Һөттә – муллыҡ, майҙа – бәрәкәт...

30-08-2014, 06:00 // Иҡтисад, Сәләмәт булайыҡ // Баҫып сығарырға
Һөттә – муллыҡ, майҙа – бәрәкәт...
Шулай ти торғайны элгәре аслы-туҡлы йылдарҙы үткәргән, һуғыш касафатын күргән ололар. Үҙҙәренә, яҡындарына Хоҙайҙан иҫәнлек һорағанда йортона, мал-тыуарына ла именлек теләйҙәр ине. Хәҙер заман башҡа — заң башҡа. Хатта ауыл өҫтәлдәрендә лә яңы айыртылған йылымыс ҡаймаҡты, әле генә һауып индерелгән күпереп торған һөттө магазин кәштәләренән һатып алынғандары алыштыра бара. Ҡайһыбыҙ быға иғтибар ҙа итмәйенсә битараф ҡала, ҡайһыбыҙҙы был хәл борсоуға һала.
Күп һорауҙарға яуап табырға тырышып, сираттағы ҡорға иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Миҙхәт улы Ғәбитов, Башҡортостан ауыл хужалығы фәнни-тикшеренеү институтының бүлек мөдире, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Иҙрис Фиҙай улы Йомағужин, Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығында 1979 йылдан алып белгес, 1991—2001 йылдарҙа малсылыҡ буйынса бүлек мөдире булып эшләгән Әғләм Ғәйнетдин улы Ғәлимов йыйылды. Булмаһа, һүҙҙе белгестәргә бирәйек.

Илдар ҒӘБИТОВ:
— Кеше ризығында һөт тыуғандан башлап төп урынды алып тора. Күп осраҡта икмәк тибеҙ, шулай ҙа һөттөкө лә алыштырғыһыҙ. Бөгөнгө көнитмешебеҙҙә уның ролен билдәләү ҙә урынһыҙ һымаҡ. Ләкин ҡоробоҙҙоң маҡсаты ошо ябай ҙа, ауыр ҙа һорауға яуап эҙләү, тормошобоҙҙа мөһимлеген, өлкәлә килеп тыуған мәсьәләләрҙе асып биреү бит.
Иҙрис ЙОМАҒУЖИН:
— Дөрөҫ әйтәһең, Илдар, бала тыуғас, тәүҙә икмәк тә, бәрәңге лә ашамай. Бар ризыҡты алыштырған әсә һөтө менән туҡлана. Һуңынан ғына башҡаһына күсә. Кеше олоғая башлағас та яйлап һөтлө ашамлыҡтарҙы үҙ итә. Организм уларҙы еңелерәк эшкәртә.
Тағы бер яғын билдәләргә кәрәк: һөтлө ризыҡтарҙы ҡулланыу төбәктең үҙенсәлегенә бәйле: ҡайҙа һыйырҙыҡы күберәк файҙаланыуға китә, ҡайҙа кәзәнеке... Башҡортостан халҡы иһә тәүгеһенә өҫтөнлөк бирә.
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Белеүебеҙсә, Голландияла тармаҡты үҫтереү, халыҡҡа ҡулланыу даирәһен арттырыу буйынса махсус дәүләт программаһы эшләй. Мәҫәлән, балаларға мәктәптә мотлаҡ рәүештә биреү ҡаралған, төрлө ризыҡ яһап та бушлай тараталар. Кеше организмына һөттөң файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Башҡа аҙыҡта булмаған матдәләрҙең нәҡ унда тупланыуы ла был ризыҡты алыштырғыһыҙ итә...
Иҙрис ЙОМАҒУЖИН:
— Һөттөң химик составына ҡараһаң, унда аҡһым, май, бик күп аминокислоталар бар. Ысынлап та, уларҙы организм башҡа бер ниндәй ашамлыҡ менән дә тулыландыра алмай. Шуға ла, алда әйтелгәнсә, бала саҡта ла, олоғайғас та бик кәрәкле ризыҡ булып тора.
— Рәсәй Федерацияһының аграр өлкәһендә һөт етештереү буйынса байтаҡ ҡына махсус программалар бар. Республикала 2012 йылда “500 ферма”ны тормошҡа ашырыу башланды. Ул Башҡортостанда 2012—2016 йылдар эсендә 500 һөт-тауар фермаһын сафҡа индереүҙе, булғандарын заман технологиялары менән йыһазландырыуҙы күҙаллай. Ә бына халыҡтың ҡулланыу даирәһен киңәйтеүҙе, тәбиғи һөт менән тәьмин итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған, пропагандалаған программа бармы?
Иҙрис ЙОМАҒУЖИН:
— Ҡулланыу даирәһен киңәйтеүҙе маҡсат итеп ҡуйған “Һөт иле” фестивален атап китһәк тә булыр ине. Ул нәҡ һөттө, унан әҙерләнгән ризыҡтарҙы халыҡҡа таратыуға, етештереүсе ойошма, хужалыҡтар менән таныштырыуға йүнәлтелгән. Балалар баҡсаларында һөт биреү ҙә ойошторолған.
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Иҡтисадта халыҡтың теге йәки был аҙыҡ-түлекте һатып алыу мөмкинлеге (доступность) тигән төшөнсә бар. Ул баҙарҙа ризыҡтың булыу-булмауына һәм хаҡына ҡарап билдәләнә. Әгәр үтә ҡиммәт икән, кеше уны ала алмай. Фән яғынан ҡарағанда, баҙар шарттарына күсеү осоронда һөт ризыҡтарын ҡулланыусыға еткереүҙә ниндәй үҙгәрештәр бар? Һатып алыу мөмкинлеге ҡайһылай?
Иҙрис ЙОМАҒУЖИН:
— Һөт социаль мәсьәләгә эйә аҙыҡ һанала. Хөкүмәт нисек кенә хаҡтарҙы көйләргә, осһоҙлатырға тырышмаһын, йоғонтоһо артыҡ һиҙелмәй кеүек. Әйтәйек, “ҙур һөт миҙгеле” ваҡыты килеп етеү менән алыпһатарҙар, эшкәртеүселәр һатып алыу хаҡын арзанайта. Был осраҡта һөт етештереүселәр яфа сигә. Хаҡты эшкәртеүселәр ҡуя. Шуға ла бөгөн эрерәк хужалыҡтар, 5-6 тонна һөт һауыусылар көрсөктән нисек тә сыға, үҙ хаҡын ҡуя ала әле. Ә бына бәләкәй хужалыҡтар, фермерҙар, айырым кешеләр тейешле хаҡты һорай алмай.
Илдар ҒӘБИТОВ:
— “Ҙур һөт миҙгеле” башҡа илдәрҙә лә барҙыр, уларҙа был мәсьәлә нисек көйләнә?
Иҙрис ЙОМАҒУЖИН:
— Ике йыл элек Белоруссияла булғайным. Унда йыл башынан бер хаҡ ҡәтғи рәүештә ҡуйыла ла Хөкүмәт тарафынан контролдә тотола. Тик ошо хаҡ буйынса ғына ҡабул итәләр. Һөт етештереүсе ағымдағы йылда күпме һауа, шунса аласағын алдан белә. Беҙҙә иһә тауарға ихтыяжды ла, хаҡты ла баҙар шарттары ҡуя. Күршеләргә ҡағылғас, шуны әйтке килә: унда ауыл хужалығына ҡараш үҙағышына ҡуйылмаған. Һуңғы осорҙа беҙҙә лә үҙ етештереүселәребеҙгә ҡарата иғтибар артыуы өмөт уята.
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Белоруссияның дөйөм иҡтисади ҡеүәһенә ҡараһаҡ, яҡынса Башҡортостан менән Татарстандыҡына тигеҙ. Һөт етештереү тармағын алғанда, нисек улар үҙҙәренекен генә түгел, хатта Рәсәй баҙарын да тәьмин итә алды икән? Моғайын, билдәләнгән хаҡтар ғына үҫешкә килтермәгәндер бит?
Иҙрис ЙОМАҒУЖИН:
— Беҙҙең баҙар шарттарында әлегә үҙ етештереүселәребеҙҙең иң көслөләре генә йәшәй ала. Ә тегендә ауыл хужалығының һәр тармағы, йүнәлеше лә субсидиялана, ныҡлы контроль аҫтында тотолоп, ҙур иғтибар бүленә. Әйткәнемсә, беҙҙә лә ҡараштың ыңғай яҡҡа үҙгәреүе һөйөндөрә.
— Шәхси хужалыҡтарға ҡағылғас, мал һаны кәмеүе борсолдора. Ә бит баҙар шарттарына күсеү осоронда ла, уға тиклем дә нәҡ улар һөт ризыҡтары етештереүгә тос өлөш индереп килде. Һеҙҙеңсә, халыҡтың малын бөтөрөүенең төп сәбәптәре нимәлә?
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан алып һыйыр малының һаны ике тапҡырҙан ашыуға кәмегән. Был хәл илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенә ныҡ тәьҫир итә.
Иҙрис ЙОМАҒУЖИН:
— 2014 йылдың 1 майына республикала 1 миллион 300 меңдән ашыу һыйыр малы иҫәпләнә, шуларҙың 496 мең 200-ҙән артығы — һауын һыйыры. Ауыл хужалығы предприятиеларында 35 проценты булһа, халыҡта — 55,8, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында 9,2 процент тәшкил итә. Һуңғы йылдарҙа ҙур хужалыҡтарҙа хәл яҡшыға үҙгәрҙе — мал арта. Шулай уҡ фермерҙар ҙа йыл һайын 10-14 процентҡа ишәйтеп килә. Ә бына шәхси хужалыҡтарҙа, ысынлап та, мал аҙая. Улай ғына ла түгел, ныҡлап кәмей, тиер инем. Динамика буйынса ҡараһаҡ, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында колхоз-совхоздарҙа, ҙур хужалыҡтарҙа кәмене, халыҡта артты. Хәҙер иһә киреһе күҙәтелә.
— Ни өсөн был хәл килеп тыуҙы һуң?
— Колхоздар, урындарҙа ҙур хужалыҡтар бөтөрөлдө. Нисек кенә булмаһын, элек улар мал аҙығы менән халыҡ малын да тәьмин итеп тора ине. Хәҙер күбеһе тарҡалды, булғандары ла үҙҙәренә генә тиерлек әҙерләй. Мал тоторлоҡ йәштәр ҙә ситкә йөрөп эшләй. Әгәр кеше колхозда эшләмәй икән, уға һалам, бесән, фураж бирелмәй. Барыһын да һатып ала башлаһаң, ҡиммәткә төшә. Ниндәйҙер килем тураһында һүҙ булыуы ла мөмкин түгел. Ит, һөттө һатып алыу осһоҙораҡҡа төшә, тип уйлайҙар.
Тағы бер мөһим нәмәне әйтергә кәрәк: 2010 йылдан бирле ҡоролоҡ йонсота. Бик теләгәндә лә кеше етерлек итеп бесән әҙерләй алмай...
— Быйылдан Рәсәйҙә, киләһе йылдан Башҡортостанда ла кеше хәләл аҫраған малының итен һатыр өсөн тәғәйен генә урында салдырырға, унда ветеринар хеҙмәткәрҙәренән анализ алдырырға, мисәт һуҡтырырға тейеш. Был тағы ла ябай халыҡтан өҫтәмә сығымдар талап итә. Әлеге шул алыпһатарлыҡҡа “йәшел юл” асыла түгелме? Элек тә ауыл кешеһе баҙарға инә алмай ине, хәҙер бигерәк тә. Ошо уҡ ветеринар хеҙмәт һатыу урындарында ла ярайһы эшләп килә ине бит.
Иҙрис ЙОМАҒУЖИН:
— Дөрөҫ, бында тик аралашсылар, алыпһатарҙар ғына ота. Малды алып барырға, итен алып ҡайтырға, һуңынан һатыуға сығырға кәрәк. Салған, эшкәрткән өсөн түләүҙәр өҫтәлә. Һәр хәлдә, ябай мал хужаһы файҙаһына түгел был эш.
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Һөт етештереүҙе арттырыу буйынса төрлө алымдар ҡулланып ҡарайҙар, яңылыҡтар индерәләр. Мәҫәлән, Рәсәй төбәктәрендә 10-ар мең башҡа иҫәпләнгән ҙур комплекстар төҙөлә. Белеүебеҙсә, Башҡортостанда ла ундай проект ҡаралған. Уның ыңғай яғы ла, киреһе лә барҙыр. Шул тиклем малды ашатыу, эшкәрткәндән һуң утилләштереү, ғөмүмән, ошоноң һымаҡ бик күп мәшәҡәттәр етерлек бит. Мине шул яғы уйландыра.
Иҙрис ЙОМАҒУЖИН:
— Дөрөҫөн әйткәндә, фән яғынан ҡарағанда, беҙ эре хужалыҡтарҙы хупламайбыҙ. Сөнки ҙур булған һайын планлаштырыу, ҡулайлаштырыу ауырыраҡ. Иң яҡшыһы — 400-600 башҡа иҫәпләнгән ферма.
Экология, иҡтисад яғынан ҡарағанда ыңғай һәм кире яҡтарын нисек иҫәпләргә? Ғөмүмән, ундай ҙур фермалар ғына аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү проблемаһын хәл итә аламы?
Һөттә – муллыҡ, майҙа – бәрәкәт...Әғләм ҒӘЛИМОВ:
— Әлбиттә, аҫрау шарттарын тулыһынса үтәһәләр, хәл итә алалар. Бындай комплекс Бүздәк районында планлаштырыла. Бөтә район тиерлек шуға эшләйәсәк. Беҙ ҙә заманында ул комплекстарҙы 800-1000 башҡа төҙөнөк. Ләкин эшләтә алманыҡ. Сөнки машина менән һауыу технологияһына өйрәнгән тоҡомло һыйырҙар кәрәк ине, тейешле аҙыҡ берәмеге лә мөһим. Беҙҙә мал аҙығы етешмәне, ә бестужев менән симменталь тоҡомло һыйырҙар ҡатнаш һанала — улар махсус машина менән һауыуға бигүк ҡулайлашмаған.
Иҙрис ЙОМАҒУЖИН:
— Бөгөн республикаға инвестиция бик кәрәк. Комплекстар төҙөүгә улар өлөш индерә...
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Комплекстар менән аңлашыла. Ә бына Голландиянан, башҡа илдән килтерелгән малдың беҙҙең шарттарҙа әллә ни һөҙөмтәһен күрмәйем...
Әғләм ҒӘЛИМОВ:
— Беҙҙең малдың тоҡомсолоҡ сифатын бер аҙ яҡшырта алдылар. Был йәһәттән Советтар Союзы заманында барыһы ла уйланылған, планлаштырылған ине. Мәҫәлән, ҡала яны райондары хужалыҡтарында күп һөт биргән ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙар аҫралырға, ә ҡалғандарында беҙҙең шарттарға яраҡлаштырылған бестужев менән симменталь тоҡомлолары тотолорға тейеш ине. Ҙур ҡалалар эргәһендә һөт етештереүгә, йәшелсә үҫтереүгә өҫтөнлөк бирелде. Хәҙер быларҙың барыһы ла емерелде. Һәр кем үҙенсә хужалыҡ итергә тотондо. Аҡсалылар Көнбайыштан һөт күп бирә торған мал алып ҡайта башланы.
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Шулайын-шулай ҙа, тик беҙҙең шарттарҙа һыйырҙар үҙҙәренең сифатын дауам итерлек тоҡом бирә алмай, ике-өс миҙгелдән һуң ҡайтанан Көнбайышҡа яңы таналар алыр өсөн валюта түләргә тейешбеҙ. Йәғни уларға тулыһынса бәйле булып сығабыҙ. Малдың нәҫел сифаттары тик үгеҙ аша ғына тапшырыла. Ни эшләптер ошо яғын онотоп, һыйырҙар ғына һатып алабыҙ.
Әғләм ҒӘЛИМОВ:
— Ысынлап та, тоҡомсолоҡ йүнәлешендә ныҡлы эшләйһе бар әле. Бигерәк тә фермер, шәхси хужалыҡтарҙа. Был йәһәттән яһалма ҡасырыуҙы күҙ уңында тотам.
— Бына беҙ тоҡомсолоҡ тураһында һөйләйбеҙ, һөт етештереү, яңы технологиялар индереүҙе лә телгә алдыҡ. Шулай ҙа бар мәсьәләне кадрҙар хәл итә бит әле.
Әғләм ҒӘЛИМОВ:
— Быйыл минең ауыл хужалығы институтын тамамлауға 40 йыл тулды. Осрашыу үткәргәндә шуға аптыраныҡ: хәҙер элеккесә күпләп зоотехниктар әҙерләү юҡ, йәштәр был һөнәргә ынтылып бармай. Уҡығандары ла эшкә ҡайтырға ашыҡмай тиерлек.
Иҙрис ЙОМАҒУЖИН:
— Төп сәбәп — йәшәү урыны менән эш хаҡының булмауы. Күп ерҙә белгестәр 5-6 мең һумға эшләп йөрөй, уныһын да онлата, итләтә биргән хужалыҡтар бар. Эйе, йәш белгес ҡайтһа, 100 меңгә саҡлы матди ярҙам бүлеү ҡаралған, өс йыл буйы ай һайын өҫтәмә 7 мең һум бүленергә тейеш. Тик, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, уға өй һалып булмай. Медицина өлкәһендә йәштәргә миллион һум аҡса бүленә. Ниңә ауыл хужалығы белгестәренә лә иғтибарҙы арттырмаҫҡа? Улар ҙа бит юғары белем алып ҡайта, халыҡты ит, һөт, икмәк менән тәьмин итеү юлына баҫа.
— Баҙар шарттарына күсеү осоронда — ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул оҙаҡҡараҡ һуҙылды — ауыл хужалығын төпһөҙ мискәгә тиңләй башлағайнылар. Күпме аҡса һалһаң да фәтүә юҡ, йәнәһе. Хәҙер, шөкөр тип әйтәйек, сит илдәргә ҡарап, нимәлер көтөп ултырыуҙан арына башланыҡ — үҙ етештереүселәребеҙгә йөҙ менән боролдоҡ. Аллаға ышан, үҙең ҡул ҡаушырып ултырма тигән шикелле, был йәһәттән билде бишкә быуыр ваҡыт етте. Беҙҙең крәҫтиән эшләп өйрәнгән, тик уны һынау өҫтөнә һынауҙарҙан, тәжрибә өҫтөнә тәжрибәләрҙән арындырып, ныҡлы ярҙам итергә кәрәк. Беҙҙең был һөйләшеү һуңғыһы булмаҫ тип ышанып, әлегә артабанғы мәсьәләләрҙе киләһе ҡорҙарға ҡалдырайыҡ. Шул уҡ ваҡытта уҡыусыларҙан да һорауҙар көтәбеҙ.



Һүҙмә-һүҙ

Андрей ДАНИЛЕНКО, “Союзмолоко” милли етештереүселәр союзы башлығы:
– Фестивалдә һәр сәғәт һайын карнавал була, танылған артистар сығыш яһаясаҡ. Һәр кем “Һөт иле” баш ҡалаһының гражданы була ала, шәхси паспорт бирелә, фотоға төшөү мөмкинлеге тыуасаҡ...
Николай КОВАЛЕНКО, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры:
– Республикала һөт һәм һөт ризыҡтары етештергән 27 предприятие үҙ тауарын тәҡдим итә. Ҙур йәрминкәләр эшләп, халыҡҡа һөт таратыласаҡ. Белгестәр, технологтар менән аралашыу, тауарҙарын сағыштырып ҡарау мөмкинлеге бар.
Азат ФАЗЛЫЕВ, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты:
– Быйыл тәүге тапҡыр фермерҙар ҡатнаша. Киләсәктә улар ҙа күпләп тауарын тәҡдим итер. Шуның менән ҡала халҡының өҫтәленә сифатлы һөт ризыҡтары барып ятыр.

Һөйләшеүҙе Рәлис УРАҘҒОЛОВ алып барҙы.



Тармаҡтағы күрһәткестәр
* Башҡортостан – һыйыр (быйыл 1 июлгә – 1 миллион 300 мең баш), шул иҫәптән һауын һыйырҙарының (494 мең) һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы урында.
* Республика тулайым һауым йәһәтенән икенсе урынды (1,7 миллион тоннанан ашыу) биләй. Рәсәйҙә етештерелгән һөттөң – 5,6, Волга буйы федераль округындағының 17,8 процентын тәьмин итә.
* Төбәккә йыл һайын 72,3 мең тонна һөт индерелә һәм 162,3 мең тонна ситкә оҙатыла. Халыҡты туйындырыуға 1 267,9 мең тонна һөт китә.
* 2012 йылда “Һөт малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 2012 – 2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында 500 һөтсөлөк фермаһын комплекслы яңыртыу” айырым маҡсатлы программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Шул мәлдән алып был программала 177 һөтсөлөк фермаһы һәм тоҡомсолоҡ буйынса бер предприятие ҡатнашҡан. “500 ферма” программаһына ингәндәрҙең бизнес-планы буйынса ғәмәлгә ашырылған проекттарҙың дөйөм хаҡы 7,8 миллиард һум тәшкил итә. Программа башланғандан алып 103 һөтсөлөк фермаһы яңыртылған. Ике йыл эсендә Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 4,5 мең самаһы тоҡомло мал һатып алынған.