Юань менән иенаға эйәреп...

12-09-2017, 01:04 // Иҡтисад // Баҫып сығарырға
Юань менән иенаға эйәреп...Рәсәй сит ил эштәре министры урынбаҫары Сергей Рябков “Международная жизнь” журналына интервьюла: “Рәсәй, АҠШ санкцияларына яуап итеп, Америка түләү системаларын һәм хисаплашыу валютаһы сифатында долларҙы ҡулланыуҙы сикләргә әҙер. Был эш хәҙер көнүҙәк мохтажлыҡҡа әйләнә. Рәсәй долларға, АҠШ валюта-финанс системаһына бәйле булмаған һәм үҙаллы эшләй алған иҡтисади схемалар ҡорорға тейеш. Юҡһа беҙ уларҙың ҡармағына эләккән хәлдә ҡаласаҡбыҙ”, — тип белдерҙе.
Күп эксперттар С. Рябковтың белдереүен шикләнеп ҡабул итте. Мәҫәлән, элекке финанс министры урынбаҫары, Үҙәк банк рәйесе урынбаҫары, “МДМ-Банк” директорҙар советы рәйесе, яҡташыбыҙ, Рәсәй иҡтисадсыларының Топ-10 рейтингында 2-се урында килгән, заманында Башҡорт дәүләт университетында уҡытҡан Олег Вьюгин фекеренсә, Рәсәй коммерция банктары бер ниндәй шарттарҙа ла долларҙар менән хисаплашыуҙан баш тарта алмаясаҡ. Рәсәй резервтарының төп өлөшө АҠШ ҡиммәтле ҡағыҙҙарында һаҡланыуын да оноторға ярамай. Рәсәйҙең төп экспорт тауарҙары — нефть һәм газ — донъя баҙарында долларҙарға һатыла. Ғөмүмән, донъя баҙарында нефттең 99 проценты доллар операциялары, фьючерс системалары аша үтә. 1982 йылдан алып нефть хаҡтары Нью-Йорк тауар биржаһы — NYMEX тарафынан билдәләнә. Аҙаҡ уға Лондондағы ICE биржаһы өҫтәлә (ICE — Intercontinental Exchange Нью-Йорктағы NYMEX — New York Mercantile Exchange тауар биржаһының Европалағы филиалы). Биржалар АҠШ-тың Дж. П. Морган Чейз, Бэнк оф Америка, Ситигруп кеүек иң эре банк структуралары менән берлектә, глобаль масштабта бик теүәл эшләп килә. Нәҡ АҠШ банктары нефтте биржа тауарына әйләндереп, нефть фьючерс баҙары ойошторһа, фьючерс контракты (futures contract) — киләсәктә башҡарыласаҡ базис активтарын (был осраҡта — нефтте) һатыу-һатып алыу килешеүе. Фьючерс системаһы — АҠШ ҡаҙанышы, әммә ул бөтә донъя мәнфәғәттәренә хеҙмәт итә һәм бик теүәл, һөҙөмтәле эшләп килә. Барлыҡ етешһеҙлектәренә ҡарамаҫтан, ул нефть экспортерҙарының күпселеген тулыһынса ҡәнәғәтләндерә, бөгөн уға альтернатива юҡ.
Нефть биржалары системаһын донъя валютаһы — долларҙар системаһы менән сағыштырырға мөмкин. Был система ла бөтә донъя кимәлендә бик теүәл эшләп килә, әммә уның эшмәкәрлегенә лә глобаль сәйәсәт мәнфәғәттәренә бәйле процестар йоғонто яһауы бәхәсһеҙ.
Рәсәй экспортының 70 проценты АҠШ долларҙары аша башҡарыла, евро өлөшөнә 13 процент тура килә. Бөтә донъя тулайым продукты (ВВП) күләмендә Рәсәй өлөшө ни бары 2,5 процент ҡына тәшкил итә, экспорт, нигеҙҙә, сеймал менән сикләнә, юғары технологиялы продукт юҡ кимәлдә. Был шарттарҙа Рәсәй һумдары долларға конкуренция тәшкил итеп, донъя кимәлендә резерв валютаһы статусына бер нисек тә дәғүә итә алмай.
