Ваҡытлы ваҡиғаОшо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин “Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт тураһындағы ҡануниәт нигеҙҙәре” Федераль Законының 39-сы статьяһына, “Халыҡ художество кәсептәре” тураһындағы Федераль Закондың 4-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһындағы Федераль Законға ҡул ҡуйҙы.

Был документтар халыҡ художестволы кәсептәре менән шөғөлләнгән ойошмаларға төбәктәрҙең дәүләт власы органдары тарафынан ярҙам күрһәтеүҙе көйләй, уларҙың исемлеге Рәсәй Хөкүмәте тарафынан билдәләнгән федераль орган тарафынан раҫлана.
Техника тантана иткән заман тиһәк тә, ҡул йылыһын, күҙ нурын ҡушып эшләгән әйберҙәр матурлығын, әһәмиәтен, хаҡын бер ваҡытта ла юғалтмай, сөнки ул – милли үҙенсәлекте, үҙаңды билдәләгән төшөнсәләрҙең бе­реһе, рухиәтебеҙҙең сағылышы. Күп милләтле Рәсәйҙә тап халыҡ кәсептәре һәр төбәктең тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын сағыл­дырыусы билдә булып тора. Шөкөр, Башҡортостанда ошо йолалар ҡәҙерләп һаҡлана һәм быуындан быуынға тапшы­рыла килә.
Мәҫәлән, “Ағиҙел” башҡорт ху­дожество кәсептәре” дәүләт унитар предприятиеһын ғына алайыҡ. Хәҙерге башҡорт декоратив-биҙәү сәнғәтендә алдын­ғы предприятиелар иҫәбе­нә ингән “Ағиҙел” милли кейем өлгөләре, үҙенсәлекле урын кәрәк-яраҡтары, ағас һауыт-һаба, төҫлө таштарҙан паннолар, геральдикалы әйберҙәр, биҙәүестәр, музыка ҡоралдары һәм башҡаларҙы етештерә. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов предприятиеның эшмә­кәрлеге менән яҡшы таныш, уның ижади коллектив менән осрашҡаны, “Ағиҙел”дең проб­лемаларын, халыҡ кәсептәре тармағын үҫтереү мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләшкәне, аныҡ тәҡдимдәр индергәне бар.
Был йәһәттән “Башҡортостан” гәзите лә үҙ өлөшөн индерҙе: данлыҡлы оҫталарҙы һәм оҫтабикәләрҙе республика кимәлендә танытыу, халыҡ кәсептәренә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, ошо шөғөлдән табыш алыу серҙәрен өйрәтеү, йәғни йүнселлекте үҫтереү маҡса­­тында редакция коллективы, Республика халыҡ ижады үҙәге, “Мираҫ” мәрхәмәтлек фонды менән берлектә, “Һөнәрмән” бәйгеһен ойошторҙо. Әйтергә кәрәк, сара халыҡҡа бик оҡша­ны, тиҫтәләгән халыҡ оҫтала­рының исеме Башҡортостанға билдәле булды.
Үрҙә телгә алынған ҡануни яңылыҡҡа килгәндә, Рәсәй Президентының художестволы кәсептәр тармағына иғтибар бүлеүе, уның үҫешенә теләктәш­лек белдереүе төрлө халыҡтар көн иткән дәүләтебеҙҙә милли мәҙәниәттәрҙе, йолаларҙы, үҙенсәлектәрҙе һаҡлап, илдең рухи нигеҙен һәм көсөн арттырып буласағын аңлауға ишара.
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев та ошо фекерҙе йөпләне һәм әлеге тармаҡты үҫтереү буйынса ил кимәлендә дәүләт сәйәсәте үткәрелеүен телгә алды. Рәсәй Президенты Владимир Путин майҙа уҡ Рәсәй Хөкүмәтенә 31 авгусҡа тиклем халыҡ художестволы кәсептәрен һаҡлау, тергеҙеү һәм үҫтереү буйынса план төҙөргә бойорған. Атап әйткәндә, юридик шәхестәр художестволы кәсеп өлгөләрен һатып алыуҙы арттырһын өсөн махсус шарттар булдырылырға тейеш. Шулай уҡ халыҡ ижады өлгөләрен балалар тәрбиәләүҙә, өҫтәмә белем биреү программаларында ҡулланыу күҙал­лана.
– Башҡортостанда кәсепсе­лек­те үҫтереүгә һәр саҡ иғтибар ҙур булды. Рәсәйҙең күп милләтле төбәктәренең береһе булараҡ, яңы Закон бик урынлы. Беҙҙең республикала төрлө этнос вәкилдәре йәшәй һәм уларҙың барыһы ла мәҙәни традицияларын, шул иҫәптән халыҡ художестволы кәсептәрен һаҡ­лау яҡлы. Халыҡ кәсептәре – иҡтисадтан бигерәк, мәҙәниәткә яҡын тармаҡ. Художестволы кәсеп өлгөләренең күбеһе – ҡул­дан эшләнгән иҫәпле тауарҙар. Был хеҙмәт бик ҡатмарлы, күп көс һәм ваҡыт талап итә, ә тауар өсөн ҙур аҡса түләргә теләүсе­ләр аҙ. Шуға ла халыҡ кәсептәре дәүләт ярҙамына мохтаж. Төбәк властарына ошо хоҡуҡ бирелеүе – көнүҙәк күренеш. Был бихисап ижади коллективтарҙы, кәсептәрҙең сәнғәт традицияларын һаҡлауға булышлыҡ итәсәк, – тине Константин Борисович.