Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йылға буйында бөҙрә тал...
Талдың матурлығына ҡарап, халҡыбыҙ йырҙар сығарған, һылыуҙарыбыҙҙы ошо тәбиғәт мөғжизәһе менән сағыштырған.

Илебеҙҙә ярайһы уҡ киң тарал­ған был ағастың донъяла 170 төрө бар. Уларҙың ҡайһыһы тирәк булып ҙур үҫә, ҡайһыһы ҡыуаҡ рәүешендә ҡала. Ә бына һалҡын яҡтарҙа, таулы-ташлы урындарҙа хатта ер өҫтөндә үрмәләп, үлән бейеклеге генә була икән. Мәҫәлән, Төньяҡ Америкала талдың 65 төрө үҫә. Шуларҙың 25 төрө генә ағас кимәленә күтәрелә, ә ҡалған 40 төрө үлән тиңендә ҡала.

Төрҙәре

Беҙҙең яҡтарҙа тал үҫмәгән ер бик һирәк. Һуңғы йылдарҙа, колхоз-совхоздар бөтөрөлгәс, хужалыҡтарҙа мал һаны ҡырҡа кәмене. Ауыл халҡы ла кәзә-һарыҡты, һыйыр малын ҡыҫҡартты, көтөүҙәр күҙгә күренеп бәләкәйләнә бара. Был хәл тәбиғәт өсөн ҡулай: ҡыуаҡлыҡтарҙа ҡурпылар күренде, йылға, күл буйҙарында, дым булған соҡорҙарҙа тал, ҡайын, ерек, уҫаҡ ағастары үҫентеләре баш ҡалҡытты.

Тал ботаҡтан да, орлоҡтан да үҫә. Шуныһы: белгестәр билдәләүенсә, уның орлоғо бер нисә көн эсендә дымға төшһә генә шытым бирә, ә оҙағыраҡ торһа, үҙенсәлеген юғалта. Тик урыҫса “пятитыченковый” тип йөрөтөлгән төрөнөң генә орлоғо киләһе йылдың яҙына тиклем һаҡлана. Әйткәндәй, һыуға төшкәне орлоҡ сығышын бер нисә йыл һаҡларға мөмкин икән. Асыҡ һауала, ҡоро ерҙә генә орлоҡ шытым бирмәй. Һыуға төшкәс иһә һаҡланып ҡына ҡалмай, ятҡылыҡ яҙғы ярынан сигенеү менән шытым бирә. Шуға ла, иғтибарлыраҡ ҡараһаң, һыу буйы үләне араһында тал сыбыҡсаларын да күрергә мөмкин.

Талдың төрө бик күп булған һымаҡ, уның япраҡ төҙөлөшө, бөрөһө, сәскәһе лә төрлө-төрлө. Беҙҙә һирәгерәк булһа ла киң, осло япраҡлылары осраһа, күпселектә осло, ян-яҡтары “тешле”, нәҙек япраҡлы ағастар, ҡыуаҡтар үҫә. Япраҡтарҙың төҫтәре йәшел, аҡһыл йәшел, зәңгәрһыу йәшел, көмөшһыу булырға мөмкин. Шулай уҡ йәш һабаҡтары ла төрлө: йәшел, көрән, аҡһыл йәшел.

Тал тәбиғи хәлендә күпселектә орлоҡтан үрсей. Ә культура булараҡ йәки хужалыҡ кәрәге өсөн (кәрзин үреү, баҡса йыһаздары яһау һәм башҡалар) ботаҡтарҙы 20-шәр сантиметр итеп киҫеп, ергә ҡаҙап сығыу ысулы менән үҫтерәләр.

Талдың ҡайһы төрө япраҡ ярғансы уҡ сәскә атһа, ҡайһыһы йәйгелеккә ҡала. Беҙҙә уның ике төрлөһө лә үҫә. Айырым алғанда, сәскәләре бик ваҡ. Күҙгә лә күренмәҫлек булыр ине, тик улар “алҡалар”ға берләшкән. Шуға ла әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Был “алҡалар” йә инә, йә ата сәскәләрҙе генә берләштерә. Орлоҡ һеркә осора башлағас ҡына “ҡауыша”.

