Билде биштән быуған бишбүләктәр

30-08-2017, 00:23 // Иҡтисад // Баҫып сығарырға
Билде биштән быуған бишбүләктәрБишбүләктәргә 50 мең гектарҙан ашыу майҙанда урып йыйыу эштәрен башҡарыу бурысы тора, әле барлыҡ хужалыҡтарҙа ла арыш, бойҙай уңышын йыялар. Бынан тыш, тритикале, һоло, арпа баҫыуҙарында ла эш ҡайнай. Районда бер рәттән ужым культуралары сәселә, ул 20 мең гектарға яҡын майҙанда башҡарыла. Белгестәр, көндәр матур торһа, 15 сентябргә тиклем эште тамамларға иҫәп тота. Мал аҙығы әҙерләү ҙә дауам итә, 20 мең тонна бесән, 38 мең тонна сенаж тупланған да инде. Шөкөр, төбәктә техника паркының бай һәм заманса булыуы ураҡ эштәрен тотҡарлыҡһыҙ башҡарырға мөмкинлек бирә. Бөгөн барлығы 92 комбайн эшләй, ошо арала тағы берәү районға ҡайтасаҡ. Яғыулыҡҡа был яҡтарҙа ҡытлыҡ һиҙелмәй, сөнки уны етәкселек алдан хәстәрләгән.
Игенселектә алдынғыларҙан һаналған “Марс” ауыл хужалығы кооперативының ике мең гектар ере бар, пай ерҙәрен дә файҙалы ҡулланалар. Бөгөн игенселәр арыш, тритикалены йыйып бөтөп, бойҙай, арпаға төшкәндәр, гектар ҡеүәте 25-30 центнер тәшкил итә. Төргәктәргә төрөлгән һалам туп-тура хужалыҡ ихатаһына ҡай­тарыла. Баҫыуҙарҙы Рәсәйҙә етештерелгән заманса комбайндар иңләй. Тиҙҙән хужалыҡ тағы бер яңы комбайнға эйә буласаҡ, уның хаҡы 3,5 миллион һум тора. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа ғына йәмғиәт паркы 10 миллион һумлыҡ ауыл хужалығы техникаһы, төрлө ҡоролмалар менән байыған. Ырҙын табаҡтарына ла бына тигән ремонт үткәр­гәндәр, “ЗАВ-20” комплексын алмаштырғандар.
— Быйыл тәбиғәт игенселәр алдына күп һынауҙар ҡуйҙы, әлбиттә. Ямғыры ла булды, ҡояшлы көндәре менән дә ҡыуандырҙы. Бөгөн баҫыуҙарҙан мул уңыш алып һөйөнәбеҙ. Келәттәргә етерлек күләмдә орлоҡ индерелде, әле 700 тонна бойҙай, һоло һаҡлауға һалдыҡ, һатыуға ла ашлыҡ әҙерләнек, — тип ҡәнәғәт йылмая хужалыҡ рәйесе, Рәсәй ауыл хужалығы сәнәғәтенең почетлы хеҙмәткәре Рәмзил Абзал улы Бәҙретдинов.
Етәкселек алдынғы комбайнсылар Рәмил Мөтиғуллин, Әнис Ғәйнуллин, водитель Хәмит Ҡәйүмовты һәр яҡлап маҡтап телгә алды.
Билде биштән быуған бишбүләктәрХужалыҡта 50 кеше эш урыны тапҡан, ололарға алмашҡа йәштәр етерлек, махсус белемле кадрҙарға ла ҡытлыҡ юҡ. Бөгөн күрше ауылдарҙан да эш һорап мөрәжәғәт итеүселәр бихисап, тимәк, йәмғиәт эшмәкәрлеге хаҡында күптәр хәбәрҙар. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнгәс, төрлө социаль яҡлауҙар ҡаралғас, эш урынын ҡалдырып китеүселәр бөтөнләй юҡ. Хеҙмәткәрҙәр көнөнә ике тапҡыр йылы аш менән тәьмин ителгән.
— Пенсия йәшенә етеүенә ҡарамаҫтан, хужалыҡ эше тип янып йөрөгән механизаторҙарыбыҙға рәхмәт, — ти Рәмзил ағайҙың улы, хужалыҡ рәйесе урынбаҫары Рөстәм Бәҙретдинов. — Улар ураҡ осоронда комбайнға ултырһа, ҡышҡыһын сәсеү, урып йыйыу техникаһын ипкә килтереү менән мәшғүл. Малсыларға ла һүҙ тейҙерерлек түгел.