Үҙәк банк мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәй граждандарында тупланған валюта күләме 5,7 триллион һумдан арта — кешеләр аҡсаларын долларға һәм евроға күсерә, сөнки һумдарҙың тотороҡлолоғона ышанып бөтмәй.
ВШЭ профессоры, күренекле политолог Леонид Поляков нефть экспортында долларҙарҙан баш тартырға саҡырыусыларға Ливияның элекке лидеры Муаммар Каддафи менән элекке Ираҡ етәксеһе Саддам Хөсәйендең авантюралы эксперименттарын иҫкә төшөрөргә тәҡдим итә. Уларҙың һәләкәтенең асылы бик ҙур дәрәжәлә нефть долларҙарына ҡаршы сығыуға бәйле булды.
Бөгөн нефть — долларҙың төп таяныстарының береһе. Оҙаҡламай нефткә алмашҡа яңы ҡиммәттәр киләсәк — Америка Ҡушма Штаттары ул өлкәләрҙә лә донъя лидеры булып ҡалырға тырышасаҡ. АҠШ Федераль резерв системаһы банктары бөтә донъя нефть сауҙаһын доллар кредиттары һәм тауар биржалары аша үҙ ҡулында тота. Донъя валютаһы — доллар массаһы әлегә бөтәһен дә хәл итеп килә. Ә доллар нисек ундай юғары статусҡа эйә була алды һуң?
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Валюта-финанс конференцияһы (ҡыҫҡаса — Бреттон-Вудс конференцияһы) 1944 йылдың 1—22 июлендә АҠШ-та, Бреттон-Вудс ҡалаһында уҙғарыла. Унан алда, 1942 йылдың 1 ғинуарында, Вашингтонда БМО Декларацияһы ҡабул ителә. БМО Уставы һуңыраҡ, 1945 йылдың 26 июнендә, Сан-Франциско ҡалаһында раҫлана. Документ 1945 йылдың 24 октябрендә үҙ көсөнә инә һәм был дата Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы көнө тип иғлан ителә.
Бреттон-Вудс конференцияһында 44 ил вәкиле ҡатнашып, улар Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң халыҡ-ара валюта-финанс мөнәсәбәттәрен көйләү юлдарын эҙләй. Бының өсөн яңы бөтә донъя валюта системаһы нигеҙҙәре буйынса консенсус талап ителә. Уға тиклем 1922 йылда Генуя халыҡ-ара иҡтисади конференцияһында ҡабул ителгән система эшләп килә. Генуя валюта системаһы алтын-девиз стандартына — алтын резервтарына һәм алтынға конвертацияланған валюталарға нигеҙләнә. Системаға ингән илдәр өс блокка бүленә — алтын стандарты зонаһына, доллар һәм стерлинг фунттары зоналарына (һуңғы ике блок АҠШ һәм Бөйөк Британия тирәһендә туплана). Системала банктар эше илдәрҙәге алтын запасы күләмдәре менән сикләнә, йәғни милли валюталар шул запас менән гарантияланырға тейеш була. Был талап кредиттар институты үҫешен дә тотҡарлай башлай. Ризаһыҙлыҡ белдереүсе илдәр универсаль донъя валютаһы мәсьәләһен күтәрә, әммә был сифатта АҠШ, Бөйөк Британия йәки ниндәй ҙә булһа башҡа илдең милли валютаһын ҡабул итеүгә тәүге осорҙа ҡәтғи рәүештә ҡаршы сыға.
