Башҡортостанда киң таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы рөхсәтһеҙ сығарыу, шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы ситкә ебәреү киң таралған закон боҙоу осраҡтарына инә.
— Экология министрлығы белгестәре Өфө һәм Иглин райондарында рөхсәтһеҙ ҡом һәм ҡырсынташ сығарыуҙы асыҡланы. Тирә-яҡ мөхиткә килтерелгән зыян күләме иҫәпләнде, — тип хәбәр итте министрлыҡтың матбуғат секретары Нина Никандрова.
Ком: 0 // Уҡынылар: 796 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сүп өҫтөнә сүп йыйылаУны ҡайҙа ҡуйырға?
Республикала яҙ көнө 115 сүп-сар яндырыу осрағы теркәлгән. “Атмосфера һауаһын һаҡлау тураһында”ғы Федераль закон буйынса был енәйәткә тиң, уның өсөн 1 меңдән алып 250 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. “Көнкүреш ҡалдығын махсус сүплеккә ташыр урынға уны яндырыу арҡаһында һауаны зарарлаусы матдәләр, бигерәк тә диоксин бүленеп сыға”, — тиелгән Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының сайтындағы яңылыҡта.
Үрҙә әйтелгән диоксин полиэтилен һәм пластик әйберҙән күпләп бүленеп сыға. Пластиктың төрлө фажиғәгә килтерергә өлгөрөүе, ҡайһы бер илдәрҙең унан бөтөнләй баш тартыуы иҫкә төшһә, был мәсьәләне рейдтарҙың ғына хәл итә алмауына инанаһың. Проблема беҙ уйлағандан күпкә киңерәк һәм тәрәнерәк.
2008 йылда Һиндостандың Мумбаи (элекке Бомбей) ҡалаһында булған фажиғә тормошобоҙға үтеп ингән пластиктың (шешә, пакет һәм башҡалар) кешелеккә ни тиклем ҙур хәүеф тыуҙырыуын төшөндөрҙө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1135 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тау “хужалары”Ейәнсура районының Хәсән тауы аша үтеүселәр һыуырҙарға (сурок) күптән күнгән — иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем байбаҡтар (икенсе исеме шулай) — юлаусыларҙың алмаштырғыһыҙ юлдашы. Тик уларға яҡын килермен тимә, йәһәт кенә өңдәренә инеп юғалыу яғын ҡарайҙар.
Йәнлектәр донъяһының был әүҙем вәкиленең оҙонлоғо — 58 – 62 см, ҡойроҡ оҙонлоғо — 12 – 18 см, ауырлығы 8 —12 килограмм тәшкил итә. Улар, ғәҙәттә, көтөү бик үк тапамаған, һөрөлмәгән, тупраҡ ҡатламы йомшаҡ булған, аҡбурлы йәки эзбизлы тау битләүҙәрен үҙ итә. Кимереүселәр эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә тупраҡ яҡшыра, азот һәм минераль ашламалар менән байытыла. Ҡышҡылыҡҡа өңдө йәнлектәр 2 – 4 метр тәрәнлектә ҡаҙа һәм унда ғаиләһе (12 – 15 баш) менән йоҡларға ята. Өңөнә барып етеү өсөн ер аҫтынан 30 – 40 метр самаһындағы лабиринтты үтергә кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 867 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәбиғәт ҡомартҡыһы аяныслы хәлдәЙылдан-йыл ҡайҙа етте шунда барлыҡҡа килгән сүп-сар өйөмдәренә ҡаршы көрәш ҡырҡыулаша бара. Ҡайһы бер кешеләр көнкүреш ҡалдыҡтарын махсус ҡыйлыҡҡа алып барыу урынына, уны юл буйына, урман ситенә йә башҡа ергә ҡалдырып китеүҙе яҙыҡ тип иҫәпләмәй. Был өйөмдәрҙең тәбиғәткә, йәмғиәткә килтергән зыяны тураһында улар уйлап та бирмәй шикелле.