Бында малсылыҡҡа ла иғтибар көслө, әле йәйге лагерҙарҙа 300 баш симменталь тоҡомло һыйыр малы аҫрала. Һөтсөлөк фермалары “500 ферма” маҡсатлы программаһы сиктәрендә заманса йыһазландырылған, ҡеүәтле һөт, һыу үткәргестәр, һыуытҡыстар урынлаштырылған. Бөгөн малсыларға эшләүе күпкә еңел. Әле көнөнә ике тонна һөт һауып алалар, әҙер продукцияны Благовар һөт комбинатына тапшыралар. Һатыуҙан килгән табыш хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләүгә, ваҡ ремонтҡа, ауыл хужалығы ҡорамалдары һатып алыуға тотонола. Мәҫәлән, һөтсөлөк фермаларын ремонтлауға ғына 10 миллион һум аҡса сарыф иткәндәр.
Ә бына “Октябрь” ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Илмир Әсғәт улы Сәрүәровты арпа баҫыуында тап иттек. Етәксе ураҡсылар менән әңгәмәләшә ине.
Билде биштән быуған бишбүләктәр— Урып йыйыуҙа өс комбайн эшләй, арпа, бойҙайҙың уңышы шатландыра, гектарынан 25-26 центнер алабыҙ. Игенселәргә бөтәһе дүрт мең гектарҙа урып йыйыу эштәрен башҡарыу бурысы йөкмәтелгән, — ти рәйес.
Көнбағыш — 300, етен — 230, ҡарабойҙай — 300, борсаҡ 280 гектарҙа сәселгән. Белгестәр был культураларҙан да мул уңыш алыуға өмөт итә. Бер рәттән 800 гектарҙа көҙгө ужым культуралары ла сәселә, ерҙе парға һөрәләр. Игенселәргә көнөнә ике тапҡыр йылы аш ҡаралған, эш өсөн ваҡытында түләнә, бөгөн уртаса хеҙмәт хаҡы 20-22 мең һум тәшкил итә.
Игенселек, малсылыҡ буйынса аҡһай башлаған хужалыҡҡа Илмир Әсғәт улын етәксе итеп ҡуйып, район етәкселеге отолмай. Бөгөн йәмғиәт төбәктә алдынғылар иҫәбендә килә, сөнки йәш хужа ең һыҙғанып эшкә тотонған, кооператив эшмәкәрлегенә тулы мәғәнәһендә йән өргән.
Беҙ быға район хакимиәте белгестәре менән хужалыҡ баҫыуҙарын иңләп сыҡҡас та инандыҡ. Беренсенән, бер нисә йыл эшкәртелмәй, сиҙәмгә әүерелгән сәсеүлектәр тулыһынса һөрөлгән, бында хәҙер бойҙай, арпа, борсаҡ һәм башҡа культуралар үҫә. Икенсенән, сәсеүҙә күбеһенсә элиталы орлоҡ файҙаланыла, ер эшкәртеүҙә заманса агротехник саралар ҡулланыла.
Билде биштән быуған бишбүләктәрТөшкө аш мәлендә комбайнсылар менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Механизаторҙар көндәрҙең аяҙ тороуынан ҡәнәғәт, улар ҡыҫҡа ваҡытта уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу маҡсаты менән йәшәй. Ҡара таңдан эңер төшкәнсе баҫыуҙан ҡайтып инмәгән Илмир Сәрүәров хужалыҡ табышлы эшләһен өсөн көсөн йәлләмәй.
— Ураҡта бер башаҡты ла ерҙә ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ, — ти игенселәр. — Шөкөр, бының өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар, техника төҙөк, яғыу­лыҡ етерлек, аҡсаһын түләп торалар. Һәр кем­гә эш һөҙөмтәһенә ҡарап йыл аҙағында премиялар ҙа ҡаралған.
Хужалыҡтың ырҙын табағында ла эш ҡайнай, бында баҫыуҙан килтерелгән ашлыҡты елгәреү, киптереү, орлоҡҡа бүлеү менән йәше лә, ҡарты ла мәж килә.
Хужалыҡ етәкселеге техникаға аҡсаһын йәлләмәй, уны йыл һайын яңырталар. Мәҫәлән, быйыл көҙгө уңышты йыйып алыуға тип алты миллион һумлыҡ өр-яңы комбайн һатып алғандар. Бынан тыш, иген сапҡыс, ашлыҡ һуғыу ҡорамалына эйә булғандар. Техника паркын яңыртыу һөҙөмтәле эшләүгә булышлыҡ итә.
— Игенселектә алдынғылар сафына баҫһаҡ та, күңел тыныс түгел. Һуңғы йылдарҙа бер аҙ артта ҡалған малсылыҡты үҫтерәһе бар, тоҡомло таналар кәрәк, — ти хужалыҡ рәйесе.
Бында 800 баш симменталь һәм ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы аҫрала. “500 ферма” програм­маһына ингән фермалар заманса йыһазлан­дырылған. Малсылар көн һайын 2,5 тонна аҡты Бәләбәй һөт заводына тапшыра. Ишле малдың тамағы туҡ булһын өсөн был йәйҙә ике мең тонна сенаж, ике мең тоннанан ашыу бесән ихаталарға инеп тә ятҡан.
