Көслө теләктәш таптыҡ

17-03-2017, 03:45 // Иҡтисад // Баҫып сығарырға
Көслө теләктәш таптыҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов “Эксперт-Урал” журналына биргән интервьюла:
– “Роснефть” йөҙөндә беҙ бик ҡеүәтле теләктәш таптыҡ – республикала донъя кимәлендәге компания эшләй башланы. Беҙҙең өсөн киң мөмкинлектәр асыла. Эшлекле бәйләнештәр йылдам үҫешә, – тип белдерҙе.

Республика етәкселеге компания менән берлектә Башҡортостан предприятиеларында етеште­релгән нефть сығарыу техникаһын реализациялау программаһын төҙөй. Билдәле булыуынса, беҙҙә ул төр техниканың тулы гаммаһы сығарыла – был тармаҡта Башҡортостан компетенция үҙәге була ала. Әлегә сит ил техно­логияһы һәм техникаһы ҡул­ланылған йүнәлештәрҙә лә республика предприятиелары үҙҙәренең яңы продукцияһын тәҡдим итеүгә һәләтле – бының өсөн тәжрибә етерлек. Яңы быуын техниканы Рәсәй Федерация­һының башҡа субъекттары менән кооперация нигеҙендә лә етештерә башларға мөмкин.
Йәнә бер ыңғай эш йүнәлеше – “Башнефть” берекмәһенең активтарын ҡайтарыу. Мәҫәлән, “Таргин” сервис компанияһында мәсьәлә хәл ителеп, яңы заказдар алына. Унда 20 меңгә яҡын кеше эшләй – республика өсөн ул бик етди мәсьәлә.
“Роснефть” менән хеҙмәт­тәшлек социаль өлкәгә, спорт үҫешенә лә булышлыҡ итәсәк. Компания өсөн Башҡортостан – ышаныслы партнер, республика өсөн дә бындай ҡеүәтле ойошма менән эшләй башлау ифрат ҙур перспективалар аса.