Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ышаныслылар һәм ышанысһыҙҙар
Үҙәк банк киң йәйелдергән финанс өлкәһендәге “һауыҡтырыу” процесы артабан яңы закон нигеҙендә алып барыласаҡ. 1 июлдән ғәмәлгә ингән 92-се Федераль закон банк лицензияларын ике төргә бүлә: барлыҡ банктар 2018 йылдың 1 ғинуарына тиклем ваҡытлыса универсаль лицензия менән эшләйәсәк, ә унан һуң банктарҙың аҙыраҡ өлөшөнә яңы универсаль лицензия, ҡалғандарына хоҡуҡтары бер ни тиклем сикләнгән база лицензиялары биреләсәк. Сикләүҙәр сит илдәр менән финанс операцияларына ҡағыла.
Финанс өлкәһендә санация үткәреүҙең төп маҡсаты — валютаның күпләп оффшор зоналарына сығарылыуын туҡтатыу. Валюта оффшорҙа эшләгән компанияларға кредиттарға, сит ил компанияларының акцияларын, облигацияларын, башҡа активтарын һатып алыуға йүнәлтелә. Тикше­реүҙәр күпселек активтар портфелдәренең отчеттарҙа күрһәтелгән хаҡтан байтаҡҡа кәмерәк, хатта буш булыуын, ҙур валюта массаларының ситкә китеүен асыҡлай. Офф­шор зоналарына нефть, газ, төҫлө металл һәм башҡа ҡиммәтле ресурстар экспортынан килгән валюта ғына түгел, предприятиеларҙың активтары ла күпләп сығарыла.
Үҙәк банк идараһы рәйесе Эльвира Нәбиуллина тәҡдиме менән башланған “һауыҡтырыу” кампанияһы 2013 йылдан 300-ҙән ашыу банктың лицензияһын ғәмәлдән сығарған. Был өлкәлә классик миҫал — “Пробизнесбанк” менән булған хәл. Уның баланс дефициты 67 миллиард һумға етә, активтарының ҙур өлөшөнөң фиктив булыуы асыҡлана. Банк оффшорҙа псевдобанк аша эшләгән, байтаҡ фиктив килешеүҙәр төҙөгән, һатып алынған ҡиммәтле ҡағыҙҙар сит ил депозита­рийҙарына һалынған.
Ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы сит ил депози­тарийҙарында күп банктар һаҡлай, әммә айырым банктар, тейешле резерв тупламайынса, ҡағыҙҙарҙы бурысҡа биреп тора. Рәсәй Үҙәк банкы ул депозитарийҙарҙан отчет талап итә алмай. Законлы нигеҙҙә эшләгән банктар һатып алған ҡиммәтле ҡағыҙҙарын Рәсәй Милли иҫәпләшеү депозитарийына (НРД — Национальный расчетный депозитарий) һалып, Үҙәк банктан репо займдары (ҡиммәтле ҡағыҙҙар иҫәбенә аҡса займы) алыу хоҡуғына эйә. Әммә “бысраҡ” схемалар буйынса эшләгән банктар, әлбиттә, Рәсәй Үҙәк банкына мөрәжәғәт итмәй һәм оффшорҙарға сыға. Мәҫәлән, “Пробизнесбанк” Кипр оффшорҙары аша ҡиммәтле ҡағыҙҙар үткәреп, улар иҫәбенә финанс ала, ә Үҙәк банк аша репо иҫәбе нулгә тиң. “Пробизнесбанк” активтарының 40 проценты — Кипр депозиттарында. Кипр оффшорҙары аша байтаҡ криминаль капитал үтеүе киң билдәле, әммә әлегә уны тулыһынса туҡтатыу өсөн һөҙөмтәле ысулдар ҡулланылмай.
Банк структураларын таҙартыу сит илдәргә капитал сығарыуҙы шаҡтай кәметә. Мәҫәлән, 2008—2013 йылдарҙа нефть хаҡтары юғары булды, ә Үҙәк банкта алтын-валюта резервтары гел кәмеүгә генә барҙы. 2013 йылда санация ҡулланыла башлағас, нефть хаҡтары түбәнәйһә лә, резервтар үҫә төштө, сөнки сит илгә валюта сығарыу кәмене. Хатта иң ауыр һуңғы ике йылда (2015—2016 йылдарҙа) алтын-валюта резервтары 368 миллиард долларҙан 378 миллирд долларға тиклем үҫте. Былтырғы йыл аҙағына Рәсәй банктарында валюталағы (долларҙарҙа) активтар 227 миллиард доллар тәшкил итте.
Әлеге көндә илдә 607 коммерция банкы иҫәпләнә. Уларҙан 300 банк универсаль лицензия алыу критерийҙарына тап килә, 260 банк база лицензияһына дәғүә итә ала. Санация процестары дауамында банктар һаны артабан кәметеләсәк.
Үҙәк банк идараһы был яуаплы осорҙа үҙ эшмәкәрлегендә бер тиҫтә коммерция банктарына таянасағын белдереп, уларҙың исемлеген иғлан итте:
Һаҡлыҡ банкы
“Внешторгбанк”
“Газпромбанк”
“Юникредитбанк”
“Открытие” банкы
“Альфа-Банк”
“Райффайзенбанк”
“Промсвязьбанк”
“Росбанк”
“Россельхозбанк”
Эксперттар фекеренсә, яҡын киләсәктә был исемлектә үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Төп критерий — банктарҙың реаль етештереү тармаҡтарын финанслауға әҙерлеге. Система ойоштороусы банктар, Үҙәк банк тирәһендә тупланған банктар картеле ойоша. Картель етәксеһе вазифаһына Үҙәк банк идараһы рәйесенең элекке урынбаҫары Георгий Лунтковский дәғүә итә. Картелдең үҙәген 17 июлдә Рәсәй банктары ассоциацияһынан айырылып сыҡҡан һигеҙ иң эре банк тәшкил итергә тейеш: Үҙәк банк, “ВТБ”, “ВТБ-24”, “Альфа-Банк”, “Газпромбанк”, “Россельхозбанк”, “Бинбанк” һәм “Открытие” банкы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Игорь Комаровтан – юғары баһа

