Бәхет һумдарҙа үлсәнмәһә лә...

28-10-2016, 04:37 // Иҡтисад // Баҫып сығарырға
Бәхет һумдарҙа үлсәнмәһә лә... Беҙҙең илдә кемдәрҙең аҡсаны “көрәп” алғанын беләһегеҙме? Углеводород эшкәртеүселәр. Быйыл июндә генә нефть продукттары етештереүселәрҙең уртаса эш хаҡы 85 мең һум тәшкил иткән. Ә бит бер йыл эсендә ул ун процентҡа кәмегән. Һәм... барыбер башҡаларҙан юғарыраҡ булып ҡалған. Ғөмүмән, һуңғы ваҡытта беҙ хаҡтар артыуына һәм аҡсалата килемдәрҙең, киреһенсә, кәмей барыуына күнектек тә шикелле. Иҡтисади көрсөк тиҙәр бит, ни эшләйһең. Ләкин тикшерә башлаһаң, барыһы ла насар түгел икән...

Эш аҡсала түгел, тип иҫбатларға тырышалар икән, тимәк – эш аҡсала, тигән берәү. Ысынлап та шулайҙыр: ил иҡтисадын үҫтереүгә төп йоғонтоно хеҙмәт хаҡының ҙурлығы яһай – аҡсаһы мул кеше тауарҙы ла күп һатып ала, ә ихтыяждың артыуы сәнәғәттең йылдам алға барыуына булышлыҡ итә.

Беҙ хаҡтар артыуына һәм аҡсалата килемдәрҙең, кире­һенсә, кәмей барыуына күнектек тә шикелле. Иҡтисади көрсөк тиҙәр бит, ни эшләйһең. Ләкин, тикшерә башлаһаң, барыһы ла насар түгел икән.
“Росстат” мәғлүмәттәренә ҡа­рағанда, 2016 йылдың беренсе яртыһында илдәге уртаса эш хаҡы уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 7,8 про­центҡа артҡан һәм айына 35 707 һум тәшкил иткән. Был күрһәткес хатта инфляцияны ла уҙып киткән – уныһы 2016 йылдың июнендә 7,5 процент булғайны. Статистиканы артыҡ күпертеүҙә ғәйеп­ләргә ашыҡмағыҙ, һеҙ эшләгән урында хеҙмәт хаҡы был һандан түбәнерәк икән, бөтә тармаҡтарҙа ла улай түгел бит. Хәйер, быға ышаныу өсөн ошо мәҡәләләге таблицаға күҙ һалыу ҙа етә.
Башҡортостанда быйылғы августа халыҡтың уртаса аҡсалата килеме 30 мең һумдан ашыуыраҡ булған. Ғинуар айында ул 20 мең 700 һум ине. Бында йәйге сезон­лы эштәр ҙә (нигеҙҙә төҙө­лөштә) йоғонто яһағандыр. Республи­ка­ның иҡтисад министры Сергей Но­виков 24 октябрҙә булған Хөкүмәт кәңәшмәһендә белдере­үенсә, быйылғы тәүге ярты йыл­лыҡта уртаса номиналь айлыҡ эш хаҡы уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 6,9 процентҡа артҡан. Бер кемгә лә сер түгел: һүҙ номиналь эш хаҡы тураһында бара (реаль эш ха­ҡының нисбәте тураһында гәзи­тебеҙҙең 25 октябрь һанында яҙыл­ғайны). Төбәктәр буйынса ҡа­рай башлаһаҡ, йән башына алын­ған иң ҙур аҡсалата килем­дең Архангельск өлкәһендә урын­лашҡан Ненец автономиялы окру­гында булыуын күрербеҙ: унда был күрһәткес 71 мең һум тәш­кил итә, артабан – Төмән өл­кәһендәге Ямал-Ненец автономиялы округы (63 мең һум), Мәс­кәү ҡалаһы (59 567 һум), Санкт-Петербург ҡалаһы (39 мең 800 һум). Башҡортостанда ул үт­кән йыл йомғаҡтары буйынса 27 814 һум булды. Күрһәтелгән тәүге субъекттарҙа йән башына аҡса­лата килемдең юғарыраҡ булыуы уларҙа эш хаҡы ҙур булған нефть һәм газ тармаҡтарының өҫтөнлөк итеүе менән генә түгел, ә йәшәү минимумы буйынса айырма ме­нән дә аңлатыла: Башҡорт­ос­танда ул күрһәткес 8 мең 623 һум булһа, Ненец автономиялы округында 18 мең һумдан ашып китә. Уның шулай булыуына, тәбиғи, был төньяҡ төбәктәрҙә һауа шарттарының үтә ҡырыҫ булыуы, уларҙан алыҫта урын­лашҡан үҙәккә барыу йәки ресурстар ташыу өсөн транспорт сығымдарының ҙур­лығы төп йоғонто яһай.
