Мәскәү, аҡса бир!

18-04-2017, 03:57 // Иҡтисад // Баҫып сығарырға
Рәсәйҙең Иҫәп палатаһы рәйесе Татьяна Голикова, 2016 йыл һөҙөмтәләрен барлап, Федерация субъекттарының дәүләткә дөйөм бурысының һуңғы биш йылда 2,5 тапҡырға артып, 2,32 триллион долларға етеүе тураһында белдерҙе. Яңы финанс йылы башына Рәсәй бюджетынан дотация алған (реципиент) төбәктәр һаны күбәйеп, “донорҙар” 11 генә ҡалған.
Һуңғылары иҫәбенә хәҙер Мәскәү ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе, Татарстан Республикаһы, Свердловск һәм Төмән өлкәләре, Ненец, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтары ғына инә. Былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан иң күп дотация алған ун төбәк рәтенә ингән (Рәсәй Финанс министрлығы мәғлүмәттәренән):

Дағстан Республикаһы –
47 миллиард һум

Саха (Яҡут) Республикаһы –
43 миллиард һум

Камчатка өлкәһе –
37 миллиард һум

Ҡырым Республикаһы –
22 миллиард һум

Чечен Республикаһы –
22 миллиард һум

Алтай Республикаһы –
17 миллиард һум

Тыва Республикаһы –
13 миллиард һум

Бүрәт Республикаһы –
13 миллиард һум

Ставрополь крайы –
12 миллиард һум

Башҡортостан Республикаһы –
11 миллиард һум

2015 йыл аҙағында тулайым төбәк продукты буйынса рейтинг лидерҙары (РФ Финанс министрлығы мәғлүмәт­тәренән):
Мәскәү ҡалаһы –
13532,6 миллиард һум

Мәскәү өлкәһе –
3213,9 миллиард һум

Ханты-Манси автономиялы
округы –
3136,8 миллиард һум

Санкт-Петербург ҡалаһы –
3024,0 миллиард һум

Краснодар крайы –
1946,8 миллиард һум

Татарстан Республикаһы –
1833,2 миллиард һум

Ямал-Ненец автономиялы
округы –
1813,4 миллиард һум

Свердловск өлкәһе –
1779,4 миллиард һум

Красноярск крайы –
1618,2 миллиард һум

Башҡортостан Республикаһы –
1317,4 миллиард һум

Кредит рейтингы аналитик агент­лығы (АКРА) белгестәре раҫлауынса, төбәктәрҙең ауыр хәлдә ҡалыуының төп сәбәбе – федераль һәм төбәк бюджеттары араһындағы дисбаланста. Мәҫәлән, 2000 йылға тиклем төбәктәр йыйылған һалымдарҙың уртаса 50 процентын үҙҙәрендә ҡалдырһа, хәҙер – уртаса 27 проценты ғына, ә 73 проценты федераль үҙәккә тапшырыла. Һөҙөмтәлә урындарҙа иҡтисади үҫеш тотҡарлана, һалым базаһы кәмей. Һәм ошо ауыр шарттарҙа федераль үҙәк, бюджет мөнәсәбәттәрен үҙгәртмәйенсә, айырым вәкәләттәрҙе төбәктәргә тапшыра башланы, әммә уларҙы финанслау күпкә кәметелгән нормативтар буйынса бүленә. 2014 йылдан башлап бюджеттарҙы тигеҙләү өсөн төбәктәргә ташламалы (0,1 процент йыллыҡ ставка менән) кредит бирелә, әммә ул ғына ярҙам итә алмай. Һалымдарҙың күберәк өлөшөн – кәмендә 50 процентын Федерация субъекттарында ҡалдырыу мохтажлығы – көнүҙәк мәсьәлә.
Милли республикаларҙа килемдәр­ҙең ҙурыраҡ өлөшө ҡалырға һәм милли мәҙәниәт, милли тел, милли матбуғат баҫмалары һәм башҡа киң мәғлүмәт саралары, нәшриәт эше мәнфәғәтенә йүнәлтелергә тейеш – был хоҡуҡ Рәсәй Федерацияһы һәм республикалар конституцияларында, федераль үҙәк менән килешеүҙәрҙә, халыҡ-ара хоҡуҡи нор­маларҙа нығытылған һәм ҡәтғи үтәлергә тейеш.
Бюджеттар балансын көйләү өсөн тәүҙә төбәктәрҙә һалым базаһын тергеҙеү мөһим. Уларҙа байтаҡ килем сығанаҡтары юғалтылған. Әммә федераль үҙәк был хәлгә иғтибар итмәй һәм финанс баҫымын артабан арттыра. Һөҙөмтәлә ҡаҙнаға “донорҙар” һаны кәмей, дотация алыусылар арта. Уҙған йылда, мәҫәлән, ил бюджетының яртыһынан күбеһен – 54 процентын Федерацияның ни бары өс субъекты – Ханты-Манси автономиялы округы (28 процент), Мәскәү ҡалаһы (16 процент) һәм Ямал-Ненец автономиялы округы (10 процент) тәьмин иткән, йәғни ғәмәлдә ҡаҙнаның иң эре “донорҙары” – газ һәм нефть сығарған компаниялар менән Мәскәүҙә тупланған финанс капиталы. Был хәлдән сығыу өсөн федераль һәм төбәк бюджеттары араһындағы дисбалансты төҙәтеү талап ителә.