Экология яңылыҡтары

12-12-2017, 00:03 // Экология // Баҫып сығарырға
Башҡортостанда иң таҙа һауаға эйә булған ҡалалар – Туймазы, Белорет һәм Күмертау. “Роспотребнадзор”ҙың республика идаралығы яңыраҡ, халыҡтың һаулығы һәм тирә-яҡ мөхиттең сифаты күрһәткестәре буйынса дүрт йыллыҡ тикшеренеү һөҙөмтәләренә таянып, шулай тип белдерҙе.

Атмосфера һауаһына контроллек итеү өсөн күҙәтеү урындары эшләгән, улар халыҡ тығыҙлығына һәм һанына, ҡаланың майҙанына, сәнәғәт һыҙаттары селтәренә, ял зоналарына ҡарап урынлашты­рылған. Ғалимдар һауалағы азот, углерод окисе, көкөрт диоксиды миҡдарын тикшергән. Әлеге өс ҡалала уларҙың кәрәгенән артыҡ тупланмауын асыҡлағандар.
Шул уҡ ваҡытта Өфөлә водород хлориды миҡдары мөмкин булған кимәлде 40 тапҡырға уҙып китә. Стәрлетамаҡта ла һауалағы зарарлы матдәләрҙең рөхсәт ителгәндән ике-биш тапҡырға юғарыраҡ икәнлеге билдәләнгән. Шулай ҙа иң насар һауа Салауат ҡалаһында. Бындағы һауала һәр кешегә йылына 388-әр килограмм ташландыҡ тура килә.
.
* * *

Балтик диңгеҙендә үлтереүсе һыу үҫемлектәре табылған. Финляндияның милли ресурстар институты белгестәре асыҡлауынса, был үҫемлектәрҙәге нейтротоксин матдәһе тәьҫир көсө буйынса химия ҡоралына тиң.

Ғалимдар хәбәр итеүенсә, диң­геҙҙәге бындай үҫемлектәр Хельсинки ҡалаһы, Аланд утрауҙары һәм Ханко ярымутрауы тирәһендә айырыуса күп. Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе был хәүефле урынға инмәй. Ләкин киләһе йәйҙә хәлдең үҙгәреүе лә ихтимал.
Рәсәй Фәндәр академияһының Цитология институты директоры Сергей Скарлато раҫлауынса, ошо үҫемлектәр эшләп сығарған ағыу нероген тәьҫиренә эйә һәм ион каналдарын ябырға һәләтле, был иһә үлемгә килтереүе мөмкин. Әлегә биологтар был үҫемлектәрҙең сәскә атыуын контролдә тота алмай, ләкин уларҙың таралыуын күҙалларға һәләтле.

* * *

Мәскәү өлкәһе биләмәһендә ҡалдыҡтарҙы термик эшкәртеү буйынса дүрт завод ҡороу планлаштырыла. Ул йылына 4,8 миллион тонна сүп-сарҙы эшкәртә аласаҡ. Өлкә етәкселеге ышандырыуынса, был предприятиелар халыҡ йәшәмәгән урындарҙа ғына төҙөләсәк.

Әммә күп кеше властарҙың был экологик башланғысын хуп­ламай һәм ризаһыҙлыҡ күрһәтә. Орехово-Зуево ҡалаһының йәмә­ғәт­селәре, мәҫәлән, сүп эшкәртеү заводының бала табыу йортонан ике километр ғына алыҫлыҡта һәм халыҡ һыу инә торған ятҡылыҡ эргәһендә төҙөләсәгенә борсола. Коломна ҡалаһы һәм Воскресенск районында был протест хәрәкәтенә ҡушылырға ниәтләйҙәр. Власть вәкилдәре урындағы халыҡтың фекере мотлаҡ иҫәпкә алынасағы тура­һында белдерҙе. Ҡалдыҡтарҙы утилләштерергә кәрәк, әлбиттә, тик бына барыһы ла ризалашҡан ысулды нисек табырға?

* * *

Электромобилдәр тирә-яҡ мөхит өсөн эске яныулы двигатель ҡуйылған машиналарға ҡарағанда күпкә таҙараҡ. Брюссель азат университеты белгестәре үткәргән тикшеренеү шуны күрһәтте.

Европаның транспорт һәм тирә-яҡ мөхит федерацияһы һорауы буйынса үткәрелгән анализ асыҡлауынса, бөтә файҙа­ланыу осоронда электромобилдәр сығарған парник газы дизель двигателле машина менән сағыш­тырғанда күпкә аҙыраҡ. Киләсәктә был ташландыҡ матдә тағы ла кәмер тип көтәләр, сөнки ошондай транспорт селтәре өсөн яңынан-яңы һәм камилыраҡ энергия сығанаҡтары ҡулланыу туҡтамай.
Хатта электр энергияһы етештергәндә парник газы иң аҙы тип иҫәпләнгән илдәрҙә лә – мәҫәлән, Германияла һәм Польшала – электромобилдәрҙең тирә-яҡ мөхиткә кире тәьҫире бик аҙ. Был осраҡта, әлбиттә, батареяны һәм транспорт сараһының үҙен етештергәндә барлыҡҡа килгән ташландыҡ та иҫәпкә алына.