Бреттон-Вудс конференцияһында күренекле инглиз иҡтисадсыһы, Кембридж иҡтисади мәктәбенә нигеҙ һалыусы Джон Мейнард Кейнс һәм АҠШ финанс министрлығы валюта тикшеренеүҙәре бүлеге етәксеһе Гарри Декстер Уайт проекттары тикшерелеп, Америка проекты ҡабул ителә, әммә Кейнстың тәҡдимдәре лә иҫәпкә алына. Конференция алтын-девиз стандартына — алтынға һәм ике резерв валютаһына — АҠШ долларына һәм Бөйөк Британия стерлинг фунттарына нигеҙләнгән яңы универсаль валюта системаһы ҡабул итә. Конференцияла ҡатнашыусылар ике тиң хоҡуҡлы резерв валютаһы ҡулланыуҙы уңайһыҙ тип күрһәтеп, проектҡа төҙәтмә индерә һәм, долларға төп резерв валютаһы статусы бирелеп, уның алтын эквиваленты миҡдары билдәләнә: 1 Троя унцияһы — 31,1034768 грамм алтын 35 долларға тиңләтелә. (Троя унцияһы — урта быуаттарҙан башлап Францияның Труа ҡалаһы ювелирҙары алтынды үлсәү өсөн ҡулланған берәмек, унция — боронғо Римда ҡулланылған үлсәү берәмеге).
Совет лидеры И.В. Сталин конференцияла ҡатнашҡан СССР делегацияһына Бреттон-Вудс конференцияһы документтарына ҡул ҡуйырға рөхсәт бирә, әммә аҙаҡ уларҙы ратификациялауҙы тыя. Бында Сталиндың үҙ хәйләһе була: бер яҡтан, тышҡы сауҙала халыҡ-ара валютаһыҙ — долларҙарһыҙ эшләү мөмкин түгел, һәм улар ярайһы уҡ әүҙем ҡулланыла, икенсе яҡтан, ил эсендә долларҙар ҡулланыу тыйыла. Аҙаҡ Советтар Союзында долларҙың эске курсы билдәләнеп, ул 60 тингә тиңләтелә. Был сикләү СССР тарҡалғанға тиклем һаҡлана.
Конференцияла шулай уҡ Халыҡ-ара валюта фонды (МВФ), Халыҡ-ара реконструкция һәм үҫеш банкы (МБРР) ойошторола, Тарифтар һәм сауҙа тураһында генераль килешеү (ГАТТ) төҙөүгә әҙерлек башлана (килешеүгә 1947 йылда ҡул ҡуйыла).
Бреттон-Вудс валюта системаһы Икенсе донъя һуғышында ҙур зыян күргән илдәрҙең иҡтисадын тергеҙеүҙә мөһим роль уйнаны һәм 70-се йылдар башына уны үҙгәртеү талап ителде. Көнбайыш илдәре иҡтисадында инглиз Кейнс мәктәбенә (Кембридж мәктәбенә) алмашҡа Чикаго иҡтисади мәктәбенә нигеҙ һалыусы Милтон Фридмандың (сығышы менән хәҙерге Украинаның Берегово ҡалаһынан) монетаризм идеялары килде. Рәсми рәүештә процесс 1971 йылдың 18 декабрендә ҡабул ителгән Смитсон килешеүендә (Вашингтондағы Смитсон институтында ойошторолған конференцияла ратификациялана) теүәл сағылыш таба. Артабан, 1976—1978 йылдарҙа Ямайка валюта системаһы урынлаша башлай. Валюталарҙың ирекле курсы иғлан ителә. Алтындың валюта функцияларын үтәүе сикләнеп, ул тауарға әйләнә. Халыҡ-ара валюта фонды милли валюталар нигеҙендә формалашҡан “валюталар кәрзине” төшөнсәһен ҡабул итә. “Валюталар кәрзиненең” — Ямайка валюта системаһында ҡулланылған “донъя аҡсаһы”ның нигеҙен билдәле нисбәттәрҙә алынған резерв валюталары тәшкил итә: АҠШ долларҙары — 42 процент, немец маркаһы — 19 процент, француз франкы, инглиз стерлинг фунттары һәм япон иенаһы — 13-әр процент.