Бәхет һумдарҙа үлсәнмәһә лә...Үҫеш буйынса иң ҙур күр­һәткес – балыҡ тотоуҙа һәм үрсе­теүҙә. Был тармаҡтарҙа уртаса эш хаҡы 20 процентҡа артты һәм 54 мең һумға етте. Ундай артым башҡа тармаҡтар менән сағыштырғанда ике тапҡырға ҙурыраҡ.
– Ошондай йылдам үҫештең үҙ нигеҙе бар, –- ти “Росрыболовство” вәкиле. – Һыуҙағы биологик ресурстарҙы аулау буйынса һуңғы 15 йылдағы рекорд ҡуйылды – 4 миллион 400 мең тонна балыҡ һәм башҡа диңгеҙ байлыҡтары тотолдо. Былтырғы йомғаҡтарға ҡарағанда, тармаҡ предприятиеларының эш күләме 267 миллиард һум тәшкил иткән, был иһә 2014 йыл менән сағыштырғанда 60 процентҡа ҙурыраҡ. Балыҡсы компания­ларҙың табышы өс тапҡырға артты – 67 миллиард һум булды.
Ә балыҡ тотоу предприятиелары, тәбиғи, табыштың бер өлөшөн эш хаҡын арттырыуға йүнәлтә, сөнки был тармаҡта хеҙмәт шарттары еңелдән түгел.
Күсемһеҙ мөлкәт менән эш итеүсе һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә белгестәрҙең хеҙмәт хаҡы ла артты – улар айына уртаса 42 мең һум ала, был элеккеһенән 11 процентҡа күберәк тигәнде аңлата.
Эш хаҡының иң йылдам үҫеше ни өсөндөр беҙҙе ашатып-эсереп тороусы аграр өлкәгә түгел, ә ҡаҙылма байлыҡ сығарыусыларға ҡарай. “Был тармаҡта, балыҡ тотоу эшендәге кеүек үк, тәбиғәт рентаһының роле ҙур. Шуға күрә хеҙмәт хаҡының ҙур булыуы – унда ла законлы күренеш”, – ти иҡтисад фәндәре докторы Леонид Холод. Тәбиғәт рентаһы итеп бында әле эшкәртелеүсе айырым ятҡылыҡтарҙың өҫтәрәк урын­лашҡан һәм еңелерәк сығарылған ҡатламдарға эйә булыуы, үҙҡим­мәтенең түбәнлеге арҡаһында руда йәки нефттең башҡа ятҡы­лыҡтар менән сағыштырғанда конкуренцияһы көслөрәк булыуы һәм башҡа өҫтөнлөктәре күҙ уңында тотола. Был иһә, үҙ сиратында, табыш алыуҙы артты­рыуға, эш хаҡын күтәреүгә лә туранан-тура йоғонто яһай. Ләкин ике-өс тиҫтә йыл үтеүгә бындай һәйбәт ятҡылыҡты эшкәртеү тамамлана, ҡалған ятҡылыҡтарҙың бындай өҫтөнлөктәре булмауы ла ихтимал.
Финанс даирәһендә эшләүсе­ләрҙең хеҙмәт хаҡы унан да юғарыраҡ – айына 75 мең һум, үҫеш бер йыл эсендә 14 процент тәшкил итте.
Шулай ҙа беҙҙең илдә аҡсаны көрәп алған тармаҡ – углеводородтар эшкәртеү. Быйылғы июндә нефть продукттары етеште­реү­селәрҙә уртаса эш хаҡы 85 мең һум тәшкил итте. Ә бит бер йыл эсендә ул 10 процентҡа кә­мене. Һәм... барыбер башҡа­лар­ҙан юғарыраҡ булыуын дауам итә.
Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәтләндереү өлкәләрен һай­лаған кешеләр хеҙмәт хаҡының ҙур булыуы менән элек-электән маҡтана алманы. Табиптар һәм социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы айына 29 мең һум ғына булыуы бер хәл, уларҙың был күрһәткесенең үҫеше лә ҙур түгел – биш процент ҡына. Мәғарифта та шул уҡ хәл.
