Һеҙҙе “Көмөш мөгөҙсөк”тә көтәләрЯлығыҙҙы ҡайҙа үткәрергә белмәй баш ватаһығыҙмы? Ҡаланан йыраҡ та булмаған, экологик йәһәттән дә таҙа һәм саф һауалы ерҙә урынлашҡан ял базаһы эҙләйһегеҙме? Тимәк, һеҙгә мотлаҡ Иглин районының Алатор ауылындағы “Көмөш мөгөҙсөк” туристик комплексын барып күрергә кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 143 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фонтанда бейей ете ҡыҙ...Танылған башҡорт композиторы Рим Хәсәнов Өфө үҙәгендәге иң күркәм урындарҙың береһенә – “Ете ҡыҙ” фонтанына арнап йыр яҙҙы. Әйткәндәй, Ф. Ғәскәров исемендәге ансамблдең башҡорт халыҡ риүәйәтенә нигеҙләнгән бейеүенә арналған “йырсы” фонтан 2015 йылда асылғайны. Рим Хәсәнов иһә йырын бер ай элек кенә ижад итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 149 тапҡыр // Тотош уҡырға
ЙӘЙ ТӘМЕСал ҡылғандың сымыры сабырлығы,
Шишмә һыуһындары ҡымыҙҙа!
Йомшаҡлығы йәнде әүрәтә лә
Бер уртламдан ғына ҡан ҡыҙа!




Элекке көн Дәүләкән районында XII Республика ҡымыҙ яһау оҫталары конкурсы уҙҙы. Унда 47 райондан вәкилдәр ҡатнашты. Баһалама ағзалары тәҡдим ителгән эсемлектең сифатын, һауытының тышлығын, шулай уҡ ҡатнашыусыларҙың теоретик белемен баһаланы. Һөҙөмтәлә иң яҡшы ҡымыҙ оҫтаһы исемен “Йоматау” шифаханаһынан Рушан Нәбиуллин яуланы. Уға башҡорт тоҡомло айғыр бүләк ителде. Икенсе урынды Әбйәлилдән Гүзәлиә Мәхийәнова, өсөнсө урынды Белореттан Рәүеф Мәғәфүров алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 142 тапҡыр // Тотош уҡырға
Борон-борондан ауыл кешеһен туйындырыусы ла, йылытыусы ла урман булған. Бала саҡтан үҙебеҙҙекеләрҙең байлығына хайран ҡала торғайным. Нимә генә үҫмәй унда! Урман буйҙарынан йыуа, ҡуҙғалаҡ, әсе ҡаҡы, сөсө ҡаҡы, һарына йыйған саҡтар иҫтә. Ә йәйҙәрен инде еләк, ҡарағат, сейә, балан, миләш, шоморт, ҡыҙыл бөрлөгән, ҡара бөрлөгән, гөлйемеш, ҡурай еләге беҙҙе һөйөндөрә ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 272 тапҡыр // Тотош уҡырға
Салғы-һәнәк ҡала тарихта……”МТЗ-82” һәнәге менән бесән төргәктәрен иркенләп йәйелеп ултырып алған манипуляторға саҡ килтереп өлгөртөп тора. “Тимер ҡуллы” “КрАЗ” төргәктәрҙән “һә” тигәнсә бер-бер артлы эҫкерттәр өйә. Бына бит тормош: ҡасандыр колхоздар был эште ауылдың ҡулына һәнәк тоторҙай барлыҡ кешеләрен тигәндәй йәлеп итеп, бер нисә көн этләнер ине. Хәҙер рычагтар менән идара иткән бер егет көнөндә эҫкертләй ҙә ҡуя. Заман башҡа – заң башҡа тигәне ошолор инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 154 тапҡыр // Тотош уҡырға
Донъя – һинең уйыңда…Кешелек алға барған һайын, уның проблемалары ла арта. Аң-зиһене ғаләм киңлектәренә сығырлыҡ, яһалма есемдәр булдырырлыҡ бәндәнең дуҫ-татыу йәшәрлек аҡылы бармы? Әллә был, ғөмүмән, сисеп булмаҫлыҡ мәсьәләме?
Фекерләүҙең дүрт дәрәжәһе бар икән: симплементар, дуплекс, полиментар һәм омниментар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 141 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәшлек бейеүеКүргәнегеҙ бармы һеҙҙең
Матурлыҡтың бейегәнен?
Ул үҙенә туплап алған
Тәбиғәттең барлыҡ йәмен.
Ком: 0 // Уҡынылар: 213 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәнә 11 шишмәгә йән өрөлә Башҡортостанда планлаштырылған һигеҙ шишмә урынына 11 шишмә биләмәһен төҙөкләндереү күҙаллана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 153 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гараж артында ни бар?Әгәр элек гараж майҙансыҡтары насар уйҙарын бойомға ашырыу­сы әҙәм аҡтыҡтарының засада урыны һаналһа, бөгөн был ерҙе берәҙәктәр төйәк иткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 188 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡтың мәнфәғәте даими хәстәрләнәБашҡортостанда ойошторолған донъя һәм ил кимәлендәге сараларға өйрәнеп тә бөттөк, шикелле, республикабыҙҙағыларын телгә лә алмайым. “Өфөлә киләһе аҙнала агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә арналған семинар үтә” йәки “Башҡортостан бөгөн сәнғәт һәм мәҙәниәткә бағышланған симпозиум ҡунаҡтарын ҡабул итә!” кеүек хәбәрҙәрҙе ишетеү хәҙер бер кем өсөн дә яңылыҡ түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 193 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 28 Алға
Бит башына