Бөркөттәр таҙа мөхитте үҙ итә

29-12-2012, 04:14 // Экология // Баҫып сығарырға
Бөркөттәр таҙа мөхитте үҙ итәБашҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы эмблемаһы һәм слоганының иң яҡшы проектын билдәләү буйынса республика конкурсына йомғаҡ яһаны.

— Атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, “Башҡортостан” гәзитенең биҙәлеш мөхәррире Нәсих Хәлисовтың эше иң яҡшы эмблема проекты тип табылды. Унда һыу тамсыһы фонында күккә олғашҡан аҡ бөркөт һүрәтләнә, — тине министрлыҡтың матбуғат секретары Нина Никандрова.
Эштең авторы Нәсих Хәлисов әйтеүенсә, бөркөт эмблемала осраҡлы һынландырылмаған.
— Бөркөттәр экологик яҡтан таҙа төбәкте генә төйәк итә. Эмблеманың фонын тәшкил иткән һыу тамсыһы республикабыҙҙың флагын һынландырып, зәңгәр, аҡ һәм йәшел төҫтән тора, — тине конкурста еңеүсе.
“Иртәгәһе көнөбөҙҙө һаҡлайыҡ!” тигән слоган Башҡортостанда Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылының иң яҡшы девизы тип билдәләнде. Уның авторы — Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан республика ойошмаһы.