Һаулыҡ – кеше өсөн дә, ҡаҙна өсөн дә байлыҡ

21-07-2017, 01:13 // Иҡтисад, Сәләмәт булайыҡ // Баҫып сығарырға
Хәҙерге заманда һаулыҡ һаҡлау тармағы теләһә ниндәй илдең йәки төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә һиҙелерлек йоғонто яһай, сөнки ул ғына етештереүсәнле һәм ижади эшләрлек хеҙмәт ресурстарын тәьмин итә ала. Беҙҙең республикала был өлкәнең эшмәкәрлегенә ниндәй баһа бирергә, кеше ғүмере һәм һаулығының төп күрһәткестәре тураһында нимә әйтергә мөмкин?


– Хатта иҡтисади яҡтан еңел булмаған шарттарҙа ла бөгөнгө медицина ыңғай үҙгәрештәргә өлгәшә барыуынан туҡтамай, – тине Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров, яңыраҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында сығыш яһап. – Башҡортостанда ғүмер оҙайлығы үҫеүен дауам итә һәм, 2016 йыл йомғаҡтары буйынса, 71 йәшкә етте. Был тәңгәлдә үлем һанының – өс процентҡа, ә яңы тыуған сабыйҙар үлеменең 19 процентҡа кәмеүен күрербеҙ.
Ғүмер оҙайлығы буйынса беҙҙең төбәк Рәсәй субъекттары араһында 40-сы урында. Был күрһәткесте 72 йәшкә еткереү өсөн генә лә яңы тыуған сабыйҙар үлемен – 32, ә хеҙмәт йәшендәгеләр буйынса 25 процентҡа кәметеү талап ителә. Эш бара, әлбиттә, ләкин был ҡатмарлы маҡсатҡа өлгәшеү еңелдән түгел. Рәсәйҙә үлем кимәле аҡрынлап кәмей, әле илебеҙ ошо күрһәткес буйынса донъяла 32-се урынды биләй (тәүге урында – Көньяҡ Корея). Ә ил буйынса үлем осраҡтары иң күп булған төбәк – Псков өлкәһе, иң аҙы Ингуш Республикаһында теркәлгән.
Был күрһәткескә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан, яман шештән, юл-транспорт ваҡиғаларынан, үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙан үлем ҙур йоғонто яһай. Шулай ҙа сәбәптәрҙең иң ҙурыһы – онкологик сирҙәр. Рәсәйҙә лә, Башҡортостанда ла ул икенсе урында тора. 2007 йылдан алып йөрәк-ҡан тамырҙары сире арҡаһында үлеү осраҡтары 32 процентҡа кәмене. Был Рәсәй һәм Волга буйы федераль округы буйынса уртаса кимәлдән түбәнерәк.
Яңы тыуған сабыйҙар үлеме бында айырым урын алып тора. Рәсәйҙә бындай аяныслы мәлдәр Көнбайыш Европа илдәре менән сағыштырғанда ике-өс тапҡырға йышыраҡ. Сабыйҙар үлеме статистикаһы былтыр дәүләте­беҙҙе донъяла 161-се урынға сығарҙы. Беҙҙең республикала уны һуңғы ун йыл эсендә ике тапҡырға аҙайта алдылар. Шулай ҙа был күрһәткес ҡәнәғәтләнерлек түгел әле. Саҡ донъяға ауаз һалғандарҙың артабан йәшәй алмауының төп сәбәптәре – буласаҡ ата-әсәнең һаулығы насар булыуы, яралғының сирле икәнлеген үҙ ваҡытында асыҡ­ламау һөҙөмтәһендә сабыйҙар­ҙың тыуғанда уҡ сирле булыуы һәм юғары технологиялы медицина ярҙамы талап ителеүе, ата-әсәнең баланы сирләй башлағас уҡ табипҡа күрһәтмәүе һәм шул арҡала ярҙамдың һуңлауы.
– Былтыр беҙ Ситуация һәм проект ҡарарҙары үҙәге булдырҙыҡ, – ти министр. – Ул һаулыҡ һаҡлауға идара итеүҙең административ моделенән реаль ваҡытта алынған мәғлүмәткә ҡарап ҡарарға килеүгә ярҙам итәсәк. Хәҙер демографияға йоғонто яһаған үлем, тыуым һәм башҡа процестарҙы “он-лайн” тәртибендә асыҡлап барабыҙ. Был ысул медициналағы һәр проблеманы белеп торорға һәм шул нигеҙҙә дөйөм хәлде асығыраҡ күҙ алдына килтерергә булышлыҡ итә. Хәҙерге мәлдә Дәүләт гарантияһы программаһына ҡушылған барлыҡ дәүләт һәм хосуси медицина ойошмалары ла ошо системаға ҡарай.
