Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ағасты ҡотҡарайыҡ...
Ағасты ҡотҡарайыҡ...“Макулатура тапшыр — ағасты ҡотҡар”. Ана шулай тип аталасаҡ 14 майҙан 15 июнгә тиклем дауам итәсәк Бөтә Рәсәй акцияһы. Ул ярыш рәүешендә үткәрелә һәм 500 килограмдан ашыу иҫке ҡағыҙ тапшырғандарға аҡсалата премия, ҡиммәтле бүләктәр ҡаралған.

Мәктәптә уҡыған йылдарым иҫкә төштө. Элек кәрәкмәгән ҡағыҙ йыйыу дәррәү төҫ ала торғайны. Һәр класс, һәр отряд сәмләнеп эшкә тотонабыҙ. Һәр беребеҙҙең уйында беренсе урынға сығыу теләге ҙур. Уҡытыусыбыҙҙың “фәлән килограмм ҡағыҙ йыйһағыҙ, һеҙ шунса урманды ҡотҡарып ҡалаһығыҙ” тигән һүҙҙәре сәм, дәрт уята. Һуңынан изге эшкә һөҙөмтә яһала, линейкала был хаҡта иғлан итәләр, стена гәзитенә яҙалар.
Макулатура эшкәртеүгә бөгөн барлыҡ үҫешкән илдәр етди ҡарай. Был эш башлыса мәктәп балаларының шөғөлө булараҡ ҡабул итергә ғәҙәтләнһәк тә, ғәмәлдә иһә үтә фәһемле акция. Тәбиғәтебеҙҙең йәшел ҡалҡаны ағастарҙы, экологияны һаҡлауға тос өлөш ул.
Дөрөҫ, әүәл кәрәкмәгән ҡағыҙҙарҙы йыйыу, уны эшкәртеү башлыса ағасҡа ҡытлыҡ кисергән илдәргә хас һаналған. Бер аҙҙан урманға бай төбәктәр ҙә был эштең ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булыуын аңлай. СССР-ҙа ла ошо маҡсаттан эш киң хәрәкәт ала. Шуныһы үҙенсәлекле: ҡағыҙ ҡулланыу йәһәтенән төрлө илдең сығымы төрлө күләмдә. Был туранан-тура дәүләттең халҡы күплегенә бәйле булһа ла, әммә һәр саҡ был нисбәткә тура килмәй. Мәҫәлән, ҡағыҙ изделиелары ҡулланыу буйынса АҠШ-та йыл һайын һәр кешегә 300 килограмм ҡағыҙ тура килә. Европа илдәрендә — 75-әр килограмм. Ә бына Рәсәйҙә был күрһәткес үтә түбән — 25 килограмм самаһы. Был юҫыҡта африкандарға тиңләшеүсе юҡтыр. Унда бер кеше йылына ни бары бер килограмм ҡағыҙ сарыф итә. Тағы шуныһы үҙенсәлекле: АҠШ ҡағыҙ ҡулланыу буйынса тәүге урында булыуға ҡарамаҫтан, шул уҡ ваҡытта макулатуранан ҡағыҙ етештереү, уны эшкәртеү буйынса ла тәүге урынды биләй. Бында ҡулланылған ҡағыҙҙарҙы яңынан ҡулланыу юғары кимәлдә башҡарыла һәм был ғәҙәти эш булараҡ көйгә һалынған. Уны йыйыу изге, сауаплы эш һанала. Бәләкәйҙән балаларҙа тәбиғи ресурстарҙы һаҡсыл ҡулланыу тойғоһо тәрбиәләнә. Шуға ла макулатура тапшырыуҙы кескәйҙән һәр кем белә. “Ҡағыҙҙы ҡайҙа алып барайым икән?” тигән һорау ҙа тормай, һәр йорт янында тиерлек ҡабул итеү пункттары бар. Ихаталарҙа йыш ҡына “Макулатура һатып алабыҙ” тигән яҙыулы машиналарҙы күрергә була. Йорт янынан үткәндә улар шаҡтай ҡағыҙ йыйып ала. Әгәр Америка кешеһенең фатирында иҫке ҡағыҙ йыйылып китә икән, ул уны мотлаҡ тапшырырға бурыслы.
Үкенескә ҡаршы, Рәсәйҙә был йәһәттән хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел. Ә бит алдынғы ҡарашлы компаниялар ошо шөғөлдө совет осороноң мираҫы түгел, ә экологияны һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш булыуын иҫбатлай, сөнки ошо маҡсатҡа донъяла меңәр тонна ағас киҫелә. Икенселәр кәрәкмәгән ҡағыҙҙарҙы сүп-сарға ташлау яғын ҡарай. Ә бит бер тонна макулатура эшкәртеү ун төп ағасты ҡотҡарырға, 20000 литр һыуҙы, мең киловатт сәғәт электр энергияһын экономияларға мөмкинлек бирә. Йәнә иҫке ҡағыҙ, ҡатырғаларҙы утилләштереүҙең тирә-яҡ мөхит өсөн файҙаһы ла ҙур. Ташлап ҡуйылған макулатура төрлө ағыуҙар бүлеп сығара. Мәҫәлән, формальдегид, хлор диоксины... Ә уларҙы ҡабаттан ҡулланыуға эшкәрткәндә бындай зарарлы матдәләр кәмей, тимәк, атмосфераға химия һәм токсиндар аҙыраҡ эләгә.
Америка экологтары билдәләүенсә, ҡалдыҡтарҙы эшкәрткән ваҡытта һауаның бысраныу ихтималлығы 74 проценттан 35 процентҡа тиклем аҙая. Һуңғы йылдарҙа донъяла кешелектең ҡағыҙҙы дүрт-биш тапҡырға күберәк тотоноуы билдәләнгән, йыл һайын миллион тонна ҡағыҙ ҡулланабыҙ. Планетала ҡырҡылған барлыҡ ағастың сирек өлөшө целлюлоза-ҡағыҙ фабрикаларына ебәрелә. Дөйөм һандың 16 проценты ғына сәнәғәт өсөн махсус үҫтерелгән ағас.
Был акция 2009 йылдың апрелендә башланған. Ошо көнгәсә проектта Рәсәй буйынса 770-тән ашыу ойошма ҡатнашҡан. Дөйөм алғанда, 554 000 килограмдан ашыу макулатура йыйылған. Был 55400 мең төптән ашыу ағас һаҡланып ҡалған тигән һүҙ. Ҡыҫҡаһы, әйтер һүҙем шул: йорт­тарыбыҙҙа, эш урындарыбыҙҙа төргәк-төргәк иҫке гәзиттәр, журналдар өйөлөп ятыуы, үҙенә төрлө бөжәктәрҙе, саң йыйыуы менән һаулыҡҡа ла зыянлы. Уларҙы тапшырып тирә-яҡ мөхитте сүпләндереүҙән дә, тәбиғәтебеҙҙе ҡоротоуҙан да һаҡлап ҡалабыҙ. Акцияла әүҙем ҡатнашайыҡ! Был – һәр кемдең ҡулынан килә торған эш.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Уртаҡ йортобоҙ таҙа булһын

