Автосәнәғәт ҡыҙыҡһындыра

22-11-2013, 07:45 // Иҡтисад // Баҫып сығарырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Германияның Eberspacher компанияһы етәксеһе Томас Валдир менән осрашты.

— Башҡортостан — автомобиль бензины һәм авиация двигателдәре етештереү буйынса Рәсәйҙә иң алдынғы төбәк, шуға күрә беҙ республикала яңынан-яңы предприятиелар асылыу яҡлыбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов әңгәмәлә.
Eberspacher етәксеһе Томас Валдир билдәләүенсә, Рәсәйҙәге коммерция автомобилдәре тармағына сығыу компания өсөн ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Ҡунаҡтар Бәләбәйҙәге “Автонормаль” заводына барған. Әлеге осрашыуҙың төп маҡсаты — Башҡортостандағы эшҡыуарлыҡты өйрәнеү.