Һабанда һайрашыр мәл

16-05-2017, 03:48 // Иҡтисад // Баҫып сығарырға
Һабанда һайрашыр мәл ...Инәлтеп кенә килгән быйылғы яҙҙың сағыу ҡояшы ҡыҙҙыра. Ауыл эшсәндәре ерҙең, ниһайәт, йылына башланыуына шатланып, баҫыуҙарға ашыға. Саң туҙҙырып, ҡеүәтле техника гөрөлдәй, ер ҡуйынына орлоҡ бата, ашлама инеп ята.

Ошондай күренеш Торатау итәгендә лә йәйелгән. 100 гектарлыҡ ике баҫыуҙа ике “ДТ-75” менән бер “МТЗ-82” эш менән мәшғүл. Сылбырлы тәгәрмәсле трактор­ҙар­ҙың береһе ер тырмалаһа, икенсеһе сәскес таҡҡан, ә беларускә ашлама һәм яғыулыҡ ташыу йөкмәтелгән. Урман-Бишҡаҙаҡ ауылынан Герасимов крәҫтиән фермер хужалығының техникаһы был. Фермер былтыр көҙҙән бойҙай сәсеп ҡалдырған баҫыуына ашлама индерә, ҡарабойҙайға тип икенсе яланын да әҙерләй бер юлы.
Һабанда һайрашыр мәл– 300 гектар еребеҙ бар. 100 гектарҙа – ужым (бойҙай), ҡалғанына быйыл яҙ сәсәбеҙ, – тип пландары менән уртаҡ­лашты хужалыҡ етәксеһе Александр Николаевич. – Быйыл ҡарабойҙайға ла өмөт бағларға булдыҡ, сөнки бойҙайға хаҡ төштө, ә тәүге культура бирешмәй әле. Ауыртмаған яҡҡа ятаһың бит, – тигән мәғәнәле әйтем менән тамамланы һүҙен фермер һәм һары төҫтәге “ДТ”-һы яғына ыңғайланы.
Герасимовтарҙы ауылда яҡшы белә­ләр, хөрмәт итәләр. Шулай булмаһа, ышанып пай ерҙәрен ҡуртымға тапшырып ҡуйырҙар инеме ни. Ә өмөттәре йыл да аҡлана халыҡтың: игенләтә өлөштәрен дә алалар, ергә һалымды ла фермер түләй. Эйе, баҫыуҙар йыл да мул уңыш биреп тора. Тик, миңә ҡалһа, был ерҙең уңдырышлылығына ғына бәйле түгел, фермер ҡара тупраҡты бөтә тырышлығын һәм һөйөүен һалып эшкәртә. Өс бер туған Александр, Вячеслав һәм Владимир Герасимовтар ер эшендә лә алға бара, техникалары менән ауыл халҡын да хеҙмәт­ләндерә.
– Ер эшендә әлегә тиклем үҙебеҙ генә мәшәҡәтләндек, фермерҙың хәстәре трактор штурвалында йөрөүгә генә ҡайтып ҡалмай бит, ҡағыҙ артынан сабыулау, яғыулыҡ менән тәьмин итеү, һатыу ойоштороу – барыһын да бер юлы башҡарырға кәрәк, тигәндәй, шуға киләсәктә ауыл егеттәрен дә эшкә ылыҡтырырға тигән план бар, – тип Александр Николаевич хужалығының киңәйеүе көтөлгәнен дә күҙаллай төҫлө. Һәр хәлдә, бындай уңғандарға сәсеүҙәрендә лә, ҡалған эштәрендә лә уңыштар теләге килә.

* * *

Һабанда һайрашыр мәл...Герасимовтарҙың баҫыуынан әллә ни йыраҡ түгел икенсе бер тырыш егеттең дә һабанда һайрашҡан мәле. Ҡарайған ауылы фермеры Тимерйән Искәндәров та бер баҫыуына ашлама индерһә, икенсеһен көнбағыш сәсеүгә әҙерләй. Хужалыҡтың 500 гектар сәсеүлеге бар. 150 гектарына көҙҙән орлоҡ инеп ятҡан да инде.
– Һауа торошо ҡулай килһә, техника әҙер, сәсеү эштәрен “һә” тигәнсе тамам­ларбыҙ, Алла бойорһа, – тигән өмөттә Тимерйән Тимерхан улы.
Хужа менән аралашҡан мәлдә янға “Лифан” тракторы килеп туҡтаны, кабинанан шат йөҙ күренде. Шатланырһың да шул, көн аяҙ, техника көйлө – ялан батырына тағы ни кәрәк?!
– Эш эҙләп ситкә йөрөйһө түгел, әлдә үҙебеҙҙең фермерҙар бар, – тип шәп кәйефенең тағы бер сәбәбен белдерҙе механизатор Леонид Гаврилов. Иманым камил, уға шул уҡ баҫыуҙа тир түккән Хәмит Бикбаев менән Рәфис Хисмәтуллин да теләктәш. Йәшәгән ерендә ҡый урынына иген үҫтереп, уның менән уңышлы сауҙа итә белгән, шул уҡ ваҡытта урындағы халыҡты ла хеҙмәтле һәм игенле иткән егеттәргә дан!


Фәүзиә ҒИЛМАНОВА, Ишембай районының баш агрономы:
Ишембай баҫыуҙарында сәсеү эштәре (шәхси хужалыҡтарҙы иҫәпкә алмағанда) 21 700 гектарҙа планлаштырыла, 15 мең гектарҙа – иген культуралары. 19 200 гектар ужым бар, шуның 90 проценты ҡәнәғәтләндерерлек кимәлдә.
Яҙғы сәсеүгә 2 900 тонна иген культураһы орлоғо әҙерләнде, уның 18,7 проценты – элиталы. Бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ үлән­дәрҙе 1 200 гектарҙа яңыртыу көтөлә. Быйыл шуныһы үҙенсәлекле: район хужалыҡтары баҫыуҙарына дәррәү ашлама индерә башланы.
Сәсеү 1 майҙан (аҙна башынан) ныҡлы старт алды, һауа шарттары яҡ­шы булып, көнөнә 1 200 гектар сәселгәндә, өс аҙнала тамам­ланасаҡ. Иң беренсе булып баҫыуға Шаһиев крәҫтиән (фермер) хужалығы төштө.