Таҙалыҡҡа ни етә!

12-12-2017, 00:03 // Экология // Баҫып сығарырға
Таҙалыҡҡа ни етә!Һулаған һауабыҙ сафмы? Эскән һыуыбыҙ таҙамы? Ҡыҫҡаһы, эргә-тирәбеҙ күркәмме? Йәшәйештә иң ҙур иғтибар, минеңсә, ошоларға бирелергә тейеш. Экология мәсьә­ләһенә яҡын килһәк, ул, әлбиттә, киңерәк күҙ алдына баҫа. Күркәмлек булдырыу маҡсатында Ейәнсура районында “Йәшә, Эйек!” тигән күләмле акция ойошторолдо.


Ғөмүмән, төбәктең ер-һыу атамалары хаҡында бик оҙаҡ һөй­ләргә мөмкин. Улай ғына ла тү­гел, уларҙың һәр береһе ҡыҙыҡ ваҡиғалар менән тығыҙ бәйле. Мәҫәлән, Эйек йылғаһына ба­ғыш­лап бихисап йырҙар ижад ителгән, әҫәрҙәр яҙылған. Ул ни өсөн таҙа булмаҫҡа тейеш? Йылайыр районынан инеш ала ул, артабан тотош тиерлек Күгәрсен районы аша ағып үтә. Иҫәнғол ауылын һуғарып ята, бына нәҡ ошо урында мул һыулы булыуы менән айырылып тора. Мөғжи­зәне күреү маҡсатында йыл әйлә­нәһенә бында әллә күпме кеше килә. Билдәле, ҡыш айҙарында балыҡ ҡармаҡлаусы­ларҙың иҫәбе-һаны юҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҙаҡ йылдар дауамында алып барылған күҙәтеүҙәр Эйек йылғаһының үҙгәреүен раҫланы. Был йәмәғәт­селектә борсолоу тыуҙырмай ҡалмай, сөнки һыу күҙгә күренеп һайыҡты, ундағы йәнлектәр ҙә кәмеүгә табан бара.
Ғалимдарҙың йылға-һыуҙа­рыбыҙға битараф булмауы маҡтауға тиң, ти ейәнсуралар.
– Эйек буйлап битләүгә күтәреләбеҙ, үләндә беленер-беленмәҫ һуҡмаҡ күренеп ҡала, тирә-яҡта таныш түгел үләндәр күкрәп үҫә. Юл ҡыуаҡлыҡтар, ҡуйы үҫентеләр аша үтә һәм иркенлеккә, аҡланға килеп сыға­быҙ. Эйек туғайы балан, муйыл, энәлек, миләш кеүек емеш ағас­тарына бик бай, – тип һөйләгәне хәтерҙә Исламетдин бабайҙың.
Район хакимиәтенән белде­реү­ҙәренсә, бындай акциялар киләсәктә лә дауам итәсәк, сара йәш быуында тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй.