Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урал ҡаяларын яҡлар закон бармы?
Урал ҡаяларын яҡлар закон бармы?

Рөхсәтһеҙ һәм күпләп таш сығарыуҙы кисекмәҫтән туҡтатыу талап ителә.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа үткән ултырыш та ошо көнүҙәк мәсьәлә буйынса саралар күреү маҡсатында үткәрелде. Парламенттың бурысы – ҡануниәтте тулыландырыу һәм заманға яраҡлы итеп үҙгәртә барыу. Шуны иҫәпкә алып, депутаттар “Башҡортостан Республикаһында урындағы әһәмиәтле ер аҫты биләмәләренән файҙаланыу хоҡуғы биреү тәртибе тураһында”ғы 144-се Башҡортостан Республикаһы Законының үтәлешен тикшерҙе. Осрашыуға күп кенә министрлыҡтар һәм ойошмалар етәкселәре лә саҡырылғайны.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Баймаҡ районының Темәс ауылы эргәһендәге карьерҙы ҡарағас, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эреле-ваҡлы эшҡыуарлыҡ ойошмаларының тәбиғи ташты рөхсәтһеҙ һәм күпләп ситкә ташыуын һәм республикаға ла, райондарға ла бының һис файҙаһы булмауын, тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтерелеүен һәләкәткә тиңләгәйне.

Ултырышты алып барыусы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты рәйесе Әлфәрис Байсурин был сараға әҙерлек барышында республиканың дәүләт власы органдарына һәм муниципалитеттарына ошо ҡанунды камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр ебәреүҙе һорап мөрәжәғәт итеүе хаҡында белдерҙе.

– Әле беҙ ҡараған 144-се Закон ер аҫты биләмәләрен файҙаланыуға биргәндә урындағы халыҡтың мәнфә­ғәттәрен иҫәпкә алмай, – тине беренсе булып һүҙ алған тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев. – Таш тейәгән ҙур йөк машиналары юлдарҙы һәм күперҙәрҙе боҙа, халыҡ һәм мал көтөүҙәре саң күтәрелеүҙән интегә.

Министр раҫлауынса, быйылғы йыл башынан алып геологик күҙәтеү хеҙмәте 260 хоҡуҡ боҙоуҙы асыҡлаған, уларҙың күбеһе файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарыуға ҡағыла. Һалынған штрафтың дөйөм суммаһы 15,7 миллион һум тәшкил итә. Бынан тыш, быйылғы тәүге ун айҙа министрлыҡ инспекторҙары ҡаҙылма байлыҡты рөхсәтһеҙ сығарыуҙың 129 осрағын теркәгән, шуның күпселек өлөшө Белорет, Дыуан һәм Баймаҡ райондарына тура килә. Бында штраф, дөйөм алғанда, ете миллион һумға еткән.

Шул уҡ ваҡытта, республиканың Контроль-иҫәп палатаһы аудиторы Владимир Малковтың сығышынан күрене­үенсә, министрлыҡ күп нәмәләрҙе эшләп еткермәгән. Ул быны Палатаның 2014 һәм 2017 йылдарҙа үткәргән тикше­ренеү­ҙәренә һылтанып хәбәр итте.

– Алынған һөҙөмтәләр файҙалы ҡаҙылмаларҙың тулы күләмдә сығарылыуы, ҡаҙып сығарыу һәм эшкәртеүҙәге юғалтыуҙар, ятҡылыҡтың боҙолоуы буйынса мәғлүмәттәрҙе анализлауҙың сифатлы эшләнмәүен раҫлай, – тине аудитор. – Былар барыһы ла ҡаҙылма байлыҡты сығарыуҙың йоғонтоло булыу-булмауын объектив баһалау мөмкинлеген бирмәй. Палата асыҡлаған етешһеҙлектәр араһында лицензияларҙың туҡтатылмауы, отчеттарҙың бирелмәүе, төрлө һа­лымдар һәм йыйымдарҙың түләнмәүе лә бар.

Тикшереүсе шуны ла раҫлай: һуңғы өс йылда Башҡортостанда файҙалы ҡаҙылмалар запасы алты миллион кубометрға кәмегән, тирә-яҡ мөхиткә зыяндың ҙурайыуы һәм төрлө кимәлдәге бюджеттарҙың килемде алып еткермәүе дауам итә. Шул иҫәптән республика ҡаҙнаһына күсерелмәй ҡалған табыш 80 миллион һумға еткән. Бынан тыш, ваҡытында тейешле саралар күрелмәүе арҡаһында байтаҡ ятҡылыҡтарҙы намыҫлы файҙаланыусылар ҡулына тапшырыу форсаты юҡҡа сыға. Һуңғы ай ярым эсендә Палата 15 районда һәм ике ҡала округында тәбиғи байлыҡты – ҡом-ҡомташ ҡушылмаһы, ҡырсынташ, биҙәкләү плитәһен сығарыуҙың 43 осрағын билдәләгән. Рөхсәтһеҙ сығарылған был таштың күләме 1,5 миллион кубометрҙан артыҡ.

Республиканың тәбиғәтте һаҡлау буйынса район-ара прокуроры вазифаһын башҡарыусы Рушан Хәйретдинов аңла­тыуынса, былтыр полицияға файҙалы ҡаҙылмаларҙың рөхсәтһеҙ сығарылыуы тураһында 140 мөрәжәғәт килгән, ләкин өс кенә енәйәт эше ҡуҙғатылған, шуларҙың икеһе туҡтатылып торған. Таш сығарған ике кешегә ҡарата берҙән-бер хөкөмдө Юғары суд юҡҡа сығарған, сөнки, ҡарарҙа аңлатылыуынса, “килтерелгән зыянды билдәләү ышандырырлыҡ түгел”. Әммә ултырышта полиция, прокуратура һәм Баймаҡ районы вәкилдәре сығыш яһаманы.

– Башҡортостанда файҙалы ҡаҙыл­маларҙың законһыҙ сығарылыуы үтә ҡырҡыу төҫ алды, – тине Рушан Хәйретдинов. – Айырыуса был мәсьәлә Өфө тирәһе һәм Урал аръяғы райондары өсөн көнүҙәк. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ошо йүнәлештәге бурыстарын үтәмәй, лицензия шарттарының үтәлеше һәм сығарыу күләме буйынса мәғлүмәттәр талап итмәй. Урындағы үҙидара органдарына ла был тәңгәлдә һорауҙар күп.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың сығышы тойғо­ларға иң байы булғандыр, моғайын. “Әйҙәгеҙ, тураһын әйтәйек: ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыу мәсьә­ләһе менән шөғөлләнмәйбеҙ”, – тине ул. Депутат раҫлауынса, республиканан бик ҙур сумма аҡса ситкә оҙатыла, штрафтар үтә аҙ, уларын түләттереү ҙә насар кимәлдә. Зариф Байғусҡаров килтерелгән зыянды баһалау өсөн махсус комиссия төҙөргә тәҡдим итте.

– Ер аҫты байлыҡтарын маҡсатҡа ярашлы файҙаланырға кәрәк, лицензия биреүҙә ҡаты контроль, ҡаҙылма байлыҡтарҙы законһыҙ сығарған өсөн яуаплылыҡты көсәйтеү талап ителә, – тине Комитет рәйесе Әлфәрис Байсурин.

Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса Комитет шундай ҡарар сығарҙы: республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының “Баш­ҡортостан Республикаһында урындағы әһәмиәтле ер аҫты биләмәләренән файҙаланыу хоҡуғы биреү тәртибе тураһында”ғы 144-се Башҡортостан Республикаһы Законын үтәү буйынса эшмәкәрлеген ҡәнәғәтләнерлек түгел тип табырға. Был осраҡта министр­лыҡтың урындағы әһәмиәткә эйә булған ер аҫты биләмәләрен геологик өйрәнеү, рациональ файҙаланыу һәм һаҡлауға ҡағылышлы эше күҙ уңында тотола. Комитет шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышына ошо Закондың үтәлешенә контроль һөҙөмтәһе буйынса доклад әҙерләп тапшырырға ҡарар итте.