Уртаҡ йортобоҙ таҙа булһын 19.09.2018 // Экология

Дөйөм Рәсәй халыҡ фондының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе әүҙемселәре Рәсәйҙең барлыҡ...

Тотош уҡырға 41

“Йәшә, урман!”

“Йәшә, урман!” 18.09.2018 // Экология

Ошо исемендәге Бөтә Рәсәй көҙгө акцияһы нигеҙендә республика Урман хужалығы министрлығының үҙәк...

Тотош уҡырға 46

Ейәндәребеҙ сүплектә йәшәмәһен

Ейәндәребеҙ сүплектә йәшәмәһен 28.08.2018 // Экология

Полиэтилен баҫа донъяны… Юл хеҙмәтендә эшләгән танышым, уфтанып, былай тигәйне: “Исмаһам, ҡар ҙа...

Тотош уҡырға 79

Етеҙ Танып таҙарҙы

Етеҙ Танып таҙарҙы 16.08.2018 // Экология

Балтас районында “Рәсәй һыуы” экологик акцияһы булды. Район кимәлендә үткәрелгән сарала 800 кеше...

Тотош уҡырға 136

Ағиҙелгә йән өрөп

Ағиҙелгә йән өрөп 14.08.2018 // Экология / Спорт һәм туризм

Өфөлә Ағиҙел ярын төҙөкләндереү эше ваҡытынан алда ғәмәлгә ашырылып килә. Республиканың баш ҡалаһын...

Тотош уҡырға 121

Сүп өҫтөнә сүмәлә булмайыҡ

Сүп өҫтөнә сүмәлә булмайыҡ 10.08.2018 // Экология

Киләһе йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре лә “сүп-сар реформаһы”н башларға бурыслы....

Тотош уҡырға 123

Урмандарға керһәң, шырпыһыҙ кер...

Урмандарға керһәң, шырпыһыҙ кер... 31.07.2018 // Йәмғиәт / Экология

“Йәшел ҡалҡан”да хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен үтәмәгәндәргә штраф һалына Ут менән шаярыуҙың ниндәй...

Тотош уҡырға 158

“Компенсация урмандары” шаулап үҫерме?

“Компенсация урмандары” шаулап үҫерме? 31.07.2018 // Экология

Дәүләт Думаһы Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының ҡырҡылған урман үҫентеләренә тиң...

Тотош уҡырға 137

Мөхитте тәбиғәт тыуҙырған. Ә кеше уны һаҡлай алырмы?

Мөхитте тәбиғәт тыуҙырған. Ә кеше уны һаҡлай алырмы? 25.07.2018 // Экология

Экология буйынса бөтә мәғлүмәттәр халыҡҡа ваҡытында еткерелеп барырға тейеш Бөтә донъяла тирә-яҡ...

Тотош уҡырға 94

Ә һеҙ ишеттегеҙме?

Ә һеҙ ишеттегеҙме? 25.07.2018 // Экология

Донъяла углерод эҙемтәһе селтәрле моделе проекты (GGMCF) экологик яҡтан иң бысраҡ ҡалалар исемлеген...

Тотош уҡырға 106

Тәбиғәт ҡанундарына буйһонмаһа ла...

Тәбиғәт ҡанундарына буйһонмаһа ла... 25.07.2018 // Экология

Хәҙерге заманда пластик һауыт-һабаны утилләштереү мәсьәләһе көндән-көн ҡырҡыулаша, уны ҡулланғандан...

Тотош уҡырға 101

ФОРУМДАР: БЕҘ ОШО ЕРҘӘ ЙӘШӘЙБЕҘ

ФОРУМДАР: БЕҘ ОШО ЕРҘӘ ЙӘШӘЙБЕҘ 08.06.2018 // Экология / Анонстар

6 – 8 июндә Өфөлә өсөнсө тапҡыр Халыҡ-ара экология форумы һәм “Экология. Технологиялар. Тормош”...

Тотош уҡырға 566