Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хаҡтар ҡайҙа ашҡына?
Хаҡтар ҡайҙа ашҡына?Рәсми сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, быйылғы туғыҙ айҙа Башҡортостанда инфляция кимәле 4,3 процент тәшкил иткән. Былтыр был күрһәткес 4,7-гә тиң булған.

Әммә… Сауҙа нөктәләренә инһәң, үрҙә телгә алынған һандың ысынбарлыҡҡа тап килеү-килмәүенә шикләнеп тә ҡуяһың. Миҫал өсөн, хужабикәләргә аш-һыу әҙерләргә көн дә тиерлек кәрәк булған тауыҡ йомортҡаһының бер тиҫтәһен кәмендә 50 – 60 һумға, йә иһә унан да ҡиммәтерәккә һатып алырға мөмкин. Ә бит бынан бер-ике ай тирәһе элек ул 35 һум самаһы тора ине… Белгестәр был күренеште ҡош-ҡорт аҙығына, бензинға, коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ күтәрелеү менән бәйләй. Республикалағы ҡош фабрикалары эшмәкәрлегенә килгәндә, үҙгәрештәр юҡ: йыл башынан былтырғы кеүек үк 900 миллионға яҡын йомортҡа етештергәндәр, унан тыш магазин кәштәләрендә сит өлкәләрҙән килтерелгәне лә тулып ята.
Шулай уҡ төбәктә һөт һәм һөт аҙыҡтарына хаҡтар күтәрелгән. Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль органы мәғлүмәттәре буйынса, был күрһәткес 10,6 процентҡа тиң, ә магазинда иһә быға тиклем 32 – 40 һум торған 1 литр һөт йә иһә кефир 50 һум самаһына еткән. Сырҙарға хаҡ – 11,4 процентҡа, аҡ майға – 14,1 процентҡа, шәкәргә 14,9 процентҡа артҡан.
Икмәккә хаҡтың күтәрелеүен быйыл бойҙай культуралары уңышы түбән булыуы менән аңлаталар. Арыш оно ҡушып бешерелгән икмәккә хаҡ – 9,7 процентҡа, ә бойҙай ононан бешерелгәненә 11,1 процентҡа ҡиммәтләнгән.
Ярмаларға килгәндә, тотороҡлолоҡ күҙәтелмәй. Мәҫәлән, йыл дауамында ҡарабойҙайға хаҡ 12,2 процентҡа түбәнәйһә, һоло, тары, дөгө һәм башҡа төр ярмаларға 7,6 – 16 процентҡа күтәрелгән.
Алкоголле эсемлектәр менән мауығыусыларға ла кеҫәһен йоҡартырға тура киләсәк: был төр продукцияның хаҡы уртаса 10,6 процентҡа күтәрелгән. Бигерәк тә ябай араҡы хаҡы “тешләшә”: 17,6 процентҡа артҡан. Юғары сифатлы иҫерткес эсемлектәр өсөн иһә 10,3 процентҡа ҡыйбатыраҡ түләргә кәрәк.
Көҙ – уңыш осоро, сауҙа нөктәләренең кәштәләре ит аҙыҡтары менән тулылана. Башҡортостанда иттең хаҡы 3 процентҡа түбәнәйеүен тап ошоноң менән аңлатырға булалыр.
Йәшелсәләргә килгәндә, помидор һәм ҡыяр хаҡы сентябргә тиклем бик түбән булһа ла, әле уларҙың хаҡы икеләтә күтәрелгән: килограмын кәмендә 90 – 120 һумға һатып алырға мөмкин. Уның ҡарауы, кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр кеүек йәшелсәләр арзан.
Емеш-еләк миҙгеле тамамлана. Мәҫәлән, әле виноградтың килограмы – 70 – 120 һум. Бынан бер ай элек уның хаҡы икеләтә тиерлек осһоҙораҡ ине. Банан хаҡы ла 14 процентҡа күтәрелгән.
Башҡа төр тауарҙарға килгәндә, тәмәкегә (22,1 процент) һәм шырпыға (9,5 процент) хаҡтар һиҙелерлек артҡан. Дарыуҙарға 5,5 процентҡа күтәрелгән.
Иң популяр яғыулыҡ – бензиндың хаҡы йыл дауамында 5,5 процентҡа ҡыйбатланған. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ҙә үҫә: эҫе һыуға – 1,4 тапҡыр, йылылыҡҡа – 1,3 тапҡыр. Һалҡын һыу өсөн – 14,5 процентҡа, газ һәм электр өсөн 15 һәм 11,9 процентҡа ҡыйбатыраҡ түләргә тура киләсәк.
Шулай уҡ хаҡтар ҡала һәм ҡала яны транспорты билеттарына, дәүләт төп дөйөм белем биреү учреждениеларындағы өҫтәмә күнекмәләргә, юғары һәм урта уҡыу йорттарында белем алыу өсөн артҡан. Ә дәүләттеке булмаған юғары уҡыу йорттарындағы түләүҙәр, киреһенсә, 2 процентҡа түбәнәйгән.
Һығымта бер: нисек кенә булмаһын, хаҡтарҙы ҡыуып етерлек түгел. Билде биштән быуып эшләргә һәм һанаулы аҡсаңды бәрәкәтле итеп ҡулланырға ғына ҡала.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Һеҙҙән – дөгө, беҙҙән – каучук

