Берәүҙәр ҡартая, икенселәр йәшәрә

14-11-2017, 00:04 // Иҡтисад // Баҫып сығарырға
Берәүҙәр ҡартая, икенселәр йәшәрәРәсәйҙә тәүге тапҡыр демография ҡағыҙы төҙөлдө. Унда халыҡтың һаны, тыуым, үлем буйынса ла мәғлүмәттәр бирелгән. Шулай уҡ алдағы 19 йылға яҡынса күҙаллауҙар күрһәтелә. Аңлашыла: илдең иҡтисади һәм социаль торошон планлаштырыу өсөн был һандар бик мөһим.


Рәсәйҙең йәшерәк төбәктәрендә халыҡтың уртаса йәше, өлкәндәр өҫтөнлөк иткәндәрҙән 15 йылға түбәнерәк булыуы асыҡланған. Баҡтиһәң, бөгөн ҡарттар башлыса Рәсәйҙең Үҙәк федераль округында йәшәй. Быны медиана йәше тип аталған иҫәпкә ярашлы эшләгәндәр. Ул барлыҡ халыҡты ике тигеҙ өлөшкә бүлә: беренсеһе – медиананан йәшерәк, икенсеһе – өлкәнерәк. Мәҫәлән, Тамбов өлкәһе халҡының медиана йәше 43-кә тиң. Ә Чечен Республикаһы өсөн медиананың иң йәше 25,5.
Тап ошонда ғәжәп һорау тыуа. Ни өсөн Кавказда ҡарттар аҙ? Ни генә тимә, бында халыҡ үҙенең йолалары менән оҙаҡ йәшәй, иҫерткес эсемлектәр менән ул тиклем мауыҡмай. Был һандың түбән һәм юғары йәшкә бәйле булмауын аңлата демографик бит авторҙарының береһе, Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының халыҡ-ара демография һәм кешелек капиталы мөдире урынбаҫары Сергей Шульгин. “Чечен Республикаһы менән бергә “йәштәр” исемлегенә Кавказдағы тағы ике төбәк – Ингушетия (27,7 йәш) менән Дағстан да (29,5) ингән. Бер ҡараһаң, быға ғәжәпләнәһе түгел. Ҡояшлы төбәктә оҙаҡ йылдар тыуымдың юғары булыуы күҙәтелә. Шулай уҡ Тыва ла ошо рәттә. Бында халыҡтың медиана йәше 28-гә тап килә. Дөрөҫ, башҡа сәбәп буйынса. Төбәктә ирҙәр уртаса 58 йәшендә үлә. Башлыса эскелек арҡаһында”, – ти эксперт.
Ғалим фекеренсә, Рәсәй бөгөн, гүйә, сәңгелдәктәге кеүек бәүелә. Хәҙер беҙҙең илдә халыҡтың уртаса медиана йәше 39 тирәһендә сайҡалһа, 2035 йылға 44 сиген үтеүе көтөлә. Был иһә Рәсәйҙең йәшәреүгә ҡарағанда тиҙерәк ҡартайыуы хаҡында һөйләй.
Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендәге ғүмер оҙонлоғо араһындағы айырма ҙур һәм төрлөсә. Хатта Көнбайыш Европалағы кеүек оҙаҡ – 77 – 80-гә тиклем йәшәгәндәре лә бар. Был – Мәскәү ҡалаһы. Бында ҡатын-ҡыҙҙар 80-гә етһә, ирҙәрҙең уртаса йәше – 73. Ә Чукоткала уртаса ғүмер оҙонлоғо ун йәшкә кәмерәк. Әлбиттә, быны төбәктәге климаттың ҡатылығына һылтарға булыр ине. Әммә ул саҡта Норвегиялағы ғүмер оҙонлоғо 80 йәшкә етеүен нисек аңлатмаҡ кәрәк. Бында ла һауа шарттары иркәләнерлек түгел, ҡыш ҡаты, оҙон, йәй ҡыҫҡа. Тимәк, илдәге социаль тормош, халыҡтың йәшәү рәүеше, мәҙәни кимәле лә оҙаҡ йәшәүгә етди булышлыҡ итә.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, 2035 йылға тиклем демографик күренеш әлегә ышаныс тыуҙыра. Әлеге кеүек илдә 146 миллион самаһы кеше йәшәйәсәк. Үҙгәрештәр бары ҡайһы бер аныҡ төбәктәр эсендә күҙәтеләсәк. Әлбиттә, иҡтисади йәһәттән имен ҡалалар яңы кешеләр менән тулыланасаҡ, ә икенселәрендә халыҡ кәмейәсәк. “Туҡһанынсы йылдарҙағы көрсөк, тыуымдың аҙ булыу шауҡымы ун йыл буйы дауам итәсәк. Унан һуң 2000 йылдарҙа донъяға килгән балалар бушлыҡты тултырасаҡ. Был йылдарҙа Әсәлек капиталы кеүек матди ярҙам саралары һөҙөмтәһендә тыуым артыуы күҙәтелә”, – ти Сергей Шульгин.
Әммә был тенденцияның әлегә ныҡлығы хаҡында ышаныслы тип әйтеп булмай. Хыял тормошҡа ашһын өсөн тормош сифатын яҡшыртыу, граждандарға медицина хеҙмәте күрһәтеү кимәлен күтәреү, тәмәке тартыуҙы, саманан тыш иҫерткес эсемлектәр ҡулланыуҙы сикләү кәрәк.
“Роспотребнадзор” мәғлүмәттәре буйынса, “йәшел йылан”дан йыл һайын ярты миллион самаһы кеше ваҡытһыҙ үлә. Ведомство һуңғы ете йылда алкоголдән һәләк булғандар иҫәбе сиреккә кәмегән тип белдерә. Әгәр ҙә араҡы менән дуҫлыҡты кәметмәһәк, Рәсәйҙә бындай афәт ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра, ти белгестәр. Беҙ халыҡтың күпләп бала табыуын теләйбеҙ икән, Әсәлек капиталының әүҙемерәк эшләүенә булышлыҡ итергә тейешбеҙ.
“Хәҙер күпселек ғаиләләр Әсәлек капиталын үҙҙәренең тормош шарттарын яҡшыртыу өсөн файҙалана. Был айырыуса ауырыраҡ йәшәгән төбәктәрҙә һәм ауыл халҡы араһында үҙенең һөҙөмтәһен күрһәтте. Йәғни йәштәр башлыса был хаҡҡа арзаныраҡ булған ерҙә йорт һатып алыу форсатын файҙалана. Тап шуға ла хәҙер Әсәлек капиталы фатир һатып алырҙай ҡыйбат торған ҡалаларҙа, хәлле төбәктәрҙә лә үҙенең файҙаһын бирһен өсөн эшләргә кәрәк”, – ти эксперт.
Ғалимдар Франция тәжрибәһенә иғтибар бирергә тәҡдим итә. Бында йәш балаһы булған ғаиләгә, балаһына бер йәше тулғас та әсәһе эшкә сыҡһын өсөн тәрбиәсе яллаһа, уның яртыһын субсидиялай.
Әлбиттә, теге йәки был төбәктәрҙә халыҡтың ҡартайыуы уның иҡтисади хәленә лә йоғонто яһамай ҡалмай. Мәҫәлән, бөгөн Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһендә халыҡ саманан тыш тығыҙ йәшәй. Тап шуға ла власть әһелдәренең халыҡтың эшсе көскә ҡытлыҡ кисергән төбәктәренә лә ҡарап эш итеүе мөһим.