Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Кеше тәбиғәттән файҙаланып ҡына ҡалмаһын, уны яҡлаһын да...”

Депутат экологик мәсьәләләргә, халыҡтың көнкүрешенә битараф түгел.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының яңы составын һайлауға өс айҙан ашыу ваҡыт үтте. Улар араһында тәүге тапҡыр һайланғандар ҙа, ике саҡырылыш һәм унан күберәк эшләгәндәр ҙә бар. Халыҡ илселәре араһында “Йәшелдәр” экологик партияһынан Руфина Алик ҡыҙы Шаһапованы тәжрибәлеләр иҫәбенә индерергә була. Әле ул Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһында даими нигеҙҙә эшләй. Беҙ депутаттың ниндәй маҡсаттар менән эшләүе, һайлаусыларҙың наказдарын үтәргә әҙерлеге хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Руфина Алик ҡыҙы, сәйәси көрәш еңелдән булмаһа ла, һеҙ бер мандатлы округтан депутат булып үтеүгә өлгәштегеҙ. Бындай уңыштың сәбәбе нимәлә, тип иҫәпләйһегеҙ?
– Мин һәр ваҡыт “һайлау бер айлыҡ ҡына хеҙмәт түгел” тип әй­тәм. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бер ни эш тә ҡыйратып булмай. Партиялар һаны ла артып китә. Кандидаттар һайлау кампанияһы барышында төрлө вәғәҙәләр биреп яңылыша, тигән фекерҙәмен. Мин 2013 йыл­дағы һайлауҙа ҡатнашҡанда уҡ ошо хатаны ҡабатламау маҡсатын ҡуйҙым. Былай ҙа вәғәҙә бирергә яратмайым, үҙемдең һүҙҙәрем өсөн яуаплылыҡ тоям. Һайлау алды кампанияһы барышында ла ошо төп ҡағиҙәгә хыянат итмәйем.

Быйылғы еңеүем минең өсөн бик ҡәҙерле, сөнки ул – биш йыл буйы башҡарған эшемдең һөҙөм­тәһе. Шуға ла ошо уҡ округтан тағы ла һайлауға маҡсатлы барҙым. “Халыҡ миңә ышанамы? Тауыш бирәме?” тигән һорауҙарға яуап табыу бик мөһим ине. Ышаныслы еңеү, тиҙәр. Ысынлап та һайлаусы­ларым менән биш йыл ныҡлы эшләгәнмен. Бөгөн Радий Хәбиров та депутаттарға: “Һеҙ халыҡ янында булырға тейешһегеҙ. Иң төптән мәсьәләләрҙе күтәреп, беҙ уны тойорға тейешбеҙ”, – ти. Был бик дөрөҫ фекер. Яңыраҡ Турбаҫлы ауылында һуңға тиклем Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы менән халыҡты ҡабул иттек. Халыҡ уҫал, ризаһыҙлыҡ белдерә. Уларҙы ла аңларға мөмкин, сөнки күп урам­дарҙа юл юҡ. Балалар мәктәпкә йөрөй, ә ауыл урамдары яҡтыртыл­май. Етмәһә, урам эттәре лә хәүеф тыуҙыра. Әгәр уларҙы ишетеп, уларҙы бергә хәл итеп йөрөмәһәк, беҙҙең халыҡ ҡайҙа барып бәре­лергә тейеш?! Әлбиттә, республика етәксеһенең талабы бик урынлы. Мин биш йыл халыҡ араһында йөрөнөм, әле лә шулай эшләүемде дауам итергә йыйынам. Әгәр һин халыҡты ишетмәйһең дә, күрмәй­һең дә икән, нисек бында депутат булып ултырыу мөмкин?! Йәмә­ғәтсе булараҡ, егерме йыл буйы институтта юридик клиникаға етәк­селек иттем. Студенттар менән берлектә халыҡҡа бушлай юридик ярҙам күрһәттек. Ошо тәжрибәмдән сығып, депутатлыҡҡа килдем дә инде.