Өйрәнеү тарихы

Талды ботаник яҡтан өйрәнеү беренсе быуаттарҙан уҡ билдәле. Мәҫәлән, өлкән Плиний үҙенең “Естественная история” тигән 37 китаптан торған хеҙмәтендә талдың һигеҙ төрөн яҙып үтә. Шуныһы ла билдәле: XVIII быуаттан алып белгестәр, ғалимдар был ағас-ҡыуаҡтың дөйөм классификацияһын төҙөй башлаған. Миҫалға шуны килтерергә мөмкин: күренекле ботаник Карл Линней талдың 29 төрөн билдәләй. Ләкин бер нисә йылдан һуң Скополи атлы ғалим был теорияны юҡҡа сығара, ағастың төрҙәре байтаҡҡа күберәк тип сығыш яһай.

Рәсәйҙә иһә талдарҙы өйрәнеү тарихын Гмелин хеҙмәттәре аша белеп була. Ул үҙенең хеҙмәтендә 15 төр талға ғилми яҡтан тулыһынса асыҡлыҡ индерә (1747 йыл). Әйткәндәй, Линней 1753 йылда Гмелин күрһәткән 15 төрҙөң етәүһен үҙенең хеҙмәтенә индереүе, урыҫ ғалимының эшен файҙаланыуын күрһәтә.

Һуңынан тал тураһында П. Палластың хеҙмәттәрендә лә күрергә мөмкин. Ул Рәсәй биләмәһендә үҫкән 35 төр хаҡында яҙа. “Британ флораһы” хеҙмәте авторҙары Европала үҫкән 45 төр тал тураһында яҙһа, ботаник Вильденов – 116 төр, биолог Кох – 182, Гандоже хатта ҙур һәм бәләкәйерәктәре менән бергә 1600 төрөн билдәләй! Әйтергә кәрәк, күпселек ғалимдар үҫемлектең башҡа ағастар менән ҡушылып үҫкәндәрен дә, йәғни гибрид­тарҙы ла айырым төргә индерә.

Күп ғалимдар был ағас, ҡыуаҡ төрөн өйрәнә. Һәр береһен атау ҙа мөмкин түгел. Ләкин бар төргә яҙылған хеҙмәттәргә ҡарата баһаны, моғайын, Ю. Скворцов биргәндер. Ул 1968 йылда “СССР талдары” (“Ивы СССР”) тигән китап сығара. Ғалим талдарҙы төркөмдәргә бүлә, үҙенсәлек­тәрен билдәләй, бәләкәйерәк төркөмсә­ләргә айыра.

Тал матурлыҡ символы ғына түгел. Алда күренеүенсә, ғалимдар араһында бәхәс тыуҙырыусы ағас та. Был бәхәс әлеге көнгә тиклем бара: хеҙмәттәр яҙыла, һәр береһе һүҙен дәлилләп, лекциялар уҡый, гербарийҙар туплай. Әйткәндәй, иң ҙур гербарий Ҡушма Штаттарҙа, Бөйөк Британияның Королдәр баҡсаһында, Париж музейында икән. Шулай уҡ донъя илдәренең тиҫтәнән ашыу университеты ботаник коллекцияларҙа ла бар.

Көнкүрештә ҡулланылышы

Тал ағасы, бер ҡараһаң, төҙөлөшкә бармаған һымаҡ, ләкин ул башҡа ерҙә алмаштырғыһыҙ. Мәҫәлән, күп илдәрҙә талды емерелгән, ишелгән яр буйҙарында, канал ярҙарын нығытҡанда файҙаланалар. Дала яғында уны эрозияға ҡаршы һыҙат итеп ултырталар.