2015 йылдың 1 октябрендә Халыҡ-ара валюта фонды резерв валюталары рәтенә Ҡытай Халыҡ Республикаһы юанен индерҙе һәм “кәрзин” түбәндәгесә үҙгәрҙе (проценттарҙа):
АҠШ долларҙары 41,7
Евро 30,9
Стерлинг фунттары 8,1
Иена 8,3
Юань 10
Ҡытай юане резервҡа 2020 йылда ирекле курсҡа күсерелеү шарты менән алынды. Юандең Халыҡ-ара валюта фонды резерв валюталары “кәрзиненә” эләгеүе Ҡытай иҡтисадын үҫтереү өсөн киң мөмкинлектәр асһа, Рәсәй өсөн яңы проблемалар өҫтәй. Айырым Рәсәй сәйәсмәндәре АҠШ санкцияларына яуап итеп Америка түләү системаларын һәм хисаплашыу валютаһы сифатында долларҙы ҡулланыуҙы сикләргә тәҡдим итә, АҠШ валюта-финанс системаһына бәйле булмаған һәм үҙаллы эшләй алған иҡтисади структуралар ҡороуҙы күҙ уңында тота. Сәйәсмәндәр долларҙан һәм евронан баш тартыуҙа Евразия иҡтисади союзы (ЕАЭС) илдәренә, улар менән берҙәм финанс баҙары ойоштороуға иҫәп тота. Әммә ЕАЭС илдәренең АҠШ түләү системаларын һәм доллар ҡулланыуҙы сикләүгә барыуы мөмкин түгел. Был шарттарҙа Рәсәй МВФ резерв валюталары “кәрзиненә” ингән Ҡытай юаненә лә таяна алмай һәм тағы ла тәрәнерәк изоляцияға эләгеүе ихтимал. Бөгөн Ҡытай һәм АҠШ араһындағы сауҙа күләме Рәсәй менән сауҙа күләменән ун тапҡырға ҙурыраҡ, һәм ул тулыһынса АҠШ долларҙарына нигеҙләнә. Ҡытай Америка технологияларына ҙур мохтажлыҡ кисерә. Ҡытай нефть импорты шулай уҡ тулыһынса АҠШ долларҙарына нигеҙләнә. Доллар бөгөнгө көндә барыһына ла кәрәк, Рәсәй ҙә долларһыҙ үҙ иҡтисадын тергеҙә алмаясаҡ. Йәнә, халыҡ-ара валюта сифатында йөрөгән долларҙарҙы тулыһынса АҠШ милли валютаһы тип иҫәпләп булмай — уның 41,7 проценты ғына Американыҡы, 10 проценты — Ҡытайҙыҡы, 8,3 проценты — япондарҙыҡы, 8,1 проценты — инглиздәрҙеке, 30,9 проценты Европа Союзы илдәренеке. 1976 — 1978 йылдарҙа донъяла Ямайка валюта системаһы урынлаштырылғас, АҠШ долларҙарына артабан ҡыҫылырға, системала ҡатнашҡан башҡа валюталарға күберәк урын бирергә кәрәк булды. Был процесс артабан да дауам итәсәк, системаға яңы ағзалар өҫтәләсәк. Эксперттар раҫлауынса, Халыҡ-ара валюта фонды резервтарында ЕС илдәренең һәм Ҡытайҙың өлөшө артыуы, хатта киләсәктә АҠШ-тыҡы менән тиңләшеүе ихтимал. Хәйер, бөгөнгө көндә лә доллар ысын мәғәнәһендә интернациональ валютаға әйләнгән һәм үҙенә ошо функцияны алыуы күпселек донъя илдәрен тулыһынса ҡәнәғәтләндерә. Долларҙан ситләшеү иһә донъя иҡтисадындағы үҫеш процестарынан ситләшеүҙе, тәрән изоляцияла ҡалыуҙы ғына аңлатыр ине. Был йәһәттән Ҡытай лидерҙарының 2015 йылда МВФ менән хеҙмәттәшлекте нығытып, үҙ милли валюталары — юань статусын күршеләре Япония өлгөһөндә (Ямайка килешеүенән һуң япон иеналары ла донъя валюталары рәтенә — МВФ резерв валюталары “кәрзиненә” инеүгә өлгәште) рәсми рәүештә халыҡ-ара кимәлгә сығарыуы оло ихтирамға лайыҡ. Был юл Рәсәй һумдары өсөн дә асыҡ, улар ҙа, иена һәм юань кеүек бөтә донъя резерв валюталары рәтенә баҫа ала, әммә бының өсөн япондар, ҡытайҙар кеүек эшләргә өйрәнеү генә кәрәк.