– Турбаҫлыларҙың көнүҙәк мәсьәләләре хәл ителерме?
– Әле Турбаҫлыла йүнле юлдар, балалар баҡсаһы юҡ. Был саҡы­рылыш ваҡытында балалар баҡ­саһы төҙөрбөҙ тип ышанам. Ауылда 200-гә яҡын бала, ә уларға барыр урын юҡ. Унда ФАП та эш­ләмәй. Яңы тыуған балаларының анализдарын бирер өсөн ата-әсәләр иртән юлға сыға. Етмәһә, быға транспорт мәсьәләһе лә килеп ҡушыла. Ошондай шарттарҙа кешеләр нисек йәшәргә тейеш? Бында хәл итеп бөтөрөлмәгән мәсьәләләргә тотоноу теләге лә яңынан депутат булыуға этәрҙе.
Турбаҫлыларҙы яратам, унда дәртле халыҡ йәшәй, матур итеп байрамдар үткәрәләр, тик клуб шул тиклем иҫке, авария хәлендә, ул бинаға 100 йылдан артыҡ инде. Социаль-мәҙәни комплекс төҙөп, унда клуб, балалар баҡсаһы, ФАП кеүек учреждениелар асыу мәсьә­ләһен бер юлы хәл итеү урынлы булыр, тип уйлайбыҙ. Әгәр ҙә ошондай көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итмәһәк, әлбиттә, ауылдан йәштәр китәсәк.

– Әйткәндәй, Турбаҫлы ҡошсо­лоҡ фабрикаһы тирә-яҡ мөхитте бысрата, тип зарланғандар ҙа күп...
– Турбаҫлы ҡошсолоҡ фабри­каһы минең округка ҡарамай, шуға ла был мәсьәләгә депутат булараҡ түгел, ә эколог күҙлегенән бағам. Ысынлап та, тауыҡтың тиҙәген ашлама итеп баҫыуҙарға түгәләр ҙә шуның менән эш бөттө, тип уй­лайҙар. Әммә ул тиҙәктә аммиак бар, ул тиреҫтә йылдар буйы һаҡлана. Авдон һәм Турбаҫлы ҡошсолоҡ фабрикалары эргәһендә йәшәгән халыҡ был мәсьәләне йыш күтәрә. Шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү сараһын күрмәһәң, себен­дәрҙән дә сир таралыуы ихтимал. Шул уҡ ваҡытта ҡош тиҙәген эшкәртеү технологиялары бар, предприятиелар ошо йүнәлештә лә эшләргә бурыслы.

Мин, “Йәшелдәр” сәйәси партия­һы лидеры булһам да, бындай ҡаты алымдарға ҡырҡа ҡаршымын. Завод, фабрика, предприятие ниндәй төрҙә булыуға ҡарамаҫтан, улар эшләргә тейеш, экология тураһында ла уйларға бурыслы. Экологик балансҡа өлгәшеү мөһим, был – төп бурыс. Сәнәғәтте үҫтереү һәм тәбиғәтте лә һаҡлап ҡалыу маҡсатын ҡуябыҙ.

– Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты был саҡырылышта ниндәй йүнәлешкә айырыуса иғтибар бирәсәк? Алда ниндәй бурыстар тора?
– Пландар күп, алдыбыҙға ҙур мәсьәләләр ҡуйылған. Комитет рәйесе һәм ағзалары менән һөй­ләшкәндә лә бөгөн ТКО (ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар) мәсьәләһе мөһим. Сүп-сар мәсьәләһен хәл иткәндә иң ауыры – кешеләр менән эшләү, сөнки хәҙер төбәк опера­торҙары, техник пландар индерелде. Тәү сиратта халыҡтың көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып һалыу бурысы тора. Әгәр ҙә ошо сүп-сарҙы сорттарға айырып һалмаһаҡ, беҙ­ҙең бер закон да тормошҡа аш­маясаҡ. Шуға ла сүп-сар мәсьә­ләһен хәл итергә, халыҡ менән эш­ләргә кәрәк. Был эштә Ҡоролтайҙың да өлөшө ҙур. Хөкүмәттең төрлө проекттары булһа ла, халыҡ әҙер булмаһа, ҡабул итмәһә, уны бо­йомға ашырыу ауырға тура киләсәк. “Кем ҡалдыҡтарҙы сорттарға бүлергә әҙер?” тип һораған саҡта, халыҡтың биш проценты ғына ҡулын күтәрә.

Әлбиттә, миңә лә был мәсьәләне хәл итеүе ауыр, бер һауыт урынына бер нисәне ҡуйып, көнкүреш ҡалдыҡтарын бүлеп һалыу. Етмәһә, өйҙә тәртип урынлаштырыу бер миңә генә бәйле түгел, тотош ғаиләне ошо ғәҙәткә өйрәтергә кәрәк.

