Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тешләшкән хаҡтарға ауыҙлыҡ
Федерация Советында 31 мартта ойошторолған парламент тыңлауҙарында 2009 йылдың 28 декабрендә ҡабул ителгән “Рәсәй Федерацияһында сауҙа эшмәкәрлеген дәүләт көйләүе нигеҙҙәре тураһында”ғы федераль закондың һәм уға 2016 йылдың 3 июлендә ғәмәлгә ингән 273-сө яңы федераль законға ярашлы индерелгән үҙгәрештәрҙең үтәлеше тикшерелде. Үҙгәрештәр ватан етештереүсеһенең мәнфәғәттәрен сауҙа өлкәһендә яҡлауҙы һәм монополияға ҡаршы закондарҙы боҙған өсөн яуаплылыҡты көсәйтеүҙе күҙ уңында тота.
Парламент тыңлауҙарын сенатор, Федерация Советының аграр һәм аҙыҡ-түлек программаһы буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Сергей Лисовский әҙерләй. Уның фекеренсә, ғәмәлдәге закондар сауҙа эшмәкәрлеген көйләүҙе тейешенсә тәьмин итә алмай. Тәҡдим ителгән материалдарҙан күренеүенсә, сауҙа өлкәһе, тейешле закондар булмауынан файҙаланып, хаҡтарҙы бер ниндәй сикләүһеҙ арттырыуға юл ҡуя. Һөҙөмтәлә халыҡтың һатып алыу һәләте кәмей: былтыр ил граждандары 2015 йыл менән сағыштырғанда аҙыҡ-түлекте, тауар күләмендә иҫәпләгәндә, 13 процентҡа, сәнәғәт тауарҙарын 16 процентҡа кәмерәк алған.
2006 йылдың 26 июлендә ҡабул ителгән “Конкуренцияны яҡлау тураһындағы” 135-се федераль законға ярашлы, Рәсәй Федерацияһында сикләнгән сауҙа өҫтәмәһе ҡулланыу тыйыла. Был хәл бөтә донъяла уңышлы ҡулланылған практикаға ҡаршы килә. Мәҫәлән, Евросоюз илдәрендә сауҙа өҫтәмәһе уртаса 12 процент тәшкил итә, иң юғары норма – 25 процент (диңгеҙ утрауҙары һәм башҡа алыҫ төбәктәр өсөн); АҠШ-та уртаса күрһәткес 17 процентҡа етә, иң юғары норма, Европалағы кеүек, 25 проценттан артмай (Аляска, Гавай штаттары һәм утрауҙар өсөн).
Сенатор Сергей Лисовский парламент тыңлауҙарында бәйән иткән мәғлүмәттәргә ярашлы, Рәсәй Федерацияһында закон менән сикләнмәгән реаль сауҙа өҫтәмәһе 100–300 процентҡа етә. Сауҙа селтәре, бының менән генә ҡәнәғәтләнмәйенсә, инфляцияға һылтанып, хаҡтарға өҫтәмәләрҙе артабан арттыра. Халыҡтың ризаһыҙлығын, йәмғиәттәге үҫә барған социаль көсөргәнешлекте иҫәпкә алып, һуңғы йылда айырым төбәктәрҙә губернаторҙар һәм урындағы парламенттар, хөкүмәттәр үҙҙәрендә сауҙа өҫтәмәләрен сикләү тураһында ҡарарҙар ҡабул итә башланы. Улар, ғәҙәттә, элекке СССР практикаһына мөрәжәғәт итә: Советтар Союзында сауҙа өҫтәмәләре, географик пояс зоналарына ҡарап, 8–12 процент тәшкил итә (I пояс – 8 процент, II пояс – 10 процент, III пояс – 12 процент).
Төмән өлкәһендә 2016 йылда хаҡтар айырым төр аҙыҡ-түлеккә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә самаһыҙ үҫә башлағас (мәҫәлән, Ямал ярымутрауында йәшелсәгә һәм емеш-еләккә өс тапҡырҙан күберәккә), максималь сауҙа өҫтәмәһен 15 процент кимәлендә сикләү тураһында ҡарар ҡабул итәләр. Төмән инициативаһына Калуга, Курск, Ростов өлкәләре, Краснодар крайы ҡушыла. Әммә Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт (ФАС) губернаторҙарҙан был ҡарарҙарҙы ғәмәлдән сығарыуҙы талап итә. Айырым төбәк­тәрҙән Дәүләт Думаһына һайланған депутаттар сауҙа өҫтәмәһен сикләү тураһында закон сығарыу инициативаһын күтәрә, әммә парламентта уларҙың тәҡдиме үтмәй. Депутаттар шулай уҡ аҙыҡ-түлеккә хаҡтар формалашыу процесындағы өс контроль һанды ныҡлы күҙәтеүгә алыуҙы талап итә: ауыл хужалығы продукцияһы – сеймал хаҡын, эшкәртеүсе һәм сауҙа хаҡтарын. Был хаҡтар нисбәтендәге дисбаланс иң тәүҙә ауыл хужалығына зыян килтерә. Хаҡтар балансы дәүләт тарафынан ныҡлы күҙәтеүгә алынып, бик теүәл көйләнеп тормаһа, ауыл хужалығы тармаҡтары рентабеллелеген юғалта, ә барлыҡ юғалтыуҙарҙың бөтә ауырлығы ҡулланыусылар – граждандар иңенә төшә. Көйһөҙләнгән хаҡтар балансы уларҙың туҡтауһыҙ үҫеүенә, илдә инфляцияның артыуына этәрә.
Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең хаҡтарҙы көйләү мөмкинлектәре бәхәсле. Хаҡтар монополист эшмәкәрлеге йәки картель килешеүе һөҙөмтәһендә артҡанда ғына, был хеҙмәт сауҙа өҫтәмәһен кәметеүҙе талап итә ала. Сенатор С. Лисовский раҫлауынса, Рәсәй шарттарында хаҡтар монополист йәки картель эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә түгел, ә стихиялы рәүештә һәм туҡтауһыҙ үҫә. Көнбайыш илдәрендә картель килешеүенә килгән ритейлерҙар, үҙ-ара һүҙ ҡуйышып, ҡапыл хаҡтарҙы демпинг буйынса байтаҡҡа төшөрөп, конкуренттарын тауар баҙарынан ҡыҫырыҡлап сығарырға тырыша, монополист та шулай уҡ демпинг ысулын ҡуллана. Беҙҙәге ритейлерҙар иһә хаҡтарҙы бер-береһенән күреп, ярышып күтәрә генә. Барлыҡ ошо факттар илдә хаҡтар сәйәсәте тулыһынса баҙар стихияһына тапшырылып, әлегә был өлкәлә ышаныслы көйләү механизмдары булмауын бик асыҡ күрһәтә.
Хаҡтарҙы көйләүҙең нигеҙе – уларҙың формалашыу принциптарын теүәлерәк билдәләүсе закондар. Был эште тулыһынса үҙ ағышына ебәреү, дәүләт ҡулында булырға тейешле функцияны сауҙа өлкәһенә йөкмәтеү хаҡтарҙың туҡтауһыҙ һәм сикһеҙ үҫеүенә, иҡтисадты тарҡатыуға алып барғанын күп йылдар дауамында күҙәтәбеҙ. Сауҙа өлкәһендәге процестарҙы көйләй алмаған, ғәмәлдә эшләмәгән закондарҙың төп етешһеҙлеге – уларҙың сауҙа өҫтәмәләрен сикләмәүендә, сауҙа өлкәһенең сикһеҙ дәғүәләренә юл ҡуйыуында. Хаҡтарҙы көйләү боронғо замандарҙан уҡ дәүләттең төп функцияларының береһе тип иҫәпләнә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Кемдән файҙа күберәк?