Әмир ИШЕМҒОЛОВ,
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:
– Ата-бабаларыбыҙ беҙгә мираҫҡа иҫ киткес гүзәл һәм тәбиғи байлыҡҡа тулы булған ер ҡалдырған. Шул байлыҡты рөхсәтһеҙ әрәм-шәрәм итеүҙәре бик көйөнөслө хәл, әлбиттә. Урындарҙағы халыҡтың был тәбиғи сеймалды, әйтәйек – һарай һылар өсөн балсыҡты булһа ла, барып алырға хоҡуғы юҡ, ә сит яҡтан ниндәйҙер ойошмалар бер ниндәй контролһеҙ ташый! Тирә-яҡ мөхиткә зыян килтерелеүенә, таш тейәгән автомашиналарҙың юлдарҙы һәм күперҙәрҙе боҙоуы, ауылда уйнап йөрөгән бала-саға өсөн хәүеф тыуҙырыуына сик ҡуйырға кәрәк. Беҙ был өлкәләге федераль һәм республика ҡануниәтен ҡарап сығырға, кәрәк булғанда, уларға төҙәтмәләр һәм үҙгәрештәр индерергә ниәтләйбеҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Көкөрт диоксиды миҡдары артҡан

Көкөрт диоксиды миҡдары артҡан 21.01.2019 // Экология

Бөгөн көндөҙгө сәғәт 12-лә Сибайҙың ҡалаһының ҡайһы бер урамдарында лабораториялар һулар һауала...

Тотош уҡырға 37

Балаңа – һөт, үҙеңә – күмер

Балаңа – һөт, үҙеңә – күмер 19.01.2019 // Йәмғиәт / Экология

Сибайҙағы экологик хәлгә бәйле, халыҡтың һаулығын һәр яҡлап хәстәрләү дауам итә....

Тотош уҡырға 171

Халыҡ ҡасан ҡурҡыуҙан арыныр?

Халыҡ ҡасан ҡурҡыуҙан арыныр? 18.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт / Экология

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы делегацияһы Сибайҙағы хәлде тикшергәс, борсоулы халыҡ менән...

Тотош уҡырға 134

Сибай: ел көньяҡҡа ҡарай иҫә

Сибай: ел көньяҡҡа ҡарай иҫә 18.01.2019 // Экология

18 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 8-ҙә Сибайҙың Нуриманов урамында зарарлы матдәләр миҡдарының норманан 3,8...

Тотош уҡырға 90

Сибайҙар таҙа һауа һулармы?

Сибайҙар таҙа һауа һулармы? 18.01.2019 // Экология

Ҡалала экологик хәл киҫкен тора....

Тотош уҡырға 94

Сибайҙа йәшәйһеңме? Медицина битлеге ал

Сибайҙа йәшәйһеңме? Медицина битлеге ал 17.01.2019 // Экология

Һауаның бысраныуы сәбәпле Сибай халҡына бушлай медицина битлектәре таратыла башланы....

Тотош уҡырға 71

Ағыу түгел!

Ағыу түгел! 17.01.2019 // Экология

Химия фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Валерий Майстренко үҙенең баҫылып...

Тотош уҡырға 72

Көкөрт диоксиды ни менән янай?

Көкөрт диоксиды ни менән янай? 16.01.2019 // Экология

Сибай һауаһында көкөрт диоксиды миҡдарының мөмкин була торған кимәлдән артыуы тураһында хәбәр...

Тотош уҡырға 146

Саф һауаға сығыу тыйыла

Саф һауаға сығыу тыйыла 16.01.2019 // Экология

Сибайҙа балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә саф һауаға сығыу, урамда дәрестәр үткәреү тыйыла....

Тотош уҡырға 91

“Ике аҙна ваҡыт бирәм. Барыһын да контролдә тотасаҡмын”

“Ике аҙна ваҡыт бирәм. Барыһын да контролдә тотасаҡмын” 15.01.2019 // Экология

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Сибайҙа экология мәсьәләһен хәл итеүгә ике аҙна ваҡыт бирҙе....

Тотош уҡырға 100

Ағыуланып дауаханаға оҙатылғандар юҡ

Ағыуланып дауаханаға оҙатылғандар юҡ 15.01.2019 // Экология

Сибайҙа ғәҙәттән тыш хәл осоронда зыян күреүселәр өсөн дауаханала 102 урын бүленде. Медицина...

Тотош уҡырға 90

Сибайҙар, “ҡыҙыу элемтә”гә шылтыратығыҙ!

Сибайҙар, “ҡыҙыу элемтә”гә шылтыратығыҙ! 15.01.2019 // Йәмғиәт / Экология

Башҡортостанда Сибайҙағы ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса “ҡыҙыу элемтә” эшләй башланы....

Тотош уҡырға 69