Һеҙҙән – дөгө, беҙҙән – каучук 26.09.2018 // Иҡтисад

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Вьетнам Республикаһының Бария-Вунгтау...

Тотош уҡырға 13

Башҡортостан – Япония бәйләнештәре нығына

Башҡортостан – Япония бәйләнештәре нығына 21.09.2018 // Иҡтисад

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге рәсми...

Тотош уҡырға 68

Сифатҡа баһа бирелә

Сифатҡа баһа бирелә 20.09.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, сифат өлкәһендәге премияларға конкурста...

Тотош уҡырға 48

Пенсия йәше: уҡытыусылар һәм табиптар өсөн

Пенсия йәше: уҡытыусылар һәм табиптар өсөн 19.09.2018 // Иҡтисад

Белеүегеҙсә, 19 июлдә илдең Дәүләт Думаһы пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр тураһындағы законды тәүге...

Тотош уҡырға 122

Тырышлығыңа күрә – хаҡы

Тырышлығыңа күрә – хаҡы 19.09.2018 // Иҡтисад

200 урынға иҫәпләнгән цехҡа тегенселәр кәрәк. Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш...

Тотош уҡырға 88

Халыҡ башланғыстары хуплана

Халыҡ башланғыстары хуплана 19.09.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов рәйеслегендә үткән Хөкүмәт Президиумы...

Тотош уҡырға 70

“Витязь” ҡеүәтен арттыра

“Витязь” ҡеүәтен арттыра 18.09.2018 // Иҡтисад

“Витязь” машиналар эшләү компанияһының тәжрибә цехына Силәбе механика заводынан КС-5772 технологик...

Тотош уҡырға 56

Һандар телендә

Һандар телендә 18.09.2018 // Иҡтисад

Быйылғы йылдың өсөнсө кварталына республиканың ҡала биләмәләрендә, муниципаль округтарҙа һәм...

Тотош уҡырға 41

Яғыулыҡҡа кәрәк ауыҙлыҡ...

Яғыулыҡҡа кәрәк ауыҙлыҡ... 18.09.2018 // Иҡтисад

Күптән түгел Дәүләт Думаһының бер төркөм депутаттары бензинға һәм дизель яғыулығына хаҡтарҙы дәүләт...

Тотош уҡырға 41

Төҙәтмәләр индерелһә

Төҙәтмәләр индерелһә 18.09.2018 // Иҡтисад

Дәүләт Думаһы Өфөнән көнсығыштан сығыу юлын һалыуҙы финанслау тураһындағы закон проектын тикшерә....

Тотош уҡырға 46

Стратегик документ тикшерелде

Стратегик документ тикшерелде 13.09.2018 // Иҡтисад

Республикабыҙ делегацияһы IV Көнсығыш иҡтисад форумында эшен дауам итә. Икенсе көн Башҡортостан...

Тотош уҡырға 62

Беҙҙең һөттө сит илдә лә эсерҙәр

Беҙҙең һөттө сит илдә лә эсерҙәр 13.09.2018 // Иҡтисад

Республикала һөт продукцияһының “Башҡортостандан” брендын булдырыуҙы планлаштыралар....

Тотош уҡырға 51