Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Үле ҡала” түгел...
“Үле ҡала” түгел... Һуңғы йылдарҙа “моноҡала” тигән төшөнсә тураһында йыш һөйләйҙәр. Ҡасандыр бер предприятие нигеҙендә барлыҡҡа килеп, урындағы халыҡтың күпселеге шунда эшләгән йәки етештерелгән тауарҙың 50 проценты бер тармаҡҡа ҡараған кескәй ҡаласыҡтар улар. Рәсәйҙә 300 самаһы моноҡала бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәренең хәле ҡасандыр ҡаланы төҙөүгә сәбәпсе булған предприятиеның бөгөнгөһөнә бәйле. Быға миҫал эҙләп алыҫҡа китәһе түгел.
Илдең моноҡалаларында 15 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Ундағы ҡалаларҙа килеп тыуған хәлде яҡшыртыу, социаль-иҡтисади хәлде үҫтереүҙе муниципалитеттар ғына хәл итә алмай. Шуға ла 2014 йылда Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе Дмитрий Медведев тап ошо йүнәлештә эшләйәсәк Моноҡалалар үҫеше фонды булдырҙы. Быйылғы йылдың башында Рәсәй Хөкүмәте ҡарарҙары донъя күрҙе. Премьер-министр Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған документта республи­кабыҙҙың Бәләбәй һәм Күмертау ҡалаларында ла йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрен булдырыу тураһында һүҙ барҙы.
Ҡарарҙа билдәләнеүенсә, бындай биләмәләр Күмертау һәм Бәләбәй ҡалаларын үҫтереүгә, уларҙың иҡти­са­дын үҙгәртеп ҡороуға, инвестиция йәлеп итеүгә, урындағы төп ойош­маларҙың эшмәкәрлегенә ҡағылмаған яңы эш урындары булдырыуға булышлыҡ итәсәк. Әйткәндәй, Күмертау авиация-етештереү берекмәһе менән Бәләбәй “Автонормаль” заводы – был төбәктәрҙәге төп предприятиелар.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә сағылған күрһәтмәләрҙе үтәүгә ярашлы, Күмертау һәм Бәләбәй былтыр март айында Бәләкәй ҡалаларҙы үҫтереү фондында йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре исемлегенә инде­релеү өсөн проекттарын яҡлағайны. Күмертауҙа “Сигма” компаниялар төркөмө алты миллиард һумлыҡ өр-яңы май экстракцияһы заводын асырға ниәтләһә, Бәләбәй иһә яңы һигеҙ миллиард һумлыҡ биш инвестиция проектын тормошҡа ашырасаҡ.
Фондтың етәксеһе Ирина Макиева күптән түгел Башҡортостанға килеп, Бәләбәйҙең йәшәйеше менән танышты. Күмертауға фондтың эш төркөмө былтыр килеп киткәйне.
Ирина Макиева тәү сиратта Бәлә­бәйҙә һөт комбинатында булып халыҡ менән осрашты. Әйткәндәй, комбинат “Автонормаль” заводынан ҡала халыҡты эш менән тәьмин итеү буйынса икенсе урынды биләй. Заводта хәл тотороҡло түгел. Һөҙөмтәлә сәнәғәт предприятиеһына күҙ терәп торғандарға эшһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы ла янай. Башҡортостанда ошондай хәлдәге ҡалалар дүртәү – Бәләбәй, Күмертау, Нефтекама, Белорет. Бәләбәй иһә 2014 йылда моноҡала тип танылды.
Моноҡалаларҙы үҫтереү буйынса эшсе төркөм етәксеһе Ирина Макиева илдең баш ҡалаһында йәшәһә лә, Бәләбәй сырын ғына һатып алыуы тураһында белдерҙе. Муниципалитет башлыҡтары, урындағы дәүләт учреждениеларында эшләүсе һәм шәхси эшҡыуарҙар менән осрашыуҙа ҡаланы үҫтереү юлдары билдәләнде. Программа буйынса яңы эш урындары асыу­сыларға түбән процентлы займдар биреләсәк, һалым буйынса ла льготалар ҡаралған.
– Рәсәйҙә моноҡалалар иҫәбе – 300-ҙән 500-гә тиклем. Уларҙың тото­роҡлолоғо миҙгелгә бәйле лә үҙгәрә. Әлегә беҙ 319-ын билдәләнек һәм ике йыл дауамында тап ошо ҡалаларҙың хәлен яҡшыртыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ, – тип белдерҙе Ирина Макиева.
Программаға ярашлы, Бәләбәйгә фонд 400 миллион һум аҡса бүлә, ул ҡала инфраструктураһын яҡшыртыуға тотонола, ҡалған 7 миллиардтан ашыуы инвесторҙар иңенә төшә. Әйтергә кәрәк, инвесторҙарҙың бөтәһе лә респуб­ликаныҡы. Ҡалала йорт ҡуяндары үҫтереү фермаһын төҙөү, һөт комбинаты менән “Автонормаль” заводын модернизациялау, тағы ике сәнәғәт ойошмаһын асыу күҙаллана. Быйылдан старт алған проект Бәләбәйҙә ике мең ярым эш урыны булдырыуға йүнәл­телгән. Әле ҡалала меңгә яҡын эшһеҙ иҫәпләнә. Ҡаланың 8-се урта мәктәбендә лә төҙөкләндереү эштәре тамамланыу алдында.
Ил Хөкүмәте ҡабул иткән проектта 11 ҡаланы үҫтереү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылған. Уларҙың араһында Башҡортостандан Бәләбәй менән Күмертауҙың булыуы ҡыуандыра. Хәҙер иһә проекттың уңышлы тормошҡа ашыуы урындағы власть әһелдәренең эшмәкәрлегенә бәйле.