Игорь Комаровтан – юғары баһа 19.02.2019 // Иҡтисад

Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә юғары технологиялы 250 берәмек ҡорамал урынлаштырыласаҡ өс...

Тотош уҡырға 25

Ташкүмерҙең яҡты көндәре

Ташкүмерҙең яҡты көндәре 19.02.2019 // Иҡтисад

“Бөгөн донъяла күмер нефть һәм газға ҡарағанда ла күберәк файҙаланылыуын аныҡ беләм. Күмер донъя...

Тотош уҡырға 37

Өфөлә нисә подъезд ремонтлана?

Өфөлә нисә подъезд ремонтлана? 19.02.2019 // Иҡтисад

Быйыл баш ҡалабыҙҙа 548 йорттағы 1600 подъезды төҙөкләндереү күҙаллана. Ошо маҡсатҡа 454 миллион...

Тотош уҡырға 43

Компания үҫешен дауам итә

Компания үҫешен дауам итә 19.02.2019 // Иҡтисад

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Lasselsberger...

Тотош уҡырға 34

Төбәк проекттарына – 180 миллиард һум

Төбәк проекттарына – 180 миллиард һум 19.02.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың милли һәм федераль...

Тотош уҡырға 37

Яулайһы бейеклектәр алда әле

Яулайһы бейеклектәр алда әле 19.02.2019 // Иҡтисад

Башҡортостанда эшкәртеү сәнәғәте һәм аҙыҡ-түлек етештереү өлкәһе өсөн белгестәр әҙерләгән махсус...

Тотош уҡырға 50

Сочи беҙгә уңыш килтерҙе

Сочи беҙгә уңыш килтерҙе 19.02.2019 // Иҡтисад

Форумда 40 миллиард һумлыҡ инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйылды....

Тотош уҡырға 35

Кемдән файҙа күберәк?

Кемдән файҙа күберәк? 18.02.2019 // Иҡтисад

Ғинуарҙа Башҡортостан бюджетына 27 миллиард 456 миллион һум һалым аҡсаһы килде. Былтырғы менән...

Тотош уҡырға 43

Беҙҙең төҙөүселәрҙең программаға инә алмауы ихтимал

Беҙҙең төҙөүселәрҙең программаға инә алмауы ихтимал 18.02.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 39

70 һум тигәс, тимәк, 70!

70 һум тигәс, тимәк, 70! 18.02.2019 // Иҡтисад

Бөгөн республика Хөкүмәте ултырышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий...

Тотош уҡырға 116

Яңы статус нимә бирәсәк?

Яңы статус нимә бирәсәк? 16.02.2019 // Иҡтисад

Нефтекама, Белорет һәм Благовещен ҡалалары социаль-иҡтисади үҫеш йәһәтенән алдан барған биләмәләр...

Тотош уҡырға 107

"Хевел" Бөрйәнде ҡайғырта

"Хевел" Бөрйәнде ҡайғырта 16.02.2019 // Иҡтисад

Бөрйән районында 2020 йылда ҡеүәте 10 мегаватҡа тиклемге ҡояш электр станцияһы төҙөү планлаштырыла....

Тотош уҡырға 118