ЭКО-быҙауҙар, голланд картуфы...

10-01-2017, 02:45 // Иҡтисад // Баҫып сығарырға
Фәнгә таянып үҫемлекселек, малсылыҡ һәм картуф үҫтереү буйынса районда ғына түгел, республика кимәлендә танылыу алған Салауат исемендәге кооператив тағы бер үҙенсәлекле һәм әлегә бер хужалыҡ та тотонорға йөрьәт итмәгән яңылыҡты һынаны.
Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә һыйырҙы ЭКО (экстракорпораль аталандырыу ысулы) ярҙамында аталандырыу ҡулланыла. Был юл менән йылына бер тапҡыр үрсем алырға мөмкин. ЭКО ярҙамында күрһәткесте арттырыу мөмкинлеге бар.
Былтыр ғинуар айында генетик яҡ­тан ҡиммәтле һаналған 95 эмбрионды урындағы һыйырҙарға трансплантациялағандар, йәғни күсергәндәр.
– Бөгөн фермала ошондай ысул менән тыуған быҙауҙар үҙҙәрен яҡшы тоя. Тимәк, тәжрибә уңышлы үтте, – ти баш зоотехник Флүр Әхмә­лет­динов. – Был беҙгә көтөүҙе яңыр­тырға, һөт һауыу күрһәткесен тағы ла күтәрергә мөмкинлек бирә. ЭКО буйынса алынған быҙауҙарҙы тәж­рибәле быҙау ҡараусы Гөлназ Әсфәндиәрова тәрбиәләй.
Бында ремонтланмаған, ҡул көсө ҡулланылған биналар юҡ. Һуңғы йылдарҙа “500 ферма” республика программаһы сиктәрендә дүрт яңы ферма төҙөлгән. Йыл дауамында Свердловск өлкәһенән һәр береһе 169 мең һумлыҡ 139 баш ҡара-сыбар тана һатып алынған, был эш килә­сәктә лә дауам итәсәк.
– Бөгөн ике фермала 2500 баш мал аҫрала. Һауыу залы, ял бүлмәһе, белгестәр өсөн айырым кабинеттар – бөтәһе лә тырышып эшләү өсөн стимул. Эш хаҡы юғары, өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған. Әлбиттә, тәртип тә ҡәтғи. Беҙ тоҡомсолоҡ хужалығы булараҡ теркәлгәнбеҙ, маҡсатыбыҙ – тоҡом­солоҡ заводы статусын алыу, бының өсөн беҙҙә шарттар бар. Ике фермала тәүлегенә 12 мең тонна һөт һауыла. Юғары күрһәткес өсөн талаптар күп, генетика буйынса эшләү, баланслы мал аҙығы – беренсе урында, мал аҙығы әҙерләү цехын булдырыу мөһимлеген дә күҙ уңында тотабыҙ. Бөгөн хужалыҡта мал аҙығы 26 параметр буйынса әҙерләнә. Тәбиғәткә бойороп булмай – ҡабат­ланып торған ҡоролоҡ үҙ төҙәтмәһен индерҙе, сираттағы миҙгелдә үҫем­лекселектән уртаса уңыш гектарынан 30 центнер тәшкил итте, картуфтыҡы ла көтөлгәндән түбәнерәк булды.
Машина-трактор паркы даими яңыртыла, унда эшләргә үҙебеҙҙең кадрҙар бар.
Киләһе йыл уңышы өсөн ер әҙер, бөгөн 450 тонна ашлама тупланыҡ. Сөгөлдөр сәселәсәк майҙан ҡоро аммиак менән ашламалана, был ысулды районда “Старт” фермер хужа­лығы ғына ҡуллана ине, беҙ уларҙың тәжрибәһен үҙебеҙҙә һынап ҡарарға булдыҡ, – ти кооператив етәксеһе Сибәғәт Ғәйнуллин.
Һабаш фермаһы мөдире Илгиз Игебаев та һыйырҙың һөтө телендә икәнлеген яҡшы белә. “Малсыларҙың эш шарттарына зарланғанын ишет­кәнем юҡ, был мөмкин дә түгел. Һәр кем үҙ һөнәрен яҡшы белә”, – ти ул.
ЭКО ысулы буйынса быҙаулатыу селекция йәһәтенән перспективалы йүнәлеш кенә түгел, финанс йәһә­тенән дә арзан, сөнки эмбрион хаҡы тоҡомло мал һатып алыуға ҡарағанда ике-биш тапҡыр осһоҙға төшә. Беренселәрҙән булып голланд картуфы үҫтергән, тоҡомсолоҡ эшен яйға һалған Салауат исемендәге хужалыҡ беҙҙе тағы ниндәй асыш менән ғәжәпләндерер – уныһын ваҡыт күрһәтер.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА,
“Көнгәк” гәзите хәбәрсеһе.