Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сибайҙар таҙа һауа һулармы?
Ҡалала экологик хәл киҫкен тора.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Сибайҙа булды. Ул бында маҡсатлы рәүештә килде.

– Бөгөнгө сәфәр Сибайҙағы экологик хәлгә бәйле, – тип аңлатты планлаш­тырылған маршрутты ҡапыл үҙгәртеүен Радий Хәбиров. Ул иң элек пробле­маның төп сығанағы булған Сибай карьеры биләмәһендә булды, белгестәр һәм “Сибай, дыши” йәмәғәт төркөмө әүҙемселәре менән осрашты, уларҙы ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса ҡала комиссияһы ултырышында ҡатнашырға саҡырҙы.


14 – 15 ғинуарҙа ҡаланы йәнә ҡуйы төтөн ҡаплап алды. Алтын, Таулы, Рудник биҫтәләре халҡы һаулығына, йүтәлләүгә, сөскөрөүгә, күңел болға­ныуға зарланды. 16 ғинуарҙа ике лаборатория Нуриманов урамында һауала зарарлы матдәләр миҡдарының норманан – 2,4 тапҡырға, 8 Март урамында иһә 3,6 тапҡырға юғарыраҡ булыуын теркәне.

Радий Хәбиров Учалы тау-байыҡ­тырыу комбинатының Сибай филиалы етәкселегенең техноген фажиғә эҙем­тәләрен бөтөрөү буйынса ғәмәлдәрен ҡаты тәнҡитләне, был йәһәттән алып барылған эште ҡәнәғәтләнерлек түгел тип баһаланы.

– Айҙан ашыу ҡалала экологик хәл бик насар тора. Был – һеҙҙең ғәйеп. Бер аҙна эсендә һеҙҙән ниндәй ҙә булһа ғәмәлдәр, ҡарарҙар көтәм, – тине ул.


Республика етәксеһе ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса ҡала комиссияһының сираттағы ултырышын 29 ғинуарға тәғәйенләне, Сибай хакимиәте башлығы Рөстәм Афзаловҡа экологик хәлгә бәйле мәсьәлә менән тығыҙ шөғөлләнергә ҡушты. Радий Хәбировтың фекеренсә, халыҡҡа мәғлүмәт еткереү һәм аңлатыу эше һүлпән бара. Бының менән тәү сиратта ҡала Советы депутаттары һәм йәмәғәт палатаһы шөғөлләнергә тейеш.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, өлкәндәр интернетта ултырмай, хәл тураһында тейешенсә хәбәрҙар түгел. Әйткәндәй, шуныһы ҡыуаныслы – урындағы телевидение ҡайтанан эшләй башланы.

Әле мәғлүмәттәрҙе, нигеҙҙә, инициативалы ҡала халҡы тарата.
Ниңә бөгөн йәмәғәт палатаһы ағзаларының түгел, ә “Сибай, дыши” төркөмө ҡыҙҙарының абруйы ҙур? Сөнки кешегә ҡыйын саҡта тап улар ярҙамға килә.

– Беҙгә ҡала хакимиәтенән шылтыратып, карьер эргәһендәге майҙансыҡҡа Радий Хәбиров менән осрашыуға саҡырҙылар, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Вероника Ҡадирова. – Осрашыуҙа халыҡты борсоған һорауҙарҙы бирҙек.

