Бергә булған бөлмәҫ

28-06-2014, 05:10 // Иҡтисад // Баҫып сығарырға
Бергә булған бөлмәҫ
4-5 июлдә Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы-2014: “Стратегия “25-20”. Төбәк-ара хеҙмәттәшлек – берҙәм уңыштың яңы мөмкинлектәре” тигән инвестиция форумы үтә.


Йыйында биләмә-ара кооперация, төбәктәргә оҙайлы инвестициялар йәлеп итеү ысулдары хаҡында һөйләшеүҙәр ойошторола. Инфраструктура проекттары үҫеше мәсьәләләрен хәл итеү, шул иҫәптән Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2020 йылға 25 миллион юғары етештереүсәнле эш урыны булдырыу талабын тормошҡа ашырыу буйынса ла фекер алышыу күҙаллана.
Форумда федераль һәм төбәк власы органдарынан, үҫеш институттарынан, Рәсәйҙең бизнес структураларынан, йәмәғәт ойошмаларынан вәкилдәр һәм эксперттар – барыһы 200-ҙән ашыу делегат – ҡатнашыуы көтөлә. Программала пленар ултырыш, күргәҙмә, “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәреү ҡаралған.
Сарала шулай уҡ Башҡортостан Президенты ҡарама­ғындағы Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советының ултырышы ойошторола.
Автор: И. ХАҠОВ.