Тимур ҒИЛМИЙӘРОВ, Бәләбәй һөт комбинатының инвестициялар буйынса үҫеш етәксеһе:
– Һөт комбинатын модернизациялау башланды ла инде. Әлеге көндә был маҡсатҡа беҙ 400 миллион һум аҡса тотондоҡ, тағы 2 миллиард һум йәлеп итеү ҡаралған. Яңы аппарат линияһы астыҡ, сыр һаҡлау камераһы һәм башҡа уңайлыҡтар булдырылды. Комбинатта 600 тирәһе кеше эшләй.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Радий Хәбиров “Башнефть” комплексы эшмәкәрлеге менән танышты

Радий Хәбиров “Башнефть” комплексы эшмәкәрлеге менән танышты 15.10.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың төп компанияһы...

Тотош уҡырға 32

Иң юғары эш хаҡы ҡайҙа?

Иң юғары эш хаҡы ҡайҙа? 09.10.2018 // Иҡтисад

Рәсәйҙә иң юғары һәм иң түбән хеҙмәт хаҡы теркәлгән ҡалаларҙы билдәләнеләр. Иң ҙур эш хаҡы...

Тотош уҡырға 45

Хаҡтар ни хаҡ?

Хаҡтар ни хаҡ? 08.10.2018 // Иҡтисад

Республика статистиктары социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә хаҡтар тураһында белдерҙе. Ҡайһы бер...

Тотош уҡырға 56

Һынау уңышлы үтә

Һынау уңышлы үтә 05.10.2018 // Иҡтисад

Белорет металлургия комбинатында быға тиклем сит илдәрҙән килтерелгән күп өлтөклө канаттарҙы, шул...

Тотош уҡырға 51

Һалым түләр ваҡыт

Һалым түләр ваҡыт 05.10.2018 // Иҡтисад

Республиканың һалым органдары милеккә, ер һәм транспортҡа һалым түләү хаҡында квитанцияларҙы ебәрә...

Тотош уҡырға 49

Бензин ҡыйбатланмай

Бензин ҡыйбатланмай 01.10.2018 // Иҡтисад

2018 йылдың аҙағына тиклем бензинға һәм дизель яғыулығына хаҡ артмаясаҡ....

Тотош уҡырға 82

Бензин ҡойоп еткермәһәң, штраф түлә

Бензин ҡойоп еткермәһәң, штраф түлә 28.09.2018 // Иҡтисад

Рәсәйҙә автомобиль заправкалау станцияларына ҡарата яғыулыҡты еткерә ҡоймаған өсөн штраф булдырыла....

Тотош уҡырға 61

Һеҙҙән – дөгө, беҙҙән – каучук

Һеҙҙән – дөгө, беҙҙән – каучук 26.09.2018 // Иҡтисад

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Вьетнам Республикаһының Бария-Вунгтау...

Тотош уҡырға 37

Башҡортостан – Япония бәйләнештәре нығына

Башҡортостан – Япония бәйләнештәре нығына 21.09.2018 // Иҡтисад

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге рәсми...

Тотош уҡырға 97

Сифатҡа баһа бирелә

Сифатҡа баһа бирелә 20.09.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, сифат өлкәһендәге премияларға конкурста...

Тотош уҡырға 67

Пенсия йәше: уҡытыусылар һәм табиптар өсөн

Пенсия йәше: уҡытыусылар һәм табиптар өсөн 19.09.2018 // Иҡтисад

Белеүегеҙсә, 19 июлдә илдең Дәүләт Думаһы пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр тураһындағы законды тәүге...

Тотош уҡырға 146

Тырышлығыңа күрә – хаҡы

Тырышлығыңа күрә – хаҡы 19.09.2018 // Иҡтисад

200 урынға иҫәпләнгән цехҡа тегенселәр кәрәк. Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш...

Тотош уҡырға 114