Йорттар һала оҫта ҡулдар...

11-08-2017, 00:36 // Иҡтисад, Эшҡыуар, Анонстар // Баҫып сығарырға
Йорттар һала оҫта ҡулдар... Төҙөүсе — һәр заманда ла маҡтаулы һөнәр. Уларҙың тылсымлы ҡулдары ярҙамында халыҡ өсөн фатирҙар, төрлө предприятие биналары, сауҙа үҙәктәре, ял һәм мәҙәниәт усаҡтары төҙөлә. Республикабыҙҙа Төҙөүселәр көнөн йыл да тантаналы рәүештә билдәләү матур традицияға әйләнде. Мөһабәт биналар, күккә олғашҡан йорттар хасил иткән был эшселәр һәр саҡ ихтирамға һәм оло хөрмәткә лайыҡ.

Байрам уңайынан республика Башлығы Рөстәм Хәмитов иң яҡшы эшсәндәргә дәүләт наградалары тапшырҙы, тармаҡтың барлыҡ хеҙмәткәрҙәрен ихлас ҡотлап, иҫәнлек, именлек теләне:
– Кеше йәмғиәт барлыҡҡа килгәндән алып туҡтауһыҙ төҙөй һәм ижад итә. Төҙөүсе һөнәре донъяла иң кәрәклеләрҙән һанала. Әлбиттә, был өлкәлә проблемалар ҙа юҡ түгел. Алданған өлөшсөләр мәсьәләһе, объекттарҙың ваҡытында тапшырылмауы күңелде ҡыра. Был һеҙгә ҡағылмай. Бөгөн бында республика файҙаһына ғәҙел көс түккән егәрле кешеләр йыйылған. Башҡалар ҙа һеҙгә тиңләшһен ине.
Бүләкләнеүселәр араһында инженерҙар, кран машинистары, станоксылар бар ине. Награда алғандарҙың барыһын да күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәт берләштерә. Туймазы ҡалаһынан килгән Ришат Шәйехов – “Өсөнсө төҙөлөш фирмаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш инженеры. “Предприятиела 11 йыл эшләйем. Быға тиклем тимер-бетон заводында тир түктем. Коллективыбыҙҙа 450 кеше үҙ-ара дуҫ, бер-береһенә ярҙамсыл. Тиҙҙән “Сулпан-2” биҫтәһендә 284 фатирҙы файҙаланыуға тапшырабыҙ”, – тине ул.
“Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы” исеменә лайыҡ булған Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры Юлиә Рәсүлева ла шатлығы менән уртаҡлашты:
– Хеҙмәтемде юғары баһалағанығыҙ өсөн рәхмәт. Артабан да исемемә тап төшөрмәй республика мәнфәғәтендә эшләргә насип булһын, – тине.
Награда алғандар араһында Өфө ҡалаһынан Татьяна Сидорова ла бар. Ул “Башстройсертификация” төбәк үҙәк сертификацияһында 17 йыл эшләй. Эшенән ҡәнәғәт.
Тыныс һөнәр эйәләре тип һаналһалар ҙа, хеҙмәттәре ауыр һәм яуаплы уларҙың. Шуға ла бөгөнгө бүләктәре хаҡ һәм ғәҙел.