Өфө районының Горново ауылы эргәһендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы ошондай сүп-сар өйөмө арҡаһында аяныслы хәлдә ҡалыуы тураһында ишеткәс, юлға сыҡтыҡ. Был ауыл эргәһендә “Ағиҙел” баҡса кооперативы башлана, өс меңдән ашыу баҡса өйө бар. Улар бик матур урында, тау башында урынлашҡан. Аҫта бормаланып Ағиҙел йылғаһы аға. Бында төрлө дәүерҙәргә ҡараған ер аҫты ҡатламдарының бөтөн донъяға билдәле асыҡ киҫелеше бар. Әлеге ҡая Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡылары исемлегенә ингән, ләкин баҡсасыларҙың хаяһыҙлығы арҡаһында бөгөн уға юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1063 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республикала балыҡ үрсетеү мәсьәләһенә иғтибар көсәйә. Төбәктә сәнәғәт, һәүәҫкәр, спорт һәм тауар балыҡсылығы менән шөғөлләнәләр. Һыу ятҡылыҡтарында табан балыҡ, һаҙан, аҡ амур, опто, ҡарабалыҡ, суртан, ҡорман, сабаҡ, ташбаш, аҡ сабаҡ, ҡыҙылғанат, ағасаҡ һәм башҡа балыҡтарҙы тоторға мөмкин. Урта Волга территорияһының Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡтың Башҡортостан буйынса биологик һыу ресурстарына дәүләт контроле, күҙәтеү һәм һаҡлау бүлеге начальнигы Шамил Әйүпов белдереүенсә, республиканың йылға, күл, быуаларынан йылына 120 тонна балыҡ тотола. Шул саманы уҡ браконьерҙар аулай, һәүәҫкәр балыҡ тотоусылар ҙа уларҙан ҡалышмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 853 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яндырыу мәсьәләне хәл итмәй

Көнкүреш ҡалдыҡтарын яндырыу ҡәтғи тыйыла: был хаҡта "Атмосфера һауаһын һаҡлау тураһында"ғы Федераль закон иҫкәртә. Шулай ҙа ҡануниәтте боҙоуҙан ҡурҡмаған яуапһыҙ граждандар бар: сүп-сарҙы махсус полигонға алып барыу урынына, уны яндырыусылар һәм шуның менән һауаны бысратыусылар әленән-әле осрап тора.
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре прокуратура вәкилдәре менән берлектә республикала рейдтар ойошторған. Уның барышында үрҙә телгә алған законды боҙоуҙың йөҙҙән ашыу осрағы теркәлгән. Әбйәлил, Ҡариҙел, Белорет, Шишмә райондарында, Белорет, Бөрө, Нефтекама ҡалаларында йәшәүселәр яндырыу менән айырыуса мауыға, имеш: һауаның бысраныуы, янғын хәүефе артыуы ла бер ни түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 916 тапҡыр // Тотош уҡырға
Туҙан булып оса Урал ҡаялары...Учалы районында тау-ташты онтап һатып байырға тырышалар
Гәзитебеҙҙең 31 март һанында “Саңғалыҡтың саңын ауыҙлыҡлап буламы?” тигән мәҡәлә баҫылғайны. Унда Учалы районындағы ҡот осҡос хәл тасуирлана: Мансур ауылы эргәһендәге “Саңғалыҡ” диорит карьерында ташты ҡырсын итеп ваҡлау арҡаһында тирә-яҡҡа ныҡ саң тарала, тәбиғәткә лә, кеше һаулығына ла зыян килә... Был – ямғыр яуғас та ергә һеңерлек тупраҡ саңы түгел, ә таш туҙаны. Ысынлап та шулай тәбиғәтте һәләк итергә тотонғандармы бында, әллә кемдәрҙер диорит карьерына ҡаршы эш алып барамы?
Карьер идаралығы эргәһенә килеп туҡтау менән саң-туҙан батшалығына эләктек: автомобилдән төшөп бер нисә аҙым атлауға салбар тубыҡҡа хәтлем ап-аҡ булды. Тәүҙә ҡағып маташтым да, файҙаһыҙ икәнен күреп, ҡул һелтәнем.