Бөгөн һәр кем алдында ҡал­дыҡтарҙы сортҡа айырыу, тариф­тарҙы ваҡытында түләү бурысы тора. Хаҡтар ҙа сорттарға бүлеп һалыуға ҡағыласаҡ, әгәр ҙә ошо тәртипте үҙебеҙҙә булдыра алма­һаҡ, хаҡ юғары буласаҡ.

Беҙ Европаны, Японияны миҫалға килтереп һөйләргә яра­табыҙ. Японияла ҡалдыҡтарҙы 39 төрлө сортҡа айырып һалыу ҡа­ралған. Күҙ алдына килтерәһе­геҙме: халыҡ өйөндә сүп-сарҙы 39 пакетҡа бүлеп һала һәм ихатала һәр береһен махсус һауыттарға илтә. Хатта Германияла халыҡты ошо тәртипкә күндереү өсөн 20 йыл ваҡыт киткән. Унда сорттарға бүлеп һалынған сүп-сар өсөн тариф түбән, ә сорттарға айырылмаған осраҡта хаҡ юғары. Сорттарға бүленгән сүп-сар өсөн хаҡты яйлап төшөрә баралар, ә бүленмәгән­дәренә арттыралар. Бына, шулай итеп, кешене тәртипкә өйрәтәләр. Элек ауылдарҙа халыҡ сүп-сарҙы бер соҡорға ташлаған, улар, ғәҙәт­тә, серей торған органик әйберҙәр булған. Әле йөҙәр йыл дауамында серемәгән пластик әйберҙәр сығарып түгелә.

Бөгөн иң мөһиме – мәҙәнилек һәм тәрбиә. Баланы тыуғас та тәр­типкә өйрәтә башларға кәрәк. Дәүләт Думаһында “Экологик белем алыу һәм мәҙәниәт тураһын­да”ғы законды ҡарау зарур. Ул балалар баҡсаһынан, мәктәптән балаларҙы экологик мәҙәниәткә, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләүҙе эҙмә-эҙлекле алып барыу маҡсатын ҡуя. Дәүләт Думаһында булған һайын ошо законды күтәреп сығыуҙарын һорайым. Әлбиттә, уны ҡайтанан әҙерләйәсәкбеҙ.

– Экологияны яҡлап сығыш яһаған партия вәкиле булараҡ та, һеҙгә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, яҡлау мәсьәләләре менән халыҡ йыш мөрәжәғәт итә. Бөгөн улар араһында ҡайһылары үтә лә мөһим тигән фекерҙәһегеҙ?
– Комитет беренсе ултырышта Башҡортостан Республикаһының “Эсәр һыу тураһында”ғы законына үҙгәрештәр индереүҙе тәҡдим итте. Тәүге документ бынан 20 йыл элек ҡабул ителгән, бөгөнгө талаптарға яуап бирмәй: төбәктә һыуҙың сифаты ла, инфраструктура ла үҙгә­рештәр кисергән. Яңы документ законды федераль ҡанундарға яраҡлаштырыуға килтерәсәк. Ул йәмәғәтселеккә һыу анализдарын норматив пландан тыш һорау хоҡуғын да бирә.

Һыу мәсьәләһе республикала ифрат көсөргәнешле. Мәҫәлән, Өфөнөң Дим биҫтәһе үҙәк һыу үткәргесе менән тулыһынса тәьмин ителмәгән. Башҡортостанда эсәр һыу ғына түгел, техник һыуға ҡытлыҡ кисергән райондар ҙа бар. Ҡайһы берҙәрендә һыу нефть сәнәғәтенән ҡалған “мираҫ” арҡа­һында ағыуланған. Туймазы, Нефтекама, Краснокама райондарынан һыу сифатына дәғүәләр күп килә. Шуға ла бәләкәй ауылдар ҙа, миллионлы ҡалалар ҙа тормош сыға­наҡ­һыҙ ҡалмаһын өсөн беҙгә ныҡлы уйланырға кәрәк.

