Иғтибар үҙәгендә – юғары технологиялар

28-02-2017, 03:52 // Иҡтисад // Баҫып сығарырға
Столыпин исемендәге үҫеш иҡтисады институтында Рәсәй Президенты В.В. Путин ҡушыуы буйынса урта сроклы “Үҫеш стратегияһы” социаль-иҡтисади үҫеш программаһы әҙерләнә. Документты төҙөү эшенә институт директоры Анастасия Алехнович һәм предприятиелар хоҡуҡтары буйынса Рәсәй Президенты эргәһендәге вәкил (бизнес-омбудсмен) Борис Титов етәкселек итә. Программаны әҙерләүҙә Абел Аганбегян, Яков Миркин һәм башҡа күренекле иҡтисадсы ғалимдар ҡатнаша.
Үҫеш стратегияһы” программаһына ярашлы, Рәсәй Федерацияһының алты төбәгендә яңы тармаҡ кластерҙары ойоштороласаҡ. Башҡортостанда ике клас­тер – станоктар һәм приборҙар эшләү буйынса ҡеүәтле структуралар барлыҡҡа киләсәк. Улар, етештереүҙән тыш, фундаменталь фән – теоретик һәм эксперименталь эҙләнеүҙәр, яңы технологиялар менән дә шөғөлләнергә тейеш. Идея етештереү тармаҡтарында етди структура һәм институциональ реформаларға мохтажлыҡҡа бәйле. Совет осорондағы тармаҡ структуралары һәм институттар тарҡалып, байтаҡ кадрҙар, технологиялар, компетенциялар юғалтылғас, элекке министрлыҡтарға ҡараған функцияларҙы ниндәй ҙә булһа формаларҙа тергеҙә башлау мөһим. Икенсе яҡтан, ул яңы формалар баҙар иҡтисады шарттарына яуап бирергә тейеш. Кластер формаһы, фәнни-техник үҫеш рейтингында лидер позицияларына күтәрелгән Рәсәй Федерацияһы субъекттары, айырыуса күршеләребеҙ Татарстан һәм Һамар өлкәһе тәжрибәһе күрһәтеүенсә, яңы иҡтисади талаптарға тулыһынса яуап бирә. Әммә, Столыпин клубы ағзалары, айырыуса бизнес-омбудсмен Борис Титов раҫлауынса, яңы структураларҙың формалашыуына ҡаршы торған факторҙар ҙа әлегә күп. Уларҙан арыныу өсөн иң тәүҙә түбәндәге иҡтисади саралар талап ителә:
– Үҙәк банк ставкаһын 0 процентҡа тиклем кәметеү;
– әйләнештәге аҡса массаһын (монетизация коэффициентын) эмиссия аша сәнәғәт үҫеше өсөн талап ителгән кимәлгә тиклем арттырыу;
– етештереү тармаҡтарын финанслауҙы тотҡарлаусы барлыҡ факторҙарҙы алып ташлау;
– сеймал экспортына нигеҙләнгән спекулятив капиталды сикләү;
– сауҙа өҫтәмәләрен закон менән сикләү;
– ҡаты фискаль башланғыстарға нигеҙләнгән һалымдар сәйәсәтен үҙгәртеү һ.б.
Тәҡдим ителгән саралар илдәге финанс сикһеҙлеген, нефть һәм газ экспортынан алынған колоссаль аҡса массаларын сит илдәргә сығарыуҙы (шул иҫәптән офф-шорҙар һәм Стабилизация фонды аша) туҡтатып, реаль етештереү тармаҡтарына йүнәлтеү мөмкинлеген асасаҡ. Бөгөнгө көндә Урал, Себер, Иҙел буйы ҡалаларындағы иң ҡеүәтле сәнәғәт үҙәктәре актив аҡса әйләнешенән ситләштерелгән хәлдә ҡала, шул уҡ ваҡытта әйләнештәге барлыҡ аҡса массаһының 80 проценты Мәскәүҙәге Садовое кольцо сиктәренән сығарылмай. Перифериялағы сәнәғәт предприятиелары, финанслау етешмәү сәбәпле, ҡиммәтле кадрҙарҙы, технологияларҙы, фондтарҙы, инфраструктураны күпләп юғалтыуын дауам итә. Төбәктәрҙә финанстар аҡса әйләнеше етеҙерәк булған тармаҡтарға – сауҙаға, транспортҡа, энергетикаға, нефть һәм газ сәнәғәтенә генә һалына.
“Үҫеш стратегияһы” программаһы авторҙары Башҡортостанда станоктар һәм приборҙар эшләү кластерҙары төҙөүҙе күҙ уңында тотоп, был өлкәләрҙә электән көслө компетенцияларға эйә булған эре предприятиеларға таянып эш итергә йыйына. Башҡортостанда был ике йүнәлештә лидер сифатында Өфө приборҙар эшләү берекмәһен (УППО, йәғни 40-сы завод) һәм Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводын күрһәтергә мөмкин. Стәрлетамаҡ заводы иң ҡеүәтлеләрҙән иҫәпләнә һәм илдә етештерелгән продукцияның 25 процентын бирә. Әммә, бөтә донъя кимәленән ҡарағанда, беҙҙең уңыштар бик тә самалы. Әлеге мәлдә Рәсәй Федерацияһы станоктар етештереүсе илдәр рейтингында ни бары 21-се урынды биләй.
Өфө приборҙар эшләү берекмәһе элекке Советтар Союзында авиакосмик электроника етештереү буйынса лидер иҫәпләнде. Унда самолеттар һәм вертолеттар өсөн автопилоттар, автоматик идара системалары, борт хисаплау үҙәктәре һәм башҡа төр алдынғы техника сығарылды. Берекмә “Восток”, “Восход”, “Союз”, “Прогресс” йыһан караптарын, “Салют” һәм “Мир” орбиталь станцияларын борт электроникаһы менән йыһазландырыуҙа төп эштәрҙе башҡарҙы. Донъяла тиңе булмаған был данлыҡлы предприятие нигеҙендә приборҙар эшләү кластеры төҙөү Өфөлә электроника тармағын тергеҙеү эшенә ҙур өлөш индерәсәк.