Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урмандарға керһәң, һыҙғырып кер

Урмандарға керһәң, һыҙғырып кер 18-05-2018, 00:03 // Экология / Социаль мәсьәлә

Яңы закон экологик һәм социаль мәсьәләләрҙе хәл итә

Урмандарға керһәң, һыҙғырып керАуыл ерендә ағасҡа бәйле мәсьәлә элек-электән бәкәлгә һуға. Ярай әле, газ үтһә, халыҡ ҙур проблеманан ҡотола. Шул уҡ ваҡытта “зәңгәр яғыулыҡ” булған хәлдә лә, мунса яғырға утын, йорт-ҡураны йүнәтергә ағас кәрәк. Ә ҡулыңда мисәтле ҡағыҙың булмай тороп, билгә балта ҡыҫтырып урманға барырмын тимә – штраф сәпәйәсәктәр. Документ юллай башлаһаң, ваҡыт үтә, аҡса ла байтаҡ түгелә.

Яңыраҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин тәбиғи рәүештә йәки һауа торошона бәйле йығылған һәм ҡороған ағастарҙы бушлай алыуға рөхсәт биргән законға ҡул ҡуйҙы. Дәүләт Думаһы депутаттары тәҡдим иткән яңы ҡанун Урман кодексының 32-се статьяһына үҙгәрештәр индерә. Был яңылыҡ ауыл тормошон еңеләйтә кеүек. Быға тиклем ауған ағасҡа рөхсәтһеҙ тейгән өсөн өс мең һум тирәһе штраф һалынды, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа закон менән етди проблемалар булыуы ихтимал ине (сағыштырыу өсөн: әле Германияла ауған ағас, һынып төшкән ботаҡты рөхсәтһеҙ йыйған өсөн 730 евро штраф һалына, хатта ете көнгә тиклем арест ҡаралған икән).
Был Федераль закондың беҙҙең төбәктән сығыуы мәртәбәле. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, яҡташыбыҙ Зариф Байғусҡаров – уны тормошҡа ашырыуға күп көс һалған авторҙарҙың береһе. “Халыҡ менән осрашыуҙарҙа ауған ағасты ҡаршылыҡһыҙ йыйыу тураһында бер нисә мәртәбә һүҙ ҡуҙғатылғайны. Артабан ошо проект буйынса эш башланды. Закон әҙерләнгән ваҡытта ҡаршылыҡтар ҙа осраны, әммә барыбер маҡсатҡа өлгәштек”, – ти Зариф Закир улы.
Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, граждандар бер ниндәй бюрократик кәртәләрһеҙ утын өсөн генә түгел, хужалыҡтағы башҡа эштәргә лә кәрәге тейерҙәй ағасты алыу мөмкинлегенә эйә. “Был урмандарҙа янғын хәүефен дә кәметәсәк, ҡоротҡос бөжәктәр үрсеүенә юл ҡуймаясаҡ”, – тип билдәләне депутат.
Закон 2019 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инәсәк. Әле уның тураһында Интернет киңлегендә төрлө бәхәс бара. “Йәшелдәр” ойошмаһы, ағасты йыйыу ерҙе тәбиғи серетмәнән мәхрүм итәсәк, тип саң ҡаға. Урманды урлап ҡырҡыу­сыларға үҙҙәрен аҡлауға сәбәп булды, тиеүселәр ҙә бар.
Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге закон граждандар мәнфәғәтен яҡлай, ил кимәлендәге мөһим экологик һәм социаль проблемаларҙы хәл итәсәк.
– Урман хужалығы өсөн был закондың кире яғын күрмәйем, – тип белдерҙе министр урынбаҫары Венер Вахитов. – Беренсенән, халыҡ йығылған ағасты үҙ мәнфәғәтендә ҡуллана аласаҡ. Икенсенән, урмандар, ауыл тирәһе, юл буйҙары таҙарасаҡ. Әлегә тиклем бындай төркөмгә ҡараған ағастарҙы йыйыу урман хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәре иңендә ине. Дәүләт йөкләмәһе нигеҙендә санитар таҙартыу уҙғарылды, артабан ағас халыҡҡа һатып бирелде.
Яңы закон үҙ көсөнә ингәнгә тиклем республиканың урман мөнәсәбәттәре ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү ҡаралған. Унда ауған ағастарҙы сығарыу тәртибе, ниндәй кварталдар бүленәсәге асыҡ күрһәтеләсәк. “Әйтәйек, быға тиклем бер ир кеше урмандан ауған ағас йыйғаны өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, ти. Ул киләһе йылдан шул эшкә тотонор алдынан кемгәлер мөрәжәғәт итергә тейешме?” тигән һорауға министр урынбаҫары: “Әле ошондай осраҡтарҙы көйләү тураһында һөйләшеүҙәр бара, көҙгә тиклем ҡағиҙәләр булдырыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта халыҡҡа ауырлыҡтар тыуҙырылырға, ришүәтселек күренеш­тәренә юл ҡуйылырға тейеш түгел”, – тип яуап бирҙе.
Шуныһы бар: ауған ағасты һатыу маҡсаты менән алыу тыйыла. Әгәр ошо факт асыҡланһа, енәйәт язаһы ҡаралған. Был хаҡта һүҙ сыҡҡас, Венер Фәнир улы: “Беҙҙең контроль хеҙмәттәре, һәр ваҡыттағыса, әүҙем эшләйәсәк. Ағас тәбиғи рәүештә ҡолағанмы, әллә быға “ярҙам иткәндәрме” – барыһы ла тикше­реләсәк”, – тине.
Республиканың 5 миллион 700 гектар ерен урман биләй. Туғыҙ миллион кубометр ағастың 30 проценты эшкәртелә, бихисабы ятып серей. Төбәк халҡының яртыһы тиерлек ауылда йәшәүен иҫәпкә алғанда, яңы закондың файҙаһы ҙур. Шуға күптәр яңылыҡты ҡыуанып ҡабул итте.

