел ҡыуаҡ — ҡаҙаҡ артышы үҫә. Олондары тирмәне хәтерләткән был ағасҡа 150 һәм унан да күберәк йәш, тиҙәр. Элек уның ботаҡтарында бөркөт оялаған, әммә ҡош ҡыуаҡлыҡҡа зыян килтермәһен өсөн ояһын боҙғандар. Ошонда уҡ ҙур таш бар һәм унда ниндәйҙер йәнлектең тояҡ эҙе яҡшы һаҡланып ҡалған.
Рамаҙан шишмәһе
Вәзәм ауылы янындағы Ҡыл Күпер тауы эргәһендә урынлашҡан ял урыны янында туҡтап үтмәгән кеше һирәктер. Беҙ ҙә бындай матур урынды ситләтеп уҙа алманыҡ. Тау башында аҡҡан шишмәне үҙ ҡулдары менән тәрбиәләп, үргә ҡарай баҫҡыс яһап, тауҙан саф һыулы шишмә башын кәртәләп, ете тажлы ҡурай эшләп ҡуйған оҫтаның исеме Рамаҙан Сурин булыр. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Вәзәм ауылы аҡһаҡалы тыуған ауылы янындағы тәбиғәткә битараф ҡала алмаған.
Тау башындағы был урын йәшәреп, пар сығып ятҡанлыҡтан, Рамаҙан Әүхәҙей улы ҡыҙыҡһынып, һыу урынылыр, тип лом менән соҡоп, таштарын алып, быраулап ҡарай. Ҡапыл урғылып сыҡҡан һыуға тәүҙә үҙе лә албырғап ҡала. Артабан ауыл йәштәрен саҡырып, күмәкләшеп шишмә урынын рәтләргә тотона. Аҡһаҡал үҙ аҡсаһына тимерҙән иретеп йәбештереп будка ҡуйҙырта, ете тажлы ҡурай эшләтә. Аҙаҡ тау итәгенә йәнә үҙ иҫәбенә беседка төҙөтөп, уның тирә-яғын матурлап кәртәләп ала. Алыҫ юлдан килеүселәр ошонда туҡтап, саф һыулы тау шишмәһенең һыуын эсеп, һыуһындарын ҡандырып, бер аҙ ял итеп китһен тип тырыштым, ти Вәзәм аҡһаҡалы.

Хәйбулла районы.