Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аңһыҙлыҡмы, яуапһыҙлыҡмы, әллә мәғәнәһеҙлекме?
Аңһыҙлыҡмы, яуапһыҙлыҡмы, әллә мәғәнәһеҙлекме?Бынан өс йыл элек Ҡазан ҡалаһынан килгән турист ҡатындың ике балаһы менән Ирәмәлгә сығыуы һәм унда 14 йәшлек ҡыҙҙың туңып үлеүен, улының төрлө ауыр йәрәхәттәр алыуын әле лә күптәр онотмағандыр. Быйыл да Ирәмәл тауына артылғандар араһында ошондай уҡ күңелһеҙ хәлгә тарығандар булды.


Аңлашыла, һәр кем ялын файҙалы һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырыша һәм бының өсөн хәҙерге ваҡытта кешенең техникаһы ла, матди мөмкинлектәре лә бар. Кемдер сит илгә юллана, кемдер үҙебеҙҙең ял йорттарын һайлай, кемдер тәбиғәт ҡосағына ынтыла, ҡайһы берәүҙәр сәйәхәткә юллана. Әлбиттә, донъя гиҙеү бик файҙалы шөғөл, тик ҡайһы саҡта сама тигән нәмәне лә онота күптәр. Был аңһыҙлыҡмы, яуапһыҙлыҡмы, әллә мәғәнәһеҙлекме? Башта мең дә бер һорау тыуа, әммә яуаптарын табыуы ғына ауыр, сөнки уларҙың башҡа һыймаҫлыҡ аҙымдарын ниндәй күҙлектән сығып баһаларға ла белеп булмай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай башҡа һыймаҫлыҡ ғәмәлдәр ҡылып, үҙҙәренең һәм яҡындарының ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйғандар арабыҙҙа етәрлек. Бер-ике көнлөк, ҡайһы саҡта хатта бер минутлыҡ ләззәт, кинәнес алыу өсөн уйланмаған аҙымдарға барғандарҙы еңел холоҡло тип әйтергә лә була.
Һуңғы осорҙа ғына ла “Ирәмәл” тәбиғәт паркына һәм “Тағанай” милли паркына 2,5 меңдән ашыу турист килгән. Силәбе өлкәһенең ҡотҡарыу хеҙмәттәре белдереүенсә, ошо ваҡыт эсендә 12 кеше күңелһеҙ хәлгә тарыған. Улар араһында яҡлап та, аҡлап та булмаған осраҡтар бар. Мәҫәлән, ғинуарҙа әсә ике йәшлек балаһы менән Ирәмәлгә юллана. Улар бәләгә тарый, һәм ҡотҡарыусылар ярҙамға килә. Һөҙөмтәлә бала ныҡ өшөй: табиптар уның артыҡ һыуыныуы һәм аяҡтарының беренсе дәрәжәлә өшөүе тураһында диагноз ҡуя. Физик яҡтан нығынмаған һәм һәр аҙымы ярҙамға мохтаж сабый менән ҡыш урманға сығыуҙың баш-баштаҡлыҡҡа тиң икәнлеге мәктәп уҡыусыһына ла аңлашылалыр.
Ҡотҡарыусылар икенсе көндә лә эшһеҙ ҡалмай – Өфөнән килгән турисҡа ярҙамға юллана. Был осраҡта иһә ир ҡаргиҙәрҙә йөрөргә сыҡҡан һәм уның бензины бөткән. Ярҙам килгәнсе уның менән бергә булған туғыҙ йәшлек бала өшөп, бер-ике дәрәжәгә тиң йәрәхәт ала.
Шундай уҡ ярҙам ҡатынға һәм уның туғыҙ, алты йәшлек ейәндәренә лә талап ителә. Улар урманға хатта кеҫә телефонын да алмай сыҡҡан. Бәхеттәренә күрә, башҡа туристар осрап, ярҙам саҡырта.
Ирәмәлме, башҡа тау-урман булһынмы – һәр береһе еңеп-елпелекте ғәфү итмәй. Шуны һәр кем аңлаһын ине.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Уртаҡ йортобоҙ таҙа булһын

Уртаҡ йортобоҙ таҙа булһын 19.09.2018 // Экология

Дөйөм Рәсәй халыҡ фондының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе әүҙемселәре Рәсәйҙең барлыҡ...