Гүзәл СИТДЫҠОВА,
яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре:

– Белорет районының иң төпкөл ауылдарының береһендә үҫкән кеше булараҡ, был законды хуплап ҡабул иттем. Урмандар ҡартая, тәбиғәт ғәрәсәттәре лә йылдан-йыл арта – ағастар ҡартайып та, сереп тә, дауылдарҙан да йығыла. Эшкә яраҡ­лыларын ғына алып, бүтәндәрен ҡалдырыу осраҡтары аҙ түгел. Йыйылмай ятҡандары урман янғыны хәүефен тыуҙыра. 
Эстетик яҡты ла уйларға кәрәк. Районға ҡайтҡанда ауған ағастарҙың хараба рәүешле ятҡанын күрәм. Шул уҡ ваҡытта ауыл халҡы шуны яғыулыҡ итеп йә башҡа хәжәте өсөн тотона алмай ине. Уны алып ҡайтырға рөхсәт һорап йөрөү, хатта шуның өсөн штраф түләү күп ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы.
“Ауған” тигән һылтау менән ағасты йығып алып ҡайта башлаясаҡтар тигән фекерҙәр күренеп ҡала. Ундай хәүеф бар. Әммә артыҡ күпертелә тип уйлайым, сөнки бөгөн ундай һылтауһыҙ ҙа ағас урлау әҙ түгел, был йәһәттән эште көсәйтергә кәрәк.
Шул уҡ ваҡытта урындарҙа йығылған ағасты алыу күләмен билдәләү кәрәктер тип уйлайым. Ни өсөн тигәндә, кемдер, башҡаларға юл бирмәйенсә, үҙе генә ташый башлауы ихтимал.
Гөлфиә КИЛЕНБАЕВА,
Күгәрсен районы, Әлмәс ауылы:

– Ауыл халҡы еңел тын алып ҡалғандай булды, ышанмайыраҡ ҡабул итеүселәр ҙә бар. Әлбиттә, күптәр өсөн ҡыуаныслы хәл, сөнки ауылдарҙа эшһеҙлек мәсьәләһе ҡырҡыу тора. Эш булмағас, аҡса юҡ, тимәк, ағасҡа рөхсәт алып булмай. Урлап ҡырҡһаң, эләгеүең бар. Бына беҙҙең картуф баҡсаһының осонан туғай башлана, әрәмәлек, муйыллыҡ бар. Ә араһына инерлек түгел: йығылған, серегән ағас бихисап. Алып ҡайтып яҡһаң – күрәләр, һораһаң – рөхсәт ҡағыҙы алырға ҡушалар. Аҡса юҡ, тиһәң, “Теймә, ятып сереһен”, – ти торғайны урмансы.
Рәфис КӘРИМОВ, Иглин районы:
– Сереп ятҡан ағасты йыйырға ярамағанлығы аптырата ине. Ҡартатайым быға һәр саҡ һуҡрана торғайны. Ул ғүмеренең күп өлөшөн урман эсендә ултырған ауылда үткәрҙе. Һөйләүенсә, борон бар халыҡ ҡоро-һары йыйып, утын итеп яҡҡан, ә һуңынан быны тыйғандар. Ҡабул ителгән законды, һис һүҙһеҙ, хуплайым.


600 тапҡыр уҡынылар // Баҫып сығарырға