“Өфөводоканал” предприятиеһы мәғлүмәттәре буйынса, әле баш ҡалала мең километр оҙонлоғон­дағы торбаларҙы алыштырыу талап ителә. Шуға ла һыуҙы шишмә­нән йә Альп тауҙарынан алып килгән осраҡта ла сифатһыҙ продукт аласаҡбыҙ. Әле ҡалала һәр йортта бәләкәй таҙартыу ҡорамал­дары ҡуйыу мәсьәләһе лә ҡарала. Был йәһәттән финанс ауырлығы йорт хужаларының иңенә генә төшмәһен, ә дәүләт программаһы аша ярҙам булһын өсөн тыры­шабыҙ.

Өфө химия заводы бынан 30 йыл элек ябылһа ла, әле һаман да ул беҙҙең граждандарҙың һаулығына, эсәр һыуыбыҙға хәүеф тыуҙыра. Ҙур финанс сығымдары һалыуҙы талап иткән ерҙәрҙе яңыртыу мәсьәләһе лә тора. Бындай кимәлдәге заводтар элек барлыҡ Советтар Союзын хеҙмәт­лән­дерҙе, шуға ла “Химпром” да тупланған зыянды бөтөрөү про­граммаһына инә. Хәүеф класын, сығымдар күләмен билдәләү өсөн бик етди экспертиза ойоштороу бурысы тора.

– Әлбиттә, комитет бик күп закондар өҫтөндә эшләү бурысын ҡуя. Ә бына һеҙҙе ниндәй йүнәлештәрҙәге эш ҡыҙыҡһын­дыра?
– Закондарҙы үтәү бер ғәмәл булһа, уны яҙыу бөтөнләй икенсе йүнәлеш. Ҡанун сығарыусы була­раҡ, мин ҡортсолоҡ буйынса законды камиллаштырыуҙың мөһим­леген аңлайым. Былтыр ҡаргиҙәрҙә Бөрйән районын гиҙеп сыҡтыҡ. Унда солоҡтары булған меңәр йыллыҡ ҡарағастарҙы ҡараныҡ, мәсьәләне яҡындан өйрәндек. Бөгөн башҡорт ҡортоноң икенсе төрҙәр менән үҙ-ара ҡушылыуы төп хәүеф сығанағы булып торғаны асыҡланды. Был иһә, балһыҙ ҡал­ма­һаҡ та, солоҡсолоҡто юғалты­уыбыҙ ихтималлығы хаҡында һөйләй. Умартасылыҡ менән нәҫел­дән шөғөлләнгән солоҡсолар һәм ғалимдар менән дә аралаштым, уларға был мәсьәлә яҡшы таныш. Башҡорт ҡортон һаҡлау өсөн комплекслы ҡараш талап ителә тигән һығымтаға килдек. Закондарҙы ка­миллаштырғанда “башҡорт” тоҡом­ло ҡортто үрсетеүҙә ошо йүнәлештә махсуслашҡан умартасыларға яр­ҙам итеү буйынса дәүләт програм­маһын файҙаланыу мөһим. Әле проект өҫтөндә эш дауам итә.

Киләһе йүнәлеш – һауаның таҙалығы һәм уның сифатына йоғонто яһаған кире факторҙарҙы кәметеү. Өфөлә етештереү, сәнәғәт предприятиелары күп булһа ла, статистика мәғлүмәттәре буйынса һауаны бысратыуҙың 50 – 70 проценты автомобилдәргә тура килә. Улар яндырған газда 200-ҙән ашыу химик берләшмә бар. Шуға ла беҙ, хаҡы ҡиммәт булһа ла, электромо­билдәргә күсеү өсөн ошондай транспорт сараларына һалым­дарҙы бөтөрөү йә уларҙы һатып алыуға субсидиялар бүлеү кеүек тәҡдимдәр менән сығыш яһарға йыйынабыҙ. Мәсьәләне хәл итеү юлдары бар. Был осраҡта, башҡа төбәктәрҙәге кеүек, заманса троллейбус, трамвай, электробус һымаҡ экологик яҡтан хәүефһеҙ транспорт саралары ярҙамға килә ала. Шулай уҡ автобустарҙы газ двигател­дәренә күсереү ҙә тирә-яҡ мөхиткә зыянды кәметәсәк.

Эт һәм бесәйҙәргә чиптар ҡуйыу мотлаҡ булырға тейеш, тип уйлайым. Был мәсьәлә Европала күптән хәл ителгән. Был закон эт-бесәйҙәр өсөн яуаплылыҡты арттыра. Мәҫәлән, хужа, чип ҡуйылған бесәйе юғалып та эҙләмәһә, был ҡылығы өсөн яуап бирергә тейеш буласаҡ.