– Табиптар һәм уҡытыусы­ларҙың эш хаҡын улар йәшәгән төбәктәге уртаса кимәлдән дә түбәнерәк итмәү бурысы ҡуйыл­ғайны, – ти Леонид Холод. – Әммә төбәктәрҙең быға аҡсаһы юҡ. Был хәл ҡаҙнаның система булараҡ үҙенсәлеген күрһәтә. Консолидациялы ҡаҙнаның өстән бер өлөшө оборона сығым­да­рына һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмә­кәрлегенә бүленә. Мәғариф һәм медицина әлегә ундай ҙур “ҡалъя”ға өмөт итә алмай.
Был ике тармаҡ бөгөн эш хаҡы кимәле буйынса күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу сауҙаһына тиң­ләшә – уларҙа ла был күр­һәткес 29 мең һум ғына. Дөрөҫ, һатыу­сылар быйыл 9,2 процентҡа кү­берәк ала башланы. Ҡунаҡхана һәм ресторан селтәрендә уртаса хеҙмәт хаҡы тағы ла түбәнерәк – 21 мең һум, быйыл 7,2 про­цент­ҡа ғына күтәрелде. Жур­налистарҙың хеҙмәт хаҡы, уларҙың ҡайҙа – дәүләт йәки хосуси баҫмаларҙамы, телевидение йәки баҫма нәшерҙәме, электрон сараламы, федераль йәки төбәк ойошмаһындамы – эшләүенә ҡарап бер-береһенән ныҡ ҡына айырыла. Рәсәйҙәге хосуси баҫ­маларҙа ул уртаса 30 мең һумдан алып 45 мең һумғаса тирбәлә. Дәүләткә ҡараған баҫмаларҙағы эш хаҡы мәҙәниәт өлкәһендәге хеҙмәткәрҙәр менән бер баҫҡыс­ҡа ҡуйылған шуға уны ҙур тип булмай. Мәскәү ҡалаһындағы гәзит-журналдарҙа был күрһәткес сағыштырмаса юғарыраҡ һәм төбәктәрҙән уларға эшкә барырға ынтылыусылар күп. Кадрҙар өсөн иң ҙур конкуренция, әйтеүҙәренсә – федераль телевидение каналдарында.
Шулай итеп, рейтингтың иң түбәнге баҫҡысына яҡынлайбыҙ: иң аҙ аҡса ҡалған барлыҡ тар­маҡтарҙы ашатып тороусы ауыл халҡында, шулай уҡ һунар­сылыҡта һәм урман хужалығында (“Росстат” ниңәлер был өс тармаҡты берләштереп ала). Тегеү предприятиеларында тир түгеүселәрҙеке лә бик түбән.
– Элек урман хужалығында төрлө премиялар, өҫтәп түләүҙәр ҙә бар ине, хәҙер ундай бер нәмә лә юҡ, – ти Урман һәм тәбиғәттән файҙаланыу иҡтисады үҙәгенең генераль директоры Николай Петрунин. – Әйткәндәй, урман сәнәғәте комплекстарында, биге­рәк тә целлюлоза-ҡағыҙ предприятиеларында эш хаҡы юға­рыраҡ. Иң аҙ оклад – урман бел­гестәренеке, сөнки ҡаҙнанан алалар. Шуға тағы ла торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың үҙ хеҙмәте өсөн түләүҙе даими күтәрә барыуын да иҫләһәк, беҙҙәге эш хаҡы фондының аҙая барыу сәбәбе аңлашылыр. Тармаҡ барлыҡ ихтыяждың 50-60 проценты кимәлендә генә финанслана, субсидия алмайбыҙ.
Ауыл хужалығындағы эш ха­ҡының артта һөйрәлеүенә күне­геп тә бөткәнбеҙ – ул йылдар буйы дауам итә бит. Ә бит 2014 йылда (тағы ла яңыраҡ мәғлүмәт статистикала ни өсөндөр юҡ) был тармаҡта хеҙмәт етештереү­сәнлеге унан алдағы йыл менән сағыштырғанда 3,3 процентҡа күтәрелде. Аграр өлкәнән әллә ни саҡлы юғарыраҡ эш хаҡы алыусы ҡаҙылма байлыҡ сығарыу тармағында, мәҫәлән, шул уҡ осорҙа хеҙмәт етештереүсәнлеге 2,7 процентҡа ғына артты. Бында инде “икмәк үҫтереүселәргә хөрмәт һәм дан!” тип әйтәһе генә ҡала.