Фатир һатып... келәт төҙөгән

28-11-2015, 01:06 // Иҡтисад // Баҫып сығарырға
Фатир һатып... келәт төҙөгән Рөстәм Әкрәм улы менән оҙаҡ аралашмаһаҡ та, уның тормош девизын, уй-маҡсаттарын асыҡ төҫмөрләнек. Ҡыҫҡаһы, көнө-төнө эш тип янған уңғандар шикелле, ул да тик ятыуҙы белмәй.

Ғәҙәттә, әҙәм балаһына ҡушылған исеменең уның яҙмышына йоғонтоһо ҙур тигән инаныу йәшәй. Рөстәм Миңзаһитов та үҙенең предприятиеһына “Миләш” тип осраҡлы рәүештә исем бирмәгән. Йә булмаһа, был турала үҙенән һорайыҡ.
– Емеш ағасы менән атауҙың үҙенә күрә мәғәнәһе бар, – тип һөйләй “Миләш” крәҫтиән (фермер) хужалығы директоры. – Уның тураһында бик күп йырҙар сығарылған, беҙҙең яҡтарҙа күп үҫә. Шул тиклем уңышты мул бирә, әрһеҙлеге менән бүтәндәрҙән айырыла. Ғаилә советында был мәсьәлә ентекләп тикшерелде. Оҙаҡ фекер алышып, бәхәсләшкәндән һуң ошо ҡарарға туҡталдыҡ.
Әңгәмәсем шәхси эшен Төмәнәк ауылы янында йәйелдергән, 22 гектар майҙанда йәшелсә үҫтерә. Дөрөҫөрәге, ҡыярға баҫым яһаған. Голланд ысулы һәм бал ҡорто ярҙамында һеркәләнеүсе сорттарға туҡталған. Районды, күрше-тирәне про­дукцияһы менән даими тәьмин итә, шулай уҡ тауарын Түбәнге Новгород, Ҡазан, Түбәнге Кама ҡалаларына оҙатыуҙы ла юлға һалған.
– Тауар бар. Тимәк, магазиның булһа, ул аралашсыһыҙ туранан-тура шунда барып ята. Сауҙа нөктәһе асырға уйығыҙ бармы? – тип төпсөнәм.
– “Ниңә тауарыңды кемдәндер һатты­раһың?” – тип йыш һорайҙар, – тип дауам итә һүҙен Рөстәм Әкрәм улы. – Минеңсә, бының кәрәге юҡ. Ни өсөн? Бәләкәйҙән бер йүнәлешкә иғтибарҙы йүнәлтергә күнеккәнмен, осона сыҡмайынса туҡтал­ғым килмәй. Ҡыяр үҫтереүҙән тыш, уны һаҡлау ҙа шулай уҡ мөһим мәсьәлә бит. Йәйгеһен йәшелсә-емеш һаҡлау бинаһы төҙөй башланыҡ.
Ойошма ике тиҫтәгә яҡын кешене эш урыны менән тәьмин иткән. Туймазылар күп кенә. Бынан бер нисә йыл элек Шаран районында ғүмер иткән Ивановтарҙың йорто янып, юҡҡа сыҡҡан. Ҡайҙан яҡлау табырға, кемгә барып һыйынырға? Нәҡ шул ваҡытта хужабикә булдыҡлы эшҡы­уар тураһында ишетеп ҡала. Ике уйламай күрше районға сығып китәләр... һәм бына изге күңелле йән уларға өй биреп ҡуйған. Әйткәндәй, хеҙмәткәрҙәр өсөн дөйөм ятаҡ бар, аҙна һайын мунса яғып инәләр, электр һәм башҡа уңайлыҡтар өсөн түләүҙе хужа тулыһынса үҙ өҫтөнә алған.
Килешәйек, барыһы ла ыңғай барһа, танышым әллә ҡасан серегән байға әйләнер ине. Уның Туймазы ҡалаһындағы берәр бүлмәле ике фатирын һатып, аҡсаһын йәшелсә-емеш һаҡлау келәте төҙөүгә йүнәлтеүен ишеткәс тә аптыраманым. Рөстәм Миңзаһитов белдереүенсә, кредит юллағанда банкта процент ставкаһының юғары булыуы бәкәлгә һуға, уны әҙерәк кәметһәләр ине. Төбәктәрҙәге эшҡыуарҙар шундай иғтибарҙы көтә.
Әлбиттә, һәр эштә лә тәжрибә кәрәк. Эшҡыуар Миңзаһитов “Гаврин” компа­нияһы үткәргән семинарҙа ҡатнашҡан – Мәскәүгә лә барып ҡайтҡан, ҡунаҡтар Туймазы ҡалаһына килеп һөйләгән лекцияны ла тыңлаған. Ҡыҫҡаһы, камиллашыу юлында ул.