Карл Маркс хайран ҡалыр ине

27-06-2017, 03:51 // Иҡтисад // Баҫып сығарырға
Карл Маркс хайран ҡалыр ине1–3 июндә уҙғарылған ХХI Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Рәсәй субъекттарындағы инвестиция мөхите рейтингы бәйән ителгәс, был өлкәлә эшләгән эксперттар рейтинг күрһәткестәрен аныҡ дәлилдәр – төбәктәрҙең инвестиция ҡеүәте (реаль капитал һыйҙырышлығы, капиталды үҙләштереүгә әҙерлеге) һәм реаль инвестициялар күләме менән сағыштырыу мөмкинлеге алды. Форум тәҡдим иткән рейтингта Башҡортостан 2016 йыл менән сағыштырғанда ете позицияға алға күсеп, 13-сө урынға күтәрелде.
Финанс аналитиктары төбәк­тәр­ҙең инвестиция өлкәһендәге әүҙемлеген баһалағанда иң тәүҙә уларҙың инвестиция потенциалына иғтибар итә. Күрһәткес процент­тарҙа, тотош Рәсәй Федерацияһы потенциалындағы өлөштә ба­һалана. “Эксперт РА” рейтинг агентлығы 2016 йыл һөҙөмтәләре буйынса әҙерләгән документта республика 1,8 процент күрһәткесе менән 11-се урынға сыҡты.

РФ төбәктәренең инвестиция потенциалы (проценттарҙа)

Мәскәү ҡалаһы 14,5
Мәскәү өлкәһе 5,9
Санкт-Петербург ҡалаһы 4,7
Краснодар крайы 2,9
Свердловск өлкәһе 2,6
Татарстан Республикаһы 2,5
Красноярск крайы 2,3
Ростов өлкәһе 2,0
Түбәнге Новгород өлкәһе 2,0
Силәбе өлкәһе 1,9
Башҡортостан Республикаһы 1,8

Әммә төбәктәрҙең инвестиция потенциалы уларҙың инвестицияларҙы үҙләштереү мөмкин­лектәрен генә күрһәтә. Барлыҡ төбәктәргә һәм сәнәғәт тармаҡтарына йүнәлтелгән реаль инвестиция күләмдәре буйынса тулы статистика юҡ, айырым сығанаҡтар дөйөм күләмдәр һәм бер нисә федерация субъекты буйынса ғына мәғлүмәттәр тәҡдим итә. Мәҫәлән, Мәскәү мэры Собянин уҙған 2016 йыл эш һөҙөмтәләре буйынса сығыш яһап, ҡала иҡтисадына инвестициялар 1,7 триллион һум тәшкил итеүе тураһында белдерҙе. Төрлө сығанаҡтарҙан күренеүенсә, Мәскәү өлөшөнә барлыҡ инвестиция­ларҙың 40 проценты тура килә. Аҡса – аҡсаға, йәғни Мәскәүгә ынтыла һәм унда яңы аҡса эшләй, тиергә мөмкиндер.
Тоташ Рәсәй иҡтисадына һалынған инвестициялар буйынса мәғлүмәттәр күпселек осраҡтарҙа тулы түгел һәм ҡапма-ҡаршылыҡлы. Шуны уҡ Чечен һәм Ҡырым республикаларына йүнәлтелгән инвес­тициялар тураһында әйтергә була.
Рәсәй иҡтисадына һалынған инвестицияларҙың ҙур өлөшө сит илдәргә тура килә. Был осраҡта сит ил инвесторы инвестиция алған компаниялар активтарының ҙур өлөшөнә (иң кәм норма – ак­тивтарҙың 10 проценты) хужа була. Ҡағиҙә булараҡ, бындай инвестор офф-шор аша эш итә. Офф-шор компанияларының күбеһе Кипр, Британия, Виргиния утрауҙары, Нидерланд, Люксембург, Бермуд, Багам, Кайман, Мэн утрауҙары, Гибралтар, Джерси кеүек экзотик илдәрҙә ойош­то­рол­ған йәки уларҙың юрис­дикция­һына буйһона. Был инвесторҙар эшмәкәр­леге һөҙөмтәһендә Рәсәй Федера­цияһы йыл һайын ҙур юғалтыуҙар кисерә. Мәҫәлән, 2015 йылдарҙа был илдәрҙән Рәсәйгә 342,9 миллиард доллар күсе­релһә, Рәсәйҙән уларға 409,7 миллиард доллар сығарылған (шул иҫәптән Рәсәйгә Кипрҙан – 94,6 миллиард, Нидерландтан – 40,4 миллиард, Британия Виргиния утрауҙарынан 15,3 миллиард доллар килһә, кире йүнәлештә Кипрға – 120,5 миллиард, Нидерландҡа – 68,1 миллиард, Британия Виргиния утрауҙарына 45,3 миллиард доллар күскән).
Иҡтисад фәндәре докторы, Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының халыҡ-ара финанстар кафедраһы профессоры Валентин Катасонов аңлатыуынса, Рәсәйгә офф-шорҙарҙан килгән был инвестицияларҙың да 7 проценты ғына төп капиталға һалынып, 93 проценты Рәсәй активтары менән спекуляцияларға йүнәлтелә. Сит ил инвести­цияларының 98 проценты – шулай уҡ финанс спекуляцияларына ғына яраҡлы ҡыҫҡа сроклы финанс инвестициялары. Рәсәй компанияларына һалынған сит ил тура инвестициялары предприятиелар үҫешенә түгел, ә уларҙың активтарын һатып алыуға ҡулланыла. Инвестицияларҙың 75 проценты – Рә­сәй­ҙең үҙенән офф-шор аша сығарылған нефть долларҙары. Йәғни, офф-шор компаниялары Рәсәйҙең үҙенең аҡсаһына Рәсәй активтарын һатып ала. Сит ил инвесторҙары, ғөмүмән, Рәсәй иҡтисадына үҙ аҡсаларын бөтөнләй һалмай һәм офф-шорҙарҙа Рәсәй нефте һәм газы экспорты иҫәбенә тупланған долларҙарҙың бер өлөшөн генә кире ҡайтара, әммә үҙ аҡсалары һәм Рәсәй өсөн бик уңайһыҙ булған тура сит ил инвестициялары рәүешендә. Артабан, һуңғы осорҙа сит ил инвес­торҙары, Рәсәй инвесторҙарын Рәсәйҙең үҙендә үк инвестиция баҙарҙарынан ҡыҫырыҡлап сығарып, Рәсәй капиталдарын сит илдәргә күсереүгә – сит ил компанияларын инвестициялауға этәрә. Йәнә, Көнбайыш бизнесмендары офф-шорҙарға килем­дәрҙең бер өлөшөн генә күсерһә, Рәсәй предприятиелары активтарын сығара. Көнбайышта офф-шорҙарҙа шәхси бизнес ҡына эшләһә, беҙҙә иң ҙур капиталдарҙы дәүләт корпорациялары урынлаштыра. Инвестициялар ғәҙәттә долларҙарҙа ғына күсерелеп, һөҙөмтәлә һумдар эмиссияһы сикләнә. Доллар инвестициялары Рәсәйҙә хәлһеҙләндерелгән һумдар иҫәбенә үҫтерелеп, төбәктәргә барып етмә­йенсә, йәнә офф-шорҙарға әйләнеп ҡайта. Донъя иҡтисады тарихы өсөн бында бер ниндәй ҙә ҙур яңылыҡ юҡ – был схемалар, мәҫәлән, элек Латин Америкаһы илдәренең тәбиғәт байлыҡтарын талау өсөн бик эффектлы һәм оҙаҡ ваҡыт ҡулланылды һәм сикһеҙ камиллаштырылды. Тарих, күреүебеҙсә, ҡабатлана. Рәсәй иҡтисадын көрсөккә килтергән был ауыр хәлде, моғайын, сит ил инвестицияла­рының бындай емерткес схемаларынан тулыһынса һәм мөмкин булған тиклем тиҙерәк баш тартып, эске – ватан инвестиция сығанаҡтарын тергеҙеү генә төҙәтә алалыр. Инвестициялар, ниһайәт, реаль етештереү тармаҡтарына, төбәктәрҙәге заводтарға, фабрикаларға килә башлаһын өсөн, был өлкәлә бик етди үҙгәрештәр талап ителә.