Ком: 1 // Уҡынылар: 988 тапҡыр // Тотош уҡырға
Асылыкүлгә килеп күңел асһаң...Яҙғы өмәләр ойоштороу һәм тирә-йүнде күмәкләп тәртипкә килтереү күптән килгән күркәм йола икәнлеген ҡабатлап тороу кәрәкмәй – йәшәгән мөхиттең таҙа булыуы зарур. Был сарала республика халҡы йыл һайын әүҙем ҡатнаша.
Башҡортостан Хөкүмәтенең ҡарары менән 9 апрелдә башланған өмәләр 21 майға тиклем дауам итә.
Өфө ҡалаһы уртаҡ тырышлыҡ менән таҙалыҡ йәһәтенән бар талаптарға яуап бирә кеүек: урамдарҙа, парктарҙа сүп-сар күрмәҫһең. Мәҫәлән, үткән аҙнала баш ҡалала ойошторолған сираттағы өмәлә генә 26 мең кеше ҡатнашҡан, 560 техника берәмеге ҡулланылған, 2800 кубометр сүп-сар йыйылған, ҡаты ҡалдыҡтар полигонына 22 рейс яһалған.
Республиканың ҡала-райондарында ла эш гөрләй. Әлшәй һәм Благовещен райондарында тирә-яҡты тәртипкә килтереү, йәшелләндереү саралары рәсми тамамланһа, ҡалған төбәктәрҙә 21 майға тиклем осорҙо тулыһынса файҙаланмаҡсылар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 863 тапҡыр // Тотош уҡырға
Былтыр Учалы районының Мансур ауылы кешеләре, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт итеп, төбәктәге насар экологик хәл тураһында еткергәйне. Әйтеүҙәренсә, Мансур эргәһендә урынлашҡан Саңғалыҡ диорит карьерының саң болоттары ауылға табан оса, тын алырлыҡ, йәшәрлек әмәл юҡ.
Мәғлүм булыуынса, данлыҡлы Мансур ятҡылығында һирәк осрай торған төҙөлөш ташы – гранит табыла, ошонда уҡ Саңғалыҡ диорит ятҡылығы ла урынлашҡан. Һуңғыһынан асыҡ ысул менән төҙөлөштә киң ҡулланылыусы ваҡ таш, ҡомташ етештерәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1114 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эсәр һыу таҙа булһын өсөнБөгөн эре ҡалала йәшәүселәр эсәр һыуҙы ла һатып ала башланы. Төрлө предприятие, фирмалар етештергән пластик һауыттарға тултырылған һыуҙың сифаты хаҡында төрлө фекер ишетергә тура килә. Күп урындарҙа торбанан килгән һыу ауыҙға алғыһыҙ тәмһеҙ, хлорлы, шуға күрә хужабикәләр уны ҡулланыр алдынан күмерле (углерод) таҙартҡыс аша үткәрергә күнеккән.
Һыуһыҙ тереклеккә йәшәү юҡ. Урмандарыбыҙ аяуһыҙ ҡырҡылмаһа, ер аҫты ҡатламдары бысратылмаһа, йылғаларыбыҙ, ҡоҙоҡ-шишмәләребеҙ тулы һәм саф булыр. Башҡортостандың ҡала һәм райондарында, халыҡтың сәләмәтлеген ҡурсалап, ҡулланылыштағы һыу сифатын яҡшыртыуға ҙур иғтибар бүленә.
“Нефтекамаводоканал” муниципаль унитар предприятиеһында ҡулланыусыларҙы сифатлы һыу менән тәьмин итеү йәһәтенән байтаҡ эш башҡарыла. Нефтекамалар бөгөн ер аҫты ҡатламдарынан 53 скважина аша быраулап сығарылған саф шишмә һыуынан файҙалана. Нефтекама, Ағиҙел ҡалаһы, Краснокама районы ҡулланыусыларына тәүлегенә 50 мең кубометр һыу бирелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1348 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 Алға
Бит башына