Сибай хакимиәтенә социаль селтәрҙәрҙә иртәнге сәғәт 6-нан киске 9-ға тиклем ике сәғәт һайын һауалағы зарарлы матдәләр миҡдары, ел йүнәлеше, теге йәки был районда һулар һауаның бысраныу ихтималы тураһындағы мәғлүмәтте урынлаштырырға ҡушылды. Мәҫәлән, 16 ғинуар иртәһендә ҡала хакимиәте сайтында Рудник биҫтәһе (3-сө магазин районы) халҡына мөрәжәғәт донъя күрҙе. Унда: “16 ғинуарҙа иртәнге 5 сәғәт 30 минтутта Сибай карьеры эргәһендә ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан иҫә. Көндө үткәргән бинала һауаны дымландырырға, күберәк шыйыҡса эсергә, физик әүҙемлекте кәметергә, урамда оҙаҡ йөрөмәҫкә кәңәш ителә. Йышыраҡ йыуынығыҙ, күҙҙе, танауҙы һәм ауыҙҙы таҙа һыу менән сылатығыҙ. Хәлегеҙ насарайһа, кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Төтөндән респиратор ярҙамында һаҡланығыҙ”, тиелә. Шулай уҡ халыҡ экологтарҙың мәғлүмәтенә ышанһын өсөн тикшереүҙәр үткәргәндә йәмәғәт вәкилдәрен саҡырырға тәҡдим ителде. Карьер эргәһендәге урамдарҙа йәшәгәндәргә файҙалы мәғлүмәттәр индерелгән иҫкәрмәләр таратыласаҡ.

Радий Хәбиров экологик хәлде яйға һалыуға йәлеп ителгән хеҙмәттәрҙең ғәмәлдәрен көйләү өсөн Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәкселеген Сибайға ебәреү бурысын ҡуйҙы. Мәктәпкәсә балалар учреждениеларының эш тәртибен тикшерергә, хәл насарая төшһә, саф һауаға сығыуҙы тыйырға ҡушты. Төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса Сибайға республика медицина ойошмаларының бер төркөм белгестәре – токсикологтар, отоларинголог, офтальмолог, пульмонолог, педиатр, аллергологтар ебәрелде. Аҙна дауамында улар иртәнге сәғәт 9-ҙан поликлиникала халыҡты ҡабул итәсәк.

Республика етәксеһе Төньяҡ ҡасабаһы халҡы менән осрашты, һыу, газ һәм юл проблемалары, мәктәп асыу зарурлығы тураһында һөйләште. Ҡасабаны һыу менән тәьмин итеү проекты әле дәүләт экспертизаһы үтә. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, һыу селтәре һалыуға республика 70 миллион һум аҡса бүләсәк: быйыл – 35 миллион һум, 2020 йылда – 35 миллион һум. Юл һалыу мәсьәләһен ҡала хакимиәте биҫтәне төҙөкләндереү барышында хәл итәсәк.

Артабан Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре менән осрашты. Ҡала дауаханаһында үткән кәңәшмәлә ул профилле белгес-табиптарға ихтыяжды асыҡларға ҡушты, ғәҙәттән тыш хәлгә бәйле кешеләрҙең мөрәжәғәттәренә, айырыуса быуманан, бронхиттан яфаланған өлкәндәргә, балаларға иғтибарлы булыуҙы үтенде.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Йәнекәева әйтеүенсә, ғәҙәттән тыш хәл осоронда Сибайҙа ағыуланып дауаханаға оҙатылғандар теркәлмәгән. Ләкин балалар араһында поликлинкаға мөрәжәғәт итеүселәр былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда артҡан.

Эш сәфәре барышында Радий Хәбиров ҡалалағы Күп функциялы үҙәкте ҡарап сыҡты. Уның директоры Роберт Исҡаҡов әйтеүенсә, бында сиратты ни бары биш минут көтәләр. Әйткәндәй, был – республикала иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе.

“Сибай халҡына ярҙам мотлаҡ кәрәк, – ти яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Радий Хәбиров сәфәргә йомғаҡ яһап. – Республика улар менән бергә. Халыҡ янғынды һүндереү өсөн көс-ҡеүәттең дә, аҡсаның да етеүен, ошондай хәлгә юл ҡуйған Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалын фажиғә эҙемтәләрен, күпме сығым талап итеүгә ҡарамаҫтан, сифатлы итеп бөтөрөргә мәжбүр итәсәгебеҙҙе аңларға тейеш. Айырыуса медицинаның эшен әүҙемләштереү мөһим, шуға күрә бөгөн юғары квалификациялы табиптар төркөмө эшләй, иң кәрәкле белгестәр бригадаһы килә.

