Сенаж һалыу аҙағына яҡынлаша

14-09-2013, 01:43 // Иҡтисад // Баҫып сығарырға
Ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү барышында Башҡортостанда 1732 мең тонна сенаж һалынған (планлаштырылған күләмдең 82 проценты), шулай уҡ 582 мең тонна силос әҙерләнгән (31 процент).

Сенаж буйынса план республиканың 16 районында тулыһынса үтәлгән, ә биш районда уны хатта арттырыуға өлгәшкәндәр. Мәҫәлән, Дыуанда 33 процентҡа күберәк һалһалар, Благовещенда – 23, Мишкәлә – 11, Иглиндә – 6, Стәрлебашта 1 процентҡа арттырғандар.
Шул уҡ мәлдә сенажды иң ҙур күләмдә Саҡмағош (101,5 мең тонна) һәм Дүртөйлө (94,6 мең тонна) райондары әҙерләгән. Илештә был күрһәткес — 78,1 мең тонна.
Белорет иһә бөгөнгә силос әҙерләү планын тулыһынса үтәгән берҙән-бер район – 200 тоннаға еткергәндәр. Шул уҡ мәлдә күләм йәһәтенән тәтешлеләргә етеүсе юҡ – бөгөнгә 58 мең тонна силос һалғандар.
Дөйөм алғанда, бөгөн республикала шартлы бер баш малға 21,3 центнер аҙыҡ берәмеге тура килә. Был күрһәткес буйынса Архангел районы алдынғылар рәтендә – бында 34,5 центнерға өлгәшелгән. Шулай уҡ 25 центнерҙан күберәк күрһәткескә өлгәшкәндәр араһында — Баҡалы, Бөрө, Благовещен, Борай, Ҡалтасы, Стәрлебаш, Хәйбулла, Шаран һәм Яңауыл райондары.

Эксперт фекере
Рафаэль САФИН, Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының мал аҙығы әҙерләү бүлеге мөдире:

– Үткән йыл менән сағыштырғанда, быйыл мал аҙығы әҙерләү уңышлыраҡ бара. Әлбиттә, июнь айында ҡоролоҡ зыян килтергәйне, һуңынан, ямғыр яуғас, судан, кукуруз, ҡурпы күтәрелде. Бөгөн бер ниндәй ҡатмарлылыҡ юҡ, республика буйынса шартлы бер баш малға 21,3 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән. Былтырғы күрһәткестәр 16 – 17 центнер кимәлендә булғайны. Беҙгә әле тағы 90 мең гектарҙа кукуруз йыяһы бар. Иген фуражын иҫәпкә алғанда, шартлы бер баш малға тура килгән аҙыҡ берәмеге күләме быйыл 37 – 38 центнерға барып баҫыр тип ышанабыҙ.