Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сүп-сарҙы иң алыҫ ауылдарҙан да йыясаҡтар
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса төбәк операторы – “Эко-Сити” компанияһы Башҡортостандың иң алыҫ райондарынан сүп-сар сығарыуҙы ойошторасаҡ.

Әлеге ваҡытта компания әҙерлек эштәре алып бара һәм транспорт логистикаһын төҙөй. Ул майҙаны буйынса иң ҙур биләмәне хеҙ­мәтләндерәсәк.

Исемлектә Күмертау, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Әбйәлил, Ауыр­ғазы, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Ейән­сура, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Учалы, Федоровка, Хәйбулла райондары. Ғө­мүмән, Урал аръяғында тәүге тапҡыр тулы ҡеүәттә сүп-сар сығарыу ойоштороласаҡ. Быға тиклем ауылдарҙағы ҡалдыҡтар яҡындағы сүплектәргә тиклем генә алып барылған. Уларҙың күбеһе әлеге ваҡытта тулған һәм рекультивация талап итә.

Төбәк операторы яуап биргән майҙанда ете лицензиялы полигон урынлашҡан: Ишембай, Стәрлетамаҡ, Белорет, Учалы ҡалаларында. Уларға райондарҙың алыҫ урынлашҡан ауылдарынан сүп-сар ташыу ҡиммәткә төшә, шуға ла урындарҙа тейәү-бушатыу станциялары йыһазландырырға ҡарар ителгән.

Әлеге ваҡытта “Эко-Сити” белгестәре урын­дағы хакимиәт башлыҡтары менән һөйләшеүҙәр алып бара, станциялар өсөн төрлө райондарҙа 17 урын билдәләнәсәк, был сүп-сарҙы тиҙ арала йыйырға булышлыҡ итәсәк.

Билдәле булыуынса, 2019 йылдың 1 ғинуа­рынан Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре лә “сүп-сар реформаһы”н башлаясаҡ, уға ярашлы, ҡаты көн­күреш ҡалдыҡтары сығарыу, эшкәртеү махсус­лашҡан төбәк операторҙарына йөкмәтеләсәк.

Автор: Г. РӘСҮЛЕВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Элеватор туҙаны оса...

Элеватор туҙаны оса... 05.12.2018 // Экология

Республикала Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы инспекторҙары менән прокурорҙар Ғафури...

Тотош уҡырға 66

Бәләбәйҙәр сүп менән көрәшә

Бәләбәйҙәр сүп менән көрәшә 01.12.2018 // Экология

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты “Генераль йыйыштырыу” проектының һөҙөмтәләрен барланы. Башҡортостанда...

Тотош уҡырға 107

“Ике йыл ошо мәсьәлә менән шөғөлләнәбеҙ”

“Ике йыл ошо мәсьәлә менән шөғөлләнәбеҙ” 30.11.2018 // Экология

Карьерҙар бер Темәстә генә түгел, Белорет районында ла, Учалы төбәгендә лә бар. Дәүләт Думаһы...

Тотош уҡырға 161

“Кеше тәбиғәттән файҙаланып ҡына ҡалмаһын, уны яҡлаһын да...”

“Кеше тәбиғәттән файҙаланып ҡына ҡалмаһын, уны яҡлаһын да...” 21.11.2018 // Экология

Депутат экологик мәсьәләләргә, халыҡтың көнкүрешенә битараф түгел. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 87

Шишмәнең дә моңо, зары бар...

Шишмәнең дә моңо, зары бар... 20.11.2018 // Экология

Һуңғы йылдарҙа республикала ауыл халҡының йәшәйешен яҡшыртыу буйынса төрлө программалар уңышлы...

Тотош уҡырға 91

Урал ҡаяларын яҡлар закон бармы?

Урал ҡаяларын яҡлар закон бармы? 13.11.2018 // Экология

Рөхсәтһеҙ һәм күпләп таш сығарыуҙы кисекмәҫтән туҡтатыу талап ителә....

Тотош уҡырға 150

Етешһеҙлек төҙәтелергә тейеш

Етешһеҙлек төҙәтелергә тейеш 06.11.2018 // Экология

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Мәсәғүт территориаль комитеты менән Урмансылыҡтар...

Тотош уҡырға 72

Шыршы “тутыйғошо”

Шыршы “тутыйғошо” 06.11.2018 // Экология

Ылыҫлы урмандарҙа көн иткән был турғай башҡа ҡоштарҙан ныҡ айырыла. Иң тәүҙә уның сағыу төҫөнә,...

Тотош уҡырға 94

Бурһыҡты ни өсөн аулайҙар?

Бурһыҡты ни өсөн аулайҙар? 06.11.2018 // Экология

Бурһыҡты күберәк майы өсөн аулайҙар. Халыҡ медицинаһында ул айырым урын алып тора, тиһәң дә хата...

Тотош уҡырға 118

Йылға буйында бөҙрә тал...

Йылға буйында бөҙрә тал... 06.11.2018 // Экология

Талдың матурлығына ҡарап, халҡыбыҙ йырҙар сығарған, һылыуҙарыбыҙҙы ошо тәбиғәт мөғжизәһе менән...

Тотош уҡырға 86

Тотош “ер аҫты ҡалаһы” төҙөгән йәнлек

Тотош “ер аҫты ҡалаһы” төҙөгән йәнлек 06.11.2018 // Экология

Уға башлыса кешеләр һөжүм итә. Йоҡларға яратҡан, ялҡауыраҡ кешегә ҡайһы бер яҡта: “Бурһыҡ һымаҡ...

Тотош уҡырға 73

“Макулатура тапшыр – ағасты ҡотҡар”

“Макулатура тапшыр – ағасты ҡотҡар” 05.11.2018 // Экология

Ошо көндәрҙә Борай районында сираттағы “Макулатура тапшыр – ағасты ҡотҡар” экологик акцияһы үтте....

Тотош уҡырға 81