Проблеманы ике аҙна эсендә хәл итеү бурысын ҡуйҙым, шәхсән контролдә тотасаҡмын. Халҡыбыҙҙы ауыр хәлдә яңғыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ, тип даими әйтә киләм. Был һынауҙы уңышлы үтәсәкбеҙ”.

Автор: Римма ЮНЫСОВА
Фото: Автор фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Таусылар именлеген хәстәрләп

Таусылар именлеген хәстәрләп 22.02.2019 // Экология

Сибай ҡалаһындағы экологик хәл “Ростехнадзор” хеҙмәткәрҙәрен дә борсомай ҡалманы. Бөгөн улар Учалы...

Тотош уҡырға 32

Экологик хәл тотороҡлана

Экологик хәл тотороҡлана 21.02.2019 // Экология

Был хаҡта бөгөн үткән брифингта хәбәр ителде: Сибайҙа көкөрт диоксидының миҡдары артыуы күҙәтелмәне....

Тотош уҡырға 70

Барыһы ла контролдә

Барыһы ла контролдә 20.02.2019 // Экология

Сибайҙа экологик хәлде яйға һалыу, эште контролдә тотоу, алға йүнәлештәр билдәләү маҡсатында көн...

Тотош уҡырға 71

Хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрәсәк

Хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрәсәк 15.02.2019 // Экология

Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күр, тиҙәр. Сибай тураһында төрлө хәбәрҙәрҙе уҡып, ундағы...

Тотош уҡырға 210

Нефть ҡурҡыныс тыуҙыра

Нефть ҡурҡыныс тыуҙыра 14.02.2019 // Экология

Рәсәй ғалимдары Байкал төбөндә 250 – 300 миллион тонна самаһы нефть запасы ятҡылығы булыуын...

Тотош уҡырға 104

Тау урамында үлсәнеләр: хәүеф юҡ!

Тау урамында үлсәнеләр: хәүеф юҡ! 14.02.2019 // Экология

Сибайҙа әлеге көндәрҙә алты урында ике сәғәт һайын һауаның сифатын тикшерәләр. Тау урамында шундай...

Тотош уҡырға 73

Тәбиғәт байлығына тейгәс...

Тәбиғәт байлығына тейгәс... 07.02.2019 // Яңылыҡтар / Экология

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса республиканың...

Тотош уҡырға 133

Ышанмайҙар

Ышанмайҙар 04.02.2019 // Йәмғиәт / Экология

Халыҡ “сүп-сар реформаһы”н шикләнеү менән ҡаршы алды һәм был борсолоу, нигеҙҙә, ҡаты көнкүреш...

Тотош уҡырға 214

Ҡапҡастар кемгә ярҙамға ашыға?

Ҡапҡастар кемгә ярҙамға ашыға? 01.02.2019 // Экология

Киләһе дүшәмбелә Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында “Ҡапҡастар...

Тотош уҡырға 321

Торатауҙы барып күрәләр

Торатауҙы барып күрәләр 25.01.2019 // Экология

25-27 ғинуарҙа Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты, ғалимдар, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары,...

Тотош уҡырға 650

Һеҙгә ҡайһы төбәк операторы хеҙмәт күрһәтәсәк?

Һеҙгә ҡайһы төбәк операторы хеҙмәт күрһәтәсәк? 24.01.2019 // Йәмғиәт / Экология

Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа, шәхси секторҙа йәшәүселәр, шулай уҡ юридик берәмектәр,...

Тотош уҡырға 356

Көкөрт диоксиды миҡдары артҡан

Көкөрт диоксиды миҡдары артҡан 21.01.2019 // Экология

Бөгөн көндөҙгө сәғәт 12-лә Сибайҙың ҡалаһының ҡайһы бер урамдарында лабораториялар һулар һауала...

Тотош уҡырға 190