Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тотош “ер аҫты ҡалаһы” төҙөгән йәнлек

Уға башлыса кешеләр һөжүм итә.

Йоҡларға яратҡан, ялҡауыраҡ кешегә ҡайһы бер яҡта: “Бурһыҡ һымаҡ йоҡо һимертәһең”, – тиҙәр. Белмәйем, йәнлектең бында ниндәй ҡыҫылышы барҙыр, әммә... Булмаһа, тәбиғәттең ошо мөғжизәһе менән танышайыҡ.

Бурһыҡ – үҙенә күрә ҙур ғына йәнлек. Уның кәүҙә оҙонлоғо 60 – 90 сантиметрға, ауырлығы 24 килограмға етә. Үҙенә килешеп торған матур ғына ҡойроғо – 20 – 24 сантиметр. Әйткәндәй, ҡышҡы йоҡоға талыр алдынан бик күп май туплай, шуға ла ҡәҙимге ауырлығына тағы ла унлап килограмм өҫтәлә һәм 34-кә саҡлы етә. Ситтән ҡарағанда, кәүҙәһе ағас ярыр өсөн ҡулланылған, имәндән юнып эшләнгән сөйҙө хәтерләтә: ҡалын булып килә лә моронона табан ослая. Муйыны ҡыҫҡа ғына, хатта барлығы ла беленмәй. Уның ҡарауы, бармаҡтарындағы оҙон тырнаҡтары бәләкәс көрәк һымаҡ – ысын мәғәнәһендә ер ҡаҙырға яратылғандар. Төҫөнә килгәндә, морононан ҡолаҡтарына табан ике ҡара таҫма һуҙылған. Арҡаһы менән тәненең ике яғы көмөш төҫөн уйнатҡан ҡараһыу һоро, ҡорһаҡ өлөшөнә оҫта рәссам ҡара буяуын йәлләмәгән тиерһең.

Бурһыҡ – быуындан-быуынға бер ерҙе төйәк иткән йәнлек. Әлбиттә, кеше ҡыҫылып, ҡурҡытып ебәрмәһә йәки ҡырмаһа. Тәбиғәттә бурһыҡтың туранан-тура дошманы юҡ тиһәң дә була. Юлына осраһа, бүре, төлкө, һеләүһен һөжүм итергә мөмкин, ләкин уныһы һирәк күренеш, ти белгестәр. Ни өсөн тигәндә, бурһыҡ күп осраҡта төнгө “тормош” алып бара. Яҡтыла иһә иртәнге сәғәт һигеҙҙәрҙә, кисен биш-алтыларҙа сыға.

Бер үк ерҙе оҙаҡ төйәк итә, тинек. Хәтеремдә, бәләкәй генә сағымда атайым мине Сытыр урманындағы эске мәмерйәгә алып барғайны. Мәмерйә тиһәң дә, уның эсенә үтеп инә торған урыны күптән бикләнгән, тик тәрән соҡорҙо ғына хәтерләтә. Уныһы ла аптырата: урман менән ҡапланған тип-тигеҙ урында, ер убылған тиерһең, 30 метр самаһы соҡор хасил булған.

Был тәбиғәт мөғжизәһенән дә бигерәк тирә-яғында ҙур-ҙур өңдәр күп ине. “Бурһыҡ оялары, – тине атай. – Ипләп, ҡарап атла, япраҡ менән ҡапланғандарына төшөп китмә, ҡапҡан да булыуы ихтимал”. Бына ошо оялар әле лә, 40 йыллап ваҡыт үтһә лә, бар. Хәҙер инде үҙемдең улдарыма күрһәткәнгә байтаҡ ваҡыт, тиҙҙән, Алла бойорһа, ейәндәремде алып бармаҡсымын. Ысынлап та, ҡарап туймаҫлыҡ улар: тәрәнгә киткәндәр, ауыҙҙары ҙур.

Белгестәр, бурһыҡ ояларын өйрәнеп, махсус хронологик тикшереү үткәргән. Баҡһаң, ҡайһы бер “ҡалалары”на бер нисә мең йыл да булыуы мөмкин икән. Яңғыҙ йәнлектәр тәүҙә бер генә сығып йөрөй торған “ишек”ле һәм йәшәй торған урынлы ябай өң ҡаҙа. Ә бына йылдар үтеү менән тотош “ҡала” төҙөлә: 40–50 сығыу урыны, һауа үтеп инеү өсөн вентиляция тишеге була, 5–10 метрғаса еткән ер аҫты юлы – туннель, коридор ҡоро үлән йәйелгән “зал”ға алып сыға. Был торлаҡтар биш метр тәрәнлеккә төшөп етә. Һыу үтеп инмәһен өсөн бик ныҡ итеп нығытыла.
Бурһыҡтар ҡатнаш һәм ылыҫлы урмандарҙы үҙ итә. Бик һирәк кенә таулы урындарға оя ҡора. Көньяҡта далала, ярымсүллектә лә йәшәй алалар. Торлаҡ өсөн ҡоро урынды һайлаһалар ҙа, һыуҙан километрҙан да ары өң яһамайҙар. Һыуға, һаҙлыҡлыраҡ ергә яҡын барыуҙары аҙыҡ базаһы менән аңлатыла.

Аҙыҡ тигәндән, бурһыҡтар уны төрләмәй – бар нәмәнән ҡәнәғәт: үлән тамыры ашайҙар, ҡыяҡтарынан, япраҡтарынан, бәшмәк, еләктән баш тартмайҙар. Шулай ҙа иң яратҡан ризыҡтары тере йәндәрҙе аулау: сысҡан, тәлмәрйен, кеҫәртке, ҡош һәм уның йомортҡалары, бөжәк, ҡусҡар, ямғыр селәүсене... Ҡайһы саҡ һунарға сыҡҡанда бурһыҡ 50-нән ашыу тәлмәрйен, йөҙләгән селәү, бөжәк тоторға мөмкин. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул ярты килонан артыҡ ризыҡ ашамай. Тик көҙгә генә, ҡышҡы йоҡоға талыр алдынан, ныҡлап ашап һимерә, май йыя. Төньяҡ райондарҙа октябрь-ноябрҙән март-апрелгәсә йоҡоға тала, көньяҡта иһә, йәғни ҡыштар йылы килгән, оҙон булмаған төбәктәрҙә йоҡламай ҙа тиерлек – йыл әйләнәһенә әүҙем тормош алып бара.

Ҡауышыуға килгәндә, бурһыҡтар моногамиялы, йәғни бер никахлы, ғаилә ҡора. Бар ҡоштар, йәнлектәр яҙын ҡауышһа, былар көҙөн парлаша, ләкин ҡушылыуҙары, инәһенең аталанып ҡалыуы төрлө ваҡытҡа тура килә. Йәй көнө ҡасһа – 271 көн, ҡышын аталанһа, 450 көнгәсә быуаҙ йөрөй. Мәҫәлән, йылыраҡ булған Европала декабрь-апрелдә, ә Рәсәй биләмәһендә март-апрелдә ике-алты бала таба. Балалары 35 – 42 көндә “өлгөрөп” етеп, өс айлыҡ сағында үҙаллы ашап йөрөй башлай. Көҙөн иһә, йоҡоға талыр алдынан, балалары әсәһенән айырыла. Инәләре икенсе йылына ҡауышырға өлгөрөп етһә, аталары – тик өсөнсө йылына ғына. Бурһыҡтар тәбиғи шарттарҙа 10 – 12 йыл ғүмер итә. Ә бына зоопарктарҙа 16 йылғаса йәшәүҙәре билдәле.

Бурһыҡтың туранан-тура дошманы юҡ, тинек. Алда һанап үтелгән йыртҡыстар бик һирәк һөжүм итә. Кеше ысын мәғәнәһендә был йәнлекте аулаусы, юҡ итеүсе булып тора. Һылтауҙар, әлбиттә, күп: ҡотороу сире, баҡсаларға яҡын булыуы, ә иң төп сәбәп – бурһыҡ майы. Күпме генә ҡырмаһындар, өңдәрен аҡтармаһындар, халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау берлегенең Ҡыҙыл китабына бурһыҡ “юғалыу сигенә етмәгән”, “аҙ ҡурҡыныс янаған” йәнлектәр иҫәбенә ингән. Был тотош үрсеү даирәһенә, биләмәһенә ҡағыла. Беҙгә ҡалһа, һәр төр ҡош, йәнлек, хайуан Ҡыҙыл китапҡа индерелгәнсә үк һаҡланырға тейеш. Тәбиғәт барыһын үҙе көйләй, үҙ ҡанундары менән йәшәй. Шуға ла күп осраҡта кешенең нимәнелер “көйләүе” кәрәкмәй. Юғиһә ошо ысулдар менән беҙ киреһен эшләп ҡуйып, һуңынан “һаҡларға кәрәк, бының өсөн шул тиклем аҡса талап ителә” тип лаф ороусанбыҙ. Әҙәм балаһынан күп талап ителмәй: тәбиғәт үҙ ҡануны буйынса йәшәһен, ә беҙ уны ни бары һаҡлайыҡ ҡына.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Элеватор туҙаны оса...

Элеватор туҙаны оса... 05.12.2018 // Экология

Республикала Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы инспекторҙары менән прокурорҙар Ғафури...

Тотош уҡырға 78

Бәләбәйҙәр сүп менән көрәшә

Бәләбәйҙәр сүп менән көрәшә 01.12.2018 // Экология

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты “Генераль йыйыштырыу” проектының һөҙөмтәләрен барланы. Башҡортостанда...

Тотош уҡырға 115

“Ике йыл ошо мәсьәлә менән шөғөлләнәбеҙ”

“Ике йыл ошо мәсьәлә менән шөғөлләнәбеҙ” 30.11.2018 // Экология

Карьерҙар бер Темәстә генә түгел, Белорет районында ла, Учалы төбәгендә лә бар. Дәүләт Думаһы...

Тотош уҡырға 167

“Кеше тәбиғәттән файҙаланып ҡына ҡалмаһын, уны яҡлаһын да...”

“Кеше тәбиғәттән файҙаланып ҡына ҡалмаһын, уны яҡлаһын да...” 21.11.2018 // Экология

Депутат экологик мәсьәләләргә, халыҡтың көнкүрешенә битараф түгел. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 89

Шишмәнең дә моңо, зары бар...

Шишмәнең дә моңо, зары бар... 20.11.2018 // Экология

Һуңғы йылдарҙа республикала ауыл халҡының йәшәйешен яҡшыртыу буйынса төрлө программалар уңышлы...

Тотош уҡырға 95

Урал ҡаяларын яҡлар закон бармы?

Урал ҡаяларын яҡлар закон бармы? 13.11.2018 // Экология

Рөхсәтһеҙ һәм күпләп таш сығарыуҙы кисекмәҫтән туҡтатыу талап ителә....

Тотош уҡырға 157

Етешһеҙлек төҙәтелергә тейеш

Етешһеҙлек төҙәтелергә тейеш 06.11.2018 // Экология

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Мәсәғүт территориаль комитеты менән Урмансылыҡтар...

Тотош уҡырға 73

Шыршы “тутыйғошо”

Шыршы “тутыйғошо” 06.11.2018 // Экология

Ылыҫлы урмандарҙа көн иткән был турғай башҡа ҡоштарҙан ныҡ айырыла. Иң тәүҙә уның сағыу төҫөнә,...

Тотош уҡырға 95

Бурһыҡты ни өсөн аулайҙар?

Бурһыҡты ни өсөн аулайҙар? 06.11.2018 // Экология

Бурһыҡты күберәк майы өсөн аулайҙар. Халыҡ медицинаһында ул айырым урын алып тора, тиһәң дә хата...

Тотош уҡырға 119

Йылға буйында бөҙрә тал...

Йылға буйында бөҙрә тал... 06.11.2018 // Экология

Талдың матурлығына ҡарап, халҡыбыҙ йырҙар сығарған, һылыуҙарыбыҙҙы ошо тәбиғәт мөғжизәһе менән...

Тотош уҡырға 90

“Макулатура тапшыр – ағасты ҡотҡар”

“Макулатура тапшыр – ағасты ҡотҡар” 05.11.2018 // Экология

Ошо көндәрҙә Борай районында сираттағы “Макулатура тапшыр – ағасты ҡотҡар” экологик акцияһы үтте....

Тотош уҡырға 82

Хафиз йылғаһын кем бысратҡан?

Хафиз йылғаһын кем бысратҡан? 30.10.2018 // Экология

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай территориаль комитетына Баймаҡ ҡалаһында...

Тотош уҡырға 89