Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Баҫыуҙар буш ятырға тейеш түгел”
Ер – хазина, ер – туйындырыусы. Әммә бәрәкәтле тупраҡ хәстәрлекле эйәһе булғанда ғына үҙенең йомартлығын күрһәтә, илде түлле итә, ҡаҙнаны тулыландыра, инвестициялар йәлеп итә. Үкенескә ҡаршы, республикала меңәрләгән гектар баҫыуҙар файҙаланылмай. Ауыл хужалығының былтырғы йыл эшмәкәрлеге һөҙөмтәләренә, алда торған яҙғы сәсеү эштәренә арналған киңәйтелгән ултырышта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ошо хаҡта әйтте һәм был юҫыҡта артабан етди саралар күреләсәген белдерҙе.
Мәҫәлән, Мишкәлә – 31 мең, Учалыла – 30 мең, Яңауылда – 25 мең, Балаҡатайҙа – 22 мең, Асҡында – 20 мең, Йылайырҙа 18 мең гектар майҙан баҫыуҙарҙа ҡый үләндәре үҫә. Тап шуға ла Рөстәм Зәки улы ергә битараф ҡарашта булғандарға киләсәктә талапсанлыҡты арттырыу кәрәклеген, штраф һалынасағын белдерҙе.
– Әммә был ғына аҙ, – тине ул. – Беҙ был майҙандарҙы тартып алып, аукцион аша һатасаҡбыҙ. Ерҙе файҙаланыу буйынса тәртип булдырмай тороп, ауыл хужалығын алға ебәреү хаҡында һөйләү мөмкин түгел.
Әйткәндәй, былтырғы һөҙөмтәләрҙе насар тип булмай. Һуңғы йылдарҙа иген уңышы йомғаҡтары ҡыуандыра. Үткән йыл иртә сәселә торған бойҙайҙың, ужымдың, арпаның уңыуы иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың дөйөм күләмен арттырыуға мөмкинлек биргән. Әлбиттә, үҫтерелгәнде йыйып алыу ғына түгел, ә уның файҙаһын күрә белеү ҙә зарур.
Тап шуға ла республика етәксеһе уңышты сифатлы итеп һаҡлау, сеймал булараҡ ҡына түгел, ә эшкәртеп, аҙыҡ итеп һатыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әммә бөгөн республикала игенде тәрәнәйтеп эшкәртеү менән шөғөлләнгән ҙур завод юҡ.
Ошо йәһәттән быйыл Өфө районында йылына 40 мең тонна иген эшкәртеү ҡеүәтенә эйә буласаҡ предприятие төҙөү күҙаллана.
Илдә юғары сифатлы иген – тәү сиратта ҡаты сортлы бойҙай етешмәй. Был юҫыҡта эште йәйелдереү йәһәтенән республикала яҡшы мөмкинлек бар, һәм ул уңышлы файҙаланыла. 2015 йылда 30 мең гектарҙа сәселһә, унан һуң 40 мең гектарға еткән. Быйыл иһә 44 мең гектарҙа көтөлә. Сифатлы игенде макарон аҙыҡтары эшләүселәр ихлас ала, әммә әлегә бөтәһе лә республиканан ситкә оҙатыла.
Мәғлүм булыуынса, күптән түгел ауыл хужалығын 2020 йылға тиклем үҫтереүҙең Стратегияһы ҡабул ителде. Аныҡ маҡсаттар билдәләнде. Мәҫәлән, был осорҙа республика ауыл хужалығы аҙыҡтарын етештергән иң көслө биш төбәк иҫәбендә лайыҡлы урын биләргә тейеш. Бының өсөн беҙгә йылына 230 миллиард һумлыҡ тауар етештереү мөһим, әлегә ул 166 миллиард һум тәшкил итә. Ауыл хужалығы предприятиеларының һәм фермер хужалыҡтарының етештереү күләмен арттырыу мөһим.
Тап шуға ла Рөстәм Хәмитов юғары, алдынғы технологияларҙы ҡулланып, фәнгә нигеҙләнеп, яңыса эшләргә саҡырҙы.
– Дөйөм алғанда, республикала фәнни әҙерлек насар түгел, уларҙан яҡшы һөҙөмтә көтәбеҙ, аграр университет эшләй, йәш, өмөтлө ғалимдар бар, диссертациялар яҡлана, – тине республика Башлығы. Ярҙам бары бүленгән аҡсаны һөҙөмтәле файҙалана белгән хужалыҡтарға ғына биреләсәген белдерҙе.
Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов алдағы дүрт йылда тармаҡ алдында торған бурыстар, сәсеүгә әҙерлек барышы хаҡында һөйләне.

Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Бурыстар кәмергә тейеш

Бурыстар кәмергә тейеш 13.12.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин...

Тотош уҡырға 2

Ҡаҙнала аҡса арта

Ҡаҙнала аҡса арта 13.12.2018 // Иҡтисад

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары 20 декабрҙә буласаҡ пленар ултырышта “2018 йылға һәм 2020,...

Тотош уҡырға 17

Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме арта

Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме арта 12.12.2018 // Иҡтисад

Дәүләт Думаһы 2019 йылда хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен 117 һумға арттырыу тураһындағы закон...

Тотош уҡырға 42

Йылы һыуға түләнеңме?

Йылы һыуға түләнеңме? 11.12.2018 // Иҡтисад

Республика йортондағы сираттағы кәңәшмәлә идарасы компанияларҙың яғыулыҡ-энергетика ресурстары...

Тотош уҡырға 58

“Сода” премия алған

“Сода” премия алған 11.12.2018 // Иҡтисад

"Башҡортостан сода компанияһы" Cbonds Awards премияһының “Йыл дебюты” номинацияһында еңеү яуланы....

Тотош уҡырға 35

Ташламалар ике йылға оҙайтыла

Ташламалар ике йылға оҙайтыла 11.12.2018 // Иҡтисад

Электрон рәүештә түләнгән дәүләт пошлинаһына 30 процент ташлама 2021 йылға ҡәҙәр оҙайтылды....

Тотош уҡырға 43

Дәүләт теләһә кемдән һатып алмай

Дәүләт теләһә кемдән һатып алмай 11.12.2018 // Иҡтисад

Өфөлә Ауыл хужалығы министрлығы бинаһында үҙәкләштерелгән дәүләт һатып алыуҙары системаһын үҫтереү...

Тотош уҡырға 36

Башҡортостанда мөлкәт һалымының яҡынса 50 проценты ғына йыйыла

Башҡортостанда мөлкәт һалымының яҡынса 50 проценты ғына йыйыла 10.12.2018 // Иҡтисад

Һуңғы йылдарҙа республика муниципалитеттарында мөлкәт һалымын йыйыу әллә ни артмай, 50 процент...

Тотош уҡырға 38

Алданған өлөшсөләр иғтибарына!

Алданған өлөшсөләр иғтибарына! 10.12.2018 // Иҡтисад

Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты республиканың ҡайһы бер ҡала, райондарында алданған...

Тотош уҡырға 37

Күпме әрләһәк тә, үҙебеҙҙең “тимер ат”ҡа етеүсе юҡ!

Күпме әрләһәк тә, үҙебеҙҙең “тимер ат”ҡа етеүсе юҡ! 10.12.2018 // Иҡтисад

“Иномарка”нан текәһе юҡ”, ти торғас, артыҡ маҡтауҙан ялығып киттек ахыры. Рәсәйҙәр быйыл үҙҙәрендә...

Тотош уҡырға 37

"Торатауҙы һаҡлап ҡалыу тураһындағы ҡарар Стәрлетамаҡтағы 2,5 мең эшсене ҡотҡарасаҡ"

"Торатауҙы һаҡлап ҡалыу тураһындағы ҡарар Стәрлетамаҡтағы 2,5 мең эшсене ҡотҡарасаҡ" 09.12.2018 // Иҡтисад

“Ҡуштауҙы эшкәртеү хаҡындағы ҡарар 2,5 мең эш урынын һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирәсәк. Уларҙы БСК...

Тотош уҡырға 86

Ауырғазыла яңы проект тормошҡа ашырыла

Ауырғазыла яңы проект тормошҡа ашырыла 07.12.2018 // Иҡтисад

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Инвестиция...

Тотош уҡырға 56