Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Борсаҡ, яҫмыҡ, ноҡот...
Борсаҡ, яҫмыҡ, ноҡот... Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының сираттағы сессияһында 2016 йыл Халыҡ-ара ҡуҙаҡлы культуралар йылы тип иғлан ителде. Уның төп маҡсаты – был төр йәшелсәнең
организм өсөн ҙур әһәмиәтен, файҙаһын халыҡҡа аңлатыу, иғтибарҙы арттырыу.



Мәғлүм булыуынса, фасоль, борсаҡ, ноҡот борсағы, яҫмыҡ кеүек культуралар файҙалы аминокис­лоталарға һәм үҫемлек аҡһымына бай. Бөтә донъяла уларҙы һиме­реүгә ҡаршы аҙыҡ рационында ҡулланыу тәҡдим ителә. Шулай уҡ ҡуҙаҡлы культуралар рак, шәкәр диабеты, йө­рәк-ҡан тамырҙары ауырыу­ҙарын дауалау процесына ыңғай йоғонто яһай. Йәнә хайуандарға үҫемлек аҡһымы өсөн сығанаҡ та булып тора, ерҙең уңдырышлылығын арттыра. Ҡуҙаҡлылар йылы ошо төр үҫемлектәр майҙанын күбәйтеүгә лә этәргес буласаҡ, ти белгестәр.
Рәсәйҙә ҡуҙаҡлы культуралар майҙанын арттырыу буйынса тәүге һөҙөмтәләр бар. Бынан өс йыл элек кенә борсаҡ, яҫмыҡ (чечевица), соя уңышын көскә дүрт миллион тоннаға еткерһәк, хәҙер ул биш миллион тоннанан артып китте. Былтыр борсаҡ йыйып алыу буйынса донъялағы иң алдынғы бишәү иҫәбенә индек, сояны совет осорондағы иң яҡшы күрһәткестән дүрт тапҡырға арттырып, хатта Ҡытайға оҙата башланыҡ. Хәҙер борсаҡ культурала­рының майҙаны һуған, кишер менән бер сама, ҡарабойҙайға ҡарағанда ике тап­ҡырға күберәк. Шул уҡ ваҡытта ҡуҙаҡлыларҙың туҡлыҡлығы һуған­дан, кишерҙән ике-өс тапҡырға артыҡ.
Әйткәндәй, былтыр Рәсәйҙә ике миллион тоннанан ашыу борсаҡ йыйылған. Уның өлөшөнә ҡуҙаҡ­лылар майҙа­нының биштән дүрт өлөшө тап килә. Ростов өлкәһендә генә һуңғы өс йылда борсаҡ баҫыуҙары майҙаны 40 мең­дән 100 мең гектарға ҡәҙәр етте.
Был сама уңыш ҡайҙа оҙатыла һуң? Әүәлерәк бор­саҡтан башлыса он тарталар ине. Шулай уҡ ярмаһы ла сығарылды, әммә халыҡ уны әллә ни алып барманы. Мәҫәлән, Рәсәйҙә ҡулланыл­ған бөтә ярманың ни бары дүрт проценты ғына уның өлөшөнә тура килә. Һөҙөмтәлә борсаҡты ашламалар биреүсе категорияға индерә яҙҙылар. Көньяҡ төбәктәрҙә, ғәҙәттә, уны ужым культураларын сәсер алдынан ултырталар. Ул ерҙең уңдырышлылығын байыта. Тап шуға ла борсаҡҡа әллә ни иғтибар булманы, ул йышыраҡ малды туҡланды­рыу өсөн файҙаланылды.
Бәхеткә күрә, хәҙер ҡараш ҡырҡа үҙгәрҙе. Ни генә тимә, борсаҡ аҡһымға ғәжәп бай, уның яҡшы сорттары шәкәргә, каротинға мул­лығы менән дан тота. Бындай культураны мал-тыуарға ашатыу уларҙы ҡара ыуылдырыҡ менән һыйлауға тиң. Арзан түгел – быйыл бер тоннаһы күмәртәләп һатыуҙа 20-25 мең һум.
Хәҙер борсаҡ үҙенең тәғә­йенлә­нешен ярайһы уңышлы тапты. Сит илдәр уны ихлас һатып ала. 2010 йылда 365 мең тонна борсаҡ оҙатһаҡ, 2011-ҙә 460 тоннаға еткерҙек. Күрһәткестәр йылдан-йыл үҫә, бөгөн экспорт 700 мең тонна тәшкил итә.
Беҙҙең продукция башлыса Һиндостанға китә. Хаҡты үтә ҡыйбат ҡуймауыбыҙ уларҙың баҙарынан Австралия менән Канада борсағын ҡыҫырыҡ­ланы. Йәнә беҙҙең аҙыҡтың сифаты ла насар түгел. Был йәһәттән селекция эшенә етди иғтибар бирелеүе лә мөһим – Рәсәйҙең бер нисә сорты донъя күргәҙмәләрендә юғары награда­лар­ға лайыҡ булды. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, Воронежда сыға­рылған фараон, спартак кеүек сорттар Франциялағы, Канадалағы ҡәрҙәштәренән күберәк уңыш бирә, ауырыуҙарға бирешеп бармай.
Яҫмыҡ менән фасоль культураларына ла һуңғы осорҙа иғтибар арта. Дөрөҫ, бығаса Рәсәйҙә фасоль бөтөнләй үҫтерелмәне тиерлек. Сәсеү­лектәр майҙаны – 2,5 мең гектарҙан, ә уңышы йылына өс-биш тоннанан ашманы.
Хәҙер фасоль баҫыуҙары май­ҙаны 4,2 мең гектарға етте. Әлбит­тә, был ғына аҙ. Был юҫыҡтағы төп проблема – эре хужалыҡтар уны үҫтереү менән шөғөлләнмәй, ә башлыса Краснодар крайында, Дағстанда шәхси хужалыҡ­тарҙа сәселә. Шуға ла фасолде Төркиә менән Ҡыр­ғыҙстандан йылына 24 мең тонна самаһы һатып ала килдек. Хәҙер үҙебеҙгә ошо бушлыҡты тултырырға мөм­кинлек тыуҙы.
Уҙған йылдарҙа яҫмыҡ үҫтереүҙе лә онота яҙҙыҡ. Ә бит хатта 1917 йылда Рәсәй ошо ярманы һатыу буйынса донъяла айырым урын билә­гән. Йыл һайын сит илдәргә дүрт миллион бот йәки донъя­лағы яҫмыҡтың 85 процентын Рәсәй һатҡан. 1990 йылдарға ул бөтөнләй кәметелеп, ни бары 20 мең гектар самаһы ғына тороп ҡалды. Хәҙер сәсеүлектәр майҙаны дүрт-биш тапҡырға артты, әммә уңышы менән әллә ни маҡ­танып булмай. Был юҫыҡта селекционерҙарға билде биштән быуып эшләргә кәрәк. Әлегә бөтә илгә ни бары тиҫтә ярым районлаштырылған сорт иҫәпләнә.
Уның ҡарауы, һуңғы йыл­дарҙа ауыл эшсәндәре Рәсәй өсөн экзотик һаналған ноҡот борсағы үҫтереүгә әүҙем тотондо. Ул һарыҡ борсағы булараҡ билдәле. Хәҙер уға хаҡ артты – тоннаһы 36 мең һумға етте. 2011 йылда Рә­сәйҙә 150 мең тонна ноҡот борсағы йыйылһа, былтыр 300 мең тоннаға етте. Уның һәр өсөнсөһө сит илдәргә оҙатыла.
Шуныһы үҙенсәлекле: элек ҡу­ҙаҡ­лы культураларҙы башлыса экспортҡа оҙатыу өсөн үҫтерһәк, хәҙер үҙебеҙҙең ихтыяж да тәү план­ға ҡуйыла. Әммә белгестәр селекция эшмәкәрлегенә етди иғтибар биреү кәрәклеген дә онот­маҫҡа кәңәш итә. Беҙҙә ҡуҙаҡ­лы­ларҙы үҫтереү өсөн яҡшы мөмкин­лек, шарттар бар. Тимәк, аҡса эш­ләү форсаты етерлек. Бары ҡулды ҡау­шырып ултырмаҫҡа ғына кәрәк.

Автор: В. АЙҘАРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан – Япония бәйләнештәре нығына

Башҡортостан – Япония бәйләнештәре нығына 21.09.2018 // Иҡтисад

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге рәсми...

Тотош уҡырға 42

Сифатҡа баһа бирелә

Сифатҡа баһа бирелә 20.09.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, сифат өлкәһендәге премияларға конкурста...

Тотош уҡырға 43

Пенсия йәше: уҡытыусылар һәм табиптар өсөн

Пенсия йәше: уҡытыусылар һәм табиптар өсөн 19.09.2018 // Иҡтисад

Белеүегеҙсә, 19 июлдә илдең Дәүләт Думаһы пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр тураһындағы законды тәүге...

Тотош уҡырға 119

Тырышлығыңа күрә – хаҡы

Тырышлығыңа күрә – хаҡы 19.09.2018 // Иҡтисад

200 урынға иҫәпләнгән цехҡа тегенселәр кәрәк. Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш...

Тотош уҡырға 81

Халыҡ башланғыстары хуплана

Халыҡ башланғыстары хуплана 19.09.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов рәйеслегендә үткән Хөкүмәт Президиумы...

Тотош уҡырға 66

“Витязь” ҡеүәтен арттыра

“Витязь” ҡеүәтен арттыра 18.09.2018 // Иҡтисад

“Витязь” машиналар эшләү компанияһының тәжрибә цехына Силәбе механика заводынан КС-5772 технологик...

Тотош уҡырға 52

Һандар телендә

Һандар телендә 18.09.2018 // Иҡтисад

Быйылғы йылдың өсөнсө кварталына республиканың ҡала биләмәләрендә, муниципаль округтарҙа һәм...

Тотош уҡырға 37

Яғыулыҡҡа кәрәк ауыҙлыҡ...

Яғыулыҡҡа кәрәк ауыҙлыҡ... 18.09.2018 // Иҡтисад

Күптән түгел Дәүләт Думаһының бер төркөм депутаттары бензинға һәм дизель яғыулығына хаҡтарҙы дәүләт...

Тотош уҡырға 38

Төҙәтмәләр индерелһә

Төҙәтмәләр индерелһә 18.09.2018 // Иҡтисад

Дәүләт Думаһы Өфөнән көнсығыштан сығыу юлын һалыуҙы финанслау тураһындағы закон проектын тикшерә....

Тотош уҡырға 40

Стратегик документ тикшерелде

Стратегик документ тикшерелде 13.09.2018 // Иҡтисад

Республикабыҙ делегацияһы IV Көнсығыш иҡтисад форумында эшен дауам итә. Икенсе көн Башҡортостан...

Тотош уҡырға 57

Беҙҙең һөттө сит илдә лә эсерҙәр

Беҙҙең һөттө сит илдә лә эсерҙәр 13.09.2018 // Иҡтисад

Республикала һөт продукцияһының “Башҡортостандан” брендын булдырыуҙы планлаштыралар....

Тотош уҡырға 47

Кемгә иген кәрәк?

Кемгә иген кәрәк? 13.09.2018 // Иҡтисад

Быйыл һигеҙ айҙа республикала 319,7 тонна яңы иген уңышы һатылған. Был былтырғы ошо осор менән...

Тотош уҡырға 58