Бөгөн өс ауылдан 54 кеше эш менән мәшғүл, шәхси ихатаһында мал тотҡандарға ашлығы, бесән-һаламы бүленә. Етәкселек Петр Семенов, Айҙар Сабитов, Владимир Егоров, Евгений Иванов, Альберт Сәфәровты тик йылы һүҙ менән генә телгә алып: “Бындай хеҙмәткәрҙәр менән тау аҡтарырға була”, — тине.
Салауат Юлаев исемендәге ауыл хужалығы кооперативы баҫыуҙарында ла бөгөн ҡыҙыу осор, йәмғиәт рәйесе Илгиз Ишмөхәмәт улы Әсфәндиәров белдереүенсә, ауыл хеҙмәтсән­дәренә бойҙай, ҡарабойҙай, көнбағыш уңышын йыйып алыу бурысы тора. Игенселәр бөгөн тритикале, арыш баҫыуҙарында эште теүәлләгәндәр. Гектар ҡеүәте — 20 центнер тирәһе. Бынан тыш, пар ерҙәрен эшкәртәләр, мал аҙығы әҙерләү ҙә ойошҡан бара. Хужалыҡтың ике мең гектар ере бар, баҫыуҙар минераль ашлама менән туйындырылғас, уңыш та мул булмаҡсы икән. Шөкөр, уңышты һаҡлау өсөн заманса келәттәр бар, икәүһенә ремонт үткәргәндәр. Яғыулыҡҡа ҡытлыҡ кисермәйҙәр, уны алдан хәстәрләп ҡуйғандар. Техника паркының яңы һәм төҙөк булыуы ла эштәрҙе ваҡытында башҡарып сығырға мөмкинлек бирә икән.
— Беҙҙә уңған, тырыш халыҡ эшләй, дөйөм хужалыҡта тир түгеү менән бер рәттән, шәхси хужалығын да гөлт итеп тота. Ашлығы, бесән-һаламы таратыла, теләгәндәр мал рәүешендә лә ала, — ти йәмғиәт рәйесе. — Әле 20 кешегә эш урыны булдырылған, әлбиттә, ҡыҙыу миҙгелдә уларҙың һаны бермә-бер арта.
Пай ерҙәрен дә эшкәртәләр, пайсыларға ашлыҡ тарата башлағандар. Мал аҙығы ла бүленә икән.
Малсылыҡ тармағында эштәр көйлө бара, малдар йәйге йәйләүҙә тотола. “Һөт етештереү ҙә артты, һыйырҙар көтөүҙән ҡайтҡас, өҫтәмә туҡлан­дырыла. Ҡатнаш аҙыҡ бирелә, шифалы бесәндән улар һис өҙөлмәй”, — ти Илгиз Ишмөхәмәт улы.
Бында 255 баш һыйыр малы тотола, 140-ын һауалар. Һөттө Бөрө ҡалаһының “Агромилк” йәмғиәтенә оҙаталар. Аҡ һатып ҡына хужалыҡ ҡаҙнаһына байтаҡ аҡса инеп ята. Уны, нигеҙҙә, эш хаҡы түләүгә тотоналар. Ремонт эштәренә лә китә һатыуҙан килгән табыш, техника паркын яңыртыуға ла бүләләр. Һөтсөлөк фермаларына яҡшы ремонт үткәргәндәр. Тағы ла бында 50 баш йылҡы малы аҫрала, киләсәктә етәкселек ҡымыҙ етештереүҙе юлға һалырға ниәтләй.
Алдынғы хеҙмәткәрҙәр Илшат Ҡасимов, Марс Әхмәтшин, Таһир Фазлиәхмәтов, Динар Вәлиәх­мәтов, Рүзидә Ҡасимова, Розалия Муллағолова, Фәнзил Ҡасимовтарҙың эшенән етәкселек ҡәнәғәт булыуын белдереп, йәштәрҙең дә ауылда эшкә ҡалыуын теләне.
Хужалыҡ ауыл хакимиәте менән дә яҡшы мөнәсәбәт булдырып, барлыҡ эштәрҙе бергә атҡарырға тырыша. Йәй айында халыҡты ҡыуандырып Бикҡол ауылында мәсет үҙ ишектәрен асҡан. Бөгөн изге йорттан кеше өҙөлмәй.
— Ауыл халҡының бөтмөрлөгөнә, уңғанлығына аптырарһың, өмә, байрамдарҙан ситтә ҡалмайҙар, төйәгендә тормош һүнмәһен өсөн бар көсөн һала, — ти хужалыҡ рәйесе Илгиз Ишмөхәмәт улы.

Бишбүләк районы.