– Руфина Алик ҡыҙы, ҡайҙа ғына барып төртөлһәк тә эко­логияға бәйле мәсьәләләр бар­лығы асыҡлана. Ысынлап та, тирә-яҡ мөхит беҙҙең ярҙамға мохтаж. Барлыҡ донъя аҡса артынан ҡыуған, һәр күренешкә тик байыу сығанағы итеп ҡара­ған заманда йәшәйбеҙ. Шуға ла кеше тәбиғәттән файҙаланыусы ғына булмаһын, ә уны яҡлаһын да, тип теләргә ҡала. Еңел бул­маған эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын, киләсәктә фекерҙәш­тәрегеҙ артһын.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Көкөрт диоксиды миҡдары артҡан

Көкөрт диоксиды миҡдары артҡан 21.01.2019 // Экология

Бөгөн көндөҙгө сәғәт 12-лә Сибайҙың ҡалаһының ҡайһы бер урамдарында лабораториялар һулар һауала...

Тотош уҡырға 38

Балаңа – һөт, үҙеңә – күмер

Балаңа – һөт, үҙеңә – күмер 19.01.2019 // Йәмғиәт / Экология

Сибайҙағы экологик хәлгә бәйле, халыҡтың һаулығын һәр яҡлап хәстәрләү дауам итә....

Тотош уҡырға 171

Халыҡ ҡасан ҡурҡыуҙан арыныр?

Халыҡ ҡасан ҡурҡыуҙан арыныр? 18.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт / Экология

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы делегацияһы Сибайҙағы хәлде тикшергәс, борсоулы халыҡ менән...

Тотош уҡырға 134

Сибай: ел көньяҡҡа ҡарай иҫә

Сибай: ел көньяҡҡа ҡарай иҫә 18.01.2019 // Экология

18 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 8-ҙә Сибайҙың Нуриманов урамында зарарлы матдәләр миҡдарының норманан 3,8...

Тотош уҡырға 90

Сибайҙар таҙа һауа һулармы?

Сибайҙар таҙа һауа һулармы? 18.01.2019 // Экология

Ҡалала экологик хәл киҫкен тора....

Тотош уҡырға 94

Сибайҙа йәшәйһеңме? Медицина битлеге ал

Сибайҙа йәшәйһеңме? Медицина битлеге ал 17.01.2019 // Экология

Һауаның бысраныуы сәбәпле Сибай халҡына бушлай медицина битлектәре таратыла башланы....

Тотош уҡырға 71

Ағыу түгел!

Ағыу түгел! 17.01.2019 // Экология

Химия фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Валерий Майстренко үҙенең баҫылып...

Тотош уҡырға 72

Көкөрт диоксиды ни менән янай?

Көкөрт диоксиды ни менән янай? 16.01.2019 // Экология

Сибай һауаһында көкөрт диоксиды миҡдарының мөмкин була торған кимәлдән артыуы тураһында хәбәр...

Тотош уҡырға 146

Саф һауаға сығыу тыйыла

Саф һауаға сығыу тыйыла 16.01.2019 // Экология

Сибайҙа балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә саф һауаға сығыу, урамда дәрестәр үткәреү тыйыла....

Тотош уҡырға 91

“Ике аҙна ваҡыт бирәм. Барыһын да контролдә тотасаҡмын”

“Ике аҙна ваҡыт бирәм. Барыһын да контролдә тотасаҡмын” 15.01.2019 // Экология

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Сибайҙа экология мәсьәләһен хәл итеүгә ике аҙна ваҡыт бирҙе....

Тотош уҡырға 100

Ағыуланып дауаханаға оҙатылғандар юҡ

Ағыуланып дауаханаға оҙатылғандар юҡ 15.01.2019 // Экология

Сибайҙа ғәҙәттән тыш хәл осоронда зыян күреүселәр өсөн дауаханала 102 урын бүленде. Медицина...

Тотош уҡырға 90

Сибайҙар, “ҡыҙыу элемтә”гә шылтыратығыҙ!

Сибайҙар, “ҡыҙыу элемтә”гә шылтыратығыҙ! 15.01.2019 // Йәмғиәт / Экология

Башҡортостанда Сибайҙағы ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса “ҡыҙыу элемтә” эшләй башланы....

Тотош уҡырға 69