Ярай әле пенсионерҙар бар

30-11-2011, 05:50 // Иҡтисад // Баҫып сығарырға
Ярай әле пенсионерҙар барКрупская исемендәге ауыл хужалығы кооперативында быйыл мал аҙығына ҡытлыҡ булмаясаҡ, сөнки ике йылға етерлек запас тупланған.
– Ҡышты имен-һау үткәрергә өмөт ҙур, биналарға ремонт та үткәрелде, – ти хужалыҡ рәйесе Валерий Михайлов. – Әлбиттә, ҡайһы бер хыялдар тормошҡа ашмай ҡалды. Тулыһынса ремонт үткәрергә әлеге лә баяғы аҡса мәсьәләһе бәкәлгә һуға.
Хужалыҡтың Һуҡкүл һөтсөлөк фермаһында, ысынлап та, иҫке биналар күп. Етәкселек киләсәктә ошондай биналарға ремонт үткәреп, мал һанын арттырырға уйлай. Ауыл хужалығы техникаһы ла күптән инде иҫкергән, уларҙы ла яңыһына алмаштырырға хыялланалар. Кооператив быйыл туғыҙ миллион һум кредит алып, ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртҡан. Яҙғы һәм көҙгө баҫыу эштәрен уңышлы атҡарып сығыуҙа был техниканың ярҙамы ҙур булған.
Бөгөн бында симменталь тоҡомло 752 һыйыр малы аҫрала, шуның 326-һы – һауын һыйыры. Илленән ашыу йылҡы ла бар. Көн һайын дәүләткә бер тоннананЯрай әле пенсионерҙар бар ашыу һөт һаталар.
Коллективта 85 кеше эшләй. Хужалыҡтың алдынғы һауынсылары Нина Федотова, Люциә Тихонова, Мария Азанова 30-ҙан ашыу һыйыр ҡарай. Көтөүселәр Геннадий Яковлев, Николай Антонов һәм Сергей Трофимовтың эшенән дә етәкселек ҡәнәғәт. Хужалыҡ рәйесе ҡайһы бер малсыларҙың эш ваҡытында эскелек менән шөғөлләнеүен дә йәшермәне. "Тик ундайҙарҙы эштән ҡыуа башлаһаң, эшләргә кеше ҡалмаясаҡ. Бөгөн ауылда йәштәр юҡ дәрәжәһендә, күптәр ситкә китеп бөттө. Хәҙер тик пенсия йәшендәгеләр генә ауылда йәшәй", – ти Валерий Михайлов. Ә эшләүселәр үҙҙәре ҡәнәғәт.
Һауынсы Люциә Тихонова әйтеүенсә, эш хаҡы ваҡытында бирелә. Мал аҫраусыларға арзан хаҡҡа ашлыҡ алырға була.
Самат ҒӘЛИН
Миәкә районы.