Тотош уҡырға 38

“Йәшә, урман!”

“Йәшә, урман!” 18.09.2018 // Экология

Ошо исемендәге Бөтә Рәсәй көҙгө акцияһы нигеҙендә республика Урман хужалығы министрлығының үҙәк...

Тотош уҡырға 40

Ейәндәребеҙ сүплектә йәшәмәһен

Ейәндәребеҙ сүплектә йәшәмәһен 28.08.2018 // Экология

Полиэтилен баҫа донъяны… Юл хеҙмәтендә эшләгән танышым, уфтанып, былай тигәйне: “Исмаһам, ҡар ҙа...

Тотош уҡырға 77

Етеҙ Танып таҙарҙы

Етеҙ Танып таҙарҙы 16.08.2018 // Экология

Балтас районында “Рәсәй һыуы” экологик акцияһы булды. Район кимәлендә үткәрелгән сарала 800 кеше...

Тотош уҡырға 135

Ағиҙелгә йән өрөп

Ағиҙелгә йән өрөп 14.08.2018 // Экология / Спорт һәм туризм

Өфөлә Ағиҙел ярын төҙөкләндереү эше ваҡытынан алда ғәмәлгә ашырылып килә. Республиканың баш ҡалаһын...

Тотош уҡырға 121

Сүп өҫтөнә сүмәлә булмайыҡ

Сүп өҫтөнә сүмәлә булмайыҡ 10.08.2018 // Экология

Киләһе йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре лә “сүп-сар реформаһы”н башларға бурыслы....

Тотош уҡырға 122

Урмандарға керһәң, шырпыһыҙ кер...

Урмандарға керһәң, шырпыһыҙ кер... 31.07.2018 // Йәмғиәт / Экология

“Йәшел ҡалҡан”да хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен үтәмәгәндәргә штраф һалына Ут менән шаярыуҙың ниндәй...

Тотош уҡырға 156

“Компенсация урмандары” шаулап үҫерме?

“Компенсация урмандары” шаулап үҫерме? 31.07.2018 // Экология

Дәүләт Думаһы Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының ҡырҡылған урман үҫентеләренә тиң...

Тотош уҡырға 135

Мөхитте тәбиғәт тыуҙырған. Ә кеше уны һаҡлай алырмы?

Мөхитте тәбиғәт тыуҙырған. Ә кеше уны һаҡлай алырмы? 25.07.2018 // Экология

Экология буйынса бөтә мәғлүмәттәр халыҡҡа ваҡытында еткерелеп барырға тейеш Бөтә донъяла тирә-яҡ...

Тотош уҡырға 93

Ә һеҙ ишеттегеҙме?

Ә һеҙ ишеттегеҙме? 25.07.2018 // Экология

Донъяла углерод эҙемтәһе селтәрле моделе проекты (GGMCF) экологик яҡтан иң бысраҡ ҡалалар исемлеген...

Тотош уҡырға 106

Тәбиғәт ҡанундарына буйһонмаһа ла...

Тәбиғәт ҡанундарына буйһонмаһа ла... 25.07.2018 // Экология

Хәҙерге заманда пластик һауыт-һабаны утилләштереү мәсьәләһе көндән-көн ҡырҡыулаша, уны ҡулланғандан...

Тотош уҡырға 101

ФОРУМДАР: БЕҘ ОШО ЕРҘӘ ЙӘШӘЙБЕҘ

ФОРУМДАР: БЕҘ ОШО ЕРҘӘ ЙӘШӘЙБЕҘ 08.06.2018 // Экология / Анонстар

6 – 8 июндә Өфөлә өсөнсө тапҡыр Халыҡ-ара экология форумы һәм “Экология. Технологиялар. Тормош”...

Тотош уҡырға 565