Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ә һеҙ ишеттегеҙме?
Донъяла углерод эҙемтәһе селтәрле моделе проекты (GGMCF) экологик яҡтан иң бысраҡ ҡалалар исемлеген төҙөгән. Тирә-яҡ мөхите иң хәүефле ҡала тип Көньяҡ Кореяның баш ҡалаһы Сеул билдәләнгән. Был мегаполиста йылына 267 мегатонна углеродлы газ туплана икән.
Артабан исемлектә Ҡытайҙың Гуанчжоу ҡалаһы, Нью-Йорк, Гонконг һәм Лос-Анджелес килә. Экологик яҡтан иң зарарлы йөҙ ҡала араһында Мәскәү менән Санкт-Петербург та бар. Күптән түгел “Йәшел патруль” йәмәғәт ойошмаһы Рәсәйҙең тирә-яҡ мөхите иң таҙа булған төбәк­тәрен атағайны, улар – Тамбов өлкәһе, Алтай крайы һәм Алтай Республикаһы. Быйылғы яҙ һөҙөмтәләре буйынса экологик проблемаларҙың иң күп булған урындары Свердловск, Силәбе һәм Мәскәү өлкәләре булып сыҡҡан.

***
“Ҡаты тупраҡ” экологик мәғрифәт, халыҡты социаль яҡлау, халыҡ кәсептәрен һәм декоратив-һынлы сәнғәт ижадын үҫтереү хәйриә фонды Башҡортостанда хәүефле ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу буйынса экологик дәрестәр әҙерләне. Уларҙы йөкмәткеле һәм сағыу һүрәтле китап рәүешендә баҫып сығарғандар.
Экологик дәрестәр мәктәпкәсә йәш­тәге һәм бәләкәй кластарҙағы бала­ларға тәғәйенләнгән. Дәрес барышында уҡыусылар файҙаланылған энергия һаҡлағыс лампа­лар­ҙы, терегөмөш термометрҙарын, батарей­каларҙы һәм башҡа сүп-сарҙы сортҡа айырыу буйынса за­да­ниеларҙы үтәргә, ошо темаға плакаттар төшөрөргә тейеш.

***
Рәсәйҙең ун төбәгенең яҡын киләсәктә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн яңы полигон таба алмау проблемаһы менән осрашыуы ихтимал, был осраҡта уларҙа сүп-сарға бәйле ғәҙәттән тыш хәл тыуыуы мөмкин. Был турала күптән түгел Дәүләт Думаһының экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Владимир Бурлатов белдерҙе.
– Беҙ полигондар өсөн майҙан юҡлығы мәсьәләһе менән Ҡабарҙа-Балҡар, Бүрәт, Ҡырым республикаларында, Әстрхан, Калуга, Ленинград, Орел, Тверь өлкәләрендә осраш­ҡандарын беләбеҙ, – тине ул.
***
Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Дмитрий Кобылкин билдәләүенсә, илебеҙҙә граждандарҙы тәбиғәтте һаҡлауға йәлеп итеү көсәйә бара. Был осраҡта йәмәғәтселек тарафынан эксперт фекерҙәренең нигеҙле һәм даими булып тороуы мөһим роль уйнай.
Ошо министрлыҡ менән Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының үҙәк штабы вәкил­дәренең осрашыуында берлектәге “Экология” милли проектын әҙерләү, уны “Беҙҙең тәбиғәт” халыҡ контроле һәм “Йәшел ҡалҡан” проекттарын һәм башҡа мәсьәләләр менән берләштереү зарурлығы тураһында һөйләшеп килешелгән.
Сарала сығыш яһаусылар әйтеүен­сә, урман-парк һаҡлағыс һыҙаттарын үҫтереүгә иғтибарҙы көсәйтергә кәрәк, сөнки әлегә граждандарҙың ошондай маҡсаттағы башланғыстарына ҙур төҙөлөш компаниялары аяҡ сала. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты был йүнәлештә ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итә. “Йәшел ҡалҡан”дың мәғлүмәт системаһы “Сүп өйөмдәренең интерәүҙем картаһы”н йәнләндерергә уйлай. Бөгөн илдә рөхсәт ителмәгән 19 меңгә яҡын сүплек бар, былар барыһы ла системала күренәсәк һәм уларҙы бөтөрөү сараһы ҡулланыласаҡ.