Башҡортостан Башлығының күрһәтмә­һенә ярашлы, бөгөн 40 дауалау йүнәлеше буйынса 711 телемедицина консульта­цияһын тәшкил иткән мәғлүмәт технологиялары индерелде. Йыл аҙағына саҡлы төрлө кимәлдәге дауалау менән шөғөлләнгән бөтә дәүләт учреждениелары ла телемедицина консультацияһына тоташасаҡ. Былар барыһы ла сирлеләрҙе үҙәк район дауаханаһынан икенсе һәм өсөнсө кимәлдәге медицина ойошмаларына асыҡ, нигеҙле һәм иң мөһиме – үҙ ваҡытында йүнәлтергә мөмкинлек бирәсәк.
Ғүмер оҙайлығының артыуына, һис шикһеҙ, тыуым кимәле лә йоғонто яһай. Быйылғы тәүге биш айҙа Башҡортостанда 20 мең 100 бала тыуған. Тимәк, ил буйынса етенсе һәм Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләйбеҙ. Ләкин үткән йыл йомғаҡтарына ҡараһаҡ, республикала өс мең сабыйға аҙыраҡ тыуыуын күрербеҙ. Тыуымдың кәмеү темпы буйынса төбәгебеҙ илдә бишенсе урынға сыҡты. Хәйер, тыуым бөтә ил буйынса кәмей һәм фәҡәт Чукотка автономиялы округында ғына арта бара.
Демографик хәлде яҡшыр­тыу йүнәлешендә беҙҙең республикала алдағы өс йылға иҫәпләнгән программа ҡабул ителгән. Ул медицина, финанс, социаль һәм мәғлүмәт сараларын үҙ эсенә алған. Программа тәүге сиратта аборттар һанын кәме­теүҙе маҡсат итеп ҡуя, һәм һуңғы биш йылда Башҡортостанда уны 26 процентҡа аҙайтыуға өлгәштеләр. Шулай уҡ түлһеҙ ғаиләләр өсөн юғары репродуктив технологиялар (ЭКО, ИКСИ, суррогат әсәлеге) ҡулланыу ҙа планлаштырылған. Мәҫәлән, ЭКО процедураһы 2012 йылда 282 тапҡыр ғына үткәрелһә, быйыл уны мең ярымға еткерергә ниәтләйҙәр.
Бер ай самаһы элек кенә республика Башлығы ҡушыуы буйынса Медицина-генетика үҙәге асыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был ойошма ҡайһы бер нәҫел сирҙәрен алдан уҡ асыҡлау һәм иҫкәртеү өсөн булдырыла. Кешенең ДНК-һын билдәләү тыуасаҡ сабыйҙың үлеменә алып килеүе ихтимал булған төп сәбәптәрҙе табыу һәм үҙ ваҡытында дауалау форсаты бирәсәк.
– Тыуымдың артыуын дәртләндереү мәсьәләләрендә беҙ киң мәғлүмәт сараларының, ижтимағи һәм дини ойош­маларҙың ярҙамына өмөт итәбеҙ, был ярҙам йәмғиәтебеҙҙә күп балалы ғаиләнең баһаһын күтәреүгә йүнәлтелергә тейеш, – ти Әнүәр Яхъя улы.
Министрлыҡ алдында торған иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе – медицина ярҙамын үҙ ваҡытында һәм тиҙ алыуға өлгәшеү. Был бигерәк тә ауыл ере өсөн көнүҙәк проблема, ундағы дауалау урындарының тиҫтәләрсә йыл үҙ әһәмиәтен юғалта барыуы сер түгел бит. 2005 йылдан алып 2011 йылға саҡлы Рәсәйҙә фельдшер-акушерлыҡ пункттары биш меңгә, йәғни 12 процентҡа, кәмегән. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда ауылда һаулыҡ һаҡлау системаһының нигеҙе, һаны һәм инфраструктураһы элеккесә тиерлек ҡалған. Санитар нормаларға һәм хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән ҡайһы бер пункттар ғына ябылған. Министр әйтеүенсә, республика Башлығы ҡушыуы буйынса ауыл медицинаһын 500 күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты менән тәьмин итеү тураһындағы тәҡдим әҙерләнгән.
Һәр эштең уңышын кадрҙар хәл итә. Шуны иҫәпкә алып, республикабыҙ Хөкүмәте һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы кадрҙар сәйәсәтен камиллаштырыу буйынса тотош саралар комплексын тормошҡа ашыра.
