Хрущев тәжрибәһе иҫкә төшә

10-10-2017, 00:12 // Иҡтисад // Баҫып сығарырға
Хрущев тәжрибәһе иҫкә төшәДемография, миграция һәм төбәк үҫеше институтының Күҙәтеү үҙәге рәйесе Юрий Крупновтың “мегаполис агломерациялары” төҙөү идеяһына ҡаршы сығыштары һуңғы осорҙа белгестәр араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятып, етди бәхәстәргә этәрә. Иҡтисадсылар башлаған дискуссияға хәҙер төрлө өлкәләрҙәге абруйлы белгестәр ҡушыла, күптәре идеяға ҡырҡа ҡаршы сыға. Уларҙың иғтибар үҙәгендә – “Агломерациялар эпохаһы. Донъяның яңы картаһы” девизы аҫтында 6–12 июндә уҙғарылған VII Мәскәү урбанистик форумы һәм Алексей Кудрин етәкселегендәге Стратегик үҫеш үҙәге (ЦСР) әҙерләгән “Рәсәй Федерацияһының 2030 йылға тиклемге осорҙа киңлек үҫеше стратегияһы проекты” (СПР – “Стратегия пространственного развития Российской Федерации на период до 2030 года”).

Киңлек үҫеше стратегияһын әҙерләү идеяһы тәүге тапҡыр 2011 йылдың 8 декабрендә уҙғарылған I Мәскәү урбанистик форумында әйтелде. Быйылғы VII форумда йәнә күтәрелгән идея был юлы ла көслө тәнҡиткә дусар булды. Тәүге форумдың пленар ултырышында сығыш яһаған ул саҡтағы иҡтисади үҫеш министры Эльвира Нәбиуллина фекеренсә, совет осорондағы индустриалләштереү һөҙөмтәһендә илдә уртаса һәм ваҡ моно-ҡалалар селтәре самаһыҙ үҫешеп, хәҙер улар үҙҙәрен тәьмин итә алмай һәм дөйөм иҡтисади үҫеште тотҡарлай. Ғәмәлдә ташландыҡ хәлгә килгән ваҡ моно-ҡалаларҙа 30 миллион самаһы кеше йәшәй. Киләсәктә илдә ике тиҫтә самаһы ғына мегаполис үҫешеп, үҙҙәре тирәһендә вағыраҡ ҡалаларҙан ҡеүәтле агломерациялар туплап ҡына йәшәй аласаҡ. “Мегаполис агломерациялары” идеяһы авторҙары фекеренсә, хеҙмәт ресурстарының “мобиллеген арттырыу” совет осороноң ауыр мираҫынан – үҙаллы йәшәй алмаған моно-ҡалаларҙан арынырға ярҙам итәсәк. Йәғни ваҡ ҡалаларҙа йәшәгән халыҡҡа эргәләге мегаполистарға йәһәтерәк күсеү тәҡдим ителергә тейеш. Әммә бының өсөн тейешле программа ҡабул итеү, ифрат ҙур күләмдәрҙә финанслау кәрәк буласаҡ.
Төбәктәр үҫеше министрлығы мәғлүмәт­тәренә ярашлы, 1990 йылдан алып илдә 600-гә яҡын ваҡ ҡала һәм эшселәр ҡасабаһы ташландыҡ хәлгә килгән. Ауыр яҙмышлы был ҡала, ҡасабаларҙы яҡын киләсәктә тергеҙеү мөмкин түгел тип иҫәпләнә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы урбанистик форумда ла ваҡ ҡалалар мәсьәләһе инҡар ителеп, өҫтөнлөк “мегаполис агломерациялары” идеяһына бирелә. Идеяны Мәскәү мэры Сергей Собянин да яҡлап, “нәҡ мегаполистар милли иҡтисадтар үҫеше драйверы ролен үтәй” тип белдерҙе. Бөгөн ил финанстарының 80 процентын үҙендә туплаған, халҡы 15,5 миллионға еткән (һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, Рәсәйҙә бөтәһе 146 410 000, шул иҫәптән Мәскәүҙә 15 512 000 кеше йәшәүе теркәлгән) Мәскәү мегаполисы етәксеһен ғәмәлдә финанслауһыҙ ҡалған, халҡын, иң тәүҙә йәштәрен күпләп юғалтҡан ваҡ моно-ҡалалар яҙмышы, әлбиттә, аҙ борсой.
Төҫмөрләнә башлаған “мегаполис агломерацияларынан” ситтә, Юрий Крупнов иҫәп­ләүенсә, илдәге эшкә һәләтле халыҡтың (Иҡтисади үҫеш министрлығының һуңғы мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәй Федерация­һында 82,8 миллион эшкә һәләтле кеше иҫәпләнә) 30 проценты, йәғни 27 миллиондан ашыу кеше ҡаласаҡ. Уларға, йәшәгән урындарын ташлап, мегаполистарға күсеүҙән башҡа юл ҡалмай.
Агломерация идеяһының, етди социаль көсөргәнешлектән тыш, милләт-ара конфликт­тарға килтереүе лә ихтимал. Идея 83 субъекттан төҙөлгән күп милләтле федератив дәүләтте ике тиҫтә самаһы яңы иҡтисади-административ берәмеккә бүлеп үҙгәртеүҙе күҙ уңында тота, һәм тәҡдим ителгән структурала Башҡорт­останға һәм башҡа милли республикаларға бөтөнләй урын ҡалмай.
Был авантюра совет осоронда Никита Хрущевтың илде 47 совнархозға бүлеүен хәтерләтә. 1957–1965 йылдарҙа Башҡортостан менән Татарстанды етәкселеге Куйбышев ҡалаһында урынлашҡан Урта Волга иҡтисади-административ районына индереп, шул уҡ исемдәге совнархозға буйһондороп ҡуйғай­нылар. Ваҡ ауыл, ҡасабаларҙы бөтөрөп, “аграр ҡаласыҡтар” төҙөп, коммунизмды яҡынайтырға теләгән Никита Сергеевич, исмаһам, үҙенән һуң бихисап биш ҡатлы бетон “хрущевкалар” ҡалдырып, халыҡты барактарҙан һәм “коммуналка”ларҙан сығарҙы, колхозсыларға “трудодень” урынына аҡса түләй башланы, ауылдарҙа ситән үреүҙе, өй түбәләрен һалам менән ҡаплауҙы тыйып, хатта уларҙы үҙ ҡулы менән алып ташлап булһа ла, илдә тормош кимәлен күтәрергә тырышты, ләкин уның хаталары күберәк һәм бик ауыр булды.
Хрущев вазифаһынан бушатылғас, совнархоз идеяһы авантюра һәм “волюнтаризм күренеше” тип баһаланып, ул структура ашығыс рәүештә таратылғайны. Оҡшаш авантюраның бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа ҡабатланыуы, әлбиттә, күпкә ауырыраҡ һөҙөмтәләргә килтереүе ихтимал.