Аэропорттың офоҡтары киңәйә

29-09-2017, 00:16 // Иҡтисад // Баҫып сығарырға
Аэропорттың офоҡтары киңәйә Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Өфө” халыҡ-ара аэропортынан авиаташыуҙарҙы үҫтереүҙең төп йүнәлештәре буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, ҙур Рәсәй авиакомпаниялары етәкселәре ҡатнашты.
– Аэропорттар темаһында беҙҙең өсөн иң мөһиме – кешеләрҙең хәүефһеҙлеге, ҡатмарлы аэродром комплексындағы бөтә хеҙмәттәр эшенең ышаныслылығы, техник мәсьәләләргә юғары талап ҡуйыу, – тине төбәк етәксеһе. – Шуға күрә һауа юлдарын яңыртыуға айырым иғтибар бирәбеҙ. Был эш ШОС һәм БРИКС халыҡ-ара саммиттарына әҙерлек барышында уҡ башланғайны, әле лә һәм киләсәктә лә дауам итәсәк. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Өфө аэропорты ике йыл рәттән илдәге төбәк аэропорттары араһында беренсе урындарҙы яулап, Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе булып ҡала. Шул уҡ ваҡытта уның мөмкинлектәрен киңәйтеү фарыз. Халыҡ-ара һәм төбәк-ара йүнә­леш­тәрҙе арттырырға кәрәк, айырыуса республика әүҙем хеҙмәттәшлек иткән илдәргә һәм Рәсәй субъекттарына.
“Өфө” аэропортында самолеттар һанын арттырыуҙы, һауа судноларын техник хеҙмәтләндереүҙең һәм йүнәтеүҙең берҙәм үҙәген ойоштороуҙы Рөстәм Хәмитов төп бурыстар иҫәбенә индерҙе. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар төбәк авиаташыуҙарын субсидиялау мәсьәләләрен тикшерҙе. Быйыл Башҡортостан ошо эшкә 60 миллион һум субсидия бүлде.
Авиакомпаниялар етәкселәре “Өфө” аэропортының техник ҡеүәтен юғары баһаланы. Мәҫәлән, “Ютэйр” – Пассажир авиалиниялары” президенты Алексей Будник йыл һайын авиакомпанияның күрһәткестәрен 20 про­центҡа арттырыуын билдәләне. Республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфө дәүләт авиация техник университеты нигеҙендә йәш кадрҙар әҙерләүе йәһәтенән дә күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра.