Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡабарып бешкән әпәкәй
Ҡабарып бешкән әпәкәй Хуш еҫен таратып, яңы ғына мейестән сыҡҡан күпереп бешкән ҡомалаҡ икмәге күптәрегеҙҙең хәтерендәлер әле. Танауҙы ҡытыҡлаған, иренде тамшандырған, күңелдәрҙә бала саҡтың иң яҡты иҫтәлеге булып ҡалған ауыл ҡаласы. Ҡәҙерле кешебеҙ – әсәйебеҙ бешергән иң тәмле ризыҡтарҙың береһе, сифаты юғары, телеңде йоторлоҡ хуш еҫле ауыл әпәкәйе.

Ауылдыҡы, тим, сөнки ҡомалаҡтан баш яһап эшләнгән икмәкте һәр саҡ өй мейесендә генә осратырға була ине. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн ундайҙы һәр районда һатып алырға мөмкин. Күп эшҡыуарҙар уны бешереүҙә тап ҡомалаҡ әсеткеһен ҡулланыуға өҫтөнлөк бирә.
Хәйбулла районында Көнһылыу Вәлиеваның икмәген халыҡ эҙләп ала тиһәм, һис тә яңылыш булмаҫ. Күптән түгел асылған икмәк цехы янындағы магазиндан кеше өҙөлмәй. Көнһылыу Мәхмүтйән ҡыҙы сауҙа өлкәһендә яңы кеше түгел, һатыусылыҡ – уның ҡанында. Оҙаҡ йылдар райпо системаһында һатыусы булып эшләй, ә дәүләт магазиндары ябылғас, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә ҡарар итә.
– Икмәк цехы асыу күптәнге хыялым ине. Үҙем оҙаҡ йылдар һатыусы булараҡ, халыҡтың төп ихтыяжын белеп бөттөм. Сифатлы ризыҡ һатыу – иң табышлы тармаҡ, сөнки кибет кәштәләренә төрлө етештереүселәрҙекен килтерәләр, ул төрлөсә булып сыға. Йә тиҙ ҡалҡытылыуҙан ыуалыусан, йә сөсө, йә иҫке була. Шул сәбәпле һатып алыусылар алдында күп осраҡта уңайһыҙ хәлдәргә тарыным. Шунлыҡтан, тәүәккәлләп, үҙебеҙ икмәк бешереү эшенә тотонорға булдыҡ. Өләсәйҙәр рецебы буйынса ҡомалаҡ сүпрәһе менән әсетеп, күпертеп бешергән хуш еҫле ризығыбыҙ үҙ ҡулланыусыһын тапты, — ти эшҡыуар. – Район етәкселеге тәҡдиме менән маҡсатлы программаға эләгеп, 300 мең һум дәүләт ярҙамы мейескә, ҡорамал­дарға тотонолдо. Әлегә бинаны ҡуртымға алдыҡ, киләсәктә һатып алырға теләк бар.
Бөгөн уңған эшҡыуар район халҡына ғына түгел, күрше Ырымбур өлкәһенең Сембер ауылында ла икмәген тәҡдим итә. Улы Илнар йөк машинаһы менән ауыл магазиндарына ташыһа, ҡыҙы Гөлдәр әсәһенә булышлыҡ итә. Шул уҡ ваҡытта бер нисә ҡатынға эш урыны булдырған.
Көнөнә 600-ҙән ашыу дана ҡалас бешерәләр, артабан был һанды күбәйтергә иҫәптәре, тик тағы ла мейес һатып алыу мәсьәләһе генә бер аҙ тотҡарлыҡ өҫтәй. Көндән-көн ихтыяж ҙурая: район дауаханаһы, мәғариф бүлеге киләсәктә тәмле һәм сифатлы икмәкте аласаҡтары хаҡында белдергән. Тимәк, Көнһылыу Вәлиеваның уңған ҡыҙҙарына тағы ла тырышыбыраҡ тир түгергә тура киләсәк.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан – Япония бәйләнештәре нығына

Башҡортостан – Япония бәйләнештәре нығына 21.09.2018 // Иҡтисад

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге рәсми...

Тотош уҡырға 42

Сифатҡа баһа бирелә

Сифатҡа баһа бирелә 20.09.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, сифат өлкәһендәге премияларға конкурста...

Тотош уҡырға 43

Пенсия йәше: уҡытыусылар һәм табиптар өсөн

Пенсия йәше: уҡытыусылар һәм табиптар өсөн 19.09.2018 // Иҡтисад

Белеүегеҙсә, 19 июлдә илдең Дәүләт Думаһы пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр тураһындағы законды тәүге...

Тотош уҡырға 119

Тырышлығыңа күрә – хаҡы

Тырышлығыңа күрә – хаҡы 19.09.2018 // Иҡтисад

200 урынға иҫәпләнгән цехҡа тегенселәр кәрәк. Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш...

Тотош уҡырға 81

Халыҡ башланғыстары хуплана

Халыҡ башланғыстары хуплана 19.09.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов рәйеслегендә үткән Хөкүмәт Президиумы...

Тотош уҡырға 66

“Витязь” ҡеүәтен арттыра

“Витязь” ҡеүәтен арттыра 18.09.2018 // Иҡтисад

“Витязь” машиналар эшләү компанияһының тәжрибә цехына Силәбе механика заводынан КС-5772 технологик...

Тотош уҡырға 52

Һандар телендә

Һандар телендә 18.09.2018 // Иҡтисад

Быйылғы йылдың өсөнсө кварталына республиканың ҡала биләмәләрендә, муниципаль округтарҙа һәм...

Тотош уҡырға 37

Яғыулыҡҡа кәрәк ауыҙлыҡ...

Яғыулыҡҡа кәрәк ауыҙлыҡ... 18.09.2018 // Иҡтисад

Күптән түгел Дәүләт Думаһының бер төркөм депутаттары бензинға һәм дизель яғыулығына хаҡтарҙы дәүләт...

Тотош уҡырға 38

Төҙәтмәләр индерелһә

Төҙәтмәләр индерелһә 18.09.2018 // Иҡтисад

Дәүләт Думаһы Өфөнән көнсығыштан сығыу юлын һалыуҙы финанслау тураһындағы закон проектын тикшерә....

Тотош уҡырға 40

Стратегик документ тикшерелде

Стратегик документ тикшерелде 13.09.2018 // Иҡтисад

Республикабыҙ делегацияһы IV Көнсығыш иҡтисад форумында эшен дауам итә. Икенсе көн Башҡортостан...

Тотош уҡырға 57

Беҙҙең һөттө сит илдә лә эсерҙәр

Беҙҙең һөттө сит илдә лә эсерҙәр 13.09.2018 // Иҡтисад

Республикала һөт продукцияһының “Башҡортостандан” брендын булдырыуҙы планлаштыралар....

Тотош уҡырға 47

Кемгә иген кәрәк?

Кемгә иген кәрәк? 13.09.2018 // Иҡтисад

Быйыл һигеҙ айҙа республикала 319,7 тонна яңы иген уңышы һатылған. Был былтырғы ошо осор менән...

Тотош уҡырға 58