***
“Рослесхоз” етәксеһе Иван Валентик урман үҫтереү өсөн Канада, АҠШ, Скандинавия илдәре тәжрибәһен ҡулланырға саҡыра. Ойошма хужалыҡтарҙы яңы технология менән эшләргә мәжбүр итәсәк федераль закон проектын Дәүләт Думаһына ҡарауға тапшырған да инде.
Һүҙ ағас үҫентеләрен тәүҙә тепли­цаларҙа үрсетеп, артабан урман кәрәк булған майҙансыҡтарҙа үҫтереү тураһында бара. Юл буйҙарындағы предприятиелар, ер аҫтын файҙалан­ған ойошмалар өсөн был эште башҡарыу мотлаҡ буласаҡ. Яңы закон шәхси инвесторҙарҙа ла ҡыҙыҡһыныу уятырға тейеш. Бер питомникты булдырыу 400-500 миллион һумға төшһә, унда биш-алты миллион ағас үҫентеһе етештерергә мөмкин буласаҡ икән. “Рослесхоз” белгестәре раҫлауынса, 2025 йылға урман үҫтерергә тәғәйен­ләнгән майҙансыҡтарҙың кәмендә 40 процентын теплицаларҙа үрсетелгән ағастар биләйәсәк. Закон проектында бер гектар урманды ҡырҡыу ошо уҡ майҙанда ағас ултыртыу йәки был эштең хаҡын түләү менән ҡаплаты­ласағы тураһында әйтелә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Элеватор туҙаны оса...

Элеватор туҙаны оса... 05.12.2018 // Экология

Республикала Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы инспекторҙары менән прокурорҙар Ғафури...

Тотош уҡырға 81

Бәләбәйҙәр сүп менән көрәшә

Бәләбәйҙәр сүп менән көрәшә 01.12.2018 // Экология

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты “Генераль йыйыштырыу” проектының һөҙөмтәләрен барланы. Башҡортостанда...

Тотош уҡырға 117

“Ике йыл ошо мәсьәлә менән шөғөлләнәбеҙ”

“Ике йыл ошо мәсьәлә менән шөғөлләнәбеҙ” 30.11.2018 // Экология

Карьерҙар бер Темәстә генә түгел, Белорет районында ла, Учалы төбәгендә лә бар. Дәүләт Думаһы...

Тотош уҡырға 171

“Кеше тәбиғәттән файҙаланып ҡына ҡалмаһын, уны яҡлаһын да...”

“Кеше тәбиғәттән файҙаланып ҡына ҡалмаһын, уны яҡлаһын да...” 21.11.2018 // Экология

Депутат экологик мәсьәләләргә, халыҡтың көнкүрешенә битараф түгел. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 92

Шишмәнең дә моңо, зары бар...

Шишмәнең дә моңо, зары бар... 20.11.2018 // Экология

Һуңғы йылдарҙа республикала ауыл халҡының йәшәйешен яҡшыртыу буйынса төрлө программалар уңышлы...

Тотош уҡырға 99

Урал ҡаяларын яҡлар закон бармы?

Урал ҡаяларын яҡлар закон бармы? 13.11.2018 // Экология

Рөхсәтһеҙ һәм күпләп таш сығарыуҙы кисекмәҫтән туҡтатыу талап ителә....

Тотош уҡырға 161

Етешһеҙлек төҙәтелергә тейеш

Етешһеҙлек төҙәтелергә тейеш 06.11.2018 // Экология

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Мәсәғүт территориаль комитеты менән Урмансылыҡтар...

Тотош уҡырға 76

Шыршы “тутыйғошо”

Шыршы “тутыйғошо” 06.11.2018 // Экология

Ылыҫлы урмандарҙа көн иткән был турғай башҡа ҡоштарҙан ныҡ айырыла. Иң тәүҙә уның сағыу төҫөнә,...

Тотош уҡырға 96

Бурһыҡты ни өсөн аулайҙар?

Бурһыҡты ни өсөн аулайҙар? 06.11.2018 // Экология

Бурһыҡты күберәк майы өсөн аулайҙар. Халыҡ медицинаһында ул айырым урын алып тора, тиһәң дә хата...

Тотош уҡырға 121

Йылға буйында бөҙрә тал...

Йылға буйында бөҙрә тал... 06.11.2018 // Экология

Талдың матурлығына ҡарап, халҡыбыҙ йырҙар сығарған, һылыуҙарыбыҙҙы ошо тәбиғәт мөғжизәһе менән...

Тотош уҡырға 94

Тотош “ер аҫты ҡалаһы” төҙөгән йәнлек

Тотош “ер аҫты ҡалаһы” төҙөгән йәнлек 06.11.2018 // Экология

Уға башлыса кешеләр һөжүм итә. Йоҡларға яратҡан, ялҡауыраҡ кешегә ҡайһы бер яҡта: “Бурһыҡ һымаҡ...

Тотош уҡырға 77

“Макулатура тапшыр – ағасты ҡотҡар”

“Макулатура тапшыр – ағасты ҡотҡар” 05.11.2018 // Экология

Ошо көндәрҙә Борай районында сираттағы “Макулатура тапшыр – ағасты ҡотҡар” экологик акцияһы үтте....

Тотош уҡырға 84