Бөгөн республиканың дауалау учреждениеларында 84 мең кеше эшләй, шуларҙың 54 меңе – медицина хеҙмәткәрҙәре. “Ауыл табибы” программаһы буйынса дүрт йыл эсендә райондарға 1 200 белгес ебәрелгән. Быйыл тағы ла 120 табипты йүнәлтеү күҙ уңында тотола, шулай уҡ ауыл ерен “тар” йүнәлешле белгестәр менән тәьмин итергә тейешле программа ла тормошҡа ашы­рыласаҡ. Былтыр, мәғлүм булыуынса, “Ауыл фельдшеры” программаһы ла эшләй башланы. Уның нигеҙендә 72 фельдшер төпкөлдәге йыһазландырылмаған пункттарға барып урынлашты, һәм ошо сара быйыл да дауам итә.
Һаулыҡ һаҡлау ойошмаларына барыуҙың территориаль яҡтан мөмкинлегенә баһа биреү өсөн министрлыҡ геомәғлүмәт системаһын индерҙе. Ул теге йәки был төбәктә һәм хатта ауылда төрлө йүнәлештәге медицина ярҙамын алыу оҙайлығын баһалай, был ярҙамды көтөп алыуҙың кеше һаулығы һәм ғүмере өсөн хәүефлелеген асыҡлай. Был система шулай уҡ сирлене иң уңайлы “маршрутлаштырыу”, йәғни икенсе дауаханаға оҙатыу сараһын, күсмә эште ойоштороу юлдарын билдәләй ала.
“Ашығыс ярҙам” бригадалары медицина хеҙмәтен үҙ ваҡытында күрһәтеүҙә айырым урында тора. Үткән йыл республиканың был төр медицина хеҙмәте Рәсәйҙә етештерелгән 55 яңы автомобиль алды һәм шулар иҫәбенә автопарк 12 процентҡа яңырҙы. Барлыҡ машиналар ҙа ГЛОНАСС яһалма юлдаш навигацияһы менән йыһазландырылған. 2018 йыл аҙағына саҡлы республикала ашығыс ярҙамдың берҙәм дежур диспетчерлыҡ хеҙмәте эш башлаясаҡ.
Дарыу менән тәьмин итеү – медицина ярҙамы мөмкинлегенең мөһим элементы. Бында ғүмер өсөн кәрәкле һәм иң мөһим дарыуҙар хаҡының артыуын тотҡарлау – төп бурыс. Һаулыҡ һаҡлауҙың амбулатория һәм госпиталь кимәлдәрендәге дарыуҙарҙың ассортименты беҙҙә ил буйынса уртаса кимәлдән яҡшыраҡ. Республикала халыҡҡа иң кәрәкле булған 500 дарыу төркөмөнә даими мониторинг үткәрелә. Быйылғы биш айҙа, мәҫәлән, дарыуға ваҡлап һатыу хаҡтары тотороҡланып ҡына ҡалманы, ә уларҙың кәмеүе лә күҙәтелде. Министрлыҡ төбәк льготасыларын дарыу саралары менән тәьмин итеүҙе камиллаштыра бара, быйыл ул дарыуҙы ике йылға алдан һатып алыу буйынса аукциондар үткәрәсәк.
Һаулыҡ һаҡлау системаһының ниндәй булыуы тәүге сиратта медицина ярҙа­мының сифаты менән билдәләнә. Республика халҡының 38 проценты ауыл ерендә йәшәүе – үлем кимәленең дә юғарыраҡ булыуына сәбәпсе, шуға күрә министрлыҡ күсмә модуль үҙәктәре һәм табип бригадалары эшен дә тейешле кимәлдә ойош­торорға ынтыла. Был сара үткән йылда ғына ла өҫтәмә рәүештә 50 мең кешене хеҙмәтләндереү мөмкинлеген биргән.
Министр таныуынса, халыҡтың медицина ярҙамының сифатһыҙ булыуына зарланыуы күпселек осраҡта урынлы, һәм ул Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында сығыш яһағанда: “Етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү буйынса аналитик һәм ойоштороу эше министрлыҡ яғынан да, медицина ойошмалары яғынан да көсәйтеләсәк”, – тип вәғәҙә итте. Был саралар иҫәбенә шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау тармағының матди-техник базаһын нығытыу, дәүләт менән хосуси хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү, медицина страховкалауында ҡатнашҡан шәхси дауалау ойошмалары һанын күбәйтеү, халыҡты диспансерлаштырыуға киңерәк йәлеп итеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм башҡа саралар инә.