Йәмәғәтселек күҙәтеүе беҙҙә юҡ

12-12-2017, 00:03 // Экология // Баҫып сығарырға
Өфөлә үткәрелгән “Егерме беренсе быуаттағы экологик именлек: хоҡуҡи аспекттар” тип аталған Бөтә Рәсәй форумында экологик үҙаңдың һәм хоҡуҡи мәҙәниәттең үҫешен дәртләндереү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге норматив-хоҡуҡи көйләүҙе камиллаштырыу, экологик белем биреү мәсьәләләрен тикшерҙеләр.


Павел КРАШЕНИННИКОВ, Рәсәй Дәүләт Дума­һының Дәүләт ҡоролошо һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе:
– Күптән түгел Рәсәйҙең Енәйәт кодексына төҙәтмәләрҙе беренсе уҡыуҙа ҡабул иттек. Оҙаҡламай беҙҙең Комитет “Хайуандарҙы һәләк булыуға йәки имгәтеүгә алып килгән һәм хулиганлыҡ йәки эскерле мөнә­сәбәттә ҡылынған тупаҫ мөнәсәбәт” тигән статья тәҡдим итәсәк. Уның икенсе өлөшө иғтибарға нығыраҡ лайыҡ тип уйлайым: был енәйәттең күмәк кеше тарафынан йәки алдан һөйләшеп, бәлиғ булмаған бала алдында, асыҡтан-асыҡ күрһәтеп, шул иҫәптән киң мәғлүмәт сараларында, ҡылыныуы.
Ошо статьяға иҫкәрмә лә бар: хәл-ваҡиға ауыл хужалығы эшмәкәрлегенә, дини йолалар үтәүгә бәйле булһа, ул енәйәт тип иҫәпләнмәй. Шулай уҡ беҙ Рәсәй Енәйәт кодексының 258-се статьяһына “Законһыҙ һунар” тип аталған төҙәтмә лә тәҡдим иттек, әлегә хәтлем бындай төшөнсә ҡануниәттә юҡ ине.
Тағы ла бер тәҡдим бар. Йыш ҡына хайуандар әйберләтә иҫбатлау рәүешендә ҡулланыла. Беҙ йән эйәләрен былай кәмһетеүҙе тыйған норма тәҡдим иттек. Тиҙҙән ул да Комитет ултырышында ҡараласаҡ.

Константин ТОЛКАЧЕВ, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе:
– Сәнәғәттең күп кенә тармаҡ­тарына ҡараған предприятиелар тығыҙ урынлашҡан, аграр өлкә үҫешкән Башҡортостан өсөн тәбиғи ресурстарҙы йоғонтоло һәм үлсәмле файҙаланыу, республика­ның бай тәбиғәтенә һаҡсыл мөнәсәбәт, һис шикһеҙ, көнүҙәк мәсьәлә булып тора.
Быйыл май айында ғына әле “Ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге ҡануниәттең үтәлеше тураһында”ғы парламент тыңлауы булып үткәйне. Был сараның һөҙөмтәһе буйынса төбәк парламентына, республика Хөкүмәтенә, урындағы үҙидара органдарына һәм киң мәғлүмәт сараларына тәҡдимдәр ҡабул ителде. Улар ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкә­һендәге ҡануниәтте камиллаш­тырыуға һәм тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. Шулар иҫәбенә тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәтте пропагандалау, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарын яңыртыу һәм төҙөү, икенсел сеймал ҡабул итеүсе стационар һәм күсмә пункттар селтәрен үҫтереү ҙә инә. Сарала ҡатнашыусылар рөхсәтһеҙ сүп ташлау урындарын бөтөрөү, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүҙә дәүләт менән эшҡыуарлыҡтың хеҙмәттәшлеген һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын күмеүҙә муниципаль властар менән шәхси ойошмаларҙың үҙ-ара килешеп эшләүен яйға һалыу кәрәклеге тураһында белдерҙе. Артабанғы көнүҙәк мәсьәлә – төбәк операторҙарын һайлап алыу. Был эш 2018 йылдың февралендә башҡарылырға тейешле.
Бөгөнгө форумдың экологик аңды һәм ҡануни мәҙәниәтте үҫтереүгә мөһим өлөш индерәсәгенә ышанам. Бөтә кимәлдәрҙә – ҡануниәт эшләүҙә, идара итеүҙә, суд органдарында, йәмәғәтселектә – тырышлыҡты берләштергәндә генә тирә-яҡ мөхитте һаҡлап ҡалырға һәм экологик именлекте тәьмин итергә мөмкин.

Илдар ҺАҘЫЕВ, Башҡортос­тан­дың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры:
– Экология йылына 236 миллион һум бүленеүе менән мин риза түгел. Экология йылы тип иғлан иткәс, бер тоҡсай аҡса буласаҡ һәм уға нимәлер эшләнәсәк тигән фекер йөрөй. Эш унда түгел. Беҙ барыбыҙ ҙа өс йыллыҡ ҡаҙна планлаштырыуы сиктәрендә йәшәйбеҙ. Артабанғы йылдың темаһы ҡайһы саҡ календарь йылының аҙағында ғына иғлан ителә, ә был ваҡытта инде финанс саралары бүленгән була. Экология даирәһендә предприятиеларҙың төп капиталына йыллыҡ өҫтәмә, ғәмәлдә, миллиард һумға арта тип әйтә алмайым. Яңыраҡ, мәҫәлән, Салауатта акрил етештереү заводын сафҡа индерҙек. Проекттың хаҡы – 40 миллиард һум. Заводты эшләтеп ебәреүгә аҡса Экология йылы айҡанлы бүленеүе аңлашыла. Ә нисек иҫәпләргә был аҡсаны?
Руфина ШАҺАПОВА, Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары:
– Башҡортостанда йәмәғәтселек­тең етди эксперт контроле юҡ. Ғәмәлдә, ул власть ышанып ҡараған, йәмәғәтселәр ниндәйҙер тәғәйен осраҡта эштең дөрөҫ алып барылмауын күрһәтә килгән институт булырға тейешле. Власть бының менән, һис шикһеҙ, килешергә һәм йәмәғәтселек талап иткәнсә эшләргә бурыслы. Йәмәғәтселек яғынан да ышаныс булыуы мотлаҡ. Был осраҡта йәмәғәт контроленә үҙ фекерен иҫбатлай алыу һәм власть менән һөйләшеүҙең нисек барыуын асыҡ күрһәтеү мөмкинлегенә эйә булһын. Дөйөмләш­тереп әйткәндә, барлыҡ структуралар экологик хәүефһеҙлектең күҙәтелеүен маҡсат итеп алырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай орган беҙҙә әлегә юҡ.

Ирек ЯЛАЛОВ, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы:
– Башҡортостандың баш ҡалаһы республика майҙанының ярты процентын ғына алып тора, әммә төбәгебеҙ буйынса һауаға бысратыусы матдәләр сығарыу күләменең өстән бер өлөшө Өфөгә тура килә. Был экология өсөн ҙур ауырлыҡ.
Һуңғы йылдарҙа ҡалабыҙҙа экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йүнәлтел­гән байтаҡ мөһим саралар күрелде. Эш өс йүнәлештә алып барыла: атмосфера һауаһын һаҡлау, һыу ресурстарын һаҡсыл тотоноу һәм етештереү, көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү системаһын камиллаштырыу. Атап әйткәндә, ҡалала иҫке автошиналарҙы йы­йыу һәм эшкәртеү предприятиеһы асылған. Етеш­тереүҙең тулы циклын ҡулланып, резина валсығынан ҡала объекттарын йөҙләгәндә файҙаланырға яраҡлы 20-нән ашыу япма әҙерләнә. Айырып йыйыу, эшкәртеү һәм зарарһыҙландырыу буйынса заманса ысулдар сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы һәм ҡунаҡхана комплексында ла ҡулланыла. Полиэтилен ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн ҡалала 310 селтәрле модуль урынлаштырылған. Ҡатырға, пластик, алюмин һәм быяла йыйыу өсөн “Таҙа ҡала” компанияһы 19 бункер ҡуйҙы.
Өфөлә өс йыл эсендә халыҡтан терегөмөш матдәһе булған ҡал­дыҡты йыйыу тулы кимәлдә ойошторолдо. Бөгөн ул 857 пункттан ғибәрәт, былар барыһы ла ни­геҙ­ҙә торлаҡ йорт ихаталарына ҡуйылған. Йыл һайын ике миллион дананан ашыу терегөмөшлө лампа һәм биш мең килограмдан ашыу көнкүреш аккумуля­торҙары, батареялары зарарһыҙландырыу урындарына оҙатыла. 2020 йылға ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу буйынса полигонды үҙгәртеп ҡороу тамам­ланасаҡ. Проектҡа ярашлы, ул йылына 400 мең тонна ҡалдыҡ йыя аласаҡ. Әлегә ошо проект дәүләт экспертизаһы үтә.