Изгелек эшлә лә һыуға һал...

16-01-2018, 00:03 // Экология // Баҫып сығарырға
Изгелек эшлә лә һыуға һал...Матбуғат йортоноң беренсе ҡатында эленгән “Ҡыйҙы балалар бәхетенә әйләндерәбеҙ” акцияһы нигеҙендә макулатура йыйыу ойошторола” тигән иғланды уҡығас, мәктәп йылдары иҫкә төштө. Ул ваҡытта ғәҙәттә, ошо эште май айында башлай торғайныҡ. Билдәле, ер ҡарҙан асылғанда эргә-тирәне гөл баҡсаһына әйләндерәһең һәм бер ыңғай кәрәкмәгән гәзит-журналдар, ташландыҡ китап, төрлө ҡағыҙҙарҙы ла йыйып тапшыраһың.


Әйткәндәй, изге башлан­ғысҡа “Республика Башҡорт­остан” дәүләт унитар пред­приятиеһы нәшриәт йорто филиалы – “Башкортостан” нәш­риәте лә ҡушылды. Дөрө­ҫөрәге, “Башҡортостан” гәзите, “Ватандаш” һәм “Башҡорт­остан ҡыҙы” журналдары хеҙмәткәрҙәре әллә күпме төргәк гәзитте һәм иҫке ҡағыҙ­ҙарҙы, китап-журналдарҙы тейешле урынға илтеп һалды. Унан килгән аҡса ете йәшлек Эльдар Сафроновты реаби­литациялауға тотоноласаҡ.
Ойоштороусыһы – Баш­ҡорт­остан Тәбиғәттән фай­ҙаланыу һәм экология министрлығы һәм “Таҙа Өфө” йәмәғәт ойошмаһы.
Хәбәрсе Венер Исхаҡовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, кәрәк­мәгән ҡағыҙҙарҙан ҡотолоу янғын хәүефһеҙлеген ныҡ кәметә. Был осраҡта бер атҡанда ике ҡуянға тейгеҙеү менән бер. Кабинеттарҙы ҡыйҙан арындыраһың, шул уҡ ваҡытта мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыу – сауаплы эш.
Рәсми мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, эшкәр­теүгә тапшырылған бер тонна макулатура дүрт кубометр тирәһе ағасты ҡырҡыуҙан һаҡлай, ә был бейек биш ағас тигән һүҙ.