Талдың ҡайырыһы һәм сыбыҡсалары төрлө әйбер үреп яһар өсөн ҡулланыла. Был бигерәк тә һуңғы йылдарҙа матур йолаға әйләнеп китте.
Халыҡ медицинаһында талдың ҡайырыһын файҙаланалар. Уны ҡайнатып, һалҡын тейеүҙән барлыҡҡа килгән ауырыуҙарға ҡаршы ҡулланалар, сөнки яҡшы антисептик булып тора. Составында салицил кислотаһы бар.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Элеватор туҙаны оса...

Элеватор туҙаны оса... 05.12.2018 // Экология

Республикала Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы инспекторҙары менән прокурорҙар Ғафури...

Тотош уҡырға 80

Бәләбәйҙәр сүп менән көрәшә

Бәләбәйҙәр сүп менән көрәшә 01.12.2018 // Экология

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты “Генераль йыйыштырыу” проектының һөҙөмтәләрен барланы. Башҡортостанда...

Тотош уҡырға 117

“Ике йыл ошо мәсьәлә менән шөғөлләнәбеҙ”

“Ике йыл ошо мәсьәлә менән шөғөлләнәбеҙ” 30.11.2018 // Экология

Карьерҙар бер Темәстә генә түгел, Белорет районында ла, Учалы төбәгендә лә бар. Дәүләт Думаһы...

Тотош уҡырға 171

“Кеше тәбиғәттән файҙаланып ҡына ҡалмаһын, уны яҡлаһын да...”

“Кеше тәбиғәттән файҙаланып ҡына ҡалмаһын, уны яҡлаһын да...” 21.11.2018 // Экология

Депутат экологик мәсьәләләргә, халыҡтың көнкүрешенә битараф түгел. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 90

Шишмәнең дә моңо, зары бар...

Шишмәнең дә моңо, зары бар... 20.11.2018 // Экология

Һуңғы йылдарҙа республикала ауыл халҡының йәшәйешен яҡшыртыу буйынса төрлө программалар уңышлы...

Тотош уҡырға 99

Урал ҡаяларын яҡлар закон бармы?

Урал ҡаяларын яҡлар закон бармы? 13.11.2018 // Экология

Рөхсәтһеҙ һәм күпләп таш сығарыуҙы кисекмәҫтән туҡтатыу талап ителә....

Тотош уҡырға 158

Етешһеҙлек төҙәтелергә тейеш

Етешһеҙлек төҙәтелергә тейеш 06.11.2018 // Экология

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Мәсәғүт территориаль комитеты менән Урмансылыҡтар...

Тотош уҡырға 75

Шыршы “тутыйғошо”

Шыршы “тутыйғошо” 06.11.2018 // Экология

Ылыҫлы урмандарҙа көн иткән был турғай башҡа ҡоштарҙан ныҡ айырыла. Иң тәүҙә уның сағыу төҫөнә,...

Тотош уҡырға 96

Бурһыҡты ни өсөн аулайҙар?

Бурһыҡты ни өсөн аулайҙар? 06.11.2018 // Экология

Бурһыҡты күберәк майы өсөн аулайҙар. Халыҡ медицинаһында ул айырым урын алып тора, тиһәң дә хата...

Тотош уҡырға 120

Тотош “ер аҫты ҡалаһы” төҙөгән йәнлек

Тотош “ер аҫты ҡалаһы” төҙөгән йәнлек 06.11.2018 // Экология

Уға башлыса кешеләр һөжүм итә. Йоҡларға яратҡан, ялҡауыраҡ кешегә ҡайһы бер яҡта: “Бурһыҡ һымаҡ...

Тотош уҡырға 77

“Макулатура тапшыр – ағасты ҡотҡар”

“Макулатура тапшыр – ағасты ҡотҡар” 05.11.2018 // Экология

Ошо көндәрҙә Борай районында сираттағы “Макулатура тапшыр – ағасты ҡотҡар” экологик акцияһы үтте....

Тотош уҡырға 84

Хафиз йылғаһын кем бысратҡан?

Хафиз йылғаһын кем бысратҡан? 30.10.2018 // Экология

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай территориаль комитетына Баймаҡ ҡалаһында...

Тотош уҡырға 94