Йәш быуынға ни ҡалыр?!

25-04-2018, 00:03 // Экология // Баҫып сығарырға
Йәш быуынға ни ҡалыр?!Ер ҡарҙан әрселә башлаһа, ҡурҡыныс күренешкә шаһит булаһың: ҡайҙа ҡарама буш шешәләр, пластик һауыттар, төргәктәр, ҡаптар. Ҡыш буйы йыйылған сүп-сар өҫкә ҡалҡып сыға. Бигерәк тә юл буйҙарында, туҡталыштарҙа, парк-скверҙарҙа был асыҡ күренә.

Беренсе өмәләрҙән һуң ғына хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Быйыл да республика халҡы ҡала-райондарҙа урамдарҙы, ихаталарҙы, урман буйҙарын тәртипкә килтереү эштәрен башланы. Яҙғы экологик саралар май урталарына тиклем дауам итәсәк. Әйткәндәй, Башҡортостан халҡы өмәләргә һәр саҡ әүҙем сыға, былтыр ҙа байтаҡ кеше ҡатнашҡан. Бер ай эсендә полигондарға 49 мең тонна сүп-сар оҙатылған.
Быйыл да, шунса тонна сүп түгелде, шунса кеше өмәлә ҡатнашты, тип отчеттар биреләсәк, телевидение, гәзит-журналдарҙа мәғлүмәттәр сығасаҡ. Әлбиттә, халыҡтың бындай сараларҙа дәррәү ҡатнашыуы ҡыуандыра, күмәк эштең бер­ләштергәнен дә онотмайыҡ. Өҫтәүенә быйыл — Ирекмән йылы, ә өмәләрҙә ҡатнашыу – ирек­мән булыуыңды танытыу өсөн бик яҡшы өлгө.
Шулай ҙа, ҡыш буйы был тиклем сүп-сар ҡай­ҙан һәм ни өсөн йыйыла һуң, тигән һорау тыуа. Белгестәр билдәләүенсә, көнкүреш ҡалдыҡ­тарының 50 процентын һәр төрлө төргәктәр, ҡаптар, пластик һауыттар тәшкил итә икән.
Заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, бынан 15-20 йыл элек кенә хәлдәр бөтөнләй икенсе ине бит. Магазиндарға моҡсай йәки ептән үрелгән сетка тотоп барабыҙ ҙа һатып алған аҙыҡ-түлекте ябай ҡағыҙға төрөп алып ҡайта торғайныҡ. Ҡағыҙҙың нимәһе яҡшы, уны яғып була йәки сүплеккә ташлаһаң, үҙе ятып серей. Ә хәҙер магазин кәштәләрендә ятҡан һәр тауар полиэтиленға төрөлгән, пластик шешәләрҙең күплеге тураһында әйтерлек тә түгел.
Сер түгел, супермаркеттарға барған һайын аҙыҡ-түлекте яңы пакетҡа һалып алып ҡайтабыҙ, ә бушлай эленеп ҡуйылған полиэтилен моҡсайҙарҙы кәрәгенән артығын “запас” итеп һалып алырға тырышабыҙ. Аш-һыу бүлмәһенең бер мөйөшөндә ҡатлы-ҡатлы булып ошо “запас­тар” йыйылып китә хатта. Ябай һыуҙың да пластик һауыттағыларын алырға күнеккәнбеҙ. Юлға сыҡҡанда ла, йыш ҡына һыуҙы өйҙә үк хәстәрләп ҡойоп алыу урынына, юл буйындағы кафе-киосктарҙан алабыҙ. Тәбиғәт ҡосағында ял иткәндә бер тапҡыр тотонола торған һауыт-һабаға өҫтөнлөк бирәбеҙ.
Күптәр, был бит уңайлы, тиер. Килешәм – һауыт-һаба, моҡсай йыуып ыҙаламайһың, сығараһың да түгәһең. Әммә ҡайҙа була һуң ул сүп-сар? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың бер өлөшө генә ҡайтанан эшкәртелә, ә ҡалғандары сүплеккә, полигондарға оҙатыла. Ә бит пластик шешәләр – бер быуаттан артығыраҡ, полиэтилен япмалар – 200, ә быяла мең йылға тиклем серемәйенсә ер өҫтөндә ята! Беҙҙең предприятиеларҙа әлегә ҡалдыҡһыҙ эшкәртеү технологиялары уйлап табылмаған, шуға күрә был мәсьәлә көнүҙәк булып ҡала.
Иғтибарығыҙҙы йәнә бер проблемаға йүнәл­тәм. Һуңғы йылдарҙа энергияны һаҡсыл тотоноу, уны ҡулланыуҙы кәметеү тураһында күп һөйләнелә. Ошоға бәйле, халыҡ аҙ энергия талап иткән лампаларға күсте. Әммә һәр яңылыҡтың үҙ эҙемтәләре бар, заманса лампалар ҙа унан азат түгел. Мәҫәлән, эсенә терегөмөш тултырылғаны. Улар — үтә ҙур хәүеф класына ҡараған ҡалдыҡтар. Ҡулланыу ваҡыты сыҡҡас, уны сүплеккә ташлап ҡына ҡотолоу тирә-яҡты ағыулау ихтималлығын тыуҙыра. Терегөмөш менән ағыуланыу үҙәк нервы системаһын һәм эске ағзаларҙы ҡаҡшата. Бындай лампаларҙы, утилләштереү талаптарын теүәл үтәп, махсус экобокстарға ғына ташларға кәрәк. Уларҙың ҡайҙа урынлашыуын махсус сайт йәки 2 ГИС карталары аша табып була. Бик һирәктәр, лампаһы файҙаланыуҙан сыҡҡас, интернетта эҙләнеп ултыралыр, күптәр сүп-сар контейнерына сығарып ырғыта ла онота.
Техник прогресс көсәйгән һайын электрон ҡорамалдар ҙа яңыра, алмашына. Тик кешеләр, төптән уйлап тормайынса, иҫкеләрен контейнерға йәки сүплеккә оҙата. Мәғлүмәттәр буйынса, һуңғы биш йылда ғына 250 миллион компьютер, 150 миллиондан ашыу кеҫә телефоны ҡулланыуҙан сыҡҡан. Бындай приборҙарҙың составында ла ағыулы матдәләр бар. Уларҙың, яуым-төшөм йоғонтоһона дусар булып, сүплектә бар тәбиғәткә, кешелеккә көслө ағыу бөркөп ятыуы тураһында йәмәғәт уйланамы икән?
Илдә генә түгел, тотош донъяла үҙебеҙ йәшәгән мөхитте һаҡлау, бысратмау тураһында әллә күпме директивалар, закондар, ҡарарҙар ҡабул ителә. Сит илдәрҙә, әлбиттә, файҙала­ныуҙан сыҡҡан электрон приборҙарҙы, хәүеф класына ҡараған лампаларҙы махсус рәүештә йыйып утилләштереү эше, яманмы-яҡшымы, бара, тик Рәсәйҙә генә был яйға һалынмаған.
Ҡыҫҡаһы, был мәсьәләләрҙе хәл итеп, үҙебеҙҙең сәләмәтлек, киләсәк тураһында хәстәрлек күрмәһәк, беҙҙе уратып алған мөхиткә ҡарашыбыҙҙы үҙгәртмәһәк, йәш быуынға ниндәй тормош бүләк итә алырбыҙ икән?