Кемдән файҙа күберәк? 18.02.2019 // Иҡтисад

Ғинуарҙа Башҡортостан бюджетына 27 миллиард 456 миллион һум һалым аҡсаһы килде. Былтырғы менән...

Тотош уҡырға 14

Беҙҙең төҙөүселәрҙең программаға инә алмауы ихтимал

Беҙҙең төҙөүселәрҙең программаға инә алмауы ихтимал 18.02.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 25

70 һум тигәс, тимәк, 70!

70 һум тигәс, тимәк, 70! 18.02.2019 // Иҡтисад

Бөгөн республика Хөкүмәте ултырышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий...

Тотош уҡырға 94

Яңы статус нимә бирәсәк?

Яңы статус нимә бирәсәк? 16.02.2019 // Иҡтисад

Нефтекама, Белорет һәм Благовещен ҡалалары социаль-иҡтисади үҫеш йәһәтенән алдан барған биләмәләр...

Тотош уҡырға 100

"Хевел" Бөрйәнде ҡайғырта

"Хевел" Бөрйәнде ҡайғырта 16.02.2019 // Иҡтисад

Бөрйән районында 2020 йылда ҡеүәте 10 мегаватҡа тиклемге ҡояш электр станцияһы төҙөү планлаштырыла....

Тотош уҡырға 112

Француз компанияһы ниндәй ярҙам күрһәтәсәк?

Француз компанияһы ниндәй ярҙам күрһәтәсәк? 14.02.2019 // Иҡтисад

XIX быуат уртаһынан эшләгән алдынғы корпорация – SUEZ француз компанияһы – Башҡортостанға экологик...

Тотош уҡырға 51

"Полиэф"та ни көтөлә?

"Полиэф"та ни көтөлә? 14.02.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Рәсәй инвестиция форумы барышында республика етәксеһе Радий Хәбиров “СИБУР Холдинг” йәмғиәте...

Тотош уҡырға 50

Виталий Мутко ниндәй награда тапшырҙы?

Виталий Мутко ниндәй награда тапшырҙы? 14.02.2019 // Иҡтисад

Рәсәй инвестиция форумында ил төбәктәренең социаль-иҡтисади үҫеше башланғыстары һәм иң яҡшы...

Тотош уҡырға 47

"Эшҡыуарҙың ышанысын яулар кәрәк"

"Эшҡыуарҙың ышанысын яулар кәрәк" 14.02.2019 // Иҡтисад

Инвестициялар – шул ҡәҙәр хикмәтле нәмә, уңыш ҡошо һымаҡ, тине бөгөн журналистарға Сочиҙа үткән...

Тотош уҡырға 59

Тәүге һөҙөмтәләр бар

Тәүге һөҙөмтәләр бар 14.02.2019 // Иҡтисад

14 февралдә Сочиҙа эшләй башлаған Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан тәүге инвестиция...

Тотош уҡырға 59

Һөт заводының эштәре хөрт

Һөт заводының эштәре хөрт 14.02.2019 // Иҡтисад

Федераль һалым хеҙмәтенең район-ара инспекцияһы “Саҡмағош һөт заводы” яуаплылығы сикләнгән...

Тотош уҡырға 56

10 минут урынына 5 минут

10 минут урынына 5 минут 14.02.2019 // Иҡтисад

Әле “Өфө” халыҡ-ара аэропорты 10 минутҡа бер самолет ҡабул итә ала. Уны яңыртҡандан һуң, ул 5...

Тотош уҡырға 121