Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡырғыҙстан ерендә “Азамат”ты уйнайҙар...
Ҡырғыҙстан ерендә “Азамат”ты уйнайҙар... Беҙҙе был төбәк менән “Манас” һәм “Урал батыр” эпостары, милли музыка ҡоралдары, кейемдәр, тел, хатта ғөрөф-ғәҙәттәрҙең оҡшашлығы ғына берләштермәй. Заманында бер дәүләт ҡанаты аҫтында йәшәгән Ҡырғыҙстан менән иҡтисади, социаль-мәҙәни, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, инвестиция йүнәлештәрендә лә маҡтанырлыҡ ҡаҙаныштарыбыҙ бихисап. Айырыуса бөгөн, Көнбайыштан иҫкән санкция елдәренә ҡаршы торғанда, беҙ яуапты Көнсығыштан эҙләйбеҙ һәм... табабыҙ. Шуға республика Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһының Ҡырғыҙстанға эш сәфәре лә ана шул башланғыстарҙың уңышлы дауамы, тотороҡло хеҙмәттәшлеккә тағы бер ышаныслы аҙым булараҡ ҡабул ителде.
Ҡырғыҙстанда “Алтай цивилизацияһы һәм Алтай телдәре ғаиләһенең ҡәрҙәш халыҡтары” халыҡ-ара форумы үтте. Ҡырғыҙ Республикаһы Президенты Алмасбәк Атамбаевтың башланғысы менән ойошторолған форумдың эшендә Рәсәй, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Азербайжан, Венгрия, Германия, Һиндостан, Корея, Монголия, Төркиә, Үзбәкстан, Чехиянан ғалим-алтайсылар, тарихсылар, археологтар, этнографтар, антропологтар, лингвистар, фольклорҙы, сәнғәтте һәм мәҙәни мираҫты өйрәнеүселәр ҡатнашты.
Форумда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та сығыш яһаны. Ул Алтай телдәре ғаиләһе халыҡтарының, шул иҫәптән башҡорт­тарҙың һәм ҡырғыҙҙарҙың рухи ҡәрҙәшлеген билдәләне, республика ғалимдарының алтаистикаға һәм төркиәткә индергән өлөшө хаҡында һөйләне.
– Башҡортостан һәм Ҡырғыҙстанды, бер-береһенән алыҫ урынлашыуҙарына ҡарамаҫтан, күп нәмә бәйләй. Тәү сиратта тамырҙары менән быуаттар төпкөлөнә барып тоташҡан тел, рухи-мәҙәни туғандашлыҡ, – тине Рөстәм Зәки улы. – Төрки телле төбәктәр һәм илдәр менән күп яҡлы сауҙа-иҡтисади бәйләнештәребеҙ ҙә хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереүҙең, Алтай халыҡтары уртаҡлығының мөһим факторы булып тора. Әйҙәгеҙ, артабан да бер-беребеҙ менән тәржемәсеһеҙ, әлеге кеүек үк ихлас аралашайыҡ, мөһим иҡтисади һәм гуманитар проекттарҙы тормошҡа ашырайыҡ, илдәребеҙ мәнфәғәте өсөн эшләйек.
Эшлекле сәфәр барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙ Республикаһы Президенты Алмасбәк Атамбаев менән шәхсән дә осрашты. Яҡтар үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе артабан нығытыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.
Һуңынан делегация ағзалары “Алтай йәйләүе” үҙәген асыуҙа ҡатнашты. Тарихи музейҙа күсмә халыҡтарҙың мәҙәниәте менән танышырға мөмкин буласаҡ. Әлеге ваҡытта беренсе павильон эшләй башлаған. Сентябрҙә “Ҡырғыҙ йәйләүе” асыла, артабан башҡа Алтай халыҡтарына арналған павильондар сафҡа инәсәк. Үҙәктең биләмәһендә Алтай халыҡтары вәкилдәренең йәшәү рәүешен күрһәткән 30 тирмә урынлаштырылған. Башҡорттарҙың көнкүрешенә арналған тирмә янында Рөстәм Хәмитов һәм Алмасбәк Атамбаевты башҡорт диаспораһы вәкилдәре халыҡ йыры ”Азамат” менән ҡаршы алды. Әйткәндәй, форум барышында ҡырғыҙ халҡының Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре тарафынан башҡорт теленә тәржемәләнгән “Манас” эпосы менән таныштырыу сараһы ла бик әһәмиәтле булды.


Былтыр Башҡортостан менән Ҡырғыҙстан араһындағы тышҡы сауҙа әйләнешенең күләме 30,7 миллион доллар тәшкил иткән. Быйыл иһә әлеге күрһәткес тағы ла юғарыраҡ булмаҡсы. Башҡортостандан күрше илгә башлыса нефть продукттары, ҡорос сым, каустик һәм кальцийлы сода, гербицидтар, ашламалар, пластмасса әйберҙәр, ағас-сүсле һәм ағас-юнысҡы плитәләр оҙатыла. Импорттың төп тауарҙарына алюминий һәм баҡыр әйберҙәр инә.
Республика биләмәһендә ҡырғыҙ капиталы ҡатнашлығында биш предприятие эшләй. 2015 йылда Ҡырғыҙстанда – Башҡортостан мәҙәниәте һәм фәне, быйыл июндә иһә Башҡортостанда Ҡырғыҙ Республикаһы мәҙәниәте көндәре уҙҙы. 2006 йылдан республикала ”Ала-Тоо” ҡырғыҙ милли үҙәге эшләй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 52

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 77

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 105

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 77

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 93

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 86

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 78

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 90